“Атайсал” гәзитенең 3-сө һанында “Сит ҡулдарға күсте атай нигеҙе” мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, яҙмай булдыра алманым. Бында автор бар ғәйепте киленгә япһарған. Бында “Таяҡ ике осло”, “Миҙалдың ике яғы бар” тигән әйтемдәрҙе лә оноторға ярамай…
Хәҙерге ололарҙың төп хатаһы шул: элекке менән бөгөнгөнө сағыштырыу. Һүҙ юҡ, элек халыҡ башҡасараҡ булған, татыулыҡ, берҙәмлек, ихласлыҡ менән дә айырылып торған. Бәләкәй генә өйҙә лә күмәкләп йәшәгәндәр. Йәш ир менән ҡатын эшләгән, өләсәй бала көткән. Шунһыҙ мөмкин дә булмағандыр, сөнки һиңә бер кем дә декрет ялы бирмәгән, ауылдарҙа балалар баҡсаһы булмаған. Өләсәй—төп тәрбиәсе. Уның, йәғни ҡәйнәнең бергә йәшәүе бары тик файҙаға ғына булған. Эйе, хәҙер ҙә өләсәй-ҡартәсәйҙәрҙең зыяны юҡ бала өсөн. Ололарҙың бай тормош тәжрибәһе балаларҙың донъяға ҡарашын үҫтерә, фекерләүен тәрәнәйтә, ипле, итәғәтле булып үҫергә булышлыҡ бирә. Өләсәйле, ҡартатайлы баланың теле лә тиҙ асыла, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыныуы ла арта. Бәләкәс ауырып китһә, өләсәй уның менән өйҙә лә ултыра ала. Бик һәйбәт. Тик хәҙер ҡиммәттәр ҙә, холоҡтар ҙа, ғөмүмән, барыһы ла икенсе…
Заман башҡа—заң башҡа, тигәндәре шулдыр. Ипотека, кредит тигән төшөнсәләр ҙа донъябыҙҙы баҫты. Кеше рухи ҡиммәттән матдиһын өҫкәрәк тә ҡуя. Түләй аламы ул, юҡмы кредит ала ла, һәр тинен иҫәпләп йәшәй. Айҙар буйы көтөп кенә алған эш хаҡын алыу менән банкка йүгерә. Кеҫәһе ҡалынмы, йоҡамы ҡарап тормай, ипотека юллай. Дәүләт шундай мөмкинлек бирә икән, ниңә фатир алмаҫҡа ла, ни эшләп айырым йәшәмәҫкә? Башҡаның башы ауырымай. Айырым йортҡа сығыу менән ата-әсәһе менән ултырып алып мөлкәт бүләләр әле. “Быныһын мин алғайным, ҡалдырмайым, үҙем менән алып китәм”,—тигәнерәк тә һүҙҙәр ишетелә. Шунан иреш сыға, күңел ҡала. Шулай инде, халыҡта бит: “Башмаҡ тапһа, башҡа ашай”,—тигән мәҡәл дә бар. Йәштәр ата-әсәй менән бергә йәшәп, өй күтәргәндә, уныһы әҙер булғансы торған йорттарында күпме ут тотонолған, күпме газ йә утын яғылған, күпме һыу сарыф ителгәнлеген уйламай. Ата-әсәй ҡарай, ашата, кәрәк икән ейән-ейәнсәрен дә кейендерә…Һин йорт һалғансы барыһына түҙә, ә өйөң әҙер булып, башҡа сығам тигәндә ҙур сөй менән нығытылған кухня гарнитурыңды ла емереп алып: “Был беҙҙеке”,—тип алып китәсәк…Аптырайһы түгел, замана шундай, матди ҡиммәттәр осоро…Ошо заманда тәрбиәләнгән улда ла, килендә лә ғәйеп бар. Уларҙы көсләп үҙгәртеп булмаясаҡ. Юғарыла телгә алынға мәҡәләлә лә бер киленде генә ғәйепләү дөрөҫ түгел. Уларҙың икеһенә лә рухи мираҫ, рухи ҡиммәт ят төшөнсә. Шуға ла мәҡәлә авторына бер киленде генә ғәйепләмә, ҡустың да әүлиә түгелдер тип әйтәһе килә. Эйе, күңел һыҙланыуығыҙ аңлашыла. Атай нигеҙе—ул изге ер. Уны сит ҡулдарға биреү—ҙур хата.
