АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Октябрь 2019, 16:15

БАШҠОРТСА КИНО ҠАРАЙБЫҘ

Ниһайәт, ваҡыт табып “Һеңлекәш” фильмын барып ҡараным. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен бәләкәйҙән уҡып үҫкәс, был повестың кино версияһы нисегерәк булды икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тынғы бирмәне. Етмәһә, афишаларҙағы фотолағы балаларҙың һөйкөмлөлөгө үҙенә саҡырып, тартып торғандай ине.

Ниһайәт, ваҡыт табып “Һеңлекәш” фильмын барып ҡараным. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен бәләкәйҙән уҡып үҫкәс, был повестың кино версияһы нисегерәк булды икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тынғы бирмәне. Етмәһә, афишаларҙағы фотолағы балаларҙың һөйкөмлөлөгө үҙенә саҡырып, тартып торғандай ине.
Фильмдың нимә тураһында булыуы һәм нисек барыуын һөйләп тороуҙың кәрәге булмаҫ. Шулай ҙа тап әҫәрҙәгесә генә икән тип тә уйламаһын тамашасы. Кино булараҡ унда өҫтәлмә күренештәр ҙә, “Беҙҙең өйҙөң йәме” менән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” тың ҡушылып киткән урындары ла бар.
Дөйөм алғанда, кино миңә оҡшаны. Ҡайһы бер башҡорт фильмдарындағы һымаҡ яһалмалыҡ шаһиты булыуҙан уңайһыҙланыу кисереп ултырманым. Баштан уҡ үҙ эсенә алып инеп китте лә, көлдөрөп-илатып, аҙағынаса бер рәхәт тә, ҡыйын да булған көсөргәнештә тотто. Бигерәк тә Йәмилде уйнаған бәләкәс актерҙың ихласлығы, тотоп ҡына тупылдатып һөйөрлөк һөймәлекле һөйәк булыуы арбай. Был баланы һайлап һис яңылышмаған ойоштороусылар. Хатта һөйләшкәндә, ҡапыл ҡарағанда, үҙһүҙләнеп эйәген күтәреп ебәргәндә, аптырап йәки ҡурҡып киткәндә лә ул шундай тәбиғи, балаларса ябай, малайҙарса тупаҫыраҡ. Иптәше Марат та шундай уҡ. Бер ҡатлы, бошмаҫыраҡ, әммә тоғро һәм изгелекле. Уларҙың ҡыланышы, үҙҙәрен тотош-фиғеле “тас башҡортса” тип әйтке килә ошо урында.
Иҫ киткес тәбиғәт кинола. Башҡорт ерҙәренең хозурлығы үҙе бер айырым донъя шикелле булып күренә. Сит тамашасы, сит халыҡтар быны шунда уҡ аңғарыр, моғайын. Башҡорт ауылы, өйҙәре, өй эсендәге йыһаздар ҙа бик яҡын. Ҡул балаҫтары, әрмәктәр, урындыҡтарҙағы, һикеләрҙәге тирүгәләр, һандыҡ өҫтөндәге ҡаралты-яҫтыҡтар, йоҡо урындарын бүлгән шаршауҙар ҡабатланмаҫ милли мөхитте булдырып, күҙгә ташланып ҡына тора. Өләсәй бешергән түңәрәк майикмәк был йортта ысын ауыл башҡорттары йәшәгәнлеген һүҙһеҙ дәлилләй. Бөтөн ошо һөйләгәндәрҙе экранда күреү икенсе төрлө тәьҫирҙәр уята икән ул. Балалар ҙа әленән-әле: “Ҡара, өләсәйҙеке һымаҡ!”—тип тертләп китте. Ошолары менән дә алдырҙы фильм.
Балалар оҫта уйнаны, тип әйткәйнем инде. Балалар ололарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тәбиғирәк уйнаны, тип тә өҫтәйем. Сөнки, был ысынлап та шулай булды. Оло актерҙар сәхнә телендәрәк һөйләште, һүҙен әйтер алдынан уларҙың йөҙөнә, күҙҙәренә бер яһалмалыҡ һынлана ла, шунан ғына сәхнә интонацияһындағы телмәр килеп сыға. Ә балаларҙа ул юҡ. Улар быға өйрәнмәгән әле. Һәм, әгәр, киноактер булырға теләһәләр, был стилгә бөтөнләй ултырмаһындар ине, тип теләйек. Кино телмәре менән театр телмәре араһында айырма ҙур һәм был, үкенескә ҡаршы, беҙҙең драма актерҙарының уйнауында һиҙелә.
