Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Декабрь 2019, 17:05

Ах, был көнсөллөк!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАТулыраҡ сайтта уҡығыҙ.Хужаға ярамһаҡланып, дан-шөһрәт өсөн ер булып түшәлергә әҙер әҙәмде аңлай ҙа алмайым. Аҡылға зәғиф тиер инең, ҡарап тороуға һин дә мин кеше. Әңгәмә ҡорһаң ихлас аралаша ла кеүек, эс бауырыңа инеп серҙәш булып та маташа әле ул. Бер ҡатлы балалай бар борсоған уйҙарыңды әйтеп һалһаң, һин боролоп баҫыуға ул шул хәбәрҙе ҡырҡҡа тәкмәстереп ары "тәгәрәтеп" тә ҡуя.

… Үҫмер генә саҡ. Әсәйемә эйәреп йәйләүгә килеп, яйлап һыйыр һауыу эшенә өйрәнеп киттем. Бесән мәле етеүгә әсәйем, үҙ төркөмөн миңә ҡалдырып, ауылға бесәнгә ҡайтасағын алдан уҡ иҫкәрткәйне инде. Ҡарағай һауалы дымлы урман тәбиғәте бала-сағаға бик үк килешеп етмәй, йүткерек, мыршылдап, температура күтәрелеп ауырыу көсәйә тәү осорҙа. Өсөнсө гурттан бер еңгәй, бәләкәс бәпәйе ныҡ ауырыу сәбәпле, ҡайтып торорға мәжбүр булды. Ҡапыл ғына алмашсы юҡ. Кемде ҡалдырырға төркөмгә? Һөттөң мул сағы, етмәһә малсылар слеты алдынан удар ун көнлөк тә иғлан ителгән. Бала ауырығанда ярыш ҡайғыһы юҡ ине еңгәйҙә. Инәлеп өс кенә көнгә һыйырҙарын һауып тороуҙы үтенде үҙемә. Ризалаштым.
Ят һыйырҙар, етмәһә әсәйем дә икенсе лапаҫта. Шулай ҙа һыр бирмәй мотор тауышына йырлай-йырлай һыйыр һауам...
Беренсе көн һин дә мин үтте. Икенсе көн мин һауған гурттан бер апай эшкә сыҡманы ла ҡуйҙы. Ауылға ҡайтҡан да килмәгән, тинеләр. Мөлдөрәп текләп, елендәрен саҡ һөйрәп ингән һыйырҙарҙы нисек сыбыҡлап ҡыуып: "Һеҙҙең хәзәйкә килмәгән",--тип әйтмәк кәрәк?! Бәлки, киске һөт машинаһында килер тип, уның һауын аппараттарын да ҡороп, яйлап бер ыңғай һауа ла башланым. Эшләгәнгә эш ҡарышмай, әммә ныҡ арыным, иллә мәгәр алтмыштан артыҡ һыйырҙы ҡараңғы төшөүгә һауып бөттөм. Һауыуы һауыу, һөтө күп бит әле! Ташый торғас, ике ҡул талып, яурын һыҙлап китте. Һөт ташыусы машина килеп китте, теге апай юҡ. Иртәнге һауында ла мәз килеп ике төркөмдө һауып ҡуйҙым. Төшкә табан ғына эшен "онотҡан" апай йәйләүгә килде. Моғайын да һыйырҙарын һауғанға рәхмәт әйтер тип эстән өмөт иткән булам.
—Маңҡа ғына көйө, нимә, ударник булам тип тырышып кеше һыйырын һауҙыңмы? Һаумаҫҡа ине! Тиҙ һикермә әле һин, ҡыҙый, тороп то-о-ор! Һинән алда мин бар! Белмәһәң бел: апайың егерме йыл һөрөлөп ошонда һыйыр һауа, һин бында килеп ике көн эшкә баш тығып почет алмаҡсыһыңмы?! Никакуй!-- тип ҡуҡыш күрһәтеп инеп китте үҙ аласығына был апай.
Аптырауҙан ауыҙ асып ҡатып ҡалдым. Ит изгелек--көт яуызлыҡ, тигәндәре ахыры шулдыр инде. Нишләп был эргәһендәге еңгәйҙәр уның бер һыйырын да индереп һауырға риза түгел икән тип уйлағайным, бына бит эш ниҙә?!
Мине яҡлашып ауыҙ асҡан әсәйемде лә әллә ниндәй һүҙҙәр менән ҡойондороп ҡуйҙы шул ыңғайҙа был апай. Былай ҙа шым тәбиғәтле әсәйем: "Ҡуй, эт менән эт булғансы! Эшләгәндән ҡулың өҙөлөп ҡалмаған әле, төкөр!"--тип ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы.
Әр-битәрҙең башы ғына булған икән был. Киске һауынға сыҡҡас, теге апай лаборанттан мин һауған һөт күләмен һорашып: "Һыу ҡушып шулай һауымды күтәрҙеңме?"--тип күҙемә инеп килерҙәй булып аптыратты. Үҙем ҡурҡам, "Ю-у-уҡ!"--тигән булам. Һауын аппараттарын бысратҡанмын икән, һыйырҙарын туҡмағанмын, һауып бөтөрмәй һыйырҙарының еленен дә боҙған булып сыҡтым шул ике һауында. Биҙрәләрен ҡойолап, саймай әсетеп түңкәргәнмен. Эш кәреһе белмәҫ көйө болғанған булдым уныңса.
Әсәйгә әйтмәнем был игәлеүҙе. Шулай ҙа ныҡ ҡына күңелем төштө, бошондом. Ошо апай янында көн ярым һыйыр һауыу көн ярым тау аҡтарыуға тиң булды. Ысынын әйткәндә, тамсы ла һыу өҫтәмәгәйнем шул һөткә. Миңә ударник булыу нимәгә? Бәпәйе ауырыған еңгәйгә ярҙам итәм тип кенә…
Әсәйем бесәнгә тип ҡайтып киткәс, бер яңғыҙым бер аласыҡта йәшәп ҡалдым. Иртәнге һауынға сығыр саҡта тупһамда ирҙәр аяҡ кейеме, йә костюмы күреп, берәйһе онотоп ҡалдырҙымы икән, тип уйлап шылдырып һала инем. Теге апайҙың этлеге тип кем уйлаһын?
Йыуып элгән керҙәрем араһына ирҙәр ыштанын килештереп берәү элеп киткәс, шаяртыу тип көлә-көлә керҙәремде йыйҙым. Ә был ваҡытта ул апай үҙенә ҡорҙаш әшнәләр йыйып, миңә нахаҡ исем тағып сәйнәп ултыралар тип һис тә уйларға башым етмәгән икән шул. Ә иң күңелде уйып ҡырыр һүҙҙе ул тап шул малсылар слетында, барса халыҡ алдында сәпәне.
"Иң йәш һауынсы" номинацияһына дәғүә итеүсе тип бүләкләргә сәхнәгә саҡырҙылар. Оялышымдан оторо кеше араһына сумып, башым эйҙем. Шул саҡ:
—Бер ҙә баламын тип тормайың әле, завфермының алдында сөр бейейһең, сыҡ, управҡа ла оҡшап китерһең бәлки!--тине лә, көр тауышы менән ялан яңғыратып көлөп ҡуйҙы.—Ха-ха-ха-ха-ха-ха…
Эҫе көндә боҙло һыуға ҡойонғандай тойҙом үҙемде. Минең өсөн байрам бөттө. Аласыҡҡа ҡайтып буҫығып-буҫығып иланым...
Этелә-төртөлә йәй ҙә үтте, әллә күпме "исемдәр" менән "баһаланып" ҡайттым йәйләүҙән уҡыуға. Беҙҙең халыҡта тапҡыр бер әйтем бар: "Сысмаған к...ә б... йоҡмай". Аллаға шөкөр, хәҙер иҫләргә генә ҡалды был ваҡиғаларҙы.
Көнсөллөк, көнләшеү...
Ниндәй генә хеҙмәт коллективын алма, ҡайһыныһында ла бар ул ундай хөсөтлө әҙәмдәр. Хужаға ярамһаҡланып, дан-шөһрәт өсөн ер булып түшәлергә әҙер әҙәмде аңлай ҙа алмайым. Аҡылға зәғиф тиер инең, ҡарап тороуға һин дә мин кеше. Әңгәмә ҡорһаң ихлас аралаша ла кеүек, эс бауырыңа инеп серҙәш булып та маташа әле ул. Бер ҡатлы балалай бар борсоған уйҙарыңды әйтеп һалһаң, һин боролоп баҫыуға ул шул хәбәрҙе ҡырҡҡа тәкмәстереп ары "тәгәрәтеп" тә ҡуя.
Күңеленә эйәләгән боҙоҡ уйҙан арына алмай ундайҙар үҙаллы. Күҙҙәре көлөп, телдәренән татлы бал тамһа ла, нисек тә булһа кемдеңдер күңелен ҡыйырға сәбәп-йөй эҙләп бер була.
Хәтеремдә өләсәйемә бер еңгәй ноҡот һалдырырға килде. Ниндәйҙер ойоғон юғалтҡан икән ул еңгәй. Күршеһенән күрә. Ноҡот һалған арала шул күршеһенең уларға ниндәй этлек ҡылыуҙарын да һөйләп ташланы. Өләсәйем тын ғына серле таштарын тартып бөткәс:
—Нигеҙеңдән сыҡмаған ул нәмәң, ныҡлап ҡара. Табаң. Ҡыуанаһың,--тине.
—Бет итеп эҙләнем, юҡ шул. Инәй, ней, өшкөрөпмө шунда берәй нәмә бир әле. Шуларҙың тормошо ныу йәнемә тейә бит!--тип һалды.
Өләсәй ундай уҡ ғәмәлдәр башҡармағас, белеп торам ҡаршы килерен. Яйлап ҡына шкафтағы тотонолмаған сәйнүк эсенән бер нәмә алып ҡағыҙға төрөп бирҙе. Әллә нимә өйрәтте, оҙатып тышҡа уҡ сығып ҡалды.
Аҙаҡ ҡына белдем өләсәйем өшкөртөлгән тоҙ биреп, ул еңгәйҙең үҙенә дауаланырға кәрәген әйткәнен...
Сыҙамлыҡты, сабырлыҡты һынар өсөн ебәрелгәндер ергә улар ҙа. Бөтә көтөүҙе бер һыйыр болғай алғаны ла күптән үк мәғлүм бит.
Һөттән--аҡ, һыуҙан саф әҙәм юҡ. Әммә әжәлгә ярамһаҡланып ҡасып ҡалғандар, ғәйептәрен башҡаларға япһарып ожмахҡа инеп киткәндәр юҡтыр ул…
Миңзәлә Сирғәлина.