Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Декабрь 2019, 22:00

ҠАРТАЙҒАС ТА БӘХЕТ КӘРӘК...

...Хәбәрен һөйләй-һөйләй беҙгә сәй табыны әҙерләне. Беҙ ымһынып килгән майлы емештәр ҙә өҫтәлгә ҡуйылды. Тиҙ генә өҫтәл артына ултырҙыҡ. Баяғы муйылды шәкәрләп алдыҡ та һоғонабыҙ ғына. Ҡартәсәй кеше өҫтәлдең бер осона ултырғыс ҡуйып ултырып алды ла, мөләйем генә йылмайып беҙҙе күҙәтә. Ныҡ шатлана ине ул, күҙҙәре балҡып яна.Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Гәзитебеҙҙә сыҡҡан мәҡәләләрҙе бергәләп ултырып байҡау һәм баһалау өсөн оперативкаға йыйылдыҡ. Кәңәшләшә торғас, баҫмабыҙҙың һуңғы битенә килеп еттек. Бында башлыса реклама, ҡотлауҙар. Шул саҡ мөхәррир: «Ҡотлауҙа бынау ханымға бәхетле ҡартлыҡ теләгәндәр. Бәхетле ҡартлыҡ буламы?»—тип һораны. Кемебеҙҙер ыңғай, кемебеҙҙер кире яуап ҡайтарҙы. Шулай итеп, уртаҡ фекергә килә алманыҡ. Миңә ҡалһа, ҡартлыҡтың да төрлөһө була... Бәхетлеһе, бәхетһеҙе, тынысы, тынғыһыҙы...
Бала саҡта бигерәк вайымһыҙ булаһың шул. Ҡаланан ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа бер ҡыҙ килә торғайны. Икәүләп ҡушылып алһаҡ, көндөң-көнө буйы тышта уйнайбыҙ. Йә йылға буйында, йә тауҙа, йә урманда. Бер мәл был ҡыҙ миңә: «Әйҙә, ҡартәсәйемә барып киләйек. Уның майлы муйылдары, майлы еләктәре бик тәмле була»,—тине. Тәмле, татлы хаҡында ишеткән бала юҡ тип әйтәме инде ул, шунда уҡ ризалашып, артынан эйәрҙем. Ҡыҙҙың өләсәһе, йәғни әсәһенең әсәһе беҙгә яҡын йәшәй ине, ә атаһының әсәһе--ҡартәсәһе ауылдың икенсе осонда тора. Килдек. Бәләкәй генә йорт. ¤й эстән икегә бүленгән: алғы һәм төпкө бүлмәнән тора. Унда артыҡ бер ни юҡ. Ҡыҙҙың ҡартәсәһе беҙҙе ҡыуанып ихлас ҡаршы алды. Уның сабыйҙарса шатланған мәле әле лә күҙ алдымда.
—Э-й-й-й, балаҡайым, һаумы. Ҡасан килдегеҙ ауылға?—тип әбей ейәнсәренең арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды.
—Мин инде ауылда бер аҙна...
—Бынағайыш, ниңә быға тиклем килмәй йөрөнөң?
—...
— Кем алып килде ауылға?
—Әсәйем алып килде лә ҡайтты.
—Гел өләсәйеңә киләһегеҙ. Берҙе лә тура миңә килгәнегеҙ юҡ,—тип ҡартәсәй кеше үпкәләп тә алды.
Хәбәрен һөйләй-һөйләй беҙгә сәй табыны әҙерләне. Беҙ ымһынып килгән майлы емештәр ҙә өҫтәлгә ҡуйылды. Тиҙ генә өҫтәл артына ултырҙыҡ. Баяғы муйылды шәкәрләп алдыҡ та һоғонабыҙ ғына. Ҡартәсәй кеше өҫтәлдең бер осона ултырғыс ҡуйып ултырып алды ла, мөләйем генә йылмайып беҙҙе күҙәтә. Ныҡ шатлана ине ул, күҙҙәре балҡып яна. Әле шуны күҙ алдына килтерәм дә, яңғыҙлыҡтан арыған ҡарсыҡҡа ейәнсәренең килеүе оло бәхет булғандыр инде, тип уйлайым. Шулай уҡ уның радионан ағылған йырҙы ишетеп ҡапыл илап ебәргәнен хәтерләйем:
—Ана, «Ә мин ярҙа япа-яңғыҙым» тип йырлай...Япа-яңғыҙмын шул. Кеше хәленә ҡалмай ғына үлһәм ярар ине...
Әбей үҙ алдына һөйләнде. Ул саҡта уның ниңә улай тип әйткәнен дә, нимәгә илағанын да аңламағайным.
Эйе, кемдер олоғайған көнөндә балаларының ихтирам-хөрмәтен тойоп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, матур ғүмер кисерә. Бына быныһы бәхетле ҡартлыҡ! Бәғзеләр тик эскелек кенә уйлап йөрөгән балаларын аҫрап, әсәһенең пенсия алғанын ғына көтөп ятҡан эшһеҙ улдарын бағып, уларҙың ҡырҡҡа етһә лә өйләнмәүенә көйөп йәшәй. Уларҙы бәхетлеләр рәтенә индереп буламы инде?! Һәр көндәре бошоноп, ҡайғырып, көйөнөстә үтә бит.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе бер инәйҙе беләм. Оло ҡыҙы уңышлы эшкә урынлашып, фатир алып, ошо уҡ ҡалала йәшәй башлай. Әммә йәше үтә башлағас, былай яңғыҙ йәшәп булмай тип, үҙ бәхетен эҙләп ҙур ҡалаға сығып китә. Шунда ул сит милләт кешеһен осратып, туйһыҙ ғына ғаилә ҡора. Сығып киткәндән берҙе лә ҡайтып әйләнмәгән ҡыҙының бер йылдан бәпәйе тыуа. Әбей улар янына бара алмай, ә улары был яҡҡа ҡайтмай. Шулай, ҡарсыҡ берҙән-бер терәге, шатлығы булған ҡыҙынан алыҫлаша. Әле бары тик телефон аша ғына бәйләнеш тоталар. Икенсе ҡыҙы иһә күрше ҡалала йәшәй. Тик уныһы эскелек һаҙлығына батҡан. Ҡыҙы ла, урыҫ милләтенән булған кейәүе лә айыҡмаҫтан эсә. Урыҫлашып бөткән ейәндәре башлыса аталарының әсәһендә көн итә. Әбей тәүҙә бәләкәстәрҙе йәлләп, уларға йыш бара. Тик ҡоҙағыйының бер туҡтауһыҙ: «Һинең эшкинмәгән ҡыҙың улымды бөтөрҙө»,—тип битәрләүен күтәрә алмай, ул тарафҡа юлын ҡыҫҡарта. Әле ҡарсыҡ ҡырҡҡа етеп барған улы менән бергә йәшәй. Уныһы бер ҡайҙа ла эшләмәй, өйләнгәне булмаған да һәм өйләнергә уйламай ҙа. Бар белгәне—эскелек. Ул байрам итә башлаһа, әбей урам ҡыҙыра. Бер нәмә алмаһа ла магазиндарға ингән була, таныштарына һуғыла, йәйен иһә баҡсаһында бил бөгә. Эйе, урамда йыш күрәм мин уны. Һаулыҡ һорашып, хәлен белешеп китәм. Бойоҡ күҙҙәрен күргән һайын күңелем әрней. Йәнә шуныһы әсендерә: ул мин белгәндән алып йәйен дә, ҡышын да уңып бөткән бер күлдәктә... Эхх, йүнле балалары булһа, ул да башҡа инәйҙәр кеүек матур күлдәктәр кейеп, мамыҡ шәлдәр ябынып йәшәр ине, моғайын...
Ололар араһында теремек, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, эшкә шәп инәй-олатайҙар бар. Уларға ҡарайһың да: «‡әт әй, йәштәр ары торһон»,—тип әйтке килә. Әле яңыраҡ редакцияға тетә баҫып 73 йәшлек бер инәй килеп инде лә хәлдәрен һөйләп ташланы. Ауыл буйлап әбейҙәрҙең һарыҡтарын ҡырҡыша йөрөүен бәйән итте. Бындай эштәрҙе теләп башҡарыуын да белдерҙе. Тик ултырһа, киреһенсә, һыҙлана, сиргә һабыша башлай икән. Шул саҡ үҙемдең быйыл 86 йәшен тултырған өләсәйемде иҫкә төшөрҙөм. Ул да бит тик ултыра белмәй. Әҙ генә күҙҙән ысҡындырһаң, йә картуф баҡсаһын утап йөрөгән була, йә өй нигеҙен аҡларға керешә.
Ауыр эшкә ҡыҫылмай, йылы өйҙә шым ғына ойоҡ бәйләп ултырған өләсәйҙәр ҙә, гәзит-журналдар уҡып, белем даирәһен байытып, ул-ейәндәренә аҡыллы кәңәштәр биреүсе ҡартатайҙар ҙа бар. Эҫе мейес янында мыжып ятҡан бабайҙар ҙа, ҡул ҡаушырып ултыра белмәҫ, нимәлер юллап, нимәлер хәстәрләп машинала елдереүсе ҡарттар ҙа осрай. Аҡ сәстәрен ялбыратып, ҡулына тотҡан таяҡтарын ҡосаҡлап иҫереп ятҡан әбей-бабайҙар көйөндөрһә, урындарҙа ойошторолған ансамблдә йырлап-бейеп, сәхнәнән төшмәгән инәй-олатайҙар һоҡланыу уята. Бер генә бала үҫтереп тә, унан тик изге һүҙҙәр ишетеп, ҡыуанып йәшәүселәр булған кеүек күмәк бала тәрбиәләп тә, береһенән бер изгелек күрмәгән ололар ҙа бар. Был яҙмыш, был тормош... Быны бер нисек тә үҙгәртеп булмайҙыр. Ә шулай ҙа өлкәндәребеҙ араһында күңел көрлөгө һәм бөтөнлөгө менән айырылып торған, үҙҙәрен бәхетле тойған, ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтергән ҡыҙ-улдарынан тик яҡшылыҡ күргән ҡарттар күберәк булыуын теләге килә. Бәхетле ҡартлыҡ һеҙгә, инәй-олатайҙар!
“Атайсал”, 2014 йыл.
Читайте нас: