Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Март 2020, 18:03

Ниңә ташланың һин беҙҙе, әсәй!

Бер көн урамда күреп, йүгереп барып ҡосаҡлап алдыҡ, ә ул беҙҙе танымаған булып этеп ебәрҙе лә, бер һүҙ әйтмәй шәп-шәп баҫып атлап китеп барҙы.

Оҙон юлдарҙа күп йөрөргә тура килә. Күпме юл, шунса кеше яҙмышы. Кемдер талғын ғына елдергән машина эсендә бар уҙған тормошон барлай, кемдер яңылыҡтар менән бүлешә. Был юлы ап-аҡ шәл ябынған һылыу апай менән юлдаш булырға тура килде.
- Яратмайым ошо яҙ миҙгелен, тип һүҙ башланы ул. Яҙ етә башлаһа, күңел иләҫ-миләҫләнә башлай, тик торғандан кәйеф боҙола. Хистәр теҙгене бына-бына һүтелеп китер кеүек. Әсәйемә ҡарата рәнйеш хистәре теҙгене ул. Тап ошо яҙ етеп килгән ваҡытта әсәйем, дүрт баланы ҡалдырып, күрше йортта йәшәгән ағайға күсенеп сығып китте. Ә беҙ илашып, һуҡырайып барған өләсәйебеҙгә һырынышып ултырып ҡалдыҡ, - тип илап ебәрҙе осраҡлы танышым. - Атайым баш баҫып төҙөлөштә эшләне, әсәйем мин белгәнән бирле һеңлем һәм ҡустым менән өйҙә булды. Апайым менән икебеҙ ҙә тик бишле билдәләренә генә уҡыныҡ. Бар көнөбөҙ мәктәптә, йә китапханала уҙғас, өйҙәге болғаныс хәлде аңлап еткермәгәнбеҙме, әсәйем беҙҙе ташлап икенсе ағайҙың балалары янына күсеп киткәнен аңламай ҙа ҡалдыҡ. Бер мәктәптән ҡайтып инеүебеҙгә әйберҙәр йыйылған, әсәй өйҙә нимәлер эҙләй ине. Ҡустыбыҙ уның итәгенә йәбешеп илай, һеңлемдең дә илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, өләсәйебеҙ бер ни өндәшмәй урындыҡта ултыра. Әсәй беҙгә уҫал ҡараш ташлап алды ла: “Алығыҙ, ҡустығыҙҙы, нимә аңшайып тораһығыҙ,” - тип һуҡрана-һуҡрана әйберҙәрен алып сығып китте. Өләсәй ипләп кенә күҙ йәштәрен һөртә, уға ҡушылып беҙ ҙә илайбыҙ. Апайым ҡустым менән һеңлемде тынысландырырға тырышып ҡарай, уларын да алдаштырып булмай бит әле, ишек тотҡаһына йәбешеп илайҙар.
Атайым һәйбәт кеше булды. Әсәй сығып киткәс тә ел-ямғыр тейҙермәне, беребеҙгә лә насар һүҙ әйттермәне. Бар булмышын беҙгә арнаны. Ә әсәйем, класташымдың яңы “әсәһе” булып сыҡты. Эх, шул ваҡыттағы ҡыҙғаныуҙар, һағыныуҙар... Бәләкәстәребеҙҙең әсәйҙе таптырып илауы. Өйҙәренә барып: “Әсәй, ҡайт инде,”-тип әҙ көтөп ултырманыҡ. Бер көн урамда күреп, йүгереп барып ҡосаҡлап алдыҡ, ә ул беҙҙе танымаған булып этеп ебәрҙе лә, бер һүҙ әйтмәй шәп-шәп баҫып атлап китте. Ниндәй йөрәк менән йәшәгәндер, һаман да аңлашылмай. Был ваҡиғанан һуң, әсәйебеҙҙең кире ҡайтмаҫына ниһайәт ышандыҡ. Бәләкәстәр ҙә башҡаса уны һораманы. Класташымдың әсәйем бешергән тәмлекәстәрҙе мәктәпкә алып килеп, ҡыҙҙар менән бүлешеп ашауҙары һаман да хәтерҙә.
Ғүмер үтте инде, барыбыҙҙы ла атайыбыҙ уҡытып кеше итте. Әсәй наҙына сарсап киткән саҡтарҙа: “Атайыбыҙ кәләш алып ҡайтһа, ҡалай шәп булыр ине,”-тип уйлай торғайныҡ. Әсәйем ауырығанында беҙҙе бик күргеһе килеп, килеүебеҙҙе һораған ул. Әммә күңелебеҙҙә ҡалған рәнйеште еңә алмай, барманыҡ. Бәлки, ғәфү үтенгеһе лә килгәндер. Йыйылышып һуңғы юлға оҙатырға ғына барҙыҡ. Класташымды уҡытып, кейәүгә биргәндә лә өтәләнеп йөрөгән әсәйем, беребеҙҙең генә туйына әйләнеп ҡараһасы? Тормош юлдары ҡатмарлы инде ул, әммә атай менән йәшәй алмағандарында беҙҙең ни ғәйебеҙ бар һуң, - тине ауыр уфтанып юлдашым.
Бер беҙҙең өсөн йәнен бирергә торған әсәйемде, бер был апайҙың һөйләгәндәрен уйлап оҙаҡ йөрөнөм. Ундай ҙа “әсәй” була икән...