Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Ғинуар 2020, 12:30

БЕҘ ЭШЛӘП ҮҪТЕК

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАОҙон-оҙаҡ ҡышҡы каникулда исмаһам урам тирәһен сығып ҡарҙан таҙартырға иренгән балалар көнө буйы тиерлек ҡулдарындағы телефондан ысҡына алмай, бәйле кеүек ята...Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Үҫеп килгән быуынға ҡарап күптәр йыш ҡына "Әй, беҙ улай булманыҡ! Әй, беҙ шундай инек!" тип әйтергә ярата. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ маҡтарға яратыуҙан түгел дә, мәжбүрбеҙ.
Әйтерлек тә инде, оҙон-оҙаҡ ҡышҡы каникулда исмаһам урам тирәһен сығып ҡарҙан таҙартырға иренгән балалар көнө буйы тиерлек ҡулдарындағы телефондан ысҡына алмай, бәйле кеүек ята. Сараһыҙҙан: “Исмаһам китап булһа ла уҡыр инегеҙ, имтиханға ярҙам булыр ине әҙерәк”, - тип өндәштем. “Каникул беҙгә ял итер өсөн бирелә, каникул осорона тип эш ҡушмай уҡытыусылар”, - тинеләр яуапҡа.
Беҙ әллә ниндәй осорҙа йәшәгәнбеҙ ул?
Уҡытыусылар ҡышҡы каникулда уҡыр өсөн китаптар исемлеге бирә ине. Эҙләй инек, уҡый инек. Уҡыным тип кенә алдап та булмай, китапханасы аҙаҡ ҡыҫҡаса ғына эстәлеген дә һорай.
Ысынлап та, хәҙерге балалар өсөн беҙҙең бала саҡ тормошо, мәктәп йылдары ышанмаҫлыҡ ваҡиғалар теҙмәһе кеүек. Ә бит ысын был! Беләм, бер кем: "Юҡ, улай булманы бит!" – тип инҡар итмәҫ.
Көҙҙө генә алайыҡ. Уҡыу йылын тантаналы рәүештә башланыҡ тип асып ебәрәбеҙ ҙә, уҡыуҙы ситкә "этеп" йә ырҙын табағына иген елгәрергә, йә ҡырға лафит әйләндерергә юллана инек. Колхоз эшен бөтһәк, мәктәптең картуфын алабыҙ. Аҙнаға һуҙыла ине уңыш йыйыу. Ямғыр, һыуыҡ көндәрҙә өшөй-өшөй мәтеле тупраҡтан картуфты яланғас ҡул менән йыйғандар гел иҫемдә. Әле юл төшкән һайын тыуған ауылыма ҡайтһам, Этҡол осона етәрәк, халыҡ телендә "кирпичный" тип аталған ерҙең элек мәктәп картуфлығы булыуын улдарыма һөйләгән булам. Ауылдан арыуыҡ алыҫта урынлашҡан был баҫыу, әммә йәйәү барабыҙ, йәйәү ҡайта инек. Ярай ҙа көнө ыңғай торһа, ямғыры яуып үтәнән- үтә һыуланған, өшөгән саҡтар ҙа әҙ булманы. Нисек ауырымағанбыҙ тиһең?
Картуф эшен бөтһәк, туңа башлаған ер өҫтөнән сөгөлдөр өйөмдәрен таҙалап трактор арбаһына тейәй инек. Ҡулыбыҙҙа оло бысаҡтар, нисек ҡырҡылманыҡ икән? Бысаҡ хәҙер генә ул һалҡын ҡорал, ә беҙ уның ниндәй яманлыҡ ҡыла алырын хатта белмәнек тә.
Арыныҡмы беҙ, ауырыныҡмы? Бер кемдең дә әсәһе йә атаһы ялыу менән балаһын күмәк хеҙмәттән алып ҡалғанын иҫләмәйем дә хатта. Теүәл октябрь айын эш менән үткәреп, өлгөрмәгән йылдары ноябрь иҫәбенә лә инеп китеп уҡыу йылының тәүге сиреген тамамлап ҡуя инек.