Тағы ла бер нәмә: киноның һөйләш телендә түгел, ә әҙәби телдә, хатта әле, һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән ниндәйҙер яһалма әҙәби телдә булыуын аңғарҙым. Балаларға хас булмағанса ауыр һөйләмдәр әйтеп ҡуя бәләкәс актерҙар. Быны, әлбиттә, бөгөнгө, үҙ кимәлдәрендәге туған телдә аралашҡан балаларым аңғарманы. Уларҙың үҙҙәренең дә аралашыуы шул “Хәйерле иртә”, “Мин уйлайым”, “Мин теләйем” кимәлендә бит. Боронғо (бөгөнгө өсөн боронғо инде) башҡорт ауылындағы балаларҙың улай һөйләш-мәгәне көн кеүек асыҡ та, ярай, шулай һөйләшкәс тә яҡшы, тип үткәреп ебәрәбеҙ инде. Был тәңгәлгә мин дә күҙ йоморға риза. Әммә икенсе бер урынында һис кенә лә риза түгелмен. Фильм “Һеңлекәш” тип атала, йәғни үҙеңдән бәләкәй ҡыҙ туғаның тураһында, йәнәһе. Эйе, Мостай Кәримдең әҫәрендә лә Йәмилгә һеңлекәш алып ҡайталар, ҡыҙыҡай унан бәләкәйерәк була. Ә бында фильмдың рекламаһындағы һүрәтенән үк малайҙың бәләкәй, ҡыҙҙың ҙур булыуын аңғарып, “Ни өсөн “һеңлекәш” икән?” тигән уй килгәйне. Кинола ла һеңлеһе булған ҡыҙ бала малайҙан бер башҡа ҙур һәм йәшкә оло икәнлеге лә йәшерерлек түгел. Ни өсөндөр шул ҙур ҡыҙҙы “һеңлекәш” тип ататалар. Балаларымда ла һорау тыуҙы: һеңлекәш ул бәләкәс булмаймы, тинеләр. Булыуын була ла, кинола һайланған ҡыҙыҡай шулай тура килгән дә, башҡорт телендәге туғанлыҡ терминдарын боҙоуҙы артыҡ һанға һуҡмағандар, күрәһең. Ысынында, шундай матур ҡыҙсыҡ, килеп тороп матур уйнай, килештерә, уны алмау ҙа мөмкин булмағандыр. Нисек булғанда ла, был тәңгәлдә кино төшөрөүселәр тел мәсьәләһендәге бындай һорауҙарға түгел, ә актриса ҡыҙыҡайға яраҡлаштырған фильмды. Шул актриса икән—шул актриса, ә унда башҡортса “һеңле” тип әйтеләме “апаймы”, “еңгәме”, “инәйме”барыбер уларға. Әммә башҡортса аңлаған, белгән һәм әсәйҙе—әсәй, апайҙы—апай, ә һеңлене һеңле тип үҫкән миңә, мәҫәлән, барыбер түгел. Бөгөн был фильмды ҡараған йөҙәрләгән бала-сағаға ла барыбер булмаһын ине.
Кинола тағы ла нимәне аңғарҙым (уныһын әҫәрҙә төшөнөп етмәгәнмен икән). Аталары һуғышта үлгән балаларҙың хәлен. Был кисерештәрҙе бигерәк үҙәккә үткәрерлек итеп бирә алды шул кескәй малайҙар. Уларҙың “насар малай” булып һуғышып йөрөгәндәре лә, ыңғай геройҙары ла сытырман булып “атай” исеменә йәбешкән, тындары менән тартып ҡайтарырҙайҙар атайҙарын. Хатта фильм тулыһынса атай культына ғына бағышланған тигәндәй. Һуғыштан бөтә ауыл менән, шул ауыл эсендә һәр бала үҙ атаһын көтә лә, кемдәре уның һәләк булыуын белеп илай, кемеһенеңдер йөрәге ҡатып ҡала, кемелер атайһыҙлыҡтан тәрбиә күрмәй. Һәр бала һәр төрлөсә кисерә был юғалтыуҙы. Оксана ла, Йәмил дә, Марат та, үрге ос малайҙары ла. Һәр береһе үҙ урынында тамашасының күңелен әйләндереп сығарырлыҡ роль башҡара. Афарин, малайҙар!
Дөйөм алғанда кино бик-бик оҡшаны. Хан ҡыҙында ла бер хата була тигәндәй, өҫтә телгә алғандарын да күҙгә элмәҫкә мөмкиндер, тип уйлайым. Күп халыҡтарҙың билдәле фильмдары ла бит яҙылған әҫәрҙәренән ярайһы уҡ айырыла һәм улар өҫтөндә лә әллә ни төрлө бәхәстәр ишетелә. Эшләнгән эш һыртында фекерҙәр ҙә, бәхәстәр ҙә, төрлө ҡараштар ҙа булмай тормаҫ. Шулай уҡ тәнҡит тә урын алырға тейеш. Эш булмаһа ғына һүҙ булмай ул. Ә бында шундай ҙур һәм файҙалы хеҙмәт ята. Һәм был һуңғыһы ла булмаҫ, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Миләүшә Ҡаһарманова.
Читайте нас: