Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Декабрь 2019, 14:00

Аҙаштырҙым бесәй балаһын...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА... Иртәнсәк ҡасаба туҡталышында автобус көтөп торабыҙ. Шул ваҡыт юлдан йылға булып ағылып торған машиналарҙың берәүһе туҡталыш янында яйлай бирҙе лә, артҡы ишекте ҡыҫа биреп кенә асып, нимәнелер ергә ташлап китте.

Иртәнсәк ҡасаба туҡталышында автобус көтөп торабыҙ. Шул ваҡыт юлдан йылға булып ағылып торған машиналарҙың берәүһе туҡталыш янында яйлай бирҙе лә, артҡы ишекте ҡыҫа биреп кенә асып, нимәнелер ергә ташлап китте. Ул арала теге «нимәлер» дүрт төрлө тауыш менән асырғанып ҡысҡыра ла башланы. Бесәй балалары икән. Ҡурҡыштарынан бер-береһенә һыйынышып, ҙур түңәрәк күҙҙәрен йүгертеп, әсәләрен эҙләп маташа, күрәһең, бахырҙар. Был күренешкә туҡталышта торғандарҙың барыһы ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, йән эйәләрен ташлап китеүселәрҙе һүкте, әммә берәү ҙә мәхлүктәрҙе алырға теләмәне. Әле автобуста елдергәндә лә оҙаҡ ҡына бесәй балаларының өҙгөләнеп инәләрен саҡырған тауыштары, сабый ауазы кеүек булып, ҡолаҡта яңғырап, эсте бошорҙо. Йөрәкһеҙ шул беҙ, кешеләр, йөрәкһеҙ... Ирекһеҙҙән Фәнис Сирбаевтың «Аҙаштырҙым бесәй балаһын» тигән шиғыр юлдары иҫкә төштө.
«Аҙаштырҙым бесәй балаһын,
Иң матурын ғына—алаһын.
Һыуһағанда ҡарҙар ялаһын...
Күңелемде эттәр талаһын.
Аҙаштырҙым бесәй балаһын...»
Ҡала урамдарында ҡарауһыҙ ҡалған, хужаларынан ҡыуылған йәки бөтөнләй «ирекле» булып тыуған эт һәм бесәйҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Һәр подъезд, һәр ишек төбөндә күҙгә тилмереп ҡарап тора улар. Ә инде баҡсалар һәм ҡасабалар яғын әйтеп тораһы ла түгел. Ҡатлы йортта йәшәүселәр ниндәй өмөт менәндер эт йәки бесәй балаларын шул тарафтарға алып барып аҙаштырыусан. Бәлки улар, үҙ йортонда йәшәүселәр дүртәр-бишәр йорт хайуаны аҫрай ала, тип уйлайҙыр. Ул осраҡта бик ныҡ яңылышалар, ҡасабаларҙа һәм баҡсаларҙа ла меҫкен хайуандар өйөр булышып астан тилмерешеп йөрөй. Халыҡта, был тәңгәлдә, яуаплылыҡ, миһырбанлыҡ тойғоһо бөтөнләй юҡ. Ә бит бесәй борон-борондан йортта ырыҫ, бөтөнлөк, тыныслыҡ билдәһе булған. Ғәрәптәрҙә, мәҫәлән, «кариина» (әлеге Карина исеме шунан алынған) бесәй һүрәтендәге фәрештә һәм ул кешене иң ауыр ваҡыттарҙа яҡлай, тиелә. Шулай уҡ бер дини хикәйәттә бесәй байрам итеп ултырыусы байҙың ҡулынан аҙығын алып ҡаса, был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, ҡунаҡ булыусылар бесәй артынан эйәреп бара һәм бер йортта ҡарауһыҙ ятҡан ауырыу әбейҙе таба. Бесәй ҡарт кешене шулай аслыҡтан ҡотҡарған икән. Икенсе риүәйәттә Аллаһы Тәғәлә бесәйен типкән ауырлы ҡатындың балаларын тартып ала, өсөнсөһөндә ҡатын бесәйен аслыҡ менән язалаған өсөн тамуҡҡа эләгә. Дини яҙмаларҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мөәззә исемле бесәйен яратҡаны, Ислам тәғлимәтен һөйләгәндә уны тубығына һалып һыйпап ултырыуы хаҡында яҙыла. Бер мәл әлеге бесәй пәйғәмбәрҙең халат еңенә ятып йоҡлап китә һәм пәйғәмбәргә уны борсомаҫ өсөн халат еңен ҡырҡып китергә тура килә. Шул бесәй хөрмәтенә бесәйҙәр өсөн бөтә мәсеттәрҙең дә ишектәре асыҡ була. Шулай уҡ изге китаптарҙа пәйғәмбәрҙең уҡыусыһы булған Әбү-Хөрәйрә, йәғни «бесәйҙәр атаһы» исемле әүлиә хаҡында һүҙ бар. Ул бесәйҙәрҙе бик ярата, яҡлай. Үҙен дә йылан сағыуынан бесәйе ҡотҡара. Ошо изгелеге өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәр бесәйҙең башынан һыйпай һәм бесәй маңлайында бармаҡ эҙҙәре ҡала (иғтибар менән ҡараһаң, ул эҙ бөгөнгө бесәйҙәрҙә лә бар). Нәҡ шул ваҡиғанан алып йылан бесәйҙән ҡурҡа, ә кеше бесәйҙе һөт менән һыйларға бурыслы. Пәйғәмбәр бесәйҙең арҡаһынан һыйпап уға тағы ла бер бүләк яһай: ниндәй хәлдә лә дүрт аяғы менән ергә төшөргә өйрәтә. Быларға өҫтәп бесәйҙең таҙа хайуан булыуын да әйтеп үтке килә. Шул уҡ пәйғәмбәрҙең улына ғөсөл ҡойоноу өсөн һыу бирәләр, әммә егет йыуынып өлгөрмәй, бесәй килеп һыуҙы эсә башлай. Пәйғәмбәр бесәйҙе ҡыумай, ә киреһенсә уға эсеүгә уңайлы булһын өсөн һауытты ҡыйшайтып тора һәм был хәлде күреп тороусыларға: «Бесәй беҙҙең «янда йөрөүселәргә» (тәввәфүндәргә, йәғни тоғро һаҡсыларға) тиң, уларҙы ҡыйырһытыу гонаһ»,—тип, шул һыу менән ҡойонорға мөмкин икәнлекте аңлата.
