АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Ноябрь 2019, 16:00

Битараф булма, изгелек ҡыл…

Ҡысҡырышып балалар менән уйнаһаң—зыу килеп һуғыштылар, тиҙәр… Сатнаған тәҙрә өлгөләрен алмаштырһаң, күҫәк болғап боларып бөткәс, донъя һипләй былар, тип ҡуялар. Тайғаҡ юлда ҡыйыш баҫма—эскәндәр иҫәбенә инерһең.

Битараф булма, изгелек ҡыл…
Әүәлгесә халҡы гөрләп-гөжләп тормаһа ла, был таш йортҡа ингән-сыҡҡан әҙәм бар әле. Бер туҡтауһыҙ һәр килеүсегә текләп, "Сибай, сибай" тип әйҙәп ҡысҡырған, ыңғайына асҡыс бәйләмен шыртлатып өйрөлткән йыуантаҡ ир ҙә һалҡын иртәлә вокзалға ниндәйҙер кимәлдә ҡот өҫтәй һымаҡ. Асфальт болдорға гөлдөр-гөлдөр "һөйләнешеп" төшкән күгәрсендәрҙе ҡыҙыҡ күреп өркөтөп баҫтырған 2-3 йәштәрҙәге малай өләсәһе (әсәһе тиер инең ныҡ оло күренә) менән автобус көтә. Томанлы иртәме, танауҙы йыйыртҡан монар еҫеме сөскөртөргә самалап ҡытыҡлап ҡуя. Арыуыҡ торғас, бордюр ситләп ҡуйылған асыҡ һауалағы эскәмйәлә ир кешенең ҡырын йоҡлап ятыуын күрҙем. Иҫерекме икән? Иң беренсе башҡа килгән уй шул булды. Таң менән бит әле, уф, ошо эскеселәрҙе!
Әле генә пыран-заран күгәрсен өркөтеүҙән ҡыҙыҡ тапҡан балаҡай баяғы ир янына барып шып туҡтаны
— Баба, а дяде плохо, да?- тип өләсәһенә (ысынлап та, өләсәһе шул! ) ҡараны. Уныһы:
— Отойди! Он грязный! Да, пьяный он,--тип малайҙы еңенән тартып елтерәтеп икенсе ергә шылдырып ҡуйҙы.
Ике күҙен эскәмйәләге ятҡан ирҙән һаман ала алмаған балала һорауҙар күп ахыры.
— Баба, а дядя заболел? Как я, тот раз?--өләсәй кеше бала һүҙенә ҡолаҡ та һалмай телефондан ниҙер эҙләп соҡона—Укол "пщикать", витаминку пить надо ему, да ведь баба?
— Да! Да!--асыулы тонда ҡаты өндәшкән өләсәйгә бала иғтибар ҙа итмәй тағын һорау теҙҙе:
— Баба, а зачем никто не будит дядю? Скорую машину с мигалкой (ошо урында малай ҡулын баш осона ҡуйып, сигнал эшләп өрөлөп йүгереп тә алды ) вызвать надо!
— Не болтай всякую чушь! На тебе кусок хлебца, прокорми лучше вон этих птиц, спасибо скажут тебе они,--сумкаһы төбөнән икмәк киҫәген сығарып өләсәй кеше балаға һондо.
Ҡыуанып кескәй устар икмәк өҙөп әле был, әле теге яҡҡа һелтәй ҙә башланы.
— Баба, а как они мне спасибо скажут, если вовсе не умеют говорить?
— Господь бог видит и отблагодарит тебя за это,—өләсәй кеше асыҡ һауаны төртөп өҫкә күрһәтеп ҡуйҙы.
Аңшайып ауыҙын асҡан бала ҡулындағы икмәген дә өҙөп һалыуҙы онотоп һауаны ҡараш менән айҡаны.
— А где он ? Не видно же?
