Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Сентябрь 2019, 16:11

Тәрбиәсе насар тимәгеҙ

Тәрбиәсе теләһә ниндәй отчеттарын да биреп өлгөрөргә, балалар менән дә шөғөлләнергә тейеш. Тағы килеп, уларҙың да бит үҙ балалары, ғаиләһе бар. Былай ҙа эш ваҡытынан тыш та ата-әсәләрҙең мең төрлө һорауҙарына яуап биреп, әллә күпме проблемаларҙы хәл итергә мәжбүр тәрбиәсе.

Хәҙергө көндә күптәр тәмләп-тәмләп балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен, мәктәп уҡытыусыларын яманларға, уларҙы «сәйнәргә» ярата. Былай ҙа кәрәккән дә, кәрәкмәгән дә эш менән шөғөлләнергә мәжбүр булған, ҡағыҙға күмелеп ултырған тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға ата-әсәләрҙән әр-битәр һүҙҙәре ишетергә лә тура килә.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең заманда балалар яман, уларҙан бигерәк ата-әсәләре яман. Әпәүләнгән, артыҡ ныҡ иркәләтелгән, бигерәк наҙлы быуын үҫеп килә. Саҡ ҡына сөскөрһә лә, берәй ере һыҙырылһа ла ғауға ҡуптарырға, бынан трагедия яһарға әҙербеҙ. Элек бесән араһында аунап кәртә башында ла уйнаныҡ, тубыҡтарыбыҙҙы ҡанатҡан, башыбыҙҙы яралаған ваҡыттар ҙа булды. Әммә ата-әсәйҙәребеҙ бынан оло ғауға ҡуптарып йөрөмәне. Араларында ғауғасылары ла булғандыр инде. Барыбер ҙә, улар һирәк ине.
Ә хәҙер балалар батшанан да былайыраҡ ҡәҙер-хөрмәткә күмелә. “Өф” итеп кенә торабыҙ. Нимә теләй, шуны алып бирәбеҙ. Берәйһе ауыр ҡараш ташлаһа ла, бының өсөн оло ғауға ҡуптарырға әҙербеҙ. Күптәр “судҡа бирәм”, “юрисҡа мөрәжәғәт итәм”, “эштән ҡыуҙыртам”, “башыңды төрмәлә серетәм” тигәнерәк һүҙҙәрҙе бик яҡшы белә. Бындай янауҙарҙы тәрбиәселәргә бик йыш ишетергә тура килә. Ғөмүмән, әр-битәр һүҙҙәре уларҙы гел генә оҙатып баралыр...
Хәҙерге заманда ата-әсәләр балалары менән бөтөнләй шөғөлләнергә теләмәй тиерлек. Иҫемдә, бәләкәй сағымда атайым уйынсыҡ сәғәте менән ваҡытты ла өйрәтте, бергәләшеп машинаһын да уйнай инек, шиғырҙарын да ятланыҡ. Ә әсәйҙәребеҙҙең үҫешебеҙҙәге роле тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә хәҙер кескәйҙәр өсөн гаджеттар өйрәтеүсе лә, тәрбиәләүсе лә. Һирәктәр генә сабыйҙары менән бергә уйнай, һүрәт төшөрә, шиғырҙар өйрәнә. Ата-әсәләр иҫәпләүенсә, быларҙың барыһына ла балалар баҡсаһында өйрәтергә тейештәр. Кес кенә баланы балалар баҡсаһына алып барып тапшыралар ҙа, уны тәрбиәләү өсөн ҙур бер эш башҡарҙым тип уйлайҙар.
Әлбиттә, баланың үҫешендә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең өлөшө ҙур. Әммә ҡыҙ йә улың йүнләп һөйләшә белмәһә лә, төҫтәрҙе айырмаһа ла, һүрәтте насар буяһа ла, ҡалаҡты дөрөҫ тотмаһа ла тәрбиәсене ғәйепләргә кәрәкмәй. Баланы тәрбиәләү өсөн, уны гаджеттарға әүрәтеү, тәрбиәсегә тапшырыу ҙа етә, йәнәһе. Эш бит бының менән генә бөтмәй. Төп тәрбиәне бала, барыбер ҙә, тап ғаилә эсендә ала. Уның нисек үҫеше лә ата-әсәләр яуаплылығында. Билдәле булыуынса, көнө-төнө телефон, йә планшет артында йәнһүрәт ҡарап ҡына ултырған балаларҙың телмәре бик һуң үҫешә. Был фекерләү ҡеүәһенә лә насар йоғонто яһай. Шулай булғас, балаңдың инде дүртенсе йәшенә китеп барыуына ҡарамаҫтан, һаман йүнләп шиғыр һөйләй белмәгәнендә тәрбиәсене ғәйепләргә кәрәкме икән?
