Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Ноябрь 2019, 15:47

САБЫЙҘАРҘЫҢ САФ КҮҢЕЛЕ ТАПЛАНМАҺЫН

САБЫЙҘАРҘЫҢ САФ КҮҢЕЛЕ ТАПЛАНМАҺЫНРезеда УСМАНОВАЕйәнен алырға килгән әсәһенә Г. баланың барлы-юҡлы кейемдәре тултырылған пакетты һона ла, үҙенең ирекле булыуына шатланыуын белдерә. Өләсәй кеше малайҙың тәнендә тәмәке менән өтөлгән эҙҙәрҙе күреп аптырауға ҡала...

Ҡанһыҙлыҡ, бәйһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә бара. Әле кемделер хайуандарса салып киткәндәр, ҡайҙалыр кемдеңдер ғәзиз балаһын үлтереп, һыуға ырғытҡандар…Эйе, ошоға оҡшаш фажиғәле хәлдәрҙе ишетһәк: “Эсеп, иҫерешеп, нимәһендер бүлешә алмай эләгешеп киткәндәрҙер”,--тип үҙ фекеребеҙҙе белдереп тә ҡуябыҙ. Дөрөҫ, бер кемгә лә сер түгел ул, барлыҡ бәләләрҙең башы—эскелек.
Күҙҙе генә түгел, аңды томалаған иҫерткес эсемлек нисәмә кешенең башына етте, күпме яҙмыштарҙы пыран-заран килтерҙе. Иң аяныслыһы—ҡот осҡос сирҙең ауына гонаһһыҙ сабыйҙар эләгә. Моғайын, Екатеринбург дауаханаһында булып үткән башҡа һыймаҫлыҡ мәхшәрҙе зәңгәр экрандарҙан күргәнһегеҙҙер. Унда шәфҡәт туташтары сабыйҙарҙың ауыҙын пластырь менән йәбештереп, илгә үҙ “данын” таратҡайны.
Күптән түгел Ишембай районында булған ошоға оҡшаш хәл менән матбуғат биттәре аша танышып, шаҡ ҡатҡайныҡ. Газ плитһе менән генә йылытылған һыуыҡ өйҙә температураһы күтәрелеп киткән сабыйының илауына түҙмәгән әсә, баланың ауыҙына имеҙлек ҡабыҙып, уны скотч менән нығытып ҡуя. Күршеләренең мәрхәмәтлелеге менән бер йәшлек ҡыҙ бала дауаханаға оҙатыла.
Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була. Тик уларҙы алыҫтан түгел, яҡындан эҙләргә кәрәк. Аҙмы ни арабыҙҙа йорттарын эскеселәр «оя»һына, күңел асыу урынына әйләндергән әҙәмдәр?! Улар менән көн итеүсе балалар ни хәлдә? Нимә менән тамаҡ туйҙыра? Ошоға яуап эҙләп, Сибайҙа йәшәүсе бер йәш ҡатындың тормошона бағайыҡ.
1979 йылғы Г., балаһы тыуғас, күрше өлкәлә йәшәүсе әсәһенә күсеп бара. Эсергә яратҡан ҡатын барлыҡ әсәлек бурыстарын баланың өләсәһенә тапшыра. Өләсәй кеше ейәнен һәм ҡыҙын ҡарар өсөн ике урында эшләй. Көнө буйына тир түккән әсәһенең хеҙмәтен, тырышлығын Г.«юғары баһалай»: йыш ҡына әсәһенә ҡул күтәрә, малай алдында уны туҡмай, көн дә ирҙәр йыйып «байрам» ойоштора. Тиҙҙән әсәһе менән бергә йәшәүҙән «ялҡҡан» йәш ҡатын бер йәшлек улын алып, кире Сибайға юл тота. Ҡалала Г. тиҙ арала иптәштәр таба, үҙе кеүек
эсергә яратҡан кешеләр фатирына йәшәргә инә. Бер йәшлек баланың йән өшөткөс, күңел әрнеткес илауын ишетмәһәләр, көн дә ҡабатланған шау-шыуға күршеләре, бәлки, артабан да түҙеп йәшәр ине. Ике көн ванна бүлмәһендә бикле торған, башы ярылған малайҙы йәлләүселәр баланың өләсәһенә телеграмма ебәрә.
