Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Октябрь 2019, 12:49

БИГЕРӘК АУЫР ӨЙҘӘШ БУЛЫУЫ...

Эш табылды ла ул, ә ҡайҙа йәшәргә? Туғандарыңа барып һыйынырғамы?! Кешене маҙаһыҙлап йөрөгө килмәй. Иң яҡшыһы—ҡуртымға фатир табыу. Тик билдәле: яңғыҙың ғына түләй алмаясаҡһың. Тимәк, һин эш башлаясаҡ ҡалала һинең кеүек үк торлаҡһыҙ интеккән берәй иш кәрәк. Ул «иш» табылыр ҙа ул, ниндәйерәк кеше бит әле—билдәһеҙ. Әммә терһәкте тешләп булмай, теләйһеңме-теләмәйһеңме кем менәндер фатирҙы ҡуртымға алырға тура килә...

Ҡулға диплом алғас, үҙеңде әллә кем итеп тояһың икән. Шулай булмай ни—һин бит хәҙер студент түгел, ә юғары белемле белгес! Тик был маһайыу бер нисә көнлөк кенә. Эш эҙләүгә тотоноу менән күңел көрлөгө һүлпәнәйә башлай. Унда бараһың—эш юҡ, бында бараһың—стажһыҙ кәрәкмәйһең, тегендә бараһың—кисә генә берәүҙе алғандар... Шулай эткеләнеп-төрткөләнә торғас, ниһайәт, эш табыла. Үҙ һөнәрең буйынсамы, түгелме—быныһы мөһим түгел, эш хаҡы түләһәләр булды. Тик бының менән генә проблема бөтмәй. Эш табылды ла ул, ә ҡайҙа йәшәргә? Туғандарыңа барып һыйынырғамы?! Кешене маҙаһыҙлап йөрөгө килмәй. Иң яҡшыһы—ҡуртымға фатир табыу. Тик билдәле: яңғыҙың ғына түләй алмаясаҡһың. Тимәк, һин эш башлаясаҡ ҡалала һинең кеүек үк торлаҡһыҙ интеккән берәй иш кәрәк. Ул «иш» табылыр ҙа ул, ниндәйерәк кеше бит әле—билдәһеҙ. Әммә терһәкте тешләп булмай, теләйһеңме-теләмәйһеңме кем менәндер фатирҙы ҡуртымға алырға тура килә. Был йәһәттән миңә уңыш йылмайҙы. Өфөнән Сибайға ҡайтып төшкәс, мине ауыл мәктәбендә ун йыл буйы бергә уҡыған әхирәтем ҡаршы алды. Ул ике ҡыҙ менән бер әбейҙең бәләкәй генә аласығында йәшәй ине. Мине шунда алып ҡайтты. Йорт ҡапҡаһын асып та өлгөрмәнек, тупһаға ҡаш аҫтынан емерәйтә ҡарап оло йәштәге ханым сығып баҫты.
—Быныһы кем?—тине миңә ымлап.
—Инәй, бөгөн генә Сибайға килде, иртәгә эш башлай. Ҡаланы йүнләп белмәй, фатир тапҡансы минең менән йәшәп торһон инде.
—Бер айға аҡсаһын бирһен дә инһен,—ти уҫал әбей.
—Инәй, был ҡыҙ бында бер ай уҡ йәшәмәҫ ул. Бөгөн үк фатир эҙләй башлай. Нисә көн йәшәй—шул хаҡты сығыр алдынан түләр.
—Ярай, ҡарағыҙ уны, сит-ятты эйәләтеп ултырмағыҙ,—тине лә ишеген шарт ябып әбей үҙенең хан һарайындай ҙур өйөнә инеп китте.
Был мөһабәт йорттоң артында бәләкәй генә аласыҡ ултыра ине. Әхирәтем мине шунда әйҙүкләне. Өйҙә ике йәш ҡыҙ һәм 2-3 йәш тирәһендәге бала бар. Баҡтиһәң, әхирәтемдең өйҙәштәренең береһенең балаһы икән. Һабаҡташым менән тамаҡ ялғап алғандан һуң Сибай буйлап сығып киттек. Бер киоскынан иғландар гәзите һатып алдыҡ һәм аллеялағы эскәмйәгә ултырып, шылтырата башланыҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, телефондың теге осонан «уже сдали» тигән яуаптар күберәк булды. Ә бәғзеләр фатирына тик йәш ғаиләне индерергә риза булыуын белдерҙе. Кәйефем тамам ҡырылды. Әммә әхирәтем бигерәк сос булып сыҡты.
—Әйҙә, көнбағыш һатып ултырған әбейҙәрҙән һорашып ҡарайыҡ. Әбейҙәр күп белә ул, бәлки берәйһе үҙенә индерер.
