Бөтә яңылыҡтар
Фекер
29 Июнь 2020, 13:55

БЕҘ - ҮҘ ЗАМАНЫБЫҘҘЫҢ ГЕРОЙҘАРЫ

...Иртәнсәк торғас, Ирәндек тауына күтәрелеп Ғәҙелша шарлауығына барып етеү уйыбыҙ. Бына юл буйлап китеп барабыҙ, тигеҙ ерҙә йөрөгән һымаҡбыҙ, етмәһә, быҫҡаҡлап ямғыр яуа башланы. Дим класташ ағас башына үрмәләп менеп ҡарай ҙа: “Тау ҙа тау, урман да урман”, - ти. Һаман барабыҙ, юлдар ул яҡҡа китә, был яҡҡа ла, урман да урман. Тамам аҙаштыҡ, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо ла юҡ. Бер заман электр бағаналарына тап булдыҡ, уның буйынса барһаҡ, бер фермаға юлыҡтыҡ, баҡ тиһәң...


COVID-19 исеме аҫтында танылыу яулаған мәкерле вирус бөтә донъяны баҫып алды. Мәктәп уҡыусылары ике аҙналыҡ каникулдан һуң , коронавирус сиренән һаҡланыу маҡсатында, дистанцион белем алыуға күсте. Дистанцион белем алыуҙың беренсе дәресен Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы алып барҙы. Ул уҡыусыларға уңыштар теләне, мәктәптә уҡыған йылдарҙа күңелдәрҙә ҡалырлыҡ батырлыҡтар эшләгеҙ, үҙ ваҡытығыҙҙың геройҙары булығыҙ, тип теләктәр еткерҙе. Башлыҡтың ошо теләктәренән һуң: “Ә беҙ үҙ заманыбыҙҙың геройҙары була алдыҡмы икән!?” - тигән уй килде башыма. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, мәктәп йылдары тотош батырлыҡ эшләүҙәргә ҡоролған һымаҡ тойолоп китә.
Беҙгә, 60-сы йылғыларға, быйыл Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлауға--45 йыл. Шул уңайҙан класташтарым менән үткәргән бәхетле бала саҡ, үҫмер йылдарына ҡайтып урамаҡсымын. Батырлыҡҡа тик ғәмәлдәребеҙ менән уртаҡлашмаҡсы булам. Күҙ алдында килтерәһегеҙме: 6-сы класта уҡығанда ғына мәктәп диләнкәһенә ағас ботарға барҙыҡ. Малайҙарҙа балта, улар ботай, ә ҡыҙҙар эреле – ваҡлы ботаҡтарҙы тырышып-тырмашып ағас араһынан тартып сығарып бер урынға өйә бара. Күңелле, эш ырай, ботаҡтарҙан төрлө ҙурлыҡтағы "күбәләр" өйөлөп ҡала. Бер ваҡыт малайҙар балта менән шаярышып, үҫеп ултырған ағасҡа ташлап торғанда Имаметдиндың балтаһы ҡаҡлығып китеп Альбинаның аяғын яраланы. Раева Айһылыу уның аяғын бәйләргә башынан яулығын сисеп бирҙе. Альбинаны йәһәтләп дауаханаға алып киттеләр. Малайҙар ҡурҡыштарынан ауылға һыпыртҡан, иртәгәһенә уҡырға ла барманылар хатта. Эйе, үҙ ғәйептәрен танынылар. Уларҙы ҡыҙҙар менән күмәкләшеп әрләйбеҙ. Шулай булһа ла һаман эшкә йөрөтәләр. Өйөлгән ботаҡтарҙы үртәргә барабыҙ, уныһы ялҡынланып янып китә, эргәһенә барырлыҡ түгел. Ғәжәп, үлән дә, урман да янмай, үҙебеҙ ҙә имен-һау. Бына ҡайҙа ул бәләкәс геройҙар!...
Март, апрель айҙарында сәсеү агрегаттарының тирә-яғын көрәп, араларын ҡарҙан таҙартып ҡайтыр инек. Бригадир Сирбаев Борхан олатай әллә ниндәй хеҙмәт күрһәткән кешеләрҙе маҡтағандай беҙҙе маҡтай торғайны. Уның әйткән һүҙҙәре беҙҙе тағы ла дәртдереп ебәрә, эшләргә көс бирә.
“Беларус” арбаһына ултырып ҡарағай ултыртырға барыуҙар үҙе бер батырлыҡ булған да баһа. Беҙ барыуға урмансы Ғәлиарслан олатай мотоциклы менән көтөп тора, ер бураҙналап һөрөлгән. Башлайбыҙ эште, малайҙар ағас ултыртҡыс көрәк менән ерҙе аса бара, ә ҡыҙҙар йәш үҫентеләрҙе шул соҡорға ҡаҙай. Һөрөлгән бураҙна бөткәнсе барабыҙ. Салауатов Байрамғол олатай аты менән аҙыҡ- түлек, һыу алып барыр ине, әҙерләнгән табында шау-гөр килеп ашап алабыҙ. Хәҙер ул ҡарағайҙар, урман күрке булып Аҡташ, Ярмайылға буйҙарын йәмләп шаулап-гөрләп үҫеп ултырғанына һәр кем шаһит. Был мәғрүр ҡарағайҙар балалар хеҙмәтенә үҙе бер һәйкәл.
Фермала мал башы күбәйгәс, өҫтәп һыйыр аҙбары төҙөнөләр, класташ малайҙар һарайҙың стенаһына дранка ҡатты. Һарайҙың ҡыйығын япҡас, түбәһенә тупраҡ һала ла йөрөнөк. Ерҙән түбәһенә хәтлем һалынған трап буйлап өҫкә биҙрә тулы тупраҡ менән ҡырмыҫҡалар һымаҡ йүгерәбеҙ. Берәүҙәр биҙрәгә тупраҡ тултыра, икенселәре ташый. Тупраҡ борҡоп, саң-томан күтәрелеп китә, уны һиҙмәйбеҙ ҙә, күрмәйбеҙ ҙә, эшләй бирәбеҙ. Биҙрәнең ауыр булыуын әллә тойғанбыҙ, әллә юҡ, беребеҙ ҙә эштән ҡурҡмағанбыҙ ҙа, өркмәгәнбеҙ ҙә.
Унан китә сөгөлдөр, картуф алыуҙар, үҙҙәре бигерәк уңа торғайны.
Ҡыҙҙар сөгөлдөрҙө йолҡоп өйә, малайҙар тейәй. Бер мәл шулай “Беларус” арбаһы өймәләм тулғайны Далдый яланына алып барып ауҙарырға ҡуштылар. Беҙ, бер нисә бала, йөктөң иң өҫтөнә ултырып, бушатырға киттек. Далдыйға барһаҡ, унда ферма һыйырҙары, Беларус яй ғына китеп бара, ә беҙ аяҡтар менән сөгөлдөрҙө этеп төшөрә башланыҡ. Һыйырҙар “Рәхмәт” әйтеп тороп ҡалдылыр, ә беҙ һуң ғына әйләнеп ҡайттыҡ. Бындай эшкә хәҙер өлкәнерәк йәштәгеләрҙә башҡарырға риза булмаҫтар ине, моғайын.
Төпөш аҫтындағы Хеҙмәт һәм ял пионер лагерында ла ял ителде, бигерәк күңелле була торғайны, ял да итәбеҙ, Айгүл эргәһендәге сөгөлдөр баҫыуында ла эшләйбеҙ.
Картуф бигерәк уңғанға күрә йыйып бөтөп булмаҫ һымаҡ тойола ине. Сәғитов Фәтхислам ағай ГАЗ 51-ҙә, Мөхәмәтшин Салауат ағай ГАЗ 52-лә тейәлгән картуфты алмашлап ырҙынға ташый. Тулы биҙрәне кузовҡа алыр өсөн машина башына көслө кешене ҡуялар, күп ваҡыт класташ Әсфәндияров Нурулла торор ине, уға биҙрәне бирер өсөн дә күпме көс кәрәк булған беҙгә.
Бөтмәҫтәй тойолған картуфты ла алып бөтәбеҙ. Ашнаҡсылар усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, сәй ҡайнатып ярмаланып торған картуф бешерәләр, ә беҙ ҙур-ҙур түңәрәктәр яһап, өйҙән алып барған ризыҡтарҙы сығарып, картуф менән һыйланабыҙ. Тамаҡ туя, малайҙар шаяра башлай, ҡыҙҙарға картуф елгәрәләр, уҡытыусылар шелтәләй. Ауыр эштән һуң уйнап, шаярып алыуҙар үҙе бер күңелле мәл бит инде.
