Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Март 2020, 18:00

Ҡабатлама, дуҫым, минең хатаны

Туҡта, бер килгәндә ауылым урамдарын да буйлайым әле тип, атлап киттем. Ҡартатайымдың нигеҙе лә һатылды. Уларҙың тәҙрәһендә лә ут бар. Тәҙрәһендә ут булһын, мөрйәһенән төтөн сыҡһын, тип кенә йортон һатырға ашығырға ярамай икән ул. Ярай һин, һаттың киттең, ауылға әллә кемдәрҙе индереп китеүең бар бит әле. Ҡаланан ауылға башлыса фатирына, коммуналь түләүҙәренә түләй алмаған, теләһә ҡалай йәшәргә күнеккәндәр күсенә. Шулай төбәктә эскеселәр һаны күбәйә, ә ҡайҙа эскелек—шунда тәртипһеҙлек. Был хәл беҙҙең ауылда ғына түгел, башҡа ерҙәрҙә лә таралған күренеш. Ситтәр инә ауылға, икенсе милләт вәкилдәре төпләнә. Тора-бара килмешәктәр ата-бабаларыбыҙҙың ерҙәрен баҫып алмаҫ, хужа булмаҫ тимә! Был хәл дә уйланырға мәжбүр итә...

“Атайсал” гәзитенең 17 ғинуарҙа сыҡҡан 3-сө һанында Ғилминур Ҡаһарманованың “Ят ҡулдарға күсте атай нигеҙе”мәҡәләһен уҡығас тыуған йортомдо барып күреү теләге тыуҙы. Атай нигеҙе күптән ят ҡулдарҙа, беҙ уны һаттыҡ. Алай ҙа уны һатып алған ҡатын донъяһын матур көтә, беҙ барһаҡ асыҡ йөҙ күрһәтә. Йылына бер булһа ла барып ҡәҙерлеләремдең ҡәберен рәтләргә тырышам, шунда тыуған йортҡа ла һуҡлығам. Был юлы тыуған яҡтарҙы ҡыш барып күрергә булдым. Ҡалаға яҡын ятҡан ауылыма ҡырсындан тигеҙ итеп юл һалынған, ҡараңғы төндәрҙә лә ялтырап торһон өсөн яҡтылыҡ лампалары ҡуйылған. Үҙгәрештәргә ҡыуандым, ниһайәт, күптән перспективаһыҙ ауылдар рәтенә ингән беҙҙең төбәккә лә цивилизация яҡынлаған. Ауылдаштарым ул юҡ , был юҡ тип зарланып ултырмай, берҙе ике итергә тырыша. Ундайҙарҙың йәшәү шарттары ҡаланыҡыларҙан һис кәм түгел, йыһаздары ла, биҙәлештәре лә зауыҡлы, уңайлы шарттары ла бар.
Турараҡ булһын тип иҫке юлдан елдереп кенә барып остараҡ булған йортобоҙға туҡтаным. Тыуған йортом шул килеш төҙөк, хатта күп нәмәләр яңырған. Өйҙө һатып алған апай яңғыҙ булһа ла донъяны яҡшы көтә, тип ҡыуандым. Урамына инеп ихатаны фотоға төшөрөп алдым. Бына-бына әсәй-атайым ҡаршы килеп сығыр һымаҡ та тойолдо. Хужабикә сәйгә саҡырҙы. Ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡыҙы ҡалала тора, ейәндәре менән килеп йөрөй икән. Улы ғаиләһе менән Таиландта йәшәй, ти. Йәштәргә хәҙер юлдар асыҡ, теләгән ерҙә йәшәйҙәр, эшләйҙәр.
Урамға сыҡҡас, балалыҡ дуҫымды осраттым. Уны оҙайлы вахтанан ҡайт-ҡандан алып күргәнем дә юҡ ине. Рә-хәтләнеп һөйләштек, бала саҡты иҫкә алдыҡ. Уның әсәһе 80 йәштән күптән үтһә лә бер үҙе донъя көтә.
—Һин бәхетле, әсәйең бар,—тинем бер аҙ көнләшеп. Донъя һәр кемебеҙҙән ҡала, тыуған йортоңдо бер үк һата күрмә,—тип кәңәш бирҙем дуҫыма.—Бына, мин байыҡтыммы ошо йортто һатып? Уйламайыраҡ эшләнек, хәҙер терһәкте тешләп булмай. Торһон ине, фатирҙы балаларға ҡалдырып, ошонда йәшәп, ҡалаға йөрөп тә эшләп булыр ине.
Дуҫым, минеке кеүек күңел ғазаптары кисермәгәс, бәлки, мине аңлап та етмәгәндер. Бишегең бәүелгән ергә һәр ваҡыт ҡайтып инә алыуың үҙе бер ҡыуаныс.
