Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Ғинуар 2020, 11:55

Ашыҡма!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА “Ахырызаман етһә, әҙәм берәмләп ҡырылмаҫ”,--тигән ололар һүҙенең хаҡҡа табан барыуымы әллә?Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

1997 йыл, июль айы. Өфө-Сибай поезының унынсы һанлы плацкарт вагонында Миңһылыу исемле һөйкөмлө апай менән юлдаш булырға насип итте Хоҙай. Юл оҙон, икебеҙҙең дә Сибайғаса барыуыбыҙ, саф башҡортса аралашыуыбыҙ ҙа ныҡ һүҙҙәребеҙҙе беректерҙе. Ул саҡта миңә 17 генә йәш ине, шулай ҙа Миңһылыу апай мине бала тип күрмәне, күңелен түгеп, серҙәре менән ихас бүлеште. Бәлки, ул саҡта етә аңламағанмындыр тип уйлап ҡуям хәҙер. Ошо хәлде иҫләп хәтер ебен тағатһам, тетрәнеп ҡуям.
Миңһылыу апайҙың ҡыҙы яҙғы сессияһын "ябып" ҡайтыр юлға сыҡҡанда фажиғәгә осраған икән. Тәүҙә аңында булып, өс көн Өфө дауаханаһында ятҡас, кире иҫен юйып мәңгелеккә китеп барған. Тамсы йәшен сығармай, әйтерһең дә башҡа берәүҙең хәлен һөйләгәндәй "ныҡ"ҡа таянып, Миңһылыу апайҙың үҙ хәсрәтен сисеүенә бер аҙ аптырай ҙа биргәйнем. Сер һуңғараҡ сиселде.
Ҡыҙын алып ҡайтып ҡуйғас ҡына, Миңһылыу апайҙың Өфөләге туғаны мәрхүмәнең бер төйөнсөгө үҙҙәрендә онотолоп ҡалыуын әйтә. Әле Миңһылыу апай шул әйбер артынан барып, ҡайтып килеүе икән.
Оло юл сумкаһы эсенән шау сәскә һүрәтле шыптыр моҡсай (пакет) сығарҙы апай. Уның эсендә мәрхүмә ҡыҙының көндәлеге һәм баҡсаларына сәсергә тип алған төрлө-төрлө сәскә орлоҡтары бар ине (ул мәлдә орлоҡтар ҡала тирәһендә генә булды шул). Кескәй генә өҫтәлсек өҫтөнә һибелгән сәскә орлоҡтары тышлығындағы матурлыҡҡа ҡарап тын ҡалдым...Күпме орлоҡ мәлендә ергә сәселмәй "аҙашып" ҡалған!
Көндәлеген ҡулыма тотторһа ла апай, биттәрен асырға ҡыйманым. Баҙнатһыҙлығымды тойған юлдашым, минең алда көндәлектең биттәренән нимәлер эҙләгәндәй тағы ҡарап сыҡты.
—Туғандарымда булғанда ошо көндәлекте уҡып өс көн, өс төн туҡтай алмай иланым. Ни ғәләмәт, күңелем әсеп һыҡраһа ла, хәҙер күҙҙәремдән йәш сыҡмай башланы,--тип минең сәйерһенеп һораулы ҡарашыма яуапланы ул.—Төкөткән шофер ғәйепле түгел тине суд. Ҡыҙымды тәғәйен булмаған ерҙән юл аша сыҡҡан тип барҙылар. Ашыҡҡандыр инде бала ғынам! Көндәлегенә лә яҙып ҡуйған бит анна: “Тиҙерәк ҡайтырға кәрәк, һағындым ауылымды, тиҙерәк ауылға!”
Үҙемдән бер нисә йәшкә генә өлкән ҡыҙҙың кинәт хыялдары селпәрәмә килеп, тыуған яғына—ғәзиз яҡындары ҡосағына талпынғанда ғүмере шырпылай һыҙылып һүнеп ҡалыуын күҙ алдыма килтерҙем. Бик аяныс, әлбиттә.
Иң ауыр ҡайғы—бала ҡайғыһы, тигәйне Миңһылыу апай шул саҡта...
Күпме хыял, күпме тормошҡа ашмаған теләктәр… Фажиғәләрҙә вафат булғандарҙың яҡындарының төҙәтәлмәҫ йән яраларына уҡмашып, сәселмәгән орлоҡ, ҡырау һуҡҡан гөлдәй шиңеп ҡала...
Элегерәк юл фажиғәләре һирәк булды. Хәҙер интернет буйлап яңылыҡтар таҫмаһын күҙәткәндә, көн дә тиерлек юл фажиғәләрен һүрәтләгән яҙмалар, һүрәт-видеолар күреп, хатта ғәҙәти хәл кеүек ҡабул итә башланыҡ ахыры.
Ҡайҙалыр өс юлсы , ҡайҙалыр биш кеше бер ыңғай юл фажиғәһенә тарып донъя менән хушлаша тиелә. Ғаиләһе менән юл фажиғәһенә осрап, тик йәш сабый ғына тере ҡалған ти, тигәнерәк хәбәрҙәрҙе тетрәнеп ҡабул итәбеҙ.
Самолеттарҙың да һауа юлында двигателдәре "отказ" һуғып ергә ҡолап төшөп, һәләкәт тыуҙырыуы ла йыш күренеш хәҙер.
Ашығабыҙмы? Ашыҡтыралармы әллә? “Ахырызаман етһә, әҙәм берәмләп ҡырылмаҫ”,--тигән ололар һүҙенең хаҡҡа табан барыуымы әллә? Белмәйем.
Заман башҡа… Ҡасандыр машина хәрәкәт итеү яйланмаһы тип аталһа, хәҙер машина байлыҡ билдәһе. "Фырт"лығын трассаға сығып, тиҙлектә күрһәтергә тырышып ҡыуалағандар аңғармаҫтан бөтөнләй башҡа берәүҙәрҙең ғүмеренә "ҡул һала" алыуын аңламауымы әллә?
Аҙаҡ ҡаза күргән ғаиләһе алдында ғәфү үтенеү, миллиондар түләргә вәғәҙәләр кеше ғүмеренә торош түгел, минеңсә.
Ваҡытынан алда сабып төшөрөлгән ағас ботағылай, тамырланмай ҡалған шәжәрә быуыны шулай сылбырҙан өҙөлә...
Юл фажиғәһе аңғармаҫтан ҡармай. Ул ҡайһы боролошта (хатта тип-тигеҙ ерҙә!) булырын бер кем дә белмәй.
Абай булһаҡ ине юлдарҙа! Ҡайҙалыр 5 минутҡа, 10 минутҡа алдан барып етеү өсөн, тотош ғүмерҙәрҙе юҡ итмәйек!
Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.