Ейәнен алырға килгән әсәһенә Г. баланың барлы-юҡлы кейемдәре тултырылған пакетты һона ла, үҙенең ирекле булыуына шатланыуын белдерә. Өләсәй кеше малайҙың тәнендә тәмәке менән өтөлгән эҙҙәрҙе күреп аптырауға ҡала һәм баланы бөтөнләйгә үҙенә йәшәргә алырға, ҡыҙын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә ҡарар итә. Тейешле органдарға хәбәр иткәс, махсус комиссия тикшереү эштәре башлай. Улар Г. йәшәгән йортҡа бара. Комиссия ағзаларын иҫерек фатир хужалары ҡаршы ала, Г.-ның күптән бында килмәүен, күренмәүен еткерәләр. Уларҙы утһыҙ, бысраҡ, мебелһеҙ, ауыр еҫ килгән фатир аптырауға ҡалдыра. Ә бит бында ҡасандыр сабый ҙа йәшәгән. Күрше фатирҙа йәшәүселәр комиссия ағзаларына быға тиклем Г.-ны гел иҫерек килеш күреүҙәрен, ҡышын аяҡ-ҡулын подъезда ятыуын һөйләй. Бындай әсә «тәрбиәһендә» бала ла бәхет күрмәгән, әлбиттә. Сабый иҫкергән, яраҡлыҡ ваҡыты үткән ризыҡтарҙы ашап бер
нисә тапҡыр ағыулана. Медицина күҙәтеүе үткәргәндән һуң, баланың һау булмауы асыҡлана. Тубыҡ быуыны артриты, гепатит, панкреатит, анемия, бүҫер
һ. б. сирҙәр табыла. Һөҙөмтәлә, комиссия һәм баланың өләсәһе судҡа мөрәжәғәт итә. Г. судҡа килмәүҙе хуп күрә, унһыҙ ғына ҡарар сығарыуҙарын һорап телеграмма ебәрә. Шулай итеп, Г. әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Баланың атаһы билдәһеҙ булыу сәбәпле, малай өләсәһенә бирелә.
Юғарыла һөйләнелгән ваҡиға--беҙ Сибай судында танышҡан биш ваҡиғаның береһе. Әйткәндәй, уларҙың барыһында ла эскән әсәйҙәр тураһында һүҙ бара. Атай кеше эсһә-ярты донъя, әсә эсһә бөтөн донъя яна, ти халыҡ мәҡәле. Гүзәл заттарҙың (был осраҡта уларҙы гүзәл тип атауы ла ауыр) түбәнлеккә төшөүе, бәйһеҙлеге арҡаһында күпме сабый етем ҡала?! Балаларҙың аталары йә билдәһеҙ, йә икенсе ғаилә менән йәшәй, йә төрмәлә. Хайуандың хайуаны үҙ балаһын ситкә этәрмәй, кеше ниңә аңһыҙ тип һаналған хайуандан да түбәнерәк ҡылана икән?!
Үҙ сабыйына ғына түгел, башҡаларҙың балаһына ҡул күтәреүселәр ҙә табылып тора. Ир-егеттәрҙең 10-12 йәшлек ҡыҙҙар намыҫына ынтылыуы--бөтөнләй ҡырағай күренеш. Үкенескә күрә, башҡа һыймаҫлыҡ бындай хәлдәр беҙҙең төбәктә лә йыш
ҡабатлана. Шуларҙың икәүһенә туҡталып үтәйек. Ауылда йәшәүсе 25 йәшлек И. ҡарап тороуға өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны менән ике йәшлек бала үҫтерә, һаҡсы булып эшләй. Бер көндө бесән һатыу ниәте менән район үҙәгенә юллана. Йомошо ыңғай хәл ителгәс, килемдән үҙенә өлөш сығара, «ҡырын тейәп» ала.
