Театр—һәр ваҡыт гүзәллеккә, әҙәпкә әйҙәр урын. Кеше унда матур тамаша ҡарап, күңеленә ял алыу өсөн бара. Спектаклдәрҙең төп бурысы—халыҡты рухландырыу, матурлыҡҡа әйҙәү. Сәхнә юғарылыҡта булырға тейеш. Әммә һуңғы ваҡытта унда “билдән түбән” булған шаяртыуҙар, йәмһеҙ күренештәр күренә башланы. Һиҙгер тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре быны күреп ҡалып, шунда уҡ театр әһелдәренә тәнҡит һүҙҙәрен еткерә, ризаһыҙлыҡ белдерә. Кемдер өсөн
бындай күренештәр ғәҙәти һымаҡ күренә. Был турала уҡыусыларыбыҙҙың да фекерен белергә булдыҡ.
Риф Сәйфуллин, актер: Быға мин бик кире ҡараштамын. Ундай нәмәләрҙе хөрмәт итмәйем. Уларҙы сәхнәгә сығарыу бөтөнләй булырға тейеш түгел. Быға кемдер заман талабы тип һылтау таба. Әммә бындай хәл бары тик тамашасыны башҡа нәмә менән тота алмауҙан ғына килеп сыға. “Билдән түбән” булған күренештәр булған хәлдә лә, режиссер уларҙы дөрөҫ итеп еткерә белергә тейеш. Мәҫәлән, һинең шәрә ҡатынды сәхнәгә сығарып баҫтырыуың йә екһенеү уятасаҡ, йә һоҡланыу. Сөнки ҡатын-ҡыҙ, ғөмүмән матурлыҡ өсөн генә яратылған. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында була
торған мөнәсәбәтте күрһәтмәйенсә генә лә, ниндәйҙер фекерҙе еткереп була бит. Әйтәйек, режиссерға ҡулдан-ҡулға күскән аҙғын ҡатын образын тыуҙырырға кәрәк. Бының өсөн бит йәмһеҙ итеп был күренеште күрһәтеү мотлаҡ түгел. Бына билдәле режиссер Рифҡәт Исрафиловты ғына алып ҡарайыҡ. Ул бына нисек эшләне: ирҙәр түңәрәккә тора, урталарында героиня. Ир-аттар уны ҡулдан ҡулға ташлай. Тамашасыға әшәке күренештәрһеҙ ҙә барыһы ла аңлашылып тора.
Резеда Әхмәҙиева, журналист: Әлбиттә, кире ҡараштамын. Бындай шаяр-тыуҙар көлкөлө комедия түгел, ә трагедия. Бик ҡыҙғаныс хәл бит ул. Театр ҙа шундай хәлгә төшкәс, башҡаларға ни ҡала? Бәлки, шулай итеп сәхнә аша замана проблемаларын күрһәтеп маташаларҙыр. Йә
зал тулыраҡ булһын тип тырышаларҙыр. Әммә "билдән түбән булған" күренештәр киреһенсә үҙенән этәрә бит ул. Театрға, барыбер ҙә, тамашасы юғары ҡиммәттәр эҙләп килә. Улай ҡыланып
уның бәҫен төшөрмәҫкә ине. Спектакль ҡарап сыҡҡан тамашасы онотолмаҫ тәьҫораттар менән килеп сығырға тейеш.
Вадим Байраҡаев, студент: Хәҙерге көндә театрҙың һирәктәргә генә кәрәге барҙыр ул. Элек кенә ул кеше иҫе-һушы китеп театр тамашаларын ҡараған. Уға йәшәйештә юғары урын биргән. Театрға,
ғөмүмән, өлкәнерәк быуын кешеләре генә йөрөйҙөр ул. Улар “билдән түбән” булған күренештәрҙе тәнҡитләйҙер инде. Сөнки башҡасараҡ тәрбиә алып үҫкән. Миңә ҡалһа, барыбер. Телевизорҙа хәҙер рәхәтләнеп әҙәпһеҙ күренештәрҙе күрһәтәләр. Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән сериалдарҙы бынһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Йәмғиәттә был ғәҙәти күренешкә әйләнгән икән, бер нәмә лә эшләп булмай. Иҡтисадта “ихтыяж тәҡдимде барлыҡҡа килтерә” тигән төшөнсә бар. Бында ла шул уҡ. Халыҡҡа “билдән түбән” булған күренештәр ҡыҙыҡ икән, театр ҙа шуны тәҡдим итә. Юғиһә, театр йотолоп ҡала-саҡ. Үҙемсә генә шулай уйлайым инде.