Пандемия беҙгә килеп етеп, коро-навирус сире ныҡлап ҡыҙа башлағас, март аҙаҡтарынан дистанцион белем алыуға күскән балалар уҡыу йылын нисек етте шулай, этеп-төртөп тамамлап ҡуйҙы, сығарылыш уҡыусылары иһә (ары юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүселәр) ҙур ҡыйынлыҡтар аша берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы, ә инде туғыҙынсы класты тамамлағандар бөтөнләй һынау үтеүҙән азат ителде, ары дипломлы һөнәр алырға теләмәгәндәргә йыллыҡ алынған билдәләр нигеҙендә аттестат ҡына тотторҙолар. Бына ҡай-һылай ҙа рәхәт, мәшәҡәтһеҙ тормошҡа күсте хәҙер балалар, теләйһең икән—уҡы, теләмәйһең икән ата-әсәйеңә тере көйөк булып аяҡ күтәреп, түшәмгә төкөрөп ятырға ла мөмкин. Ошо яҙғы ике ай арауығында дистанцион рәүештә нисегерәк белем алды икән балалар? Нисек булһын, билдәле, аш һалынған сеүәтәнең тышын ялаған ише, ризыҡты күрҙеләр, еҫен еҫкәнеләр, әммә тамаҡтары ғына туйманы.
Урта һәм ҙур кластағылар өйрәнгәндәр һәм күнеккәндәр, нисек тә уҡынылар, ә бына мәктәп партаһынан зарураттан айырылған беренсе кластағы балалар борсоуға һалды һәм әле лә һала, сөнки улар, ауыҙҙарын асып ем көткән ҡошсоҡтар һымаҡ, яҡлауға, һаҡлауға мохтаж, өнһөҙ маниторҙан түгел, алдарында баҫып торған уҡытыусынан өҙлөкһөҙ иғтибар һәм ярҙам өмөт итәләр, көтәләр.
Яңыраҡ әңгәмәләшеп ултырғанда бер уҡытыусынан ҡыҙыҡһына ҡуйҙым:
—Арауыҡ аша нисегерәк уҡытаһың әле, мырҙа, яңы алым оҡшаймы?
—Оҡшаймы, әллә юҡмы, һайланаһы түгел, уҡыусыларҙы нисек тә белем алыуға йәлеп итергә кәрәк бит, дөйөм изоляция шарттарында арауыҡ аша аралашыу берҙән-бер юл. Нисек булһын, иртәнсәк балаларға интернет аша бер нисә һорау яҙып ебәрәм, шунан һуң улар төштән һуң яуап бирә, бөтөнләй өндәшмәй ҡалыуҙары ла бар...
—Белем кимәлен нисегерәк билдәләйһең инде?
—“Дүртле”не йә, “бишле”не ҡуям, насарҙарын ҡуйырға ҡушмайҙар!
-Ә нишләп?
—Баланың психологияһына кире йоғонто яһарға һис ярамай, пандемия ла баһа!
Бына һиңә мә, ә һуң ошоға саҡлы ҡуйыла килгән билдәләрҙе кем һәм ниндәй дәлилдәргә нигеҙләнеп ғәмәлдән сығарған? Бөтәһенә теҙәктән яҡшы билдәләр ҡуйғас, балаларҙың һәммәһе лә йә отличник, йә ударник булып сыға түгелме? Шул алдынғыларҙан киләсәктә ниндәй быуын үҫеп етер икән, мәсьәлә бына ниҙә!
Ошоғаса йәш быуынды нисек тә компьютерҙан айырып алырға маташтыҡ, бөгөн киреһенсә, шул виртуаль, ысынбарлыҡтан алыҫ мөхиткә яңынан көсләп тығабыҙ. Әҙәм тәүтормошта тәгәрмәс уйлап сығарған, бөгөн шул тәгәрмәс компьютер рәүешендә күҙ алдына килеп баҫа. Ялғанмы, әллә дөрөҫмө, уны кем абайлаған, айырған, бөтә булған мәғлүмәт шул интернетта, алдай ҙа, алдаштыра ла, дауалай ҙа ул, тигәндәй, хәҙер килеп уҡытыусыны алмаштырып белем биреү сығанағына әүерелә башланы. Көнләп түгел, сәғәтләп ҙурая барған шул компьютер-тәгәрмәс бер килеп кешелек доньяһын ҡыйратып, иҙеп үтмәҫме? Булмаҫ, тимә.