Йәнә шуны ла әйтергә теләйем: бында йортто һатҡан ҡусты менән киленде генә насарлау ҙа дөрөҫ түгел! Ни өсөн улар ошо аҙымға барған? Бәлки, һеҙ үҙегеҙ яһил булғанһығыҙҙыр, йәштәргә үҙаллы йәшәргә ирек бирмәгәнһегеҙҙер? Шундайҙар ҙа була бит ул. Сараһыҙлыҡтан улар һеҙҙән йырағыраҡ китеп йәшәргә ҡарар иткәндер (дөрөҫ аңлағыҙ: атай йортон һатыуҙарын хупламайым). Элекке килендәр ҡәйнә-ҡайны, күмәк бикәс-ҡәйнеш менән бер бәләкәй йортта ла йәшәргә риза булған. Ә хәҙергеләр быны күтәрә алмай. Бында уларҙы ғәйепләп тә булмай, сағыштырыу ҙа урынһыҙ. Замана икенсе. Ошоно оло быуынға күптән аңларға ваҡыт. Күпме генә мыжыһағыҙ ҙа, илаһағыҙ ҙа элекке мөнәсәбәттәрҙе ҡайтарып булмаясаҡ. Үҙегеҙгә әле йәшәгән дәүергә өйрәнергә һәм кешеләрҙе нисек бар шулай ҡабул итергә генә ҡала.
Мөхәббәттә өсөнсө артыҡ, тигән һүҙ бар. Был дөрөҫ. Бер-береһен яратҡан ике кеше араһына өсөнсө кеше инергә тейеш түгел. Ғаиләлә лә өсөнсө кеше артыҡ (ғаиләлә тыуған сабыйҙарҙы иҫәпкә алмағанда). Кемдер ҡыҫтырылып, аҡыл өйрәтеп йөрөй икән—был кешене сығырынан сығара. Элекке килендәр күндәм булған. Эйе, ЭЛЕККЕ. Хәҙергеләр менән уларҙы сағыштырмағыҙ һәм әрләмәгеҙ. Замана кешеләренең фекерләүе лә, донъяға ҡарашы ла, алдан әйткәнемсә, рухи ҡиммәттәргә ҡарата мөнәсәбәттәре лә икенсе.
Йыш ҡына килендәрҙең: “Ҡәйнәм ҡыҫтырыла”, “Ҡайнбикә шулай ти”,—тигәнен ишетергә тура килә. Ҡәйнә—ул иреңдең әсәһе. Кәрәк саҡта уның кәңәш бирергә лә (быны йәштәр аҡыл өйрәтә, ҡыҫтырыла тип аңлаясаҡ) хоҡуғы бар. Ә ҡайнбикәләрҙең ҡыҫылыуын улар бер ҡасан да өнәмәйәсәк.
Мәҡәләлә килендең ҡәйнәне ҡарамауын, йәберләүен белдергәндәр. Әлбиттә, килендең был ҡылығы насар, һүҙ ҙә юҡ. Әммә ныҡлабыраҡ уйлап ҡараһаҡ, ул бит ҡәйнә бағыр өсөн был ғаиләгә ялланып килмәгән, тейеш тә түгел. Әхлаҡ-әҙәп яғынан ҡарағанда, ихтирам-хөрмәт күрһәтергә бурыслы һымаҡ, әммә тейешһең тип көсләп булмаясаҡ. Бында ҡайнбикәләрҙең аҡыллыраҡ булыуы кәрәк булғандыр, әсәйҙе үҙҙәре алмашлап баҡһа, яҡшыраҡ булыр ине.
Бәлки, ҡәйнә кеше лә уҫалыраҡ, яманыраҡ, әсе теллерәк булғандыр, килен менән уртаҡ тел таба белмәгәндер. (Был фараз ғына, әммә шундайҙар ысынлап була). Әгәр ул киленгә ҡарата һәйбәт булып та, килен уға насар икән—был иһә килендең үҙ гонаһы. Ә гонаһлы ҡылыҡтар өсөн һәр кем Аллаһ алдында үҙе яуап тотасаҡ.
