Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Ноябрь 2019, 14:00

Атайҙың бысағын бир!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА — Ҡарындаш, ышанаһыңмы-юҡмы инде, үткән аҙнала бер туған ағайым, мин өйҙә юҡтан файҙаланып, танамды һуйып тейәп ҡайтҡан. Себерҙә инем. Ҡатын да эштә булған. * Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Юл аҙабы--гүр ғазабы, бигерәк тә йәшәгән ерең автобустар һирәк йөрөгән оло юлдан ситтә булһа. Ҡалаға барып, иртүк үҙ йомоштарымды йомошлап бөткәс, кискә генә булыр автобусты көтөп көтөк булғансы тип, ҡайтыр юлға сыҡтым. Берәй мәрхәмәтлеһенә тап булһам, ярты юлға хәтлем булһа ла ултыртыр, тип өмөтләнәм эстән. Шыжлатып машиналар ағымы уҙа, уң ҡулымды ҡыйыр-ҡыймаҫ күтәреп юл ситендә торам. Әһә, бына бер машина уҙып китеп туҡтаны.
Урта йәштәрҙәге ағай кеше ҡайҙа барыуымды һорағас, ултыр тигәндәй ымлап ҡуйҙы. Бер яҡҡа икән юлыбыҙ.
Алсаҡ, аралашыусан булып сыҡты юлдашым. Һөйләшеп барырлыҡ иптәш булһа, юл тиҙерәк үтә, тип тә өҫтәне. Ауыл кешеләренең ни уртаҡ хәбәрҙәре байтаҡ. Быйылғы ҡоролоҡ, мал аҙығы наҡыҫлығына әсендек. Әле ныҡлап ҡар ятмаған баҫыу өҫтөндә ирекле йөрөгән малдарға ҡарап һүҙ һаттыҡ .
— Һеҙҙең яҡта "ике аяҡлы бүреләр" һөжүм итмәйме малға ?--тип һораны ағай шул саҡ.
Ҡапылғара урман хайуаны бүре иҫкә килһә лә, ике аяҡлы тигәс, аптырай төштөм.
— Әллә, һиҙелмәй шикелле, бер ҙә ишеткәнем юҡ һуңғы осор,--тип яуапланым.
— Ҡарындаш, ышанаһыңмы-юҡмы инде, үткән аҙнала бер туған ағайым, мин өйҙә юҡтан файҙаланып, танамды һуйып тейәп ҡайтҡан. Себерҙә инем. Ҡатын да эштә булған.
— Аһ, нишләп икән? Бөтөнләй һорамаймы ни?
— Һораманы шул...Һораһа бер асыу, һыйырҙарҙы иткә тейәтеп, таналарын ҡалдырғайным. Курмы әҙ бит, шуға. Туған тигәс тә бигерәк шашты, бына ялыу яҙып ҡайтып киләм. Күпме була инде ул ағайҙың баш-баштаҡлығына түҙергә?
— Бер туғанмы?
— Эйе.
— Ҡарындаш, бына уйлап ҡарале... Атай-әсәй барҙа ағай һин дә мин ҡырҙа йөрөнө : өйләнде, донъя төҙөнө, ИП асып һатыу итте. Бер-бер артлы атай-әсәй үлгәйне, тотондо мине таларға. Йә уға атайҙың "дружба"һы кәрәк, йә матайы. Улар байып, сит илдәрҙә ял иткәндә, мин ғаиләм менән донъя көтәм тип бесән эшләйем, ә ул исмаһам: “Ҡустым, хәлең нисек, ярҙам кәрәкмәйме?”--тигәне лә юҡ. Быйыл өлгөрә алмағас телефондан һөйләшкәндә: “Берәй көн килеп бесән күбәләшегеҙ әле, ағай”,--тинем. Ҡырҡ сәбәбен табып һылтауланы. Көҙ етһә, гел ит иҫенә төшә, киң асып моҡсайын килә. Тәүҙә ағай бит әле, тип өлөш бүлдем. Хәҙер йән көйә башланы, балалар үҫә, расхут та күбәйҙе. Етмәһә ҡоролоғо ҡаҡшатты, быйыл инде йыйып алдым булғанын тигәйнем, ҡойма ямғырҙары яуып быҡтырҙы кәбәндәремде.
Башта еңгәй ҡотортамы икән тип уйлап еңгәйҙе яман күрҙек, уныһын айырып икенсене алды, барыбер шул холҡо ҡалды ағайҙың, үҙгәрмәне, һаман беҙҙе талай.
— Ағайығыҙ берәүме? Башҡа туғандарығыҙ ни ти һуң? Өндәшмәйегеҙме әллә?
— Ағай шул берәү, унан тыш, йәнә ике апай бар. Улары ни үҙ донъяларына бикләнеп бөткән, теләһә нишләгеҙ тигән кеүек яурын һелкә лә ҡуялар.
— Һыы, ҡыйын хәл...
— Ҡыйын шул, ҡарындаш, һин себерҙә йөрөйөң ти ҙә ҡала ағай. Себер тигәс тә, көрәп тоҡҡа аҡса һоҫоп ҡайтмайым бит?! Һыуыҡта туң тимер тотоп көнө буйы эшләүе лә анһат тиме икән? Һаулыҡты кеҫәгә аҡса итеп һалып ҡайтабыҙ инде, ҡалайтаһың, аҡса кәрәк.