Әлеге мәлдә альтернативаһыҙ, иң ҡулай оптималь алым иҫәпләнһә лә дистанцион белем биреүҙе элекке уҡытыусы булараҡ ҡабул итмәйем, башыма һыйҙыра алмайым, сөнки баланың күҙҙәренә тура ҡарап, уны ҡарашым менән йылытып, кейгән кейемем, кәүҙәмде килешле тотошом, тапҡыр, уйлап әйтелгән һүҙем менән тәрбиәләп өйрәнгәнмен, башҡаса юлдарҙы белмәнем, белмәйем дә, был күп йылдар дауамында аңыма һеңгән халыҡ педагогикаһы, тайпылышһыҙ инаныуым. Хеҙмәтен яратҡан, һөнәренә тоғро уҡытыусы уҡыусыға ғына түгел, уның ата-әсәһенә, ғөмүмән әйләнә-тирәһенә, йәмғиәткә һәр саҡ өлгө. Ошо яуаплы ла, кәрәкле лә һөнәрҙе һайлағандар һәр саҡ камиллыҡҡа, юғарылыҡҡа ынтылып йәшәргә бурыслы, баҙар иҡтисады шарттарында уҡытыусының бәҫе, абруйы төштө, тиҙәр, дөрөҫ түгел, ул әле лә юғары һәм бейек булып ҡала, сөнки баланы белемле, зиһенле итеүҙән дә кәрәклерәк тағы ла ниндәй шөғөл бар?! Элекке, йәки кисәге уҡытыусы булмай, ул бөгөн бар, хәҙер бар. Шул яғы менән бәхетлемен, бынан бик күп йылдар элек мәктәп партаһы артынан сыҡҡан уҡыусыларым өсөн әлеге көндә лә уҡытыусы булып ҡалдым һәм ҡалам, әле лә ярҙам, кәңәш һорап киләләр, мөрәжәғәт итәләр, яҡлауыма, һаҡлауыма, хәстәремә мохтаждар.
Йыл уҡытыусыһы ярышында еңгәс, минән интервью алған хәбәрсе былайыраҡ һорау бирҙе:
—Һеҙ үҙегеҙҙе республикала беренсе уҡытыусы, тип иҫәпләйһегеҙме?
—Юҡ, иҫәпләмәйем. Беренсе, иң яҡшы уҡытыусы әлеге мәлдә төпкөл бер райондың төпкөл бер ауылында балаларының күҙҙәренә ҡарап белем биреп тора!—тип яуапланым.
Был ябай һүҙ уйнатыу түгел ине, күңелемдә барын йәшермәй әйттем. Уҡытыусы һәм уҡыусы, сиам игеҙәктәре ише береккәндәр, уларҙы береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел, уҡытыусы уҡыта, уҡыусы иһә уның биргәндәрен теләп ҡабул итә, быуаттар буйы шулай килгән, шулай ҡабул ителгән.
Ошоғаса уҡытыу-тәрбиә эштәре, тигән һүҙбәйләнеш рәсми рәүештә ҡулланыла килде, килешмәйем, иң башта тәрбиә, шунан ғына уҡыу, белем алыу тәрбиә аша ғына тормошҡа ашырыла. Арауыҡ аша тәртипкә өйрәтеп булмай. Замандың йәнһеҙ бәйләнеш сараһы тәрбиәләмәй, киреһенсә аҙғынлыҡҡа һәм бәйелһеҙлеккә этәрә. Ярай, бала үтә белемле лә икән ти, әгәр тәрбиәһеҙ булһа, йәмәғәт урындарында үҙен тота белмәһә, ата-әсәһен һанламаһа ҡоро белемдән ни файҙа ла ни фәтеүә? Интернет тағы уҡыусыны китаптан айыра, уны уҡыуҙан биҙрәтә, бөгөн бит балалар шундай хәлдә ҡалды, кимәлгә төштө, улар ике-өс һөйләм уҡырға ла иренәләр, башлыса һүрәт, ҡыҫҡа видео ҡарау менән мәшғүлдәр. Китапһыҙ быуындың үҫеп етеүе һипһендерә, хафаға һала.
Уҡытыу системаһында оптималләшеү процесы башланып бер класҡа егерме биштән дә кәм булмаған балаларҙы ултырта башлауға баштан уҡ ҡырҡа ҡаршы сыҡтым. Нисек инде уҡытыусы уға бүленгән 45 минут эсендә һәр береһенән һорап, эргәләренә барып өлгөрһөн, был бик тырышҡан хәлдә лә мөмкин булмаған эш. Уҡытыусы бик егәрле эш иткән осраҡта ла иң күп тигәндә 10-15 бала менән эшләп өлгөрә, ә артҡы парталағылар иптәшенең артына боҫоп йоҡомһорап ултыра, хатта йылдар буйына бына ошолайтып төнәп һуңғы сығарылыш класына килеп етһәләр ҙә ғәжәп түгел.
Ауыл хужалығы, социаль өлкә (бында мин иң әүәл мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы күҙ уңында тотам) хаҡында һүҙ сыҡһа баҙар иҡтисадына яраҡлашып алған иҡтисадсылар аңын-тоңон айырмайынса иң тәүҙә аҡса иҫәпләргә тотоноп китә. Был тармаҡтарҙан һис ҡасан да аҡса йәлләргә ярамай, сөнки ауыл хужалығы ашата, мәғариф белем бирә, медицина иһә кешенең сәләмәтлеген ҡайғырта. Улар бер ҡасан да ҙур табыш килтермәне, һәм килтермәйәсәк тә.
Сибай ҡалаһына килгәс, бәхетемә күрә, бик уникаль, Башҡортостанда берҙән-бер академик Михаил Петрович Щетинин ысулы менән эшләүсе “Ирәндек” лицейына тотош ғаиләм менән килеп урынлаштым, шуға күрә лә ул миңә тәүге көндәрҙән үк икенсе йортома әүерелде. Бында эш иртәнән алып кискә саҡлы дауам итә, аҙна барышында бейеү, йыр, рәсем төшөрөү, физкультура менән аралаштырып тик бер фән генә уҡытыла, шуға күрә темаларҙы ҡабаланмай аңлатаһың, төшөндөрәһең, эҙләнеүгә, ижади эшләүгә лә ваҡыт етерлек. Лицейҙы уҡытыусыларҙың ғына түгел, балаларҙың да икенсе йорто, тип һис арттырыуһыҙ атарға мөмкин: кластар йылы, яҡты, иҙәндә келәм, тәҙрә төптәрендә балалар үҫтергән, тәрбиәләгән гөлдәр, стеналарҙа уларҙың эшләгән һүрәттәре, ҡул эштәре, ана шул ябай ғына әйберҙәр ҙә ихласлыҡ аураһын хасил итә. Һәр дәрес аҙағында сылтыраған ҡыңғырау ҙа үтә шартлы, кем теләй сығып ял итеп ала, уҡыу менән мәшғүлдәр шөғөлләнеүҙе дауам итә. Дәресте лә парталарҙы түңәрәтеп ултыртып үткәрә торғайныҡ, ә саҡырылған бала инде шул түңәрәктең уртаһына сығып баҫа, ошо рәүешле ул үҙен тоторға өйрәнә, әйләнә-тирәнән яуған һорауҙарға ла яуап ҡайтара. Ҡайһы саҡ бәхәсләшеп тә алалар, үҙҙәренең ҡараштарын иҫбатлайҙар, шулай ҙа бергә булыу, иптәшенең яурынын йәнәшәһендә тойоу берләштерә ине уларҙы. Төштән һуң инде уҡыусылар уҡытыусы менән бергә дәрестәрен әҙерләй, шунан ата-әсәләре эштән сыҡҡан мәлдә ҡайтырға йүнәләләр. Шулай итеп бала көнө буйы ҡараулы, япа-яңғыҙы, ҡараусыһыҙ, шөғөлһөҙ ҡалып урам ҡыҙырмай. Лицей хәҙер үҙгәрештәр кисерҙе, замана шауҡымы уға ла ҡағылмай ҡалманы, әммә берҙәм коллектив әле булһа ла үҙенең асылын, йөҙөн һаҡлап ҡалырға тырыша. Лицейҙа эшләү йылдарымды әле лә һағынып иҫкә алам, сөнки унда балаларҙы кеше итеп, шәхес итеп тәрбиәләнеләр һәм әле лә тәрбиәләйҙәр.
Бына хәҙер ҡырыҫ ысынбарлыҡ алдында тороп ҡалдыҡ: ошоғаса күрелмәгән пандемия тотош Ер шарын солғап алды. Ошондай шарттарҙа мәктәптәрҙә уҡытыу мөмкинме? Мөмкин, тип вәғәҙәләй етәкселәр. Вәғәҙәләйҙәр ҙә бит, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә һалып бармай бит әле, бөгөн былай, ә иртәгә бөтөнләй киреһенсә, тигәндәй.
Ошо тәңгәлдә тәҡдимдәрем дә бар:
Балалар мәктәптә, тик мәктәптә белем алырға тейеш.
Пандемия шарттарында, битлек, бирсәткә кейгәндә, арауыҡ һаҡларға тырышҡанда балаларҙы бер класҡа төйөп тығып уҡытыу мөмкин түгел, мөмкин генә түгел, хәүефле һәм зарарлы ла.
Балаларҙы ике сменала уҡытырға кәрәк: “а” группаһын төшкә ҡәҙәр, “б” төркөмөн төштән һуң.
Ҡыҙыҡһыныу нигеҙендә ойошто-ролған төрлө түңәрәктәрҙе, кластан тыш эштәрҙе әлегә, ваҡытлыса кисектереп тороу зарур.
Нисек кенә ауыр һәм мөмкин булмаған хәлдә лә балалар тик мәктәптә тәрбиә һәм белем алырға бурыслы, сөнки һуңғы сиктә теге бабай һымаҡ, уҡып йөрөп тә хәреф танымай ҡалыуҙар бик тә ихтимал.
Беҙ бала саҡта:
Уҡып белем алайыҡ,
Наҙан булып ҡалмайыҡ!—тип таҡмаҡлайҙар ине.
Өйҙә ҡырын ятып уҡып баланы белемле һәм зиһенле итеп булып булмай.
Ошолар хаҡында яҙып үҙемде аҡыллыға, белдеклегә сығарырға йыйынмайым, бары эсемдә йөрөткән көйәләнеүҙәрем менән генә уртаҡлаштым.
Һеҙгә оло ихтирам һәм хөрмәт менән: Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәйҙәр Тапаҡов.