Эштән ҡурҡҡан бала булмағандыр. Сөнки эш кешеләрен беҙ үҙ күҙебеҙ менән күреп, эргәләрендә йөрөп, уларға оҡшарға тырышып, эшкә өйрәнеп үҫтек. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа, беҙ уҡытыусы әле тип ҡарап торманы, эш кейемендә беҙҙең менән бергә эштә булды.
Мәктәп алды ҡарын тәнәфес араһында техничка апайҙарҙың борҡолдатып тап - таҡыр итеп көрәп ҡуйыуын, беҙгә эсер өсөн һыуҙы ла көйәнтәләп ташыуҙарын күрә инек. Ҡап-ҡара булып ташкүмер саңына ҡойоноп, кәритә менән күмер ташыуысы мәктәп котельныйы эшсеһенең хеҙмәте беҙ йылы мәктәптә уҡыһын өсөн булыуын аңлап үҫтек.
Өйгә ҡайтһаҡ атай-әсәй эштә булды, өй тирәһен ҡарау, мал-ҡура ла беҙҙең елкәгә әҙ-мәҙ булһа ла тейеп ҡуйыр ине.
Тимур командаһына йөрөү йыл әйләнәһенә ҡәтғи алып барылды. Ауыл эсендә хәҙерге социаль хеҙмәткәр бурысын мәктәп уҡыусылары атҡарҙы.
Яҙ етә башлау менән питомникка ағас ултыртыу өсөн йәнә уҡыуҙар өҙөлөр ине. Батҡаҡлы-ҡойоло урман юлынан машина башында йырлап-көлөп күңелле барып ҡайта инек. Урман хужалығы хеҙмәтебеҙҙе буш итмәй, һәр кемебеҙгә тейешле аҡсаһын бүлеп тарата торғайны. Хәтеремдә тәүге үҙем эшләгән егерме дүрт һум аҡсамды ҡулыма алыуым.
Май аҙағында уҡыу йылын ябып, йәйге каникулға сыға инек тә, ял һәм хеҙмәт лагерын асып та ебәрә инек. Кәбеҫтә түтәлдәрен (ә ул түтәл тигәнем үҙе бер йәтеш баҫыуҙай) тәрбиәләй инек. Һәр класс алмашлап эшләй. Сөгөлдөр утау, һирәгәйтеү...
Бер көн шулай ошо хәтирәләрҙе улдарыма ла һөйләп алдым. Ышаныр- ышанмаҫ, сәйерһенеп ҡуйҙы улар. Бер ниндәй аҡса өсөн түгел, ярҙам өсөн, хеҙмәт тәрбиәһе өсөн был эштәрҙә йөрөүебеҙҙе белгәс бөтөнләй аптырандылар. Эйе, эште аҡса өсөн генә белмәне әүәлге быуын балалары.
Класыбыҙҙа бөтәбеҙ ҙә бер тиң булдыҡ. Һаулыҡ мөмкинлелеге сикләнгән, йә иһә физик эшкә яраҡһыҙ тигән белешмәле бала мәктәптә булманы ла. Тышҡы ҡиәфәттәребеҙгә ҡарап йыуантыҡ, тулы кәүҙәле уҡыусы тип айырыуҙы ла хәтерләмәйем. Хөкүмәттең үлсәп теккән һоро формаларына тап-таман ғына һыйып ултыра инек.
Тарих уҡытыусыбыҙ йыш ҡына : "Маймылды хеҙмәт кешегә әүерелдергән" , - ти торғайны.
Көнө - төнө телефон экранына текләп, ни ашағанын, ни эскәнен күрмәгән, хатта көн иҫәбен юғалта биргән балама ҡарайым да, Аллам һаҡлаһын инде, кешенең кире маймылға әүерелә башлауы түгелме икән, тип үҙ уйымдан үҙем ҡурҡып ҡуям.
Миңзәлә СИРҒӘЛИНА