Был тормошта беҙ күп кенә нәмәләрҙе сағыштырыу аша күҙ алдынан үткәрәбеҙ. Үткәндәрҙә ҡалған хәтирәләрҙе бөгөнгө менән йәнәш ҡуйып ҡарайбыҙ, заманалар башҡа булған кеүек үҙ-ара аралашыу, мөнәсәбәттәр йәһәтенән дә айырмалыҡтар барлығын күреп баш сайҡайбыҙ. Эйе, беләм, үткәндәреңде күпме генә уйлаһаң да, һағынһаң да уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа… Ирекһеҙҙән бала саҡты, тыуған ауылымды, яҡташтарымды йыш иҫкә алам.
Кемдеңдер кемгәлер әйткән бер ауыҙ һүҙе лә “ут” тоҡандырыуға осҡон була ҡайсаҡ. Күптән түгел, осраҡлы ғына таныш юлаусымдың ҡыланышын күреүҙән түбәндәге уйҙарым хасил булды.
Ҡаланан ҡайтып барам. Такси елдәй елдерә. Юл буйлап теҙелгән ҡайындарҙың артымдан йүгереүҙәрен ҡарап, нисек тә үҙемде ойотмаҫҡа тырышып, күҙҙәремде көсләп тиерлек асып тыш яҡҡа текләгәнмен. Радионан ағылған талғын йыр күңелгә үтеп инеп, ойотҡо өҫтәй. Таксист машинаһының тиҙлеген ҡырт өҙөп, боролоштан төшөп, бер яҡ ситтәрәк ятҡан ауылға ҡарай боролоп, ат һуҡмағына төштө. Соҡор-саҡырҙан барыу, унда-бында ҡайырылыу шунда уҡ йоҡоно асты. Ауыл осондараҡ бер өй тәңгәленә туҡтаны егет. Ҡулына ҡупшы сумка тотҡан оло ғына инәй ҡапҡа ауыҙында күренде. Моғайын, рулдәге егеттең берәй танышылыр, йә туғанылыр, тигән уй үтте баштан. Инәйебеҙ ауыҙ эсенән ниҙер һөйләнә-һөйләнә, машина тулы кешене көттөрөп, баҡса, ишек алды ҡапҡаларын тимер сыбыҡ менән ҡайырып сырманы, шунан ҡәнәғәт йөҙ менән йылмайып килеп сығып, машинаға ҡарай ыңғайланы. Ситтә ултырғас, ишекте асып һаулыҡ һораштым да тегегә мөрәжәғәт иттем:
—Инәй, ана бит күршең ҡарап тора, шуға әйтһәң дә донъяңа күҙ-ҡолаҡ булыр ине әле,—тинем.
Инәйем йылп итеп артына боролдо ла:
—Күҙең сыҡҡыр нәмә, ҡарап та тораһыңмы ни әле!—тип йоҙроғон төйнәп баҡса мөйөшөндә торған ир затына екеренде. Уныһы, һиндә минең ни эшем тигәндәй, йөҙөн икенсе яҡҡа борҙо.
Аңын-тоңон белмәй һүҙ башлап ҡыҫтырылып ултырыуыма эстән генә үртәлеп ҡуйҙым. Эх, ошо телеңде!
—Ул күршенең күршелеген әйтәйем, бар мөлкәтеңде тейәп сыҡмаҫ тимә, мин юҡты белеп ҡалһалар темеҫкенәләр ул. Утын һарайым бикле, мунсам йоҙаҡлы, баҙыма ла улым тимер ишек ҡуйҙы, ут-фәлән генә һалып ҡуймаһалар, былай артымды нығыттым буғай,—ишектән инеп мул итәген йыйып ултырғансы арыуыҡ хәбәрен һалып та өлгөрҙө инәйебеҙ.