Тиле йәшлекте иҫләгәндә, йәш саҡтарым бар ине, киң урамдар тар ине тигән таҡмаҡты ла һуҙып ебәрҙем. Туҡта, бер килгәндә ауылым урамдарын да буйлайым әле тип, атлап киттем. Ҡартатайымдың нигеҙе лә һатылды. Уларҙың тәҙрәһендә лә ут бар. Тәҙрәһендә ут булһын, мөрйәһенән төтөн сыҡһын, тип кенә йортон һатырға ашығырға ярамай икән ул. Ярай һин, һаттың киттең, ауылға әллә кемдәрҙе индереп китеүең бар бит әле. Ҡаланан ауылға башлыса фатирына, коммуналь түләүҙәренә түләй алмаған, теләһә ҡалай йәшәргә күнеккәндәр күсенә. Шулай төбәктә эскеселәр һаны күбәйә, ә ҡайҙа эскелек—шунда тәртипһеҙлек. Был хәл беҙҙең ауылда ғына түгел, башҡа ерҙәрҙә лә таралған күренеш. Ситтәр инә ауылға, икенсе милләт вәкилдәре төпләнә. Тора-бара килмешәктәр ата-бабаларыбыҙҙың ерҙәрен баҫып алмаҫ, хужа булмаҫ тимә! Был хәл дә уйланырға мәжбүр итә...
Ауылым урамынан артабан атлайым. Күркәм йорттар бер-береһенә текәлеп тигәндәй ултыра. Ошо тирәлә урам бигерәк тар шул.
Ауыл уртаһына еткәс, елгә шағыр-шоғор килгән ҡапҡа рамына ҡарап шаҡ ҡаттым: электән иң шәптән һаналған ҡарағай өйҙәрҙең береһе булған йорт пыран-заран килтерелгәнсе!? Юҡ, был тороп, йәме киткән өй түгел, кеше ҡулдары менән емерелгәне ап-асыҡ күренә.
—Әстәғфирулла! Ни булған бында!—тип аптырандым.
Былтыр ғына килгәнемдә был өй тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, ялтлап ултыра ине. Шул тик-
лем күркәм, төҙөк, заманса биҙәлгән ине. Кемдең ҡулы еткән был матурлыҡты юҡ итергә!?
Баҡтиһәң, ата нигеҙенә балалары талашып, йортто ошо хәлгә еткергәндәр. Ата-әсәһе ҡулдарының ҡотон ебәрмәй, уны тағы ла бөтәйткән туғандарының яҡшы тормошон күрә алмаған апай-ағайҙары судтан-судҡа йөрөп өлөш таптырғандар. Суд ыңғай ҡарар сығарғас, хужабикә был йортта нимәне яңыртҡан, шуны емереп алып сығып китергә мәжбүр булған. Төп йорттоң йолҡошланыуына ҡайғырмаған туғандар, ә бына үстәре ҡанған...
Атай нигеҙе күкрәп торһа насармы ни?! Унда бит беҙҙеке кеүек сит кеше тормай, үҙ туғандары оя ҡорған ине... Кешеләр ҙә алама, хәлдәр ҙә ҡатмарлы шул хәҙер. Байыған һайын байлыҡҡа ынтылыусылар, шөкөр итә, туған ҡәҙерен белмәгәндәр күп.
Йәнем әрнеп, юлымды дауам иттем. Күптән гүр эйәһе булған әбейҙең йортоноң соланы таштан ине, шуны емереп ала башлаған булғандар. Тау тулы таш, кемдең тотош таш ҡәлғәне емерергә ҡулы күтәрелде икән?
Был яҡҡа ҡараһам, ҡасандыр иҫкереп емерелгән өй урынына ыҡсым ғына төҙөлөш башлағандар. Уның ҡаршыһындағы ер участкаһы ла кәртәләп алынған. Хатта тау башында ла төҙөлөш өсөн ер биргәндәр икән, буралар күренә.
—Бөтмәй икән былай булғас беҙҙең
ауыл!—саҡ күңелемә йылы йүгерҙе.
Шулай ауылым урамдарынан үткәндә берсә көйҙөм, берсә ҡыуандым.
—Нигеҙегеҙҙе ҡоротмағыҙ, ят ҡулдарға түгел, үҙ тоҡомобоҙ тамыр йәйһен унда!
Минең кеүек ауылына килеп тә, кемгә морон төртөргә белмәй йөрөмәгеҙ!—тип ҡысҡырғым килде.
Тәрән уйҙар менән машинама килеп ултырҙым. Бәлки, йыр ғазаптарымды таратыр тип радио ҡабыҙҙым. Әмәлгә ҡалғандай, унда ла ошо уҡ темаға йыр яңғырай:
Атай йорто, атай йорто,
Беҙ бәүелгән наҙлы бишек!
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа,
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа,
Асыҡ әле бында ишек...
Дуҫым, ысынлап та, бәхетле. Уның ҡайтыр ере–атай йорто бар, усағын һүндермәй балаларын көтөп ултырған әсәһе бар. Ә мин тыуған нигеҙемде һатып, хәҙер йөрөйөм тинтерәкләп...Ҡабатлама, дуҫым, минең хатамды...
Ишбулды Сөләймәнов.