Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Июнь 2020, 22:00

АТАЙ НИГЕҘЕН ҺАТМАҒЫҘ!

Ауылдан сығып, сит тарафтарҙа йәшәгән, эшләп йөрөгән башҡорттарыбыҙға мөрәжәғәтХәҙер эш булмау сәбәпле лә, яҡшы тормош эҙләп тә ауылын ташлап сығып киткәндәр бик күп. Һөҙөмтәлә үҙҙәренең тәүге аяҡ эҙҙәре ҡалған урамдар тынып ҡалған. Атай-әсәй ҡуйынында иркәләнеп, бер туғандар үҫкән, ғаилә йылыһын һаҡлаған тыуған йорттоң ишектәренә бик күптән асылмаған йоҙаҡтар эленгән. Ҙур өмөттәр бағлап, атай ҡулдары һалған нигеҙҙәр әкренләп серей. Ә һеҙ, тыуған ерегеҙҙе ҡалдырып киткәндәр, сит тарафта һаулығығыҙҙы, бөтә көсөгөҙҙө биреп эшләп тапҡан аҡсағыҙға бик ҡыйбат хаҡҡа ер һатып алып, ниндәйҙер бер билдәһеҙ ерҙә йорт һалаһығыҙ. Һеҙ һатып алған ул ер ни генә кисермәгәндер. Бәлки тап һеҙ ҡорған нигеҙҙә кеше ғүмере өҙөлгәндер, ниндәй генә аяныслы хәлдәр үтмәгәндер. Ә һеҙ, бер нигә ҡарамайынса, алған ерегеҙҙә сүп-сар өйөмдәрен таҙартып, ташлы ерҙәренә тупраҡ ташып һалып, баҡса үҫтерергә, донъя көтөргә, нисек кенә булһа ла ҙур ерҙә комфортта йәшәргә ынтылаһығыҙ. Ә был саҡта, шағирыбыҙ әйткәнсә, икмәккә май итеп һылап ашарлыҡ сикһеҙ уңдырышлы еребеҙ, балаларын көткән әсә кеүек, тын ғына, сабыр ғына һеҙҙе көтә. Һеҙ, башҡорт балалары, ерегеҙҙән яңы айырылып, шаулы-күңелле, уңайлы тормоштан башығыҙ әйләнеп, үҙегеҙсә кинәнеп йәшәргә өйрәнә башлаған ваҡытта, ситтәр йоҡламай. Һеҙ ынтылған рәхәт тормошто улар күптән үҙ быуынында татыған. Татыған һәм ... туйған. Төпкө аңда ятҡан тойғо - кеше булмышының асылы ерҙә икәнлеген аңлау тойғоһо уянған хәҙер уларҙа. Бигерәк тә бына хәҙерге короновирус афәтенән һуң уларҙың күҙҙәре нығыраҡ асылды. Хәҙер ҙур ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтар (улар күбеһе беҙҙең халыҡ түгел) күпләп ауылда буш торған өйҙәрҙе һатып ала башланы. Дөрөҫ, улар хәҙергә уны ваҡытлыса ял итеп йәшәр өсөн дачалар итеп һатып ала. Ләкин, әйҙәгеҙ, төптән уйлап, киләсәккә күҙ ташлайыҡ. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, барыбер йәшәүҙең асылы – үҙен туйындырыусы, йәшәтеүсе ер икәнен аңлаясаҡ. Хәҙер һеҙҙең ташландыҡ йорттарығыҙҙы һатып алған бәлки пенсионер йәшендәгеләрҙең киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәре ошо ергә ныҡлы хужа булып, һеҙ тыуып-үҫкән ерҙә гөрләтеп, донъя көтәсәк. Ә һеҙ күреп китер өсөн булһа ла, һағынып ҡайтһағыҙ ҙа үҙ ерегеҙҙең урамдарынан иркенләп үтер өсөн дә хоҡуғығыҙ булмаясаҡ. Ә бит был тыуған еребеҙҙе, Уралыбыҙҙы һаҡлап беҙгә ҡалдырған халҡыбыҙ башынан ниндәй ғазаптар үткәнен беҙ тарихтан яҡшы беләбеҙ. Беләбеҙ, ләкин маңҡортлоҡҡа барып, онотабыҙ. Ә оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ! Ауыл-ауыл яндырылған ерҙәр, һеҙ бөгөн аҡса тип сапҡан Себергә аяҡ-ҡулдары бығаулы йәйәү һөрөлгән, тыуған тупрағын ятҡа бирмәҫ өсөн яуға сапҡан тотҡондар, “Уралым” тип әйтмәҫ өсөн теле ҡырҡылған башҡорттар ҡаны рөхсәт итмәй беҙгә. Рөхсәт итмәй. Хаҡыбыҙ юҡ. Хаҡыбыҙ юҡ оноторға.Эйе, заман башҡа--заң башҡа. Ә йәшәүҙең асылы барыбер бер: ул – Тыуған ер. Шуның өсөн дә, милләттәштәрем, һеҙгә өндәшәм: “Ташламағыҙ тыуған ерегеҙҙе, атай нигеҙен ятҡа бирмәгеҙ!”Эйе, донъя көтөргә, йәшәргә, хәҙерге заман менән тиң атларға кәрәк. Бөгөн аҡса эшләп, ситтә йәшәһәгеҙ ҙә ауылда нигеҙегеҙҙе ҡоротмағыҙ. Олоғайас булһа ла барыбер кире ҡайтырһығыҙ. Үҙегеҙ ҡайтмаһағыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ҡайтыр. Уларҙың тыуған ер тип ҡайтыр атай нигеҙҙәре булһын.Айһылыу Уразгилдина.