Юлаусыларҙың минән башҡалары ир затынан булғас, инәйгә әллә ни иғтибар ҙа итмәнеләр шикелле. Ҡолаҡтарына наушник тыҡҡан егеттәр ҡайҙан ғына ишетһендәр инде, һәммәһе үҙ уйына бирелгән. Ниһайәт, тигеҙ юлға төшөп ҡайтыр яҡҡа ыңғайланыҡ. Телдәр генә булып сыҡты инәйебеҙ. Юл буйына күршеһенә зарланып сутырланы, өндәшмәй генә баш һелкеп йылмайып барһам да тынғылыҡ бирмәй, иғтибарымды үҙенә йәлеп итергә теләгәндәй ҡабырғама төртөп-төртөп ала был. Кем балаһы булыуым, ҡайһы яҡтан килен булып төшөүемде, ғаиләмде, иремде, ҡайны-ҡәйнәмде, ҡош-ҡортомдо, малымды, хатта һыйырымдың бер һауында күпме һөт биреүенә тиклем һорашты. Күндәм мин ололарға, әллә үҙҙәрен үҙ иткәнгә, һис иренмәй теүәл итеп яуап бирергә тырыштым. Күршеләрем хаҡында ла белгеһе килде инәйҙең. Нисек барҙар шулай бәйән иткән булдым инде. Инәй үҙ туҡталышынаса—күрше ауылғаса туҡтамай (нисек теле талмай, башы әйләнмәйҙер инде?) күршеләренә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Радио ла инәй менән ярышҡа сыҡманы, әллә һүндерҙеләр, әллә бәйләнеш өҙөлдө, шымды, ә минең күҙ алдында инәйҙең теге яһил күршеләре генә йүгереште. Инәй һөйләүенсә улар бур, эскесе, әшәке һүҙле, шаҡшы һәм хәйерсе икән. Аптырауымды белгертеп баш сайҡап ҡына барған булам, башҡа ни тиһең инде?! Телдәр инәйебеҙ :
—Оҙаҡ ятмайым мин, ҡунаҡҡа ғына барам бер туғаныма. Ҡайҙа-а-ан, бөгөн кискә үк ҡайтырмын әле ыңғайы тура килһә, анау күршеләргә вүле донъя ҡалдырып ней,—тип һөйләнә-һөйләнә төшөп ҡалды. Машина эсе шым ҡалды. Йылмайышҡан егеттәр инәйҙең телдәрлегенә үҙ-ара көлөшөп ҡуйҙы. Радио ла телгә килде. Ҡайтып етергә тағы ла 7-8 км үтәһе юл ҡалды. Ирекһеҙҙән тағы ла үткәндәргә—бала саҡҡа юлландым. Өләсәй йә әсәй менән берәй ергә юлға сығыр булһаҡ, һис ҡасан ҡапҡа бикләмәнек. Хатта өй ишеге келәһенә лә исем өсөн эшкинмәгән йоҙаҡты ҡаптырып китә инек. Өләсәй ҡойма аша:
—Әсмә, өй яғына күҙғараҡ (күҙғолаҡ тимәне!) булып тор,—тиер ине. Ошо бер ауыҙ һүҙ бөтөн эште үҙ мәлендә үҙ нөғәтендә урын-еренә еткереп ат-ҡарыуға фарман булды. Һыйыр-быҙау бикләп, ҡаҙҙарҙы ябып, хатта тауыҡ йомортҡаларын йыйып һалҡынға ҡуйып торор ине күршеләр.
Көн буранлап торғанлыҡтан бер йылы ҡыш әсәй оҙаҡ ҡына һеңлемдә ятты.
—Рәшәткәгә ҡыҫтырылған гәзиттәрең осоп ҡына бөттө инде, әсәй, берәйһенә әйтеп китмәнеңме?—тип һораным.
—Әйтеп ни, мин күршеһеҙ кешелер шул! Үҙҙәре белеп алалар ул, бергәләп уҡыйбыҙ былай ҙа,—тине.
Эйе, әсәйебеҙ күршеләребеҙ менән электән татыу йәшәне. Йома етһә май еҫе сығарып нимәлер бешерә, ә мин һыуынмаҫ борон тип, өс яҡ күршегә йүгертеп таратып сығам. Тәрилкәмде буш итмәйҙәр. Һылыуҡай инәм яҫтыҡ, йә какао һибелгән борсаҡ кәнфит һалыр ине һауытыма. Ҡыҫылып инәм дә ул, әммә ауыр ҡапҡаны кире асып сығалмай торғайным. Апа (диалект, олатай) көлә торғайны: ”Беҙгә ҡыҙ бул да ҡуй, кәнфит ашап урындыҡта ғына ултырырһың!” Инәй эйәреп сығып ҡапҡаны асып оҙата: “Йүгермәй ҡайт, йығылып китерһең атыу”. Йәһәт кенә урындыҡҡа күстәнәсте ауҙарып, ҡоймаҡ йә майикмәгемде алып Дәүләтбикә инәйгә йүгерәм ыңғайы бер. Уныһы арҡамдан һөйөп: “Ҡысымды-ҡысымды (ҙ хәрефен с менән әйтә торғайны нишләптер)”,—тип яратыр ине. Буш итмәй ул да, тыбырҙатып күстәнәс өйә тәрилкәмә. “Карманай бирәм әле ишеү”,—тип өҫтәүенә ҡулъяулыҡ яба яуырыныма. Юл буйы шул “карманай” һүҙен ҡыҙыҡ күреп ҡабатлай-ҡабатлай ҡайта инем...