Аңы томаланған ир урамда уйнап йөрөүсе һөйкөмлө генә 10 йәшлек ҡыҙ янынан
тыныс ҡына үтә алмай. Ҡыҙсыҡты ҡулынан эләктереп ала ла үҙе туҡтаған фатирға
һөйрәп индерә. Бахыр бала ҡанһыҙ бәндәнән ҡотолорға теләп бүлмәләр буйлап йүгерә, тәҙрәне онтай. Ләкин яуыз бәндә уға йоҙроҡтарын төйнәп ташлана һәм ҡыҙ баланы мәсхәрәләй. Етмәһә, бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушып, ҡурҡытыу менән янай. Йыртыҡ кейемдә, туҡмалған ҡиәфәттә ҡайтҡан ҡыҙҙарын күреп, ата-әсә шунда уҡ «Тиҙ ярҙам» саҡыра. Дауаханала бала барыһын да һөйләп бирә. Яуыз әҙәм йыраҡ китеп өлгөрмәй, шунда уҡ ҡулға алына. Суд И.-ның быға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырылмауын, бәләкәс бала атаһы булыуын иҫәпкә
алып, уны 11 йылға хөкөм итә. Шулай уҡ енәйәтсе 150 мең һумлыҡ мораль компенсация түләргә мәжбүр була. Ошондай уҡ хәл 24 йәшлек еҙнәй кеше менән 12 йәшлек балдыҙ араһында була. Ф. ла тәү ҡарашҡа ябай ауыл кешеһе, өйләнгән, ике балаһы бар, эшләп йөрөй. Бер көнө кискә табан ул күрше ауылда йәшәүсе ҡәйнәһенә барырға ҡарар итә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡәйнәһе өйҙә булмай, төнгө сменаға эшкә киткән була. Кейәү ҡайтырға ашыҡмай, 12 йәшлек балдыҙын мәсхәрәләй. Әсә эштән ҡайтыу менән ҡанлы түшәкте күреп аптырауға ҡала. Үҫмер ҡыҙ, еҙнәһенә һүҙ биреү сәбәпле, барыһын да йәшерә, тәүге күремем, тип алдаша. Бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, еҙнәй кеше «мажара» эҙләп, тағы балдыҙы янына ашыға. Ҡәйнәһенең йыраҡ китмәгәнен белмәгән кейәү тағы ла ҡыҙ балаға ташлана. Шул саҡ ҡыҙҙың әсәһе килеп инә. Һөҙөмтәлә, Ф. 9 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатыла.
Ҡыҙ балаларҙы мәсхәрәләү, көсләү буйынса ҡуҙғатылған суд эштәре менән танышҡан һайын, йәшәйеш хаҡында тағы бер ҡат уйланаһың. Ҡайҙа бара һуң был тормош? Ҡыҙ балаларҙың намыҫына ҡул һуҙыусы әҙәмдәр, исмаһам, төрмәлә саҡта бер аҙ уйланамы икән? Уларҙың да бит балалары үҫеп килә. Әлбиттә, бындай фажиғәләрҙең ҡабатланыуын бер кем дә теләмәй. Шуға ла ата-әсәләр һаҡ булһындар ине. Балаларҙы ят кеше, бигерәк тә иҫеректәр менән
аралашмаҫҡа, уларҙың саҡырыуын инҡар итергә өйрәтергә кәрәк. Күреүегеҙсә, яныбыҙҙа ғына йәшәүсе кешеләрҙең дә ике йөҙлө, шул тиклем ҡурҡыныс, әшәке әҙәм булыуы ихтимал. Бигерәк тә ғаиләһенә сит ирҙе индергән ҡатындар иғтибарҙарын юғалтмаһындар ине.
Ана, бәләкәй генә бала ултырған урынынан ҡалҡынып, ҡулдарын күтәреп, бер нисә аҙым атлап маташа ла кире ултыра. Әле «ат-та», әле «әс-сә» тип өндәшкән
була. Берсә «мәм-мәм», берсә «тәт-тә» ти ул. Әҙ генә йылы һүҙ ҡушһаң, йылмая-көлә. Бына ошо ябай ғына күренешкә ҡарап тороуы ла оло кинәнес. Донъялағы иң саф, иң наҙлы зат бит ул бала. Уны иркәләп һөйгө генә килеп тора. Әммә, уға ҡул күтәреүселәр ҙә табыла. Үкенесле…
Балалар майҙансығы…Бәүелсәктә иркә генә ҡыҙ бала бәүелә, күҙҙәре нур сәсә,
йөҙө ҡояштай балҡый. Янында бер нисә әхирәте ҡурсаҡ менән уйнай. Ҡарап тораһың да һоҡланаһың: ҡурсаҡ тотҡан ҡыҙҙар үҙҙәре ҡурсаҡҡа оҡшаш. Ләкин сафлыҡ һәм наҙ бөркөп торған кескәйҙәргә ҡара уйҙар менән күҙ һалыусылар ҙа бар. Аяныслы…
Үкенесле һәм аяныслы…Сабыйҙарҙың саф күңеле бер ҡасан да тапланмаһын ине.
Йәберләмәйек бәләкәстәрҙе, бәхетле итәйек уларҙы!
10 июль 2007 йыл. “Атайсал” , №53.