Христиан, индус кеүек башҡа диндәрҙә лә бесәйгә тик ыңғай ҡараш ҡына йәшәгән. Борон һәр бер сиркәүҙең ишеге аҫтында бесәйҙәргә инеп-сығып йөрөү өсөн уйым ҡалдырылған. Әҙәм менән Һауа ожмах баҡсаһынан ҡыуылғас, ул юлды тик бесәй генә хәтерләп ҡала һәм һуңынан Иаковты баҡса ҡапҡаларына алып килә. Был бесәйҙең хәтере яҡшы булыуын, изгелекте лә, яуызлыҡты ла онотмауын дәлилләй. Шулай уҡ бер яҙмала изге Мария (Мәрйәм-әсә) Иисусты бесән аҙбарында тыуҙырғас, бесәй килеп баланы ялап ҡорота, йылыта, тиелә. Мәрйәм-әсә рәхмәт йөҙөнән бесәйҙең маңлайына үҙ исеменең тәүге хәрефен мөһөр итеп һала.
Әлбиттә, бесәйҙең кешелеккә ҡылған изгелеге хаҡында күп яҙырға була. Быларҙы мин бесәйҙең баҙарын күтәреү өсөн түгел, ә был йорт хайуанының кешелектең бик боронғо юлдашы булыуын һәм иғтибарға, яҡлауға мохтажлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтеү өсөн яҙам. Бөгөнгө көндә күп илдәрҙә хайуандарҙы яҡлау йәмғиәттәре бик әүҙем эш алып бара. Тик был йүнәлештә, үкенескә ҡаршы, беҙҙең ил күпкә артта ҡалған. «Бесәйҙәрҙе түгел, кешеләрҙе яҡлау тейешле кимәлдә түгел әле»,—тиеүселәр ҙә булыр. Әммә беҙҙең тәрбиәгә мохтаж булып «янда йөрөүселәргә» мәрхәмәтле ҡараш оло изгелектең бер тамсыһы икәнлекте лә онотмайыҡ. Үҙебеҙ миһырбанлы булып, балаларыбыҙҙы ла шуға өйрәтһәк, насармы ни? Юғиһә бер танышым яңы тыуған бесәй балаларын йәшниге менән йәш ярымлыҡ улына «уйнарға» бирә. Бала уларҙы аҙна тигәндә йонсотоп үлтереп бөтә. Бындай ҡырағайлыҡ, туҡталыштағы хәл кеүек үк, тирә-йүн тулы. Ә бит эт йәки бесәйҙе үрсетмәү һәм башҡа ауырыуҙарҙан таҙалап алыу өсөн бөгөн ҡала ерҙәрендә ветеринария пункттары етерлек. Мин үҙем, мәҫәлән, ҡарауһыҙ йөрөгән инә бесәйҙе тәрбиәгә алып, ҡатмарлы булмаған операция яһатып алдым. Ышанығыҙ, был юл бесәй балаларын аҙаштырып йөрөүгә ҡарағанда күпкә мәрхәмәтлерәк.
Беҙ, кешеләр, донъяла ҙур аҡылға, көскә эйә йән эйәләре. Үҙ мәнфәғәтебеҙҙе ҡайғыртып йәшәйбеҙ икән, тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ булған хайуандарҙы яҡларға, һаҡларға бурыслыбыҙ.
Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгәндән һуң Сибай ҡалаһында ҡарауһыҙ эт һәм бесәйҙәргә яңы хужа табыу буйынса Интернетта махсус төркөм барлыҡҡа килеүе хаҡында белдем. Шуныһы күңелгә йылылыҡ өҫтәне: был изге эште үҫмер балалар башлап ебәргән...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
“Атайсал”, 2014 йыл.