— Ты не видишь, а он всех нас видит.
Шул саҡ малай ҡулындағы ҡалған икмәк киҫәге бетәү төшөп ҡоштарҙың "һуғыш " сәбәбенә әйләнде. Сосорағы, үткән-сүткән кешеләрҙән дә ҡурҡмай, болдор уртаһына алып ҡасып, берүҙе ултырып суҡып-талап икмәк ашай башланы.
Йүгереп барып малай күгәрсенде ҡыуып маташты.
Тәғәменән айырылырға теләмәгән ҡош суҡышына эләктереп икмәкте асыҡ һауалағы эскәмйә аҫтына инеп ҡотолдо.
— А че ты пытаешь-то его? Пускай ест,—өләсәһе һүҙ ҡушты. Малай ҙа һүҙ эҙләп кеҫәһенә төшмәне :
— Господь бог не увидет ато, пускай ест здесь,--ҡошто асыҡ ергә төртөп сығарып малай саҡ тынсыны...
Пышылдап-тыхылдап автобус килде. Мин бараһы түгел. Ҙур-ҙур сумкаларын йөкмәп малайлы өләсәй ҡыбырланы. Тәтелдәп-тытылдаған телдәр малай автобус эсенә инеп китте. Вокзал тышын моңһоу тынлыҡ алды. Автобус тәҙрәһе аша тыштан күҙен алмаған бала ҡарашы берсә эскәмйәләге иргә төшһә, берсә өйөрөлөп тамаҡ эҙләгән күгәрсендәрҙе күҙәтте. Автобус ҡуҙғалған саҡта, малай аңшайып эйелә биреп, автобус тәҙрәһенән вокзал өҫтөндәге һауаны ҡарап маташа ине...
…Ҡолап ята…Тимәк, иҫерек. Юл уртаһына ауған кеше күрһәк иң беренсе шулай тибеҙ, эйе бит?!
Бер шулай ҡәйнәмдәрҙә мунса инеп ҡайтып килешләй, еҫ тейгәнен белмәй сығып урам юлы уртаһына ауғанмын. Ҡаршыма бер ир кеше килә ятҡанын иҫләй инем, аҙаҡ ишетелде, мин иҫереп ҡолап ятҡан булғанмын икән.
Ҡысҡырышып балалар менән уйнаһаң—зыу килеп һуғыштылар, тиҙәр… Сатнаған тәҙрә өлгөләрен алмаштырһаң, күҫәк болғап боларып бөткәс, донъя һипләй былар, тип ҡуялар. Тайғаҡ юлда ҡыйыш баҫма—эскәндәр иҫәбенә инерһең.
Ә бит баяғы балаҡай һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, эскәмйәләге ир, бәлки, ауырып йығылғандыр?! Ярҙам кәрәктер, тик әйтергә көсө юҡтыр?!
Эскән булған хәлдә лә, тышта ноябрь, һыуыҡ, өшөүе ихтимал.
Битарафлыҡ...
Ҡыҙыҡһыныусан, бер ҡатлы бала күңелен тыйыуҙар менән бар әйләнә-тирәгә битараф булырға әйҙәйбеҙ түгелме?
Ваҡыт үткәс, юл һүткәс, нишләп ярҙам ҡулы һуҙманым икән, тигән уй һуңлап тыуа...
…Сауап, рәхмәт, саҙаҡа көсө...
Баяғы бала әйткәнсә, эскәмйә аҫтында ашаған ҡошто Хоҙай Алла күрмәй һәм рәхмәте килеп етмәй, тигән кеүек, һәр ҡылған (әллә ҡылмаған?!) изге эштәрен һанап-теүәлләп, тәфсирләп фото менән нығытып теркәп барған кешеләрҙе аңламайым. Хоҙай күҙе—йәшен уғы кеүек, ете юрған бөркәнеп ятһаң да килеп һине таба... Иҫбатларға кәрәкмәй...
Миңзәлә Сирғәлина.