Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Сентябрь 2020, 18:45

ҮҘ - ҮҘЕҢӘ ДОШМАН БУЛМА!

--Ух, көйҙөрһең бит, бының был яғына магазин икмәген ашатам мин һиңә,--тип әрләгән бер әбей үҙенең бабайын.

--Ух, көйҙөрһең бит, бының был яғына магазин икмәген ашатам мин һиңә,--тип әрләгән бер әбей үҙенең бабайын.
Был хәл ысынлап та булған хәл.
Әлбиттә, бөгөн магазин икмәктәре генә түгел, үҙебеҙ бешергән әпәкәйҙәргә, бәлештәргә лә кибеттә һатылған әсетке ҡушылған. Ҡомалаҡты оноттоҡ буғай...
Кемдәр кибеттә һатылған әсеткенең зыяны хаҡында яҡшы белә, улар яҡшы аңлай: әсеткелә бешерелгән икмәкте дошманыңа ғына ашатырға була. Уны Беренсе донъя һуғышы мәлендә немец ғалимдары уйлап сығарған. Әсетке биологик ҡорал ролен үтәргә тейеш була. Ул аш эшкәртеү эшмәкәрлеген боҙа. Юҡҡа ғына әсеткелә бешкән икмәкте гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы булғанда ашарға ҡушмайҙар.
Ғөмүмән, уны бөтөнләй ҡулланмау хәйерле. Ул зыянлы матдәләрҙән эшләнгән, хатта яман шеш барлыҡҡа килтереүгә һәләтле, организм өсөн кәрәкле микроэлементтарҙы юҡҡа сығара, мейе эшмәкәрлеген боҙа, уйлау һәләтен кәметә, йоҡо насарая, тирегә теләһә нәмә сыға, ҡартайыу процесы тиҙләтелә һәм башҡалар.
Шуға ла ҡомалаҡ әсеткеһендә бешкән икмәккә өҫтөнлөк биреү дөрөҫ буласаҡ!
Йылдан-йыл экологиябыҙ нығыраҡ бысрай бара. Һауабыҙ ҙа, һыуыбыҙ ҙа таҙа түгел. Шуға ла онкологик сирлеләр күбәйә. Һис юғында магазин әсеткеһендә бешерелгән икмәк-бәлештәрҙән баш тартайыҡ.