АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Февраль 2020, 19:15

Тормош йәме балаларҙа тиһәм...

Бер көн килеп, башын ярғансы һәнәк һабы менән һуғып ебәрҙе. Уны яҡлашҡан әсәһенә лә һап ныҡ ҡына эләкте.Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Эх, тормоштоң бер туҡтауһыҙ һынауы. Яҡындарымды юғалттым, иптәшем икенсе ғаиләлә, балаларым ташлап сығып китте, һаулығым да әллә ни шәптән түгел бит әле. Тормошомда бер кешегә яуызлыҡ ҡылдыммы әллә... Юҡтыр. Барыһына ла ярҙам итергә тырыштым, балаларым өсөн юҡты бар итеп йәшәнем. Ҡайһы боролошта аҙаштым икән? – тип Сәлимә бер килке һүҙһеҙ ултырҙы.
Сәлимәнең ата-әсәһе йәшләй генә үлеп ҡалғас, туғандары балалар йортона урынлаштырған. Ундағы тәрбиәселәр ни тиклем һәйбәт булһалар ҙа, атай –әсәй йылыһын алмаштыра аламы инде улар. Шуға ла буласаҡ тормош иптәше Саматтың атайҙарса хәстәренә, йылы ҡарашына тиҙ ирене ул.
Ул ваҡытта яңы ғына мәктәпте тамамлаған ҡыҙыҡай саҡырыу ҡағыҙы менән Йылайыр районына уҡытыусы булып эшкә төшкәйне. Башҡорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инде. Киләсәккә ҙур пландар ҡороп, ең һыҙғанып эшкә тотонған күбәләктәй ҡыҙсыҡ тиҙ арала хеҙмәткәрҙәренең ихтирамын яулап алды.
Ә тормош... ҡыҙҙың яҙмышын бөтөнләй икенсе йүнәлешкә борҙо. Самат менән оҙаҡ осрашып та йөрөмәнеләр, йәтим булғанғамы, егетте ата-әсәһе тиҙ генә Сәлимәгә өйләндерергә ҡарар ҡылды. Ә ҡыҙҙан һорап тороусы ла булманы. Туй булаһын белгән хеҙмәттәштәре ҡыҙыҡайға ипләп кенә:
“Сәлимә, ул бит инде өсөнсө ҡатынын айырҙы, ғәләмәт һуғыша, ата-әсәһенә лә тынғы юҡ,”- тинеләр. Йәшлек үҙенекен итте. Сәлимә Самат менән ғаилә ҡороп йәшәй башланы, бер-бер артлы ике улдары донъяға килде. “Ысын “ ғаилә тормошо бына шунда башланды. Балалар миңә бөтөнләй оҡшамағандар, тип Самат ҡатынының йәненә тейҙе. Сессия ваҡыты башланһа, уҡыуына ебәрмәй ыҙаланы, бер көн килеп башын ярғансы һәнәк һабы менән һуғып ебәрҙе. Уны яҡлашҡан әсәһенә лә һап йыш эләкте. Сәлимәнең һөйөүе шул тиклем көслө булдымы, әллә ҡурҡтымы тормош иптәшенең бар ҡылығын, туҡмалып ҡуҙғала ла алмаған ваҡыттарын берәүгә лә һөйләмәне, йөрәк һандығына бикләй барҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, һөйләр кешеһе лә булманы. Әхирәте Айһылыуға ла юл тиҙ ябылды: “Килеп Сәлимәне ҡотортоп йөрөмә,”- тине Самат.
Сәлимә бар зарын эш менән баҫты. Таңғы дүрттән тороп малдарын көтөүлеккә оҙата, ҡош-ҡорт, баҡса, өй, балалар мәшәҡәте менән көнө уҙҙы. Бәлки, ауыл ерендә бар ҡатын-ҡыҙ ошо мәшәҡәт менән йәшәй, тип әйтеүселәр булыр. Әммә буштан буш сәбәп табып ҡоторған ир, ҡатынға тынғылыҡ бирмәне. Бер көн ҡайтып Сәлимә менән малайҙарын өйҙән ҡыуып сығарғас, башҡа бында йәшәмәйәсәкмен,тип ҡалаға сығып китте.
Ҡала тормошо берәүҙе лә көтөп тормай шул. Балалары бәләкәй, һөнәре юҡ, шуға күрә йүнле эшкә урынлаша алманы Сәлимә. Булған аҡсаһына ҡуртымға бүлмә алып, подъезд йыйыштырыусыһы булып эшләне. Ни тиклем ауыр булһа ла түҙҙе, бирешмәне.
- Балаларға макаронды һанап ҡына бешерәм, иртәгәлеккә әҙ ҡала, тип үҙем ашамайым. Бер телем икмәк менән сәй эсәм дә, шул инде. Бына бит, балалар үҫте, икеһен дә белемле итеп эшкә урынлаштырҙым. Улары ярҙам итер урынға икеһе бер тауыштан, атайҙан китеп беҙҙе бәхетһеҙ иттең, тип ишекте шарт ябып сығып киттеләр. Атайҙарынан китеү ҙә еңел булманы шул. Эшкә урынлаша алмай йөрөгәс, кире ауылға ла ҡайтҡайныҡ беҙ. Әммә өй ишеген әхирәтем Айһылыу асты, Самат менән күптән осрашып яратышып йөрөгәндәрен һөйләгәс, балаларымды эйәртеп илай-илай ауылдан кире сығып киттем. Туғандай яҡын күргән әхирәтемдең был ҡылығынан һуң, кешегә ышанысым ҡалманы. Күңелем түренә берәүҙе лә яҡынлатманым һәм ғүмер буйына яңғыҙ ошо балалар өсөн йәшәнем,- тип көрһөндө Сәлимә.
Тормошта үҙ ғүмерен кемгәлер арнап йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар бик күп шул. Үҙе кемдеңдер иғтибарына мохтаж булһа, кәрәге ҡалмай, япа-яңғыҙы ултырып ҡала. Шуның өсөн, тормошта ҡатын-ҡыҙ ролен дөрөҫ үтәй беләйек, үҙебеҙ тураһында онотмайыҡ әле. Донъя йәмләп, ғаилә тотҡаһы булып йәшәйек.