— Тимәк, һеҙ кинйәкәү?!
— Эйе, донъяны атай миңә яҙҙыртҡан. Донъя тигәс тә әллә ниндәй хан йорто түгел инде, 79-сы йылда һалып ингән йорт. Нигеҙе, тәҙрә аҫтары серегәс, үҙем алмаштырҙым. Атайҙан ҡалған "Урал" матайын атайҙы ҡуйғас та тейәп ҡайтты. Ярай алһын, төҫө итеп тотор тинем. Ҡайҙан инде, шунда уҡ буяп ремонтлап һатып ебәргән. Аҙаҡ бейә һорап килде. Техника әле юҡ саҡ, бесәнгә нимә менән барам тип бирмәнем. Талашты. “Атайҙың байлығына баттың, пенсияһын ашаның һин”,--тип йөҙгә бәрҙе. Ауырыу, түшәктә ятҡан атайҙың тәрбиәһе анһат булған тиме икән, күпме дарыу ташылды, уны белмәне. Ярауы аҫтында саҡта ҡайтып та ураманы, биш йыл ҡараным. Ризамын атайҙы ҡарауыма, фатихаһын биреп ятты,--күңеле тулдымы ағайҙың, бер туҡтауһыҙ тамағын ҡырып, ян тәҙрәнән тышты ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Шунан һүҙен дауам итте.—Мин өйҙә юҡта кәләштән: “Атайҙың бысағын бирегеҙ”,--тип таптырып бөткән. Өйҙә булһам, белмәйем ни сығыр ине, ярай Хоҙай араланы, эштә булдым...
Ауыр тынлыҡты киртәс юл һиңкеткәндән сыҡҡан тауыш ҡына тултыра. Ишеткән хәбәрҙән сығып уйҙарыма сумам...
…Өлөш таптырып талашырлыҡ атайым мөлкәте, яғалашыр ҡарун туғаным юҡ, шулай ҙа ике, хатта өс бер туған балаларҙың байлыҡҡа (ата-инәләре тере көйө әле!) талашына шаһит булғаным, ир еткән уландарын тыя алмаған әсә кешенең күҙ йәшен түгеп илаулағанын да күреп беләм. “Бала саҡта беләккә көс, үҫә төшкәс йөрәккә көс, эх һин, бала”,--тип сеңләй ине шул инәй. Имсәктәш балаларҙа була торған хәл был, тип йыуатты уны кемеһелер.
Ағай-эне талаша, атҡа менһә яраша, тигән әйтем урынлымы был осраҡта? Юҡтыр, тием. Олоһо оло булып белмәгәнде, кесеһе гел кеселекле булып киҫелеп ҡалғыһы килмәй ҡырталаша. Икәүһе лә "тимер ат" өҫтөндәләр. Бер яҡтан уйлаһаң шулай, ағай тигәс тә, ҡустыны нахаҡ ҡыйырһытырғамы ни?
Уйҙарымды телеп юлдашым телгә килде :
— Ҡарындаш, бына оят булһа ла ағайым өҫтөнән ғариза яҙып ҡайтып киләм әле. Бөгөн танамды тейәне, иртән һыйырыма тейер, аҙаҡ өйҙө лә һүтә башлар. Шым ҡалырға телһеҙме ни мин?
— Эйе шул...--башҡа ни тиергә лә белмәй ҡар бөртөктәре осоноп төшә башлаған ҡыр баҫыуҙарға терәнем ҡарашымды.
--Үпкәләмә инде, ҡарындаш, тыңлаусы булһа, һөйләһәң еңел булып ҡала. Шуға һыймай китеп сер систем,--алсаҡ йылмайып ҡарап ҡуйҙы ағай кеше.
— Эйе шул, нишләп үпкәләй ти.
Машина тирә-яғын киң баҫыуҙар уратҡан оло ауылға төшкән юлға боролдо. Мин тағы ла юл сатында ҡалдым. Хәбәрсел ағайым үҙ хәсрәттәрен үҙе менән алып, тәрән уйға мине лә һалып һаубуллашып китеп барҙы.
Әкрен генә ҡар бөртөктәре төшә ергә. Донъя һил, сихри матурлыҡ көҫәй күңел. Тик йөрәк түрен семетеп-семетеп юлдаш ағай ҡалдырған уй уя. Ә минең улдарым да шулай әҙәм көлдөрөп мал-байлыҡ өсөн бер туғанын талар сиккә етмәҫме икән? Булмаҫ тимә, туған-туғанға ҡатышмаҫ, байлығына ҡарап табын йыйыр заманға еттек. Бер туҫтаҡтан ашап үҫкән бала-сағалар, заман талаптарына яраҡлашып, мал йыйыу хәстәрендә ил буйлап мәрйендәй сәселә, тыуған йорт тотҡаһы булған атай-әсәй мәңгелеккә күскәс, нишләп балаларҙа туғанлыҡ тойғоһо үс-нәфрәткә әүерелә икән? Байлыҡ, мал мөлкәт...Барыһы ла ерҙә ҡала ла һуң... Ят ярлыҡамай, үҙ туғаның үлтермәй, тигәндәрен оноттоҡмо ни? Аяҡтарым юлда, ә күңелемдә бары бер теләк: тәүфиҡле бул инде, балам!
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: