Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Ноябрь 2019, 13:00

Кем һин заман геройы?

... Бына Рәмил әрмеләге “дедовщина”ға бөтә һалдаттар исеменән протест белдерә. Ә Луиза иһә ипотекаға, кредитҡа муйындан батҡан халыҡтың үсен ала. Улар—маладис. Улар—герой.

Бөтә донъя баштүбән түңкәрелгән заманда йәшәйбеҙ. Яҡшыны ямандан айырыуы ла ҡыйын. Бар ғәләмдә яуызлыҡтан башҡа нәмә юҡ, әҙәм балаһы насарлыҡ ҡына ҡылып йәшәргә тейеш кеүек булып китә ҡай саҡта.
Интернет селтәрендәге яңылыҡтарға күҙ һалһаҡ, үлтереш, атыш, урлыҡ, көсләү, талаштан башҡа донъяла бер ни ҙә юҡ кеүек. Журналистар уҙыша-уҙыша шундайыраҡ хәбәрҙәрҙе ҡуйырта, кәрәгенән дә кәрәкмәгәненән дә сенсация яһай. Кемгә кәрәк был? Моғайын да, тегеһенә лә, быныһына ла. Журналист рейтинг артынан ҡыуа, пиар көҫәй. Уға юҡ нәмәнән дә сенсация яһап, кеҫәһен саҡ ҡына булһа ла ҡалынайтырға кәрәк. Ә халыҡ... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты ана шул атыш, урлыҡ һәм көсләү тураһында хәбәрҙәр нығыраҡ ылыҡтыра, буғай. Юғиһә, журналист халҡы кемуҙарҙан ҡот осҡос хәбәрҙәр яҙмаҫ ине.
Күптән түгел генә барыһы ла үҙе эшләгән банктан миллиондар урлаған Луиза Хәйруллина тураһында хәбәр ҡуйыртты. Нисек кенә әйләндереп тулғандырманылыр шул хәлде. Уныһын онота ғына башлаған инек, хәҙер килеп яңылыҡтар таҫмаһын йәш һалдат Рәмил Шәмсетдинов биҙәй.
Ихтыяж тәҡдимде барлыҡҡа килтерә тиҙәр. Журналист яҙа икән, тимәк, халыҡ шуны көҫәй, шуға ылыға. Беҙҙең баҫма был хәбәрҙәрҙән ниндәйҙер кимәлдә ситтәрәк ҡалырға тырышты. Сөнки уҡыусыларыбыҙ күңелдән сыҡҡан йылы ғына тойғоларҙы, хәтирәләрҙе нығыраҡ баһалай кеүек. Теләһә ниндәй ҡот осҡос хәлдәр тураһында яҙырға ҡул да бармай. Ҡайһы берҙәре хаҡында, ысынлап та, өндәшмәй ҡалмайынса ла булмай...
Әлбиттә, журналист яҙғас, халыҡ был хәлдәргә үҙ фекерен дә белдерә. Луиза һәм Рәмил менән бәйле хәлдәрҙә халыҡтың күп өлөшө уларҙы аҡлай кеүек. Аҡлау ғына түгел, бәғзеләр герой кимәленә сығарып та ҡуя хатта... Бына Рәмил әрмеләге “дедовщина”ға бөтә һалдаттар исеменән протест белдерә. Ә Луиза иһә ипотекаға, кредитҡа муйындан батҡан халыҡтың үсен ала. Улар—маладис. Улар—герой. Йәғни, енәйәтте аҡлайбыҙ. Был осраҡта, ысынлап та, тота килеп аныҡ ҡына кемделер ғәйепләп тә булмай. Луизаны етәрлек кимәлдә тәмләп-тәмләп сәйнәп бөттөк, шикелле. Урлыҡҡа барыуының аныҡ ҡына сәбәптәре асыҡланманы. Хәйер, хәҙер уның тураһындағы хәбәрҙәр менән халыҡты аптыратып та булмай. Халыҡҡа инде ул хәтлем ҡыҙыҡ та түгел.
Ә бына Рәмил атлы егет йәл. Ысынлап та, йәл... сөнки ул әле йәшәп тә өлгөрмәгән бала ғына. Ниҙәр этәрҙе уны был аҙымға? Киләсәктә егетте ни көтә? Кем бында ҡорбан? Мәрхүм булғандарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, балалары ла йәл. Кемдер ғәзиз балаһын әрменән көтөп ала алманы, кемдер атайһыҙ, ирһеҙ ҡалды. Һорауҙар күп... уйҙар тынғы бирмәй. Әммә яуап ҡына юҡ. Аныҡ ҡына сәбәптәрен белмәҫбеҙ ҙә инде. Сөнки ғәҙәттә теге йәки был хәл булһа, башта сурытабыҙ-сурытабыҙ ҙа, аҙағы беҙгә мәғлүм булмай сер булып ҡала.
Шулай ҙа кем һуң Луиза менән Рәмил? Заман ҡорбандарымы? Әллә геройҙары? Енәйәтсе тип әйтергә тел дә әйләнмәй... нисектер күңел ятмай...