Арҡыса баҫыуын һөргәндә эреле-ваҡлы таштар әйләнеп килеп сыға. Беҙҙе шуларҙы сүпләргә алып баралар. Беларус арбаһына ырғыта барабыҙ, йә өйөп-өйәбеҙ ҙә шунан ырғытабыҙ. Кемуҙарҙан ырғытҡан таштар нисек берәүгә лә эләкмәгән, ғәжәп. Хоҙайҙың аралауы булғандыр, күрәһең.
Элек сәсеү ерҙәре күп, мал башы аҙ, иген бигерәк тә уңып буйға үҫер, һаламы күп ҡалыр ине. Уҡыусы балаларҙы ебәрәләр һалам үртәргә, һәр кемдең ҡулында шырпы. Был башҡарылған эштәрҙең иң күңеллеһе булғандыр, көс талап ителмәй, кемуҙарҙан йүгерешеп йөрөп күбә-күбә һаламдарҙы үртәйбеҙ, ҡайһы ваҡыт тоҡандыра алмай аҙапланабыҙ. Ут тирә-яҡҡа таралмай, янғын сыға тигән хәүеф тә юҡ, тыныс күңел менән ҡайтып китәбеҙ. Хәҙер был эште күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
Элек ямғырҙар көҙ көнө оҙайлы яуыр ине. Механизаторҙар валда ятҡан игенде йыйып өлгөрә алмай, сөнки кибеп өлгөрмәй. Һәнәк алып барып валды әйләндереп йөрөгән иҫтә, бер ваҡыт ҡар яуа башланы, машинаға тейәлеп ҡайтырға сыҡтыҡ, кузовҡа тимер ҡалай йәйелгән, ә беҙ таябыҙ ҙа йығылабыҙ. Хәүефһеҙлек ҡәғиҙәһен ҡайғыртыусы булдымы-юҡмы...?
Ырҙын табағына иген елгәрергә лә йөрөнөк, дүрт-биш кеше бүленеп торабыҙ ҙа ҡулға ағас көрәк тотоп игенде елгәргескә оҙатабыҙ, ҡайһы бер балалар һарай эсендә эшләй. Эш оҙаҡҡа һуҙыла, беҙ түҙәбеҙ, колхоз ашханаһына инеп һыйланып ҡайтыу онотолмай.
Спорт ярыштарында ла әүҙем булдыҡ. Класс етәксебеҙ Ханафин Риф ағай: “Өсөнсө рәт, тиҙҙән ярыш, әҙерләнегеҙ!”, - ти. Ә беҙ ни һәр ваҡыт әҙер, спорт ярыштарын яратабыҙ, оҙонлоҡҡа, бейеклеккә һикерәбеҙ, ниндәй дистанция булһа ла йүгерәбеҙ, саңғыла уҙышабыҙ. Өсөнсө рәттә ни ике парта, Буранбайҙан Хамитов Миңниәхмәт, Шахмуратов Расих, Байрамғолова Римма һәм мин, ярыштарҙа урын алмай ҡалмайбыҙ. Медосмотр үтәбеҙ тип, саңғы менән 1-се Этҡол дауаханаһына ла барып ҡайттыҡ әле.
Шулай, башланғыс класта уҡығанда еңел атлетика буйынса ярыш ойошторолдо, урын алған өсөн директор Абдуллин Рәфҡәт ағай бәләкәй генә ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫып, миңә -китап, Риммаға 2 дәфтәр менән ҡәләм бүләк итте. Эй ҡыуанабыҙ, эй шатланабыҙ. Ул китапы оҙаҡ ваҡыт йөрөттөм, яҙып тороп биргәндәр ине. Бәлки, ошо дәртләндереү артабанғы тормошта бирешмәй дәртләнеп йәшәүгә стимул булғандыр. Рәфҡәт Фәтхулла улының йәне йәннәтә булһын. Башланғыс класта уҡығанда октябрят булдыҡ. Рәфҡәт Фәтхуллович беҙгә ҡайҙандыр матур йондоҙҙар алып ҡайтты, башҡа йондоҙҙарға оҡшамаған ине ул.
Ғәҙелбай (Шырмай) ауылы эргәһендә ойошторолған турслётта ла ҡатнаштыҡ, төрлө ауырлыҡтарҙы үттек, азимут буйынса нөктәләрҙе билдәләнек. “Эш бөткәс уйнарға ярай” тигән мәҡәлдәй, ҡайҙа барһаҡ та, ҡайтһаҡ та машина башында аягүрә баҫып йырлар инек. Водитель Шахмуратов Вәкил ағайҙың 12-27 номерлы машинаһына тейәлеп бөтөүебеҙ була ул беҙгә: “Йырларға”, - тип бойороҡ бирһә, беҙ башлайбыҙ: “Аҡ сәскәләр”, “Килсе гүзәлем”, “Там где клён шумит”, “Өфө йүкәләре”... Таҡмаҡҡа ла шәп булдыҡ. Хәлилов Рафиҡ ағайҙың йыр дәресендә өйрәткән патриотик һалдат йырҙары ла ҡалмай, ул беҙҙе армиянан ҡайтып, йырҙан уҡыта ине.
1975 йыл ҡоролоҡ йылы булып иҫтә ҡалды, яуым-төшөм юҡ, иген-бесән үҫмәне. Ир-егеттәрҙе Украинаға һалам бәйләргә ебәрҙеләр, ул саҡта беҙ 9-сы класта инек. Сентябрь айы буйы урманда япраҡ йыйҙыҡ, урмандағы ҡойолған япраҡтарҙы тырма менән тырматып өйә барабыҙ, икенселәр ергә түшәлгән япмаға япраҡтарҙы өйөп машинаға ауҙаралар, йә тоҡҡа тултырабыҙ ҙа сеновалға алып китәләр. Ҡайһы ваҡыт малайҙар шаярышып таш та һалып ебәрә торғайнылар, ауыр тартһын тип, тегендә бит үлсәп ҡабул итәләр.
Мәктәптә уҡығанда “Тимур и его команда” киноһын яратып ҡараныҡ, шул балаларға оҡшарға тырыштыҡ “Тимур командаһы” төҙөп беҙ ҙә йөрөнөк. Ярмайылға урамында йәшәүсе Үлмәҫбаева Нәғимә инәйгә барыр инек. Ул бәләкәй генә өйҙә бер үҙе йәшәне. Ире, Хәсән менән Хөсәйен исемле улдары һуғыштан ҡайтмаған. “Улдарымды көтәм, тәҙрәнән күҙемде алмайым, кешеләрҙеке ҡайтып бөттө, минекеләр һаман юҡ”, - тип һөйләп, өсмөйөшлө хаттарын күрһәтер ине. Малайҙар тыштағы эштәр менән булыша. Бер ваҡыт шулай урам буйында һөйрәтеп алып киленгән утынды ҡул бысҡыһы менән бысабыҙ. Эргәләренән Байрамғол олатай үтеп бара, туҡтап ҡарап торҙо ла “Кем менән килдегеҙ, кем ҡушты”, - ти, “Беҙ үҙебеҙ”, - ти малайҙар. “Ҡайһылай шәпһегеҙ, һеҙҙе гәзиткә яҙыр кәрәк”, - тип маҡтай уларҙы олатай. Малайҙар киттеләр ҡупырайышып. Ҡул бысҡыһы менән утын бысыуы ай-һай еңел эш түгел шул ул. Ысынлап та, маладис һеҙ, малайҙар!!! Уларға утынды соланға ташырға, һарай таҙартаһы бар. Ә беҙ, ҡыҙҙар, өй эсен тәртипкә килтерәбеҙ, мейестән фатиха алабыҙ, тип мейес аҡлайбыҙ, һауыт-һаба йыуабыҙ, һикене, иҙәнде ҡырып йыуабыҙ. Инәй беҙгә рәхмәттәрен әйтеп тороп ҡала, малайҙар эштәрен һуңыраҡ бөткәнгә күрә, урындыҡҡа ултырып, Нәғимә инәйҙең ҡайнатҡан сәйен эсеп, мундир картуф ашап ҡайтыр булған.
Һәр класс һуғыш геройының исемен йөрөттө, беҙҙең отрядтыҡы Валя Котик ине. Уның тураһында бик күп мәғлүмәт белә инек, отрядтар араһында ярыштар ҙа ойошторолдо. Макулатура, металл һыныҡтары йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты һәр отряд. Гәзит-журналдарҙы күп алдырғанға күрә һәр кемдең өйөндә ҡағыҙ күп. Бәләкәй арбаға тейәп дыҡырлатып һөйрәп тимер-томор тапшырыр инек, аҙаҡтан урындар билдәләнә.