Шулай итеп, магазин мөйөштәрендә көнбағыш менән һатыу итеүсе инәйҙәрҙән төпсөнә башланыҡ. Ғәрлеге ни тора. Эсем боша. Кит инде, әҙәм мәсхәрәһе бит, хәйерсе һымаҡ йөрө сәле! Эңер төштө. Һөҙөмтәһеҙ уҫал әбейебеҙҙең аласығына юлландыҡ. Ҡайтып, йәнә тамаҡ ялғап алдыҡ. Артабан ни эшләргә? Өйҙә телевизор юҡ. Бер аҙ гәпләшеп ултырҙыҡ та, йоҡларға яттыҡ. Тик йоҡо—йоҡо булманы. Йәш ҡыҙҙарҙың береһе юрғанына бөркәнеп алып оҙон-оҙаҡ кем менәндер телефондан һөйләште. Икенсеһенең балаһы төнө буйы нимәгәлер илап-мыжып сыҡты. Иртәнсәк йоҡоло күҙҙәремде саҡ асып эшкә юлландым. Коллектив менән танышҡас, үҙемдең проблеманы һөйләп бирҙем. Уларҙың береһе эшкә яҡын ғына бер йортта яңғыҙ әбей йәшәүен әйтте.
Мин тиҙ генә шунда юлландым. Тик әйтелгән фатирға яҡынлашыу менән өмөт һүрелде. Ишек төбөндә тараҡандар йүгерешеп йөрөй ине. Был ерәнгес бөжәктәрҙе күреп туҡтап ҡалдым. Шул саҡ өҫкө ҡаттан төшөп килеүсе бер ҡатын миңә һүҙ ҡушты:
—Ишеген асмаймы әллә? Нығыраҡ шаҡы. Әбей ҡолаҡҡа ҡаты ул.
—Ә-ә… Һеҙ, апай, был әбейҙе яҡшы беләһегеҙме? Мин ваҡытлыса йәшәргә фатир эҙләйем.
—Ошо әбейгә инергә уйлайһыңмы?! Иртәгә үк кире бороп сығарыр. Аҡылы китеп йөрөй бит ул.
Миңә хәбәрен һөйләй-һөйләй баҫҡыстан төшөүен дауам иткән ҡатындың артынса ҡуҙғалып та өлгөрмәнем, баяғы фатир ишеге асылып китте. Унан сал сәсле, бөкөрө ҡарсыҡ ҡарап тора ине.
—Миңә килдегеҙме? Үтегеҙ!
Килеүен килгәс, фатирын ҡарап сығайым әле, тип үтергә булдым. Өйҙә мебель юҡ тиерлек. Кухня бысраҡ. Иҙәндә тараҡандар йүгереп йөрөй. Мин шаҡ ҡатып ҡарап торам.
—Ҡыҙым, таный алмайым да ҡуям. Кем ҡыҙы әле һин?
—Инәй, беҙ таныш түгел. Фатирығыҙға ваҡытлыса индермәҫһегеҙме икән, тип кенә белешә килгән инем.
—Ә-ә-ә, әйҙә йәшә. Тик һиңә ҡаралтым да, карауатым да юҡ инде. Иҙәнгә анау бәлтәмде түшәп ятырһың,—тип әбей алама пальтоға төртөп күрһәтте.
Иҙәндә, тараҡандар араһында, етмәһә алама пальто өҫтөндә ятыуымды күҙ алдына килтереп, тәндәрем зымбырлап китте. Үҙем әбейҙе йәлләп, риза булмауымды әйтә алманым. Алдаштырып ҡына: «Иртәгә килермен»,—тигән булдым да сығып киттем.
Кискеһен әхирәтем менән йәнә фатир эҙләргә тотондоҡ. Бер мәл: «Ҡыҙҙар, килегеҙ әле»,—тигән тауышҡа боролоп ҡараһаҡ, көнбағыш һатҡан әбейҙәрҙең береһе икән.
—Кисә фатир эҙләй инегеҙ. Таптығыҙмы? Әйҙә, миңә инеп тороғоҙ. Минең фатир дүрт бүлмәле. Икегеҙгә бер бүлмәһе етер. Аҙнаһына 700 һум түләрһегеҙ.
Беҙ ҡыуанышып, шул кистә үк әхирәтем менән яңы адресҡа күсеп тә ҡуйҙыҡ. Тик был фатир ҙа беҙҙе ҡыуандырманы. Ниңәлер алдан яҡшылап һорашмағанбыҙ. Баҡтиһәң, инәй яңғыҙ йәшәмәй. Бабайы, беҙҙең менән бер йәштәге улы, килене һәм бәләкәй сабый бар икән. Ни эшләйһең дә, ҡайҙа бараһың? Бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Әхирәтем ашнаҡсы булғас, иртә менән тора ла, йыуына ла эшкә йүгерә. Кисһеҙ ҡайтмай, шунда тамаҡ ялғай. Ә бына миңә ауырыраҡ. Тораһың да йыуыныу һәм аш бүлмәһенең бушағанын көтәһең. Сөнки әбейҙең улына ла эшкә барырға кәрәк, ул да иртә тороп йөрөй. Үҙем менән бер йәштәге ир-егет менән алмаш-тилмәй йыуыныу, ашау шул тиклем уңайһыҙ ине. Шулай бер аҙна саҡ үтте. Ниһайәт, буш торған фатир таптыҡ. Бүлмәне бушатып хужабикәгә 700 һум аҡса һуҙҙыҡ.
