Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Октябрь 2019, 15:52

ӘГӘР МИН СОЛТАН БУЛҺАМ...

ӘГӘР МИН СОЛТАН БУЛҺАМ...Илдә демографик хәл яҡшынан түгел. Ғаилә институты ҡаҡшаған, тыуым кәмей, ә йәштәр никахҡа инергә ашыҡмай, өйләнгәндәре лә ирек даулап, айырылышыуҙы хуп күрә. Бындай кире күренештәргә күҙ йомоп ҡарарға ярамай, әлбиттә. Сәйәсмәндәр, чиновниктар, ғалимдар хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап табып тора: ғаилә ҡим-мәттәрен пропагандалай, аборттарҙы сикләй, ата-әсәләргә матди дәртләндереү саралары күрә.Күптән түгел эшмәкәрлекте көйләүгә Мәскәү мөфтөйө Илдар Әләүтдинов ҡушылды. Уның фекеренсә, Рәсәйҙә демографик хәлде күп ҡатынлылыҡ ҡотҡара ала. Ысынлап та, көрсөктән сығыу юлы ошо ғынамы? Был хәлгә кешеләрҙең ҡарашы нисек? Мөфтөйҙөң тәҡдиме тормошҡа ашырлыҡмы? Бер нисә кешегә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек:

Илдә демографик хәл яҡшынан түгел. Ғаилә институты ҡаҡшаған, тыуым кәмей, ә йәштәр никахҡа инергә ашыҡмай, өйләнгәндәре лә ирек даулап, айырылышыуҙы хуп күрә. Бындай кире күренештәргә күҙ йомоп ҡарарға ярамай, әлбиттә. Сәйәсмәндәр, чиновниктар, ғалимдар хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап табып тора: ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалай, аборттарҙы сикләй, ата-әсәләргә матди дәртләндереү саралары күрә.
Күптән түгел эшмәкәрлекте көйләүгә Мәскәү мөфтөйө Илдар Әләүтдинов ҡушылды. Уның фекеренсә, Рәсәйҙә демографик хәлде күп ҡатынлылыҡ ҡотҡара ала. Ысынлап та, көрсөктән сығыу юлы ошо ғынамы? Был хәлгә кешеләрҙең ҡарашы нисек? Мөфтөйҙөң тәҡдиме тормошҡа ашырлыҡмы? Бер нисә кешегә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек:
Айрат Йыһаншин:
—Күп ҡатынлылыҡ темаһын бер мөфтөй генә хупламай. Әйткәндәй, был мәсьәләне күп осраҡта мосолмандар түгел, башҡа милләт вәкилдәре күтәреп сыға. Мәҫәлән, Владимир Жириновский илдә полигамияны легаллаштереү буйынса күптән саң ҡаға. 2005 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Э.Мырҙин да ошо һорауҙы күтәреп сыҡты, әммә уны яҡлаусы булманы. 2016 йылда Сибай ҡалаһы әүҙемсеһе Әлфиә Үҙәнбаева башҡорт йәмәғәтселеге съезында һәр һөйәркәгә ҡатын статусын бирергә тәҡдим итте. Күп һөйләһәләр, тормошҡа ашып ҡуйыуы ла ихтимал.
Айгөл Яҡшымбәтова:
—Мөфтөй ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың күплеген аргумент итеп ҡуя. Бер яҡтан ҡараһаң, ул хаҡлы: 2019 йыл башындағы статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, Рәсәйҙә гүзәл заттарҙың һаны ир-егеттәргә ҡарағанда 10,6 миллионға күберәк. Ошо миллиондарҙы ирҙәргә бүлеп биреп, демографияны яҡшыртып алғанда яҡшы булыр ине лә бит. Ләкин, енестәрҙе йәш буйынса ҡараһаҡ, картина үҙгәрә төшә. Йәш ҡыҙҙар әҙ, ә бына 65 йәшлек ирҙәргә ике-өс ҡатын алһа ла, уларҙың һаны етерлек. Тап ошо йәштәрҙәге ҡатындар ирҙәрҙән ике тапҡырға күберәк тә инде. Хаҡлы ялдағы иргә ике әбей тотоу килешер ҙә ул, бергәләшеп сәй эсеүе күңелле булыр, тик бына демографик хәлде генә яҡшырта алмаҫтар...
Илдар Рәжәпов:
—Ике ғаиләгә йәшәгән ирҙәрҙе беләм. Ҡатынында ла, һөйәркәһендә лә балалары бар. Әгәр ҙә ул икәүһен дә тигеҙ ҡарай ала икән, әйҙә йәшәһендәр. Икеһе лә ғаиләһе тип иҫәпләнһен. Хәленән килгәндәргә был яҙыҡ түгелдер, моғайын. Хәҙер тормош яҡшы, һәр кемдең үҙ торлағы бар тигәндәй. Бер өйҙә тупырлашып ултырһалар, ауырыраҡ булыр ине.
Тағы бер танышым ҡатынынан ризалыҡ алып тороп, икенсегә кәләш алды. “Ҡатындар үҙ-ара килеште лә ул, туғандар бер-береһен яратманы. Берәүҙәре кейәү беҙҙеке тиһә, тегеләре лә ул беҙгә ят кеше түгел, тип тартҡылашты. Шул арҡала йәшәп булманы, йәшен айырырға тура килде”,—ти.
Әгәр мин, солтан булһам, тип йырҙа бушҡа ғына йырланмайҙыр әле. Ыңғай яҡтары барҙыр. Ауыртмаған яғына ятһындар, шул минең кәңәш.
Мотал Рәмов:
—Күп ҡатынлылыҡ башҡортта борондан булған. Хәлле кешеләр икешәр ҡатын алып, бер урам эсендә икәүһен дә тигеҙ ҡарап аҫраған. Балалар хатта кемеһе үҙ әсәһе булыуын да айыра алмаған, шул тиклем татыу йәшәгәндәр. Беҙҙең заманда ла ошоно практикаға индерергә була инде. Аҡсаны күп эшләгән ирҙәр ике ғаилә баҡһа, был насармы ни? Ҡатын-ҡыҙҙар ғына ирҙе бүлә алмай үҙ-ара
талашып, тартышмаһа, ҡалғанын түҙергә була, минеңсә. Күп ҡатынлылыҡтың ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар, әлбиттә. Айыҡ аҡыл менән ҡарағанда, шәп идея. Зина ҡылыу, законһыҙ тыуған сабыйҙар булмаҫ ине.