Эш аҙағында кабинет ишеген баҙнатһыҙ ғына шаҡыны кемдер. Үҙәк бүлексәлә быҙауҙар ҡараусы Мәликә килгән икән дә баһа. Теге инде лә баҫалҡылығына барып ҡыйынһынып ҡына ситке ултырғыстарҙың береһенә һаҡҡас баҙнатһыҙ өндәшеп сәләмләне:
- Һаумыһығыҙ, ағай? Мин йөрөйөм тағы, кисләтеп…
- Шөкөр, килеп өлгөрҙөгөҙ бит, тыңлайым, һеңлекәш?
- Бимазалайым шунда, ярҙамығыҙ теймәҫме тип. Силсәүиттән башҡа тағы ҡайҙа бармаҡ? Элгәрге аҙна барышында кантур һуҡмағын таҡырлағайным да таҡырлауға, унда өҙмәҫ тә ҡуймаҫ кәңәшмәләргә, йыйылыштарға һылтанып ҡабул итергә теләмәйҙәр. -- Эшләй барып ағас ботаҡтарына әүерелгән шыраулы бармаҡтары менән күлдәк итәген төҙәтештерҙе, башының соңҡа яғына шылған яулығын тартып ябынды. -- Яҙ башында өлкән һыйырыбыҙ тауҙан шыуып ҡазаланғайны, хәҙер килеп еленләгән танабыҙ клевер ашап күбенде, Шамил салып та өлгөрә алманы, ҡоромағыр. Өйҙә алты бала, үҫә торған булғас килеп тороп ашамһаҡтар, һөтһөҙ уларға ауырға тура килер, май-ҡаймағы хаҡында әйтәһе лә түгел.
Өҫтәл янына саҡырып ҡағыҙ менән ручка тотторҙом.
--Һыйыр һорап ғариза яҙығыҙ!
--Ауыл Советында көтөү юҡ та…
--Маллыларға мөрәжәғәт итеп ҡарайым, ары күҙ күрер…
Иртәгеһен таң менән йылға аръяғындағы кантораға йүнәлдем. Сабатаһын әллә ҡасан түргә элгән түрә оҙаҡ көттөрөп ҡабул итте лә, башым күренеү менән әсе ҡапҡандай йөҙөн йәмерәйтте:
--Нимә артынан сабыулайһың, ваҡытһыҙ?!
Алдына теге ғаризаны, башҡарма комитеттың үтенесе яҙылған хатты һалдым.
Һөҙөргә йыйынған нәҫел үгеҙеләй елкәһен ҡөҙрәйтеп ҡағыҙҙарға оҙаҡ тексәйгән хужа, ниһайәт, тамаҡ төбө менән екерҙе:
--Бында әндерәй ҡаҙнаһы бар тип беләһеңме әллә?!
--Ни тиһәң дә ир ҙә, ҡатын да һеҙҙә хеҙмәт итәләр: береһе көтөүсе, икенсеһе фермала.
--Ну и что? Улайға уҡ китһә хеҙмәттәре өсөн зарплатаһы түләнә. Әйтергә кәрәк во-время, по штатному расписанию так сказать, авансыһын да расчетын да һуңламай алалар.
--Бер кемгә лә сер түгел, алғандары ташҡа үлсәйем, осто осҡа ялғарға, усҡа һалһаң яларға етмәй, ә ғаиләлә алты ҡалаҡ!
--Ҡалаҡтарҙы мин тоттормағанмын, тапҡандар икән - ҡараһындар, быныһы инде уларҙың баш ҡайғыһы!
Тиҫкәренән бөткән әҙәм менән кәсекләштең ни ҙә кәсекләшмәнең ни, файҙаһыҙ, шуға урынымдан ҡалҡып, әрләшеп китеүҙән көскә тыйылып рәсми тонда һораным:
--Был хатҡа, улайһа, нимә тип яуап бирерһегеҙ?
--Бер нисек тә! Ҡалдырығыҙ! Рассмотрим. Коллегиально.
Яуап артынан биниһая ваҡыт ҡыялдым. Шылғаяҡ түрә ҡырҡа ҡабул итергә теләмәй ҙә ҡуя: йә ул кәңәшмәләр йыя, белгестәрен саҡырып һыу буйы һуҙылған оперативкалар үткәрә, унан ҡалһа сәғәттәр буйы телефондан һөйләшә. Юғары даирәләр менән аралашыуҙы, дәүләт кимәлендә барған мөһим әңгәмәләрҙе бүлеү бында ҡәтғи тыйылған. Хаттар кабинеттан сыҡмаҫ өсөн юғалды.
Секретарь ҡатын һуңғы килгәнемдә күңелһеҙ генә киҫәтте:
--Юҡты ҡыуаһығыҙ, ағай, уның холҡон белеп бөткәнмен, кәкере-бөкөрө ҡултамғаһын йәлләй, һаран кеше ул.
Башҡаса әмәле ҡалмағас дуҫым ветврачҡа шылтыраттым:
-Слушай, һеҙҙә падеждар йыш буламы ул?
-Күҙ тейә күрмәһен, әлегә мал-тыуар теүәл!
-Ошо арала еленен еткергән берәй танағыҙҙың ҡазаланыуы фарыз. Һуңынан зоотехник менән килештереп документтар тултырығыҙ, бәйләнерлек булмаһын!
-Хөрмәтле һәм ҡөҙрәтле мафиозник, кемгә кәрәк инде ул тана?
-Телятница Мәликәгә! Егеттәр, һеҙгә ышанырға һәм таянырға мөмкин, ирмен тигән ир кешенең эсендә эйәрле ат ятыр, ти!
-Ә беҙҙекенә нимә һалмаҡсыһың?
-Мөгөҙлө малға эйәр килешмәй, йәнегеҙ төпкөлөнә быҙауларға етешкән тананы йәшерһәгеҙ, шул еткән. Шамил менән Мәликәне лә киҫәтегеҙ, һыйыр алғылары килһә ауыҙҙарына йөҙөк йәшерһендәр, төшөндөгөҙмө?
-Падеж беҙҙең күрһәткестәрҙе түбәнәйтә, аҙаҡ квартальный премиянан ҡолаҡ ҡағаһың, ошо хаҡта уйланыңмы, белекһеҙ?
-Ярай һыҡрама, астан ятып үлмәҫһең!
Шулай итеп мәсьәлә шыма хәл ителде, аҙаҡ соҡоноп йөрөүсе лә табылманы.
Теге хужа хәҙер, күптән хужа түгел инде, хужа булмағас ҡыҫмырлығы ла күҙгә бәрелә һалып бармай. Күңеле лә киң икән, һәр осраған уға таныш йә яҡын ҡәрҙәш. Яңыраҡ ул бәйләнеш селтәрендә миңә дуҫлығын тәҡдим итте. Теге ваҡиғаны иҫкә төшөрөп баш тарттым. Мин дә кенәсел, ҡултамғаға һаран кешемен икән, әле килеп холҡомдоң шул кире яҡтары асыҡланды, ошоғаса белмәй йөрөгәнмен.