Һәр кем өсөн үҙ балаһы иң-иңе. Уның ғына теле шундай татлы, ул ғына иң матуры, иң аҡыллыһы һәм башҡаһы. Терпе лә балаһын йомшағым, тип ярата. Әммә тәрбиәсе өсөн балаларҙың барыһы ла бер тигеҙ. Һәр хәлдә, шулай булырға тейеш. Һеҙҙең балағыҙ нисек кенә аҡыллы һәм матур булмаһын, тәрбиәсе уға ғына ҡарап ултыра алмай. Юғиһә, балалар баҡсаһында эшләүселәр көнө-
төнө тиерлек ата-әсәләрҙең ватсаптағы матурҙары һәм аҡыллылары тураһында бөтмәҫ һорауҙарына яуап бирергә мәжбүр. Аҙаҡ килеп, шул уҡ ата-әсәләр тәрбиәселәрҙе көнө буйы телефонға текләп ултырыуҙа ғәйепләп ҡуя. Кемдең балаһының ҡалаҡты нисек итеп тотҡанын, нисек йоҡлағанын, һүрәт төшөргәнен һәм башҡаһын фотоға төшөрөргә, аҙаҡ ватсап аша ата-әсәләргә отчет бирергә мәжбүр булған тәрбиәсенең телефонға текәлмәйсә лә сараһы юҡ бит, уйлап ҡараһаң.
Тормошомдоң бәләкәй генә бер өлөшөн булһа ла, балалар баҡсаһында эшләүгә бағышланым. Шунда ҡайһы бер әсәйҙәр яңы ғына тәпәй баҫып килгән баланы ҡалдыралар ҙа, уны хәжәтен башҡарырға көршәккә йөрөргә өйрәтеүҙе талап итәләр. Кес кенә сағынан аяғын тотоуҙы белмәгән, ҡасан теләй, шунда подгузникка хәжәтен үтәгән баланы көршәккә өйрәтеүҙең ҡыйынлығы күптәргә мәғлүм. Күп әсәйҙәр балаһы уҫтаптай булып бөткәнсе баланы был ғәҙәткә күндерә алмай. Ә ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө еңмешлеге булған ҡырҡ балаға баш булырға тейешле ике бөртөк тәрбиәсе быны нисек атҡарып сығырға тейеш һуң? Подгузнигын да кейҙерергә ярамай, аҫтын һыулатлаһа ла, ғә-йепле булып ҡалаһың. Тимәк, һин шундай йүнһеҙ, баланы көршәккә өйрәтә белмәйһең. Әгәр ҙә был эш шундай еңел икән, нишләп уны әсәйҙәр анһат ҡына итеп үҙҙәре өйҙә башҡара алмай һуң?
Күп ата-әсәләр өйгә бирелгән эште үтәмәй. Әгәр ҙә һин сабыйың менән
бер дүрт юллыҡ шиғырҙы ҡабатлай алмайһың икән, бөтә уңышһыҙлыҡтарыңда тәрбиәсене генә ғәйепләү дөрөҫ булырмы икән? Уға бит һәр бер баланың көйөн көйләргә, уларҙы тыңлатырға кәрәк. Ата-әсәләр өйҙәге бер-ике балаға баш була алмай. Ә тәрбиәсенән әллә нимәләр талап итергә шәптәр.
Эштәре шул, белә күреп бармаһындар ундай ергә тиерҙәр күптәр. Әммә бер-береңә ҡарата мәрхәмәт, аңлау тойғолары тураһында ла оноторға ярамай. Тәрбиәсе теләһә ниндәй отчеттарын да биреп өлгөрөргә, балалар менән дә шөғөлләнергә тейеш. Тағы килеп, уларҙың да бит үҙ балалары, ғаиләһе бар. Уларына ла ваҡыт бүлеп өлгөрөргә кәрәк. Былай ҙа эш ваҡытынан тыш та ата-әсәләрҙең мең төрлө һорауҙарына яуап биреп, әллә күпме проблемаларҙы хәл итергә мәжбүр тәрбиәсе.
Үҙегеҙҙе тәрбиәсе урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Шау-гөр килгән, туҡтауһыҙ һорауҙары менән йөҙәткән, ҡай саҡ шар-шор килеп илаған тиҫтәләгән балалар араһында бер ни ҙә эшләмәйенсә тик кенә ултырһаң да, башың әйләнеп, арып килеп сығырлыҡ. Ҡайһы бер һөйләнсек әсәйҙәр үҙҙәре балалар баҡсаһында эшләп ҡарағандан һуң ғына тәрбиәселәрҙең хәлен аңлағандай була.
Яратмаһа эшен, йөрөмәһен унда тип әйтергә лә ашыҡмағыҙ. Эшен яратмаған хәлдә, йөрөмәҫ ине унда. Сөнки тәрбиәсе—үҙеңде көсләп йөрөтә торған эш урыны түгел. Балалар менән эшләү ихласлыҡ талап итә. Был һөнәргә барымы булмағандар, иртәме, һуңмы эшен ҡалдыра. Эшләй икән, тимәк, эшен ярата.
Нәркәс Алсынбаева.