Бөтә яңылыҡтар
Фекер
21 Сентябрь 2019, 14:10

ИРТӘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРМЫН...

ИРТӘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРМЫН...“Кисектереп торолған тормош синдромы” тигән төшөнсә бар. Йәғни, кеше киләсәккә үтә ныҡ өмөттәр бағлай, үҙен бәхетле тойоу өсөн нимәнеңдер булғанын көтә. Ғәҙәттә ул бөгөн бәхетле булырға кәрәклеге тураһында бөтөнләй онота һәм бөгөнгөһөнә тулыһынса ҡул һелтәй.

Күптәр бәхетле булыу өсөн теге йәки был ваҡиғаның булыуын көтә. Бәхет алып килер ниндәйҙер көн етергә тейеш тип уйлай. Әммә был—бары тик үҙеңде алдау ғына. “Кисектереп торолған тормош синдромы” тигән төшөнсә бар. Йәғни, кеше киләсәккә үтә ныҡ өмөттәр бағлай, үҙен бәхетле тойоу өсөн нимәнеңдер булғанын көтә. Ғәҙәттә ул бөгөн бәхетле булырға кәрәклеге тураһында бөтөнләй онота һәм бөгөнгөһөнә тулыһынса ҡул һелтәй. Шунлыҡтан әле эшләп рәхәтлек һәм шатлыҡ кисереп булырҙай эште әллә ҡайҙа торған киләсәккә ҡалдыра. Тулылығы менән риза булмаған гүзәл ханым ябыҡҡас та матур күлдәк алып кейергә һүҙ бирә. Әммә бөгөн һәм хәҙер күлдәк алырға мөмкин бит. Үҙеңде нисек бар, шулай ярата белеү ҙә мөһим. Йә иһә кемдер машина алғас та, Сочиға барып ҡайтам тип хыяллана. Ә бит уны хәҙер үк тормошҡа ашырырға була. Бик теләгәндә Сочиға үҙ машинаңда булмаһа ла, башҡа юлдар менән дә барып етеп була бит.
Күптәрҙең өйөндә оҙонсалай һуҙылып киткән стенкалар булғандыр. Ана шунда гел генә матур-матур күҙҙең яуын алып торған һауыт-һаба була торған ине. Улар матурлыҡ өсөн генә ҡуйылып, ҡарап һоҡланыу өсөн генә ултырҙы, буғай. Сөнки был һауыт-һабаға тейергә яраманы. Әсәйҙәребеҙ: “Ҡунаҡтар килгәс,”— тип кенә ҡуя ине. Шул рәүешле улар тейелмәгән көйөнсә йылдар буйы ултыра бирә. “Мөһим ҡунаҡтар” килә торған ваҡыт етмәй ҙә етмәй.
Бер яҡтан ниндәйҙер байрам көтөп, оло ҡыуанысҡа өмөт итеп йәшәү насар ҙа түгел һымаҡ. Әммә ғәҙәттә “тормошто кисектереп тороу” кеше үлеп киткәнсә һуҙыла. Күп осраҡта уны бөтөнләй бәхетһеҙ итә. Сөнки тормош беҙ уйлағанса ғына бармай. Теләгән, көҫәгән нәмәләребеҙҙең бойомға ашмауы ла бар.
Хәҙерге йәштәр тормоштан бөтә нәмәне лә алып ҡалырға кәрәк тигән принципты алға ҡуя. Сағыштырмаса күбеһе бер көн менән генә йәшәй. “Тормошто кисектереп тороу синдромы” күбеһенсә оло быуын кешеләренә хас. Күптәребеҙҙең өләсәйҙәренең, йә әсәләренең шкафында ҡатлы-ҡатлы таҫтамалдар ҡулланылыр көндәрен көтөп ята. Һөртөнөүгә ҡырылып, йоҡарып бөткәндәрен тотонһа тотоналар, әммә яңыларына теймәйҙәр. Сөнки “уларҙың кәрәк булыуы бар”. Ҡәҙергә алған матур кейемдәр менән дә шул уҡ хәл. Күбеһе кейелә торған ваҡытын көтөп шкаф түрен биләй. Эйәһе өй араһында, йә әрһеҙгә бара ул тип алам-һолам кейемдә йөрөүен дауам итә. Әммә күҙҙең яуын алырҙай күлдәк кейеп йөрөй торған яҡты киләсәк етмәй ҙә етмәй. Ә бит ауыл араһына сыҡҡан арала ла матур күлдәктәреңде кейеп, күҙҙең яуын алырға була. Магазинға сыҡҡанда аламарағы ла бара, матур күлдәктәрҙе концерт-фәләнгә, йә ҡунаҡҡа ғына кейергә кәрәк тигән закон бер ҡайҙа ла яҙылмаған да.
Бәхетле итеп йәшәүен кисектереп торған кеше ғүмеренең аҙағында: “Эх, матур итеп йәшәп тә булманы,”–тип көрһөнөп ултырасаҡ. Быны яҡшы аңлайбыҙ, әммә һаман да бәхетебеҙҙе кисектереп тороуҙы, үҙебеҙҙе ниндәйҙер рамкаларға бикләп ҡуйыуҙы дауам итәбеҙ. Әйтерһең, бәхет беҙҙе ҡайҙалыр Ҡаф тау артында көтөп тора ла, шунда барып еткәс, ҡапыл ғына бәхетле булабыҙ ҙа китәбеҙ. Әммә бәләкәй генә шатлығын да күреп үҙен бәхетле тоя белмәгән кеше, ниндәйҙер маҡсатына ирешкәс тә, был тойғоно татымай. Кеше йә бөгөн һәм хәҙер матур итеп, үҙен бәхетле тойоп йәшәй, йә үҙен ғүмерлеккә бәхетһеҙлеккә дусар итә.
Беҙгә бәхетле йәшәүҙе, ниндәйҙер теләгеңде тормошҡа ашырыуҙы кисектереп тороуҙы бәләкәй саҡтан өйрәтәләр. Күп балаларға “ҙур үҫкәс...” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. “Ҙур үҫкәс, туйғансы туңдырмаһын да, кәнфитен дә ашарһың”, “ҙур үҫкәс, балаларҙың нисек барлыҡҡа килгәнен белерһең”, “телевизорҙы ла ҙур үҫкәс рәхәтләнеп туйғансы ҡарарһың”, “ҙур үҫкәс, ҡайҙа теләйһең, шунда барырһың” һ.б. Шулай итеп баланың аңында рәхәтләнеп йәшәү өлкәндәрҙең тормошонда ғына була икән тигән тәғлимәт уйылып ҡала. Шунан яйлап бәхетле итеп йәшәүҙе әллә ҡайҙағы киләсәккә ҡалдыра башлайбыҙ, үҙебеҙсә ысын тормоштоң алыҫтағы киләсәктә булыуына ихлас ышанабыҙ. Бала саҡта тиҙерәк мәктәпкә барғы килә. Сөнки мәктәптә көсләп йоҡлатмайҙар. Мәктәптә уҡый башлағас инде, тиҙерәк ситкә сығып китке, студент булғы килә. Йәнәһе лә, шул ваҡытта һин рәхәтләнеп йәшәй башлайһың, берәү ҙә иркеңде сикләмәй. Студент уҡып бөтөп эшкә урынлашҡас ҡына ысын бәхетле тормош башлана тип уйлай. Унан инде ҡыуаныслы бәхет һине ғаиләле тормошта көтөп торғандай. Шулай итеп, бөтә йәшәйешең үҙеңде бәхетле итерҙәй ниндәйҙер ваҡиғаны көтөүгә әйләнә. Хәҙерге тормошоңдан рәхәтлек алыу тураһында онотоп, киләсәктән бәхет көҫәйһең.
Әлбиттә, идеаль киләсәккә, ниндәйҙер үрҙәргә ынтылыу насар нәмә түгел. Әммә ғүмер буйы ниндәйҙер ваҡиғаны көтөп, ысын йәшәүем шунда ғына башланасаҡ тип уйлап йәшәү, һине бер ҡасан да бәхетле итмәй. Бөгөнгөңдән рәхәтлек алырға ла ирек бирмәй. Үҙеңде гел генә бәхетһеҙ
итеп тойоу депрессияға килтереүе лә мөмкин.
Хәҙер һәм бөгөн бәхетле булырға өйрәнәйек. Ә идеаль киләсәк бер ҡасан да килмәйәсәк. Тормош бит беҙ теләгәнсә генә бармай.