Ауылдан сығып, сит тарафтарҙа йәшәгән, эшләп йөрөгән башҡорттарыбыҙға мөрәжәғәт
Хәҙер эш булмау сәбәпле лә, яҡшы тормош эҙләп тә ауылын ташлап сығып киткәндәр бик күп. Һөҙөмтәлә үҙҙәренең тәүге аяҡ эҙҙәре ҡалған урамдар тынып ҡалған. Атай-әсәй ҡуйынында иркәләнеп, бер туғандар үҫкән, ғаилә йылыһын һаҡлаған тыуған йорттоң ишектәренә бик күптән асылмаған йоҙаҡтар эленгән. Ҙур өмөттәр бағлап, атай ҡулдары һалған нигеҙҙәр әкренләп серей. Ә һеҙ, тыуған ерегеҙҙе ҡалдырып киткәндәр, сит тарафта һаулығығыҙҙы, бөтә көсөгөҙҙө биреп эшләп тапҡан аҡсағыҙға бик ҡыйбат хаҡҡа ер һатып алып, ниндәйҙер бер билдәһеҙ ерҙә йорт һалаһығыҙ. Һеҙ һатып алған ул ер ни генә кисермәгәндер. Бәлки тап һеҙ ҡорған нигеҙҙә кеше ғүмере өҙөлгәндер, ниндәй генә аяныслы хәлдәр үтмәгәндер. Ә һеҙ, бер нигә ҡарамайынса, алған ерегеҙҙә сүп-сар өйөмдәрен таҙартып, ташлы ерҙәренә тупраҡ ташып һалып, баҡса үҫтерергә, донъя көтөргә, нисек кенә булһа ла ҙур ерҙә комфортта йәшәргә ынтылаһығыҙ. Ә был саҡта, шағирыбыҙ әйткәнсә, икмәккә май итеп һылап ашарлыҡ сикһеҙ уңдырышлы еребеҙ, балаларын көткән әсә кеүек, тын ғына, сабыр ғына һеҙҙе көтә. Һеҙ, башҡорт балалары, ерегеҙҙән яңы айырылып, шаулы-күңелле, уңайлы тормоштан башығыҙ әйләнеп, үҙегеҙсә кинәнеп йәшәргә өйрәнә башлаған ваҡытта, ситтәр йоҡламай. Һеҙ ынтылған рәхәт тормошто улар күптән үҙ быуынында татыған. Татыған һәм ... туйған. Төпкө аңда ятҡан тойғо - кеше булмышының асылы ерҙә икәнлеген аңлау тойғоһо уянған хәҙер уларҙа. Бигерәк тә бына хәҙерге короновирус афәтенән һуң уларҙың күҙҙәре нығыраҡ асылды. Хәҙер ҙур ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтар (улар күбеһе беҙҙең халыҡ түгел) күпләп ауылда буш торған өйҙәрҙе һатып ала башланы. Дөрөҫ, улар хәҙергә уны ваҡытлыса ял итеп йәшәр өсөн дачалар итеп һатып ала. Ләкин, әйҙәгеҙ, төптән уйлап, киләсәккә күҙ ташлайыҡ. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, барыбер йәшәүҙең асылы – үҙен туйындырыусы, йәшәтеүсе ер икәнен аңлаясаҡ. Хәҙер һеҙҙең ташландыҡ йорттарығыҙҙы һатып алған бәлки пенсионер йәшендәгеләрҙең киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәре ошо ергә ныҡлы хужа булып, һеҙ тыуып-үҫкән ерҙә гөрләтеп, донъя көтәсәк. Ә һеҙ күреп китер өсөн булһа ла, һағынып ҡайтһағыҙ ҙа үҙ ерегеҙҙең урамдарынан иркенләп үтер өсөн дә хоҡуғығыҙ булмаясаҡ. Ә бит был тыуған еребеҙҙе, Уралыбыҙҙы һаҡлап беҙгә ҡалдырған халҡыбыҙ башынан ниндәй ғазаптар үткәнен беҙ тарихтан яҡшы беләбеҙ. Беләбеҙ, ләкин маңҡортлоҡҡа барып, онотабыҙ. Ә оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ! Ауыл-ауыл яндырылған ерҙәр, һеҙ бөгөн аҡса тип сапҡан Себергә аяҡ-ҡулдары бығаулы йәйәү һөрөлгән, тыуған тупрағын ятҡа бирмәҫ өсөн яуға сапҡан тотҡондар, “Уралым” тип әйтмәҫ өсөн теле ҡырҡылған башҡорттар ҡаны рөхсәт итмәй беҙгә. Рөхсәт итмәй. Хаҡыбыҙ юҡ. Хаҡыбыҙ юҡ оноторға.
Эйе, заман башҡа--заң башҡа. Ә йәшәүҙең асылы барыбер бер: ул – Тыуған ер. Шуның өсөн дә, милләттәштәрем, һеҙгә өндәшәм: “Ташламағыҙ тыуған ерегеҙҙе, атай нигеҙен ятҡа бирмәгеҙ!”
Эйе, донъя көтөргә, йәшәргә, хәҙерге заман менән тиң атларға кәрәк. Бөгөн аҡса эшләп, ситтә йәшәһәгеҙ ҙә ауылда нигеҙегеҙҙе ҡоротмағыҙ. Олоғайас булһа ла барыбер кире ҡайтырһығыҙ. Үҙегеҙ ҡайтмаһағыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ҡайтыр. Уларҙың тыуған ер тип ҡайтыр атай нигеҙҙәре булһын.
Айһылыу Уразгилдина.