—Мин бит һәр берегеҙҙән 700 һум тинем,—тимәһенме әбейебеҙ. 2006 йылда бер бүлмәлә бер аҙна йәшәү өсөн был ҙур сумма ине. Аптырап 1400 һум түләнек тә сығып киттек.
Хужаһыҙ фатирҙа бер ултырғыс һәм уның өҫтөндә ултырған гөлдән башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Яйлап-яйлап унан-бынан үҙебеҙгә кәрәкле әйберҙәр тупланыҡ. Өйҙө йыуып-таҙалап, матурлап, иҫке булһа ла мебелдәр менән йыһазландырып алдыҡ. Баштараҡ фатир хужабикәһе беҙҙе ныҡ контролгә алмаҡ булды. Ураған һайын килә, яйлап ултырып хәбәр һөйләй. Билдәле, беҙҙең эштән ҡайтҡас рәхәтләнеп ял итке килә, ләкин әбейҙең ыңғайына ултырып, уны сәй менән һыйламайынса ҡайтырға ашыҡмай ине. Аҡсаны ваҡытында биреп барҙыҡ. Айҙың тәүге көнө етеү менән инәй йүгереп килеп етә. Әгәр шул көндө өйҙә булмаһаң, беҙҙең эшкә килеп инә торған ғәҙәтен аҙаҡ саҡ ҡуйҙы. Беҙҙең намыҫлы, ышаныслы ҡыҙҙар булыуыбыҙға инанғандыр инде. Шулай итеп бер йыл үтте. Әхирәтемдең егете хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, улар туй яһап, икенсе тарафҡа күсеп китте. Тағы проблема килеп тыуҙы: кемде янға йәшәргә саҡырырға? Был ҡалала әллә ни таныштар ҙа юҡ. Унан-бынан белешеп, Интернеттан иғландар уҡый торғас, ниһайәт, бер ҡыҙ табылды. Яңы эш башлаған икән. Ҡарап тороуға ыҫпай ғына, йылмайып матур ғына һөйләшә. Тик бергә йәшәй башлаһаң, кешене яҡындан беләһең икән. Бүлмәләшем бигерәк әрпеш булып сыҡты, әйберҙәрен йыя белмәй, ашарға бешереү, өйҙө таҙалау башына ла инеп сыҡмай. Эштән ҡайта ла ноутбугына төбәлә һәм бар донъяһын онота. Оҙон-оҙаҡ кемдәр менәндер хатлаша. Бына бит кеше матур йәш сағын әрәм итә! Рәхәтләнеп саф һауала йөрөү, спектакль-концерттарға барыу урынына компьютерға текәлеп ултыр сәле. Мин йоҡларға урын һала башлаһам ғына ул һиҫкәнеп китә лә, ултырған урынын бушатып, шаптор-шоптор йөрөй башлай. Йә тамаҡ ялғай, йә кер йыуа. Сығырыңдан-сығаһың, әммә түҙәһең. Бер мәл сабырлыҡ сигенә еткерҙе был. Икенсе ҡаланан егете килеп төштө. Сәскәләр, бүләктәр тотоп килгән һөйгәненә был ҡыҙ өйҙә һыу ҙа тәҡдим итмәйенсә кафеға әйҙүкләне. Мин әйтәм, ярай әле, шул кафе-ресторандар бар, юғиһә был егет астан үлә ине. (Ике ай бергә тороп, уның аш бүлмәһендә бер ҙә бешеренгәнен күрмәнем). Ҡайҙалыр йөрөп, кис килеп инде былар. Төнөн йоҡо бирмәй, шыбырлашып һөйләшеп, ҡытҡылдашып көлөшөп сыҡтылар. Ҡәнәғәтһеҙлек белдереп улай әйләнәм, былай әйләнәм, уфылдайым. Юҡ, кеше аңламаһа —аңламай икән. Иртәгәһенә ике ай буйы эсемдә тотҡан һүҙҙәрҙе әйтергә тура килде. Бүлмәләшем фатирҙы бушатып сығып китте. Уның урынына беҙҙең коллективҡа эшкә килгән бер ҡыҙҙы индерҙем. Тәртипле кеше менән шул тиклем рәхәт икән. Күңелле генә итеп биш йыл бергә йәшәп ташлағанбыҙ. Фатир хужаһы булған инәйебеҙ беҙгә шул тиклем ныҡ өйрәнде, хатта икебеҙ ҙә кейәүгә сығып, фатирҙы бушатҡас, илап хушлашты. Эйе, беҙ ҙә уға ныҡ өйрәнгәйнек. Мәрхәмәтле