Мунса ла һәр өй һайын булманы. Мунсабыҙ юҡ. Әсмә инәй яҡһа, беҙгә лә әйтә. Етә ине йылыһы ла, һыуы ла. Инеп мәшәҡәтләнмәй стенаға бер икене дөбөрҙәтеп төйһә, мунсаға әйтте тип аңлап бара инек. Ҡайҙа ул мәл мунса бикләү, һуҡыр шәмде һүндереп, хужаларға эстән генә рәхмәттәр уҡып еңеләйеп ҡайтып йығыла инек...
Күршенең дә төрлөһө була, беләм. Ағайым әрменән имен ҡайтһа ҡорбан салдыртам тигән әсәйҙең әйтеүе бар ине. Ағай хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтты. Әсәй һүҙендә торҙо. Беҙ мәктәптә саҡта ҡорбан салғандар, ҡайтыуыбыҙға өҫтәл әҙерләп, аш та йүнәтеп ҡуйғандар. Өҫтәл тирәләй ултырыштылар, күрәм мулла янында әҙерәк эсергә яратҡан күрше ағай ултыра. Тәрилкә тотоп төпкө өйгә үтеп барған әсәйҙе туҡтатып:
—Әсәй, Зариф ағайҙы нишләп саҡырҙығыҙ ул?—тинем шыбырҙап.
—Саҡырмай ни, ул беҙҙең терәлеп ятҡан күрше лә һаң,—тип инеп китте әсәйем...
Ул беҙҙең күрше лә һаң...
Өләсәйҙең һәр һөйләгән һүҙе иҫтә. Әҙәм балаһы үлгәс, теге донъяла тәүге өс һорауҙың береһе: “Күршеләрең менән нисек йәшәнең”,—була ти торғайны. Йылы һүҙҙән, йылы ашыңдан өлөш сығарырға тартынма, Хызыр Ильяс бер көн күршең сүрәтендә һиңә инеп һынап ҡарар, ти ине...
Күрше хаҡы... Бармы ул хәҙер? Ҡорбандар салына, шөкөр, тик күршеләр түгел, затлы таныш-тонош,
унан-бынан, сит ауылдан, ҡасан-дыр табындаш булғандар йыйыла
ашҡа. Юҡ, мин дингә ҡаршы түгелмен, тик һаҡал-мыйыҡ ебәреп, йә һөйрәлтеп оҙон итәк һепертеп йөрөп, аҙна һайын булмаһа ла, ураған һайын ҡорбан тип мал салып, шау-гөр килеп табын ҡороу-ҙың хаҡлығына шигем бар. Дин тыйыулы саҡта ла иман һаҡланы әҙәм. Йәшертен “әпәр” итеп, бис-миллаһыҙ эш башламанылар.
Килен төшһә килен күрһәтеү, йә кейәү сәйенә йыйыу йолаһы бар. Күрше-күләнемде саҡырып алам тәүҙә тимәйҙәр хәҙер, кем әжер индергән—тик шуларға ғына күренеш бүләге өләшәләр...
Ҡайтып еттем. Төштөм машинанан. Тик теге юлаусы инәй ҡуҙғатҡан уйҙар тынғы бирмәй. Ә мин ниндәй күрше? Ысынын әйткәндә йоп-йомоҡмон. Барлығым да, тарлығым да теймәй, буғай. Һәр кемебеҙ үҙ донъяһында мәж килеп көн күрәбеҙ. Шул тиклем күршеләренә үпкә йыйған инәй үҙе ниндәй күрше икән? Хөкөмдар түгелмен... Шулай ҙа үткән менән бөгөнгө кешеләрҙең айырмалығына—үтә лә үҙһүҙле, үҙғарашлы булыуына аптырауым артҡандан арта. Аяҡ аҫтында ер икәнен тойоп ҡарамай, ҡойма аша ҡыр күҙләйбеҙ түгелме?
Осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарыма уралып ҡапҡам төбөнә лә килеп еттем. Эҫергәнеп ҡайтҡан һарыҡтарым ышыҡ тапмай ҡапҡам төбөндә урала. Келә күтәреп ҡарайым, ә ул... Ә ул бикле...