АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Ноябрь 2019, 15:00

Онотолған ололар...

Миңзәлә СирғәлинаЖурналистар килгән, әңгәмә ҡорған, төшөргән. Әбей ҡәнәғәт ҡарап ултырған да: — Аллаға шөкөр, хатта ҡәнәғәтбеҙ тормошҡа. Бына йә инде, алайҙа килдегеҙ, улым көтөүсе инее, хәҙер лампышка ғына бора,--тип һалған ти...

Ҡулына тонометр тотоп урам тышында торған был инәй миңә сәйер тойолдо. Яҡынлауымды һиҙеп :
—Улым, дәвлинйәмде генә ҡарап әйт әле, зинһар!—тип өндәште. — Үлсәйем дә ул, күҙем етә күрмәй, томаланып тик торасы, тип өҫтәне.
Салбарҙа торғас, ир-ат булып күренгәнмендер. Бер аҙҙан минең ҡатын-ҡыҙ затынан булыуымды шәйләп: “Эй балам, күҙгенәм етә күрмәй бит”,—тип ҡуйҙы.
Ҡан баҫымы ысынлап та юғары ине уның. Ниндәй дарыу, күпме эсергә икәнен беләм мин, балалар өйрәтеп китте тип, рәхмәттәрен әйтеп инеп китергә ашыҡты инәй өйөнә.
— Инәй, һеҙгә медсестра килмәйме ни хәл белергә,--тип һорай һалдым артынса ҡабаланып.
— Ололар көнө етеп килгәндә выраш (врач) менән ҡуша килгәйне. Башҡа килгәне юҡ. Май байрамы (еңеү көнөн әйтәлер тип аңланым, тыл ветераны бит үҙе) етә башлаһа, килә торғандар әле, шуға һәтлем үлмәһәм,--тип уйынлы-ысынлы әйтеп инеп китте инәй.
Уҙа барһа бер нисә оло йәштәге ҡарттары бар ауылға медсестра нишләп айына бер булһа ла бармай икән? "Иламайҙармы" әллә был ололар? Беләм, ишеткәнем бар—"илайҙар". Яңғыҙы ғына көн иткәндәре бар, ярай ҙа бала сағаһы булып дарыу-фәләнен алып килеп торһа. “Медпункт юҡ”,—тип кенә ярҙамға мохтаждарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамайҙыр бит, социаль хеҙмәткәргә генә япһарыу ҙа урынһыҙ.
Ә тимур командаһы? Йәшерен-батырын түгел, уныһы ла тик ололар көнө алдынан ғына, тик бер тапҡыр.
Ошо урында әле беҙҙең бәләкәй саҡтан килгән бер лаҡап иҫкә төштө. Ул саҡта ла ололарға иғтибар ваҡытлыса булған...
Бер һуғыш ветеранына ҡаланан журналстар киләсәге, Еңеү байрамы уңайынан интервью аласаҡтары хаҡында хәбәр итәләр. Был хәлде алдан белгән урындағы хакимиәт башлығы тиҙләтеп уныһын-быныһын эшләтә, ветеранға ярарға тырыша. Хатта ветерандың һарыҡ көтөүсеһе булған улын мәктәпкә завхоз итеп индереү яйын күргән. Бабай ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, әбей сос ти барһына. Төпсөнгәс, завхоздың кем икәнлеген әбейгә аңлатҡандар.
Журналистар килгән, әңгәмә ҡорған, төшөргән. Әбей ҡәнәғәт ҡарап ултырған да:
— Аллаға шөкөр, хатта ҡәнәғәтбеҙ тормошҡа. Бына, йә инде, алай ҙа килдегеҙ, улым көтөүсе ине, хәҙер лампышка ғына бора,—тип һалған ти...
Миңзәлә Сирғәлина.