Сибай-Баймаҡ юлында авариялар йыш булып тора. Бормалы-бормалы ул юлдарҙа үткән-дә бер танышым да һәләкәткә осраған. Шәхси автомобиленә үҙенең ҡыҙын, улын, ирен, тағы ҡустыһының ике ҡыҙын ултыртып Сибайға ҡайтып килгән. Салондағылар бөтәһе лә ойоп киткәс, бының да күҙҙәре эленеп китеп, Хәсән ауылы тапҡырында юлдан ситкә тәгәрәп киткәндәр. Шул ваҡытта ире уянып:
—Нимә эшләйһең ул?—тип рулгә йәбешә.
—Ниндәй атайың төшһөн, ул бит күптән мәрхүм!
—Яңы тауҙан төшөп киләләр ине, ап-аҡ кейемдәләр, артынан шундай кейемдәге кешеләр эйәргән.
Улар шулай гәпләшкәнсе машина ике әйләнеп ергә ултырған. Артта ултырған ҡыҙҙар
—Алғы тәҙрә ярылып барыбыҙҙың да тәненә быяла ярсыҡтары инеп бөткән, кемебеҙҙең
ҡулы, кемебеҙҙҙең аяғы яралы,—ти ул.—Улыма ғына ни бер ни булмаған. Ҡурҡыуын ҡурҡҡан,
ә тәнендә бер йәрәхәте лә юҡ.
Минең күҙем эленеп киткәндә беҙҙе Хоҙай араланы, ахыры, атайым булып күренеп юлдан беҙҙе ситкә этеп һалды. Ә улыбыҙға беҙ шул мәлдәрҙә генә ҡорбан салдырғайныҡ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ҡорбандың шулай бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауын асыҡ күрһәтте.