Интернеттағы “Бәйләнештә” селтәрендә төрлө төркөмдәр бар. Унда аноним рәүештә серҙәр сыға, кешеләр шулай ҡайғы-хәсрәтен яҙа һәм кәңәш һорай. Ошо төркөмдә лә йыш ҡына килендәр ҡәйнәләренә, ҡайынбикәләренә һуҡранып яҙа. “Айырым торһаҡ та, ҡәйнәм көн һайын килә һәм бөтә өйөмдө тикшереп сыға”, “Ҡәйнә менән бергә торабыҙ, ял һайын, отпуск һайын ҡайынбикәләр ғаиләһе менән беҙҙә. Эштән һуң беҙ ҙә ял иткебеҙ килә, әммә уларҙы ҡунаҡ итеп көндәребеҙ үтә. Арыныҡ. Ниңә ҡайынбикә әсәһен үҙенә алып ҡайтып, беҙҙе бер аҙға булһа ла аулаҡта ҡалдырмай икән?”, “Ҡәйнә менән йәшәгәс, гел генә үҙемде контроль аҫтында һымаҡ тоям. Иркенләп өйҙә йөрөй ҙә алмайым, әхирәттәремде сәйгә саҡырып үҙемсә йәшәп булмай”, “Ял һайын ҡәйнәмдәргә барабыҙ. Мин теләмәһәм дә, ирем барыбер алып ҡайта. Ә унда мине ҡәйнәм гел әрләй, уға бер нәмә лә оҡшамай. Уныңса мин иҙәнде насар йыуам, тәмһеҙ бешерәм, баламды ҡарамайым, имеш. Ни эшләргә миңә?”, “Ҡәйнә менән татыу ғына йәшәп ятһаҡ, ҡайынбикә килә лә әсәһен миңә ҡаршы ҡуйып ҡайта ла китә”, “Ҡәйнә менән бергә йәшәгәс, ул беҙҙең ғаиләләге бөтә нәмәне белә һәм ҡыҙҙарына һөйләй. Шунан ҡайынбикәләр шылтыратып, беҙгә ҡыҫтырыла башлай: һеҙ шуны алғанһығыҙ икән, нимәгә кәрәк булды шул һеҙгә? Балағыҙ ауырый икән, шуны-шуны эсерһәгеҙ ни була?” һәм башҡалар… Ошондай серҙәрҙе бик йыш күрергә тура килә. Шуны әйткем килә: ҡыҫылмағыҙ шул! Алдан әйтеүемсә, ҡәйнә—улдың әсәһе, ул йәшәтәргә аҡыллы ғына итеп кәңәш бирә ала, хоҡуғы бар. Әммә улы менән ҡыҙының, килене менән ҡыҙының мөнәсәбәтен һаҡларға, уларҙың ҡатышып туғандарса татыу йәшәүен теләһә, ҡәйнә ике балаһы араһында һүҙ ташырға тейеш түгел. Аҡыллы ҡәйнә бер туҡтауһыҙ киленен “сәйнәп”, улының ғаиләһендәге хәлде ҡыҙына еткереп ултырмаҫ. Сөнки аҡылһыҙ, әсәһен килененә ҡаршы “һөсләүсе” ҡайынбикәләр ҙә була. Нисек кенә яман яңғырамаһын, халыҡта: “Ҡайынбикәң ҡороғор булһын”,—тигән әйтем дә йәшәй бит әле… Шулай уҡ киленде әрләрҙән алда, улды ла тыя белеү кәрәктер. Улар йыраҡта тора икән, улыңдың ял һайын ҡайтыуын талап итмәгеҙ. Гел генә һеҙҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшегеҙҙе эшләшеп кенә йәшәргә тимәгән бит. Ғаиләһе менән ял итһен, киленегеҙҙе, балаларын берәй театрға алып барһын, уларға иғтибар бүлһен. Был йәш ғаиләләге мөнәсәббәтте нығытыр, йорт йылыһын һаҡлар. Улығыҙҙың, ҡустығыҙҙың үҙ ғаиләһе бар икәнен онотмағыҙ, киленегеҙҙән уны ҡыҙғанмағыҙ, уларҙың ғаиләһенә көсләп үҙ тәртиптәрегеҙҙе индермәгеҙ, үҙҙәренсә йәшәһендәр.
