Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Август 2019, 12:57

Интернет булғанда, көндәлек нимәгә?

Көндәлек... Дәфтәрең йә китабың өйҙә онотолоп ҡалһа ла, көндәлек мотлаҡ сумкала булырға тейеш ине элек. Көндәлек артынан тәнәфес араһында ыш-пыш килеп, сәсәп, өйгә йүгереп ҡайтып килеүҙәр ҙә ят булманы.

Тынғыһыҙ бит ул ошо август. Бесәнде тамам итеп ослайһы,емеш-еләк йыйып ҡайнатаһы,йәшелсәләрҙе ҡышҡылыҡҡа тоҙлайһы,ара-тирә яуған ямғыр артынан сыҡҡан бәшмәккә лә ҡорттан алда өлгөрөп йыйып ҡалаһы бар. Ошо күңелле мәшәҡәттәргә иш булып,бала-сағалы ата-әсәләргә балаларын мәктәпкә әҙерләйһе бурысы ла тора.Кемдер әйтер: уның ни ауырлығы, аҡсаң булһа сыҡтың—алдың, магазин шығырым тулы тауар менән,тиер. Уныһы шулай ҙа ул, хәҙер бит бала-саға ла талапсан булып китте. Һинең "кеҫәңә " ярашлыһы уға оҡшамай, "неудобно" тиеп тороп йөҙ сира, хатта. Талһаң—талаһың, ҡырҡ сауҙа үҙәге аша үтеп, ашарыңа ла ҡыҫып-ҡымтып, балаңды башҡаларҙан кәм-хур итмәйем, тип, кейәү-кәләш кеүек суҡландыраһың үҙен. Ҡәнәғәт йылмайған балаңдың йөҙөн күреү—үҙең кейенгәндән былайыраҡ бүләк бит ул! Кейеме-кейем дә ул, уның артынса етешмәгән китабын эҙләп бер булаһың бит әле