Бөтә яңылыҡтар
Фекер
4 Март 2020, 13:30

Айыҡтырыу ғына етәме?

Күңелем әрней…Тыуған ауылым гөрләп торҙо. Йәш егет һәм йәш ҡыҙ инек. Йорт күтәрҙек. Балалар үҫтерҙек. Әле уларҙың уңышына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ултырабыҙ ҙа ул, ә беҙҙең өй кем ҡулына ҡалыр? Бушап ҡаласаҡ бит…Күршемдеке лә бушар, уның күршеһенең ишек алдын да үлән баҫыр… Сөнки балалар ауылға ҡайтырға ашыҡмай… Ауыл айығыр, сөнки айығыу түгел, эсеүсеһе лә ҡалмаҫ…

Әлеге мәлдә республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” акцияһы бара. Һүҙ юҡ, шәп идея. Беҙ күмәкләп эскелеккә ҡаршы көрәшергә тейешбеҙ. Әммә проблемаға төптәнерәк ҡарарға кәрәк: тиҙҙән ауылдарҙа араҡы түгел, сәй эсеүсе лә ҡалмаясаҡ.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуһам да, йәшлегем гүзәл мәлгә тура килде. Һәр төбәктә шаулап-гөрләп колхоз-совхоздар эшләй ине. Бөтә илгә билдәле К.Маркс исемендәге миллионер колхоз, «Алға», «Һаҡмар» исемлеләре… Барыһы ла тонналап-тонналап иген алды, күпләп мал көттө. Халыҡтың да кәйефе шәп, көр булды. Эше лә, ашы ла бар ине.
Мәктәпте бөткән һәр егет тигәндәй шоферлыҡҡа уҡыны, аҙаҡ комбайнды, таркторҙы һәм башҡаһын “ауыҙлыҡланы” һәм иген баҫыуҙарында йырлап эшләне. Мал йәнлеләр ҙә булды. Үҙем ветеринарға уҡып сыҡтым. Мал табибы, бригадир ҙа булып эшләнем заманында. Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере булды, әллә күпме тапҡыр илебеҙ шифаханаларына юлама бирҙеләр, ял итеп ҡайттыҡ. Һауынсы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йырлап эшләне. Уларҙың бурысы күберәк тә бит, өйҙәге балаларҙы ла тәрбиәләр кәрәк, әлеге һымаҡ оҙайлы декрет ялдары булманы, әммә күңелен һалып, намыҫлы эшләнеләр…
Эйе, үткәнде һағынһаң да ҡайтмай инде… Бөгөн баҫыуҙар буш, ауылда эш юҡ, хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере лә китте буғай… Элек гөрләп торған колхоздар урынында емереклек. Уларҙың гөрләп торған сағын күргән беҙҙең быуынға был бушлыҡтарҙы күреү икеләтә, өсләтә ауыр, йән үртәлә. Ниндәй фермаларҙы юҡ иттек?! Ауылдарҙа йәштәр ҡалмай. Ярай, әле тыуған ауылымда—Сыңғыҙҙа элекке Ленин исемендәге колхоз һаҡланып ҡалған. Әҙ булһа кешегә эш бар. Йәш егеттәр үҙ эшен асып маташа: фермерҙар ҙа, ағас эше менән булышҡандар ҙа бар. Әммә уларға эшсе көстәр табыуы ауыр. Йүнселерәктәре икенсе тарафҡа күсеп китеп бөттө. Ҡай берәүҙәр ауылда торһа ла ҡырға йөрөп эшләй, бәғзеләр эсеп, бушты-бушҡа ауҙарып йөрөй.
Йылдар үтте, заман алышынды. Бер түрәләр китте, икенселәр килде. Берәүҙәре эшләгәнде икенселәре юҡ итте, икенселәре юҡ иткән өсөн өсөнсөләре халыҡтан әрләнә, ләкин осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел.
Һүҙемдең башында киләсәктә ауылда сәй эсерлек тә кеше ҡалмаҫ тигәйнем… Ысын, шулай булыуы бик ихтимал. Бына, элекке “һаҡмар” колхозына ҡараған Йомаш ауылында, миңә әйтеүҙәренсә, 60-тан ашыу өй буш тора, яңғыҙаҡтар ҙа бик күп икән. Беренсе Этҡол ауылында (элекке “Алға” колхозы) 270-ләп йорт иҫәпләнә, шуның 87-һе буш тора. Ә 80 йортта йә яңғыҙ ир-егет (бабай), йә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ (әбей) донъя көтә. Ҡасандыр иҫ китерлек даны менән абруйлы булған К.Маркс исемендәге хужалыҡҡа ҡараған Ярат ауылы халҡы үҙҙәрен “Пенсионерҙар ауылы” тип йөрөтә. Ә Икенсе Этҡолда, әйтеүҙәренсә, 70 йорт хужаһыҙ “бойоғоп” тора икән.
Ярат ауылында Айҙар Мырҙаҡаев исемле егет фермер булараҡ эшләп киткәйне, эшселәр таба
алмағас, хужалыҡты бөтөрөп ҡуйҙы. Бөтә донъя: “Ауылда эш юҡ,—тип оран һала, ә йүнселдәр эшләргә кеше тапмай.
Йәнә шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: йылҡысылыҡ менән шөғөл-ләнеүселәр күбәйҙе. Әммә улар бит ҡарауһыҙ. Сабынлыҡты тапай. Саҡ йәшәп ятҡан кеше һыйырына бесән таба алмай интегә, сөнки йылҡы тапай, бысратып бөткән. Ауылда йәшәүсе кешенең төп терәге, төп килем сығанағы—мал. Әгәр ул бесәнһеҙ ҙә ҡала икән, улар ауылда нишләп төпләнһен?!
Йәштәр республиканан ҡырға китә. Был демография мәсьәләһенә лә йоғонто яһай. Уйланырға кәрәк!
Күңелем әрней…Тыуған ауылым гөрләп торҙо. Йәш егет һәм йәш ҡыҙ инек. Йорт күтәрҙек. Балалар үҫтерҙек. Әле уларҙың уңышына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ултырабыҙ ҙа ул, ә беҙҙең өй кем ҡулына ҡалыр? Бушап ҡаласаҡ бит…
Күршемдеке лә бушар, уның күршеһенең ишек алдын да үлән баҫыр… Сөнки балалар ауылға ҡайтырға ашыҡмай… Ауыл айығыр, сөнки айығыу түгел, эсеүсеһе лә ҡалмаҫ…
Фәйзрахман Усманов.
Баймаҡ районы.