Интернеттағы төркөмдәрҙә матур мөнәсәбәткә ҡоролған серҙәр ҙә сыға. Мәҫәлән, “Беҙ ҡәйнәм ме-нән әхирәттәр һымаҡ. Бер-беребеҙгә аш-һыу серҙәрен өйрәтәбеҙ, бергәләп бешереп ҡарайбыҙ, концерт-театрҙарға бергә йөрөйбөҙ. Байрамдарҙа бүләктәр бирешәбеҙ. Таныштарыбыҙҙың ҡыҙыҡтарын һөйләшеп, рәхәтләнеп көлөшәбеҙ. Ул русса әйткәндә, мегасовременная. Ҡәйнәмдән уңдым”.
Эйе, берәү ҙә килен булып та, ҡәйнә булып та тыумай…Әммә ҡасандыр килен булған тәжрибәле ҡәйнәләр йәш килендәрҙән аҡыллыраҡ булырға тейештер. Йәштәргә ваҡыт бирегеҙ. Һеҙгә, яңы туғандарына өйрәнһендәр. Ул арала һеҙ ҙә уның холҡон белеп алырһығыҙ. Ипләп кенә күңеленә үтеп инерһегеҙ, шул саҡ кәңәш биреү ҙә ҡыҫылыуға тиңләнмәҫ. Ә йәш килендәр киләсәкте уйлап йәшәһендәр, улар ҙа бер заман килеп ҡәйнә булыр, үҙе үҫтергән балаларҙан, уларҙың йәрҙәренән, моғайын, ауыр һүҙ ишетергә теләмәҫ. Әсәйҙәр иһә тәрбиәле, ололарға—ололоҡло, кеселәргә кеселекле, туғандарға—ярҙамсыл, тәүфиҡле, иманлы ҡыҙҙар, улдар тәрбиәләһен! Яуыз уйлылар, көнсөлдәр, тар күңеллеләр булмаһа, донъяла йәшәүе лә күңелле булыр!
Психолог Ғәлиә Салихова фекере:
“Сит ҡулдарға күсте атай нигеҙе” мәҡәләһен уҡып сыҡҡандан һуң, "Кемдең арбаһына ултырһаң—шуның йырын йырларһың",—тигән мәҡәл иҫкә төшә. Ҡусты булған кеше килендең арбаһына ултырып алған да, ул нимә ти, шуның һүҙенән сыға алмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр хәҙерге ваҡытта тормошта бик йыш күҙәтелә килә. Йәштәрҙең үҙ белдеге менән генә йәшәргә ынтылыуы, донъя малы, етеш тормош артынан ҡыуып, олоғайған ата-әсәһенең хәлен дә белмәүе, туғандары менән аралашыу урынына байыраҡ, хәллерәк дуҫтар табып, улар менән "кәрәкле" мөнәсәбәттәр ҡорорға тырышыуы—бөгөнгө йәмғиәттә ғәҙәти хәлгә әйләнә бара.
Татыу ғына йәшәгән, ата-әсәһен хөрмәт иткән күп балалы ғаиләләрҙә лә, килен-кейәүҙәр барлыҡҡа килеү менән тарҡаулыҡ, бер-береһен һанға һуҡмау, аралашырға теләмәү кеүек хәлдәрҙең килеп тыуыуы ихтимал. Сөнки килен-кейәүҙәр ҙә бит был ғаиләгә үҙҙәренең ата-әсә өйөндә алған тәрбиә, донъяға ҡараш, йәғни үҙҙәренең билдәле бер "багажы" менән килеп инә. Әгәр ҙә уларҙың ата-әсәһе ғаиләһендә туғандарың менән аралашмау, өлкәндәрҙе һанға һуҡмау кеүек күренештәр күҙәтелгән икән, яңы ғаиләлә лә ул ошо тәртип ҡалыбын ҡулланып, тиҙ арала ирен йәки ҡатынын туғандарынан һыуындырыуы бик мөмкин.