1990 йылдар башы. "Урал" колхозының Икенсе Этҡол бүлексәһе Һарыбейә йәйләүенә сығып йәйләгән саҡ. Һыйыр башына дүрт меңлек һауым рубежын тултырып, абсолют еңеүсе исемен яулаған Ғәлиә исемле апайға район семинар кәңәшмәһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ҡайтҡас, райондың иң алдынғы "Шөгөр" (Мерәҫ) йәйләүендә үткән слёт хаҡындағы хәбәрҙәрен түкмәй-сәсмәй хеҙмәттәштәренә еткергәйне ул. Йәйләү урамы уртаһындағы тояғы ергә ҡаҙып ултыртылған өҫтәл тирәләй барыһы ла бергә йыйылып тыңлаған хәбәрҙәрҙе мин, ун йәш тирәһендәге ҡыҙсыҡ, хәтеремә ныҡлап нығытҡанмын.
--Беләһегеҙме нимә, тиҙҙән бөтөнләй күнәкләп һөт ташымаясаҡбыҙ. Сөнки һөт туп -тура торба аша ёмкостарға (һөт бактары шулай атала ине) ҡойоласаҡ, беҙ - һауынсылар, бары һауын аппаратын еленгә кейҙереп, һауылып бөткәс, уны ысҡындырып алырға ғына тейеш буласаҡбыҙ,--тине Ғәлиә апай беҙҙе аптыратып.
Нисек? Бөтөнләй биҙрә кәрәкмәйме икән? Ҡалай рәхәт була инде, тиҙерәк килһә ине шул мәл, тип уйлап ҡуйҙым мин дә әсәй терһәге аҫтынан ғына ултырып.
Минең әсәй иң олоһо ине бындағы һауынсылар араһында. Йәйге осорҙа һөт ташыуы иң ауыры тип мине лә алып килә ине йәйләүгә. Беҙҙең гурт иң ситтәгеһе, лабораторияға тиклем йөҙ метр тирәһе арауыҡта ята. Ике ҡулға һөт тулы биҙрәләрҙе йөкмәп, әллә нисә рейс һуғырға килә. Күп йөрөүҙән ямғырлы көндәрҙә итек батып ултырып ҡалмалы ҡойо хасил була хатта. Таҡтанан һалынған баҫма-юл бар ҙа бит, үтә лә хәүефле ул, саҡ ҡына итек үксәһе тайһа биҙрәң-ниең менән ҡолауыңды көт тә тор!
--Уларҙың һыйыр һауған әүеҫлектәре төнөн дә яҡты, иҙәндәре йыуып ҡуйыла. Һыйырҙары беҙҙеке ише ярты биленән ҡойола тормай, тап-таҙалар. Бункирҙары (ем һауыты) ла емдән өҙөлмәй, беҙҙең һымаҡ биҙрәләп ем ташымайҙар, ҡайҙандыр тура тултырыла ти, --тип өҫтәне Ғәлиә апай.
Таҙа ғына һыйырҙарҙың мырт көйшәп ҡарап тороуҙары күҙ алдына килде.
Эх, ҡасан ғына беҙгә лә...
--Тағы ла күпмелер бер аҙ ваҡыттан аҡ халатта ғына һыйыр һауасаҡһығыҙ, - тине бер оло түрә.
Биш һауынсы һауған һыйырҙы бер генә кеше һауасаҡ ти унда.
- Нисек инде улай? Йөҙ илле баш малды? Эй, кит сәле, булмаҫты, - тип ышанмай бер береһенә ҡарашып геүләшеп һөйләнештеләр бер гилке.
- Ысыын! Шулай тинеләр бит һуң?! Ишеү, һыйырҙарҙы мунса төшөрәсәктәр тинеләр...
Был хәбәрҙән аҙаҡ геү килешеп көлөүҙәр китте. Йәйләүҙә мунса юҡ ине беҙҙең. Булһа ла ныҡ иҫкергән ине. Әллә һыйырҙарҙы йыуындырһалар, беҙ ҙә йыуынып ҡалыр инек, тип мәрәкәгә борҙолар һүҙҙе.
Һыйыр тарағы тотоп малҡайҙарҙың янбашындағы ҡатмағын тирләп-бешеп таҙалаған әсәйемде гел күҙәтә инем. Биҙрәләп һыу ташып ҡайһы бер һыйырҙарҙы алдан ебетеп ҡуйып, аҙаҡтан ғына тараҡ менән тарағанын да белә инем. Шул тиклем арый ине әсәй ошо һыйырҙарҙы тарап. Аңлаймы ни мал?! Таҙалап тороп сығарһа, уныһы кире ярты бүҫкәһенән ҡойоға батып инә лә ҡуя ине. Ялан кәртәләр ҡара ер ине сөнки...
Эх, ҡана ла һуң...
- Эйендеһен һаумағас һөт шыйыҡ була бит инде, ҡул менән һауғанға етмәй ул барыбер, - тип үҙҙәренекен тылҡыны һаман еңгәй-апайҙар.
- Еленен үҙе йыуа, үҙе эйҙерә ти теге аппарат. Һыйырҙарҙы көй аҫтында ғына һауа ти шунан... Алдына тамағын да етерлек кенә итеп төшөрә ти үҙе, көтөүселәр ҙә кәрәкмәй башлай ти...
Ышанманы барыбер һауынсылар. Бәләкәс булһам да, миңә шулай тойолдо уларҙың кисерештәре. Йөҙөнә бәреп әйтмәһәләр ҙә, Ғәлиә апайҙы үтә шапыртып хәбәр сурыта тип "артында" һөйләштеләр. Беҙ бер ҡасан да белмәҫ тиҙер инде, еңеүсе булыуы менән файҙаланып, күпте беләм тип ҡупая күрәһең, тип ҡуйҙылар хатта...
"Атайсал" гәзитенең 28 февраль һанында сыҡҡан "Роботтар һыйыр һауа" мәҡәләһен уҡығас, тап ошо утыҙ йыл артта ҡалған мәлгә кире ҡайтҡандай булдым.
Ысынлап та, Әбйәлил районының "Красная Башкирия" хужалығындағы әлеге "новшество" ҡасандыр уҡ буй етмәҫ, булмаҫ тип нарыҡланған хәбәр ине беҙҙең йәйләү өсөн.
Йәл, "Урал" колхозы ла, Һарыбейә йәйләүе лә юҡ хәҙер, ә Ғәлиә апайҙың шаҡ ҡатырғыс хәбәрен тыңлап, баш сайҡап ышанмай ултырған һауынсылар сафы ла ныҡ һирәгәйгән икән...
Ситтән генә барып бер күрергә ине ошо ферманы, хыялдағы өн тип ҡабул итер инем мин дә күргәндәремде, тип уйлап ҡуйҙым мәҡәләне уҡығас.