генә инәй ине ул. Ваҡытында түләүҙе талап итһә лә, эш хаҡыбыҙҙың аҙ булыуын белгәнгәме, йәлләп хаҡты ҙур ҡуйманы. Бөгөн, мәҫәлән, бер бүлмәле фатирҙы 8 меңгә ҡуртымға бирәләр. Иҫ китмәле. Күптәрҙең айлыҡ эш хаҡы шул сама. Ашамай-эсмәй, кейенмәй генә, алған аҡсаңды кешегә биреп көн итергәме ни?! Бер нисә кеше йыйылып, бер фатирға инһә, хужалар йәнә оҡшатмай. Йәнәһе, фатирҙа «шайтан туйы» ойошторалар, күп кешегә һыу күп китә, уныһы-быныһы... Шуға ла фатирҙы ҡуртымға биреүселәр йәш-елкенсәктән «шөрләңкерәй», башлыса йәш ғаиләне эҙләй. Әммә барыһы ла тиерлек ғаиләлә баланың булмауын теләй. Нисек инде йәш ғаиләлә бала булмаһын?!
Яңыраҡ ҡына бер әхирәтем бергә йәшәгән ҡыҙҙары менән ике аҙна эсендә дүрт фатир алмаштырыуын ғибрәт итеп һөйләгәйне. Баҡтиһәң, ҡайһы берәүҙәр өйөн таҙалатып, тәҙрәләрен йыуҙыртып ала ла, сәбәп табып, ғәфү үтенгән булып, 2-3 көндән кире сығарып ебәрә икән. Бәғзеләр 6 меңгә индерергә һүҙ бирә лә, 3-4 көндән кире уйлауҙарын белдереп, хаҡын арттыра. Фатир хужалары торлаҡһыҙ интеккән кешеләрҙең күсенгән һайын йөк машинаһы саҡыртып, йөк тейәүселәр табып, һәр береһенә аҡса түләп, ни тиклем сығым түгеүен уйлап та бирмәй. Күптәр ҡурҡыныс, бысраҡ, һыу торбалары тишелеп, крандары емерелеп бөткән, бер ниндәй йәшәү шарттары булмаған өйҙәренә оялмайынса ҡиммәт хаҡ һорай. Ҡайһы берәүҙәренең талаптарын көләмәс итеп һөйләрлек. Мәҫәлән, бер инәй буш торған фатирына егеттәрҙе индергән дә, эҫе һыуҙы тотонмай, һыуыҡ һыуҙы газда йылытып ҡулланырға кәңәш биргән. Йәнәһе, эҫе һыуҙың хаҡы «тешләшә». Был тәңгәлдә күргән, кисергән, ишеткәндәрҙе яҙа башлаһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та... Шөкөр, үҙ фатирымды алғас, быларҙың барыһы ла алама төш һымаҡ артта ҡалды. Әйткәндәй, республикала белгестәргә социаль торлаҡ булдырған фонд аша ипотека юллау банктарҙан алғанға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ. Был йәһәттән хөкүмәткә, хакимиәт етәкселегенә, фонд вәкилдәренә рәхмәт белдерергә генә ҡала.
Бөгөн фатирҙарына 10 мең һум, етмәһә ут һәм газға өҫтәп хаҡ һораусылар күбәйҙе. Йәнә оҙайлы ваҡытҡа түгел, ә тәүлекләп фатирға индереүселәр артҡандан-арта. Уларҙы контролгә алыусы юҡ.
Fөмүмән алғанда, йәш белгестәр һәм яңы ғаилә ҡорған йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе—бик ҙур проблема. Ҡуртымға бирелгән фатирҙарға инеп, һуҡыр тинеңә тиклем ҡырып-һепереп кешегә биргәнсе, ипотека юллап, үҙ мөйөшөңә түләү күпкә яҡшыраҡ. Әммә ипотека юллауҙың үҙ шарттары бар. Күптәр тәүге иғәнәне таба алмай. Тимәк, был йәһәттән ниндәйҙер программа ҡабул итергә, булғандарын ябайлаштырырға кәрәк, һис юғында ятаҡтан булһа ла ваҡытлыса йәшәү урыны булдырыу зарур. Тап ошо сәбәп менән дә күпме йәш белгестәр сит тарафтарға сығып китә, йәшәр мөйөшө булмау арҡаһында күпме ғаиләләр тарҡала. Былары инде үҙе бер айырым ҙур мәсьәлә...