Патриотик рух тәрбиәләү маҡсатында “Зарница” уйындары үткәрелде. Йолҡоп ала алмаҫлыҡ итеп погондар тегелә, ағас автоматтар эшләнә, кемдәрҙер санитаркалар булып кейенә. Шунан китә инде һуғыш, алыш. Был сараларҙа ҡатнашыуҙың барыһы ла ысын күңелдән башҡарыла ине.
Пионерға алынып, ал галстуктар тағып йөрөүҙәр ғорурлыҡ хисе уятыр ине, ә инде комсомолға алыныуға етди әҙерләндек, устав ятлайбыҙ....
Бер шулай класҡа Рәфҡәт Фәтхуллович килеп инде, уставты ятлатып ҡарай, беҙ класс менән пулеметтан атҡан һымаҡ тырышабыҙ, ә ул “Улай түгел, бер-ике һүҙ әйтегеҙ – пауза, тағы әйтегеҙ, пауза”, - тип әйттереп ҡарай.
Баймаҡҡа комсомолға инергә Ҡаратал ауылы аша Әселе юлынан кузовы япма менән ябылған, һалам түшәлгән машинаға ултырып барҙыҡ. Комиссия алдына баҫып, һорауҙарға яуап биреп, комсомол булып ҡайттыҡ.
Етенсе класта уҡығанда класс етәкселәре Ханафин Риф ағай менән Бикҡолов Зариф ағай етәкселегендә рюкзак аҫып, Ғәҙелша шарлауығына йәйәүләп походҡа сығып киттек. Бикеш аша Талҡаҫ күленә тиҙ килеп еттек. Ҡоро-һары йыйып, ашарға бешереп, палаткалар ҡороп, уйнап-көлөп, арып-талып шунда йоҡларға булдыҡ. Иртәнсәк торғас, Ирәндек тауына күтәрелеп Ғәҙелша шарлауығына барып етеү уйыбыҙ. Бына юл буйлап китеп барабыҙ, тигеҙ ерҙә йөрөгән һымаҡбыҙ, етмәһә, быҫҡаҡлап ямғыр яуа башланы. Дим класташ ағас башына үрмәләп менеп ҡарай ҙа: “Тау ҙа тау, урман да урман”, - ти. Һаман барабыҙ, юлдар ул яҡҡа китә, был яҡҡа ла, урман да урман. Тамам аҙаштыҡ, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо ла юҡ. Бер заман электр бағаналарына тап булдыҡ, уның буйынса барһаҡ, бер фермаға юлыҡтыҡ, баҡ тиһәң, Атанғол ауылына килеп сыҡҡанбыҙ. Бер инәйгә инеп кейемдәрҙе киптереп, бер ҡаҙан сәй ҡайнатып, уның эсенә төшкән нәскиҙе лә ҡушып ҡайнатып эсеп, йоҡлап, иртәнсәк Әхмәр ауылы аша Сибайға барып, автобус менән ауылға әйләнеп ҡайттыҡ. Ғәҙелша шарлауығын күрергә насип булманы, ә мажараһы баштан ашты.
Һабаҡташтар менән гөрләшеп бергәләшеп, дәртләнеп эшләгән эштәр күңелдәр ҙә яҡты, матур иҫтәлектәр булып һаҡлана. Берәү ҙә “Мин булдыра алмайым”, - тип әйтмәне. Үҙебеҙ теләп йөрөнөк, ата-әсәләр ҡаршы булманы, бәлә- ҡазалар урап үтте.
Уйлап ҡараһаң, ошо эштәрҙе башҡарыусы мәктәп уҡыусылары, әйҙәп йөрөүсе уҡытыусылыр, класс етәкселәребеҙ Ханафин Риф Хәмзә улы, Бикҡолов Зариф Хәйрулла улдары үҙ заманының геройҙары була алғандар бит тип ғорурланып әйтә алам.
Эйе, һеҙ герой класташтарым, уҡытыусыларым! Көсөгөҙҙән килерҙәй батырлыҡ күрһәттегеҙ! Афариндар!
Коронавирус пандемияһының юҡҡа сығыуын, үҙизоляция режимының бөтөүен, белем усаҡтарының асылыуын һәр кем көтә. Ата-әсәләргә түҙемлек, уҡыусыларға сабырлыҡ бирһен, Хоҙай Тәғәлә.
Әлфиә Сирбаева.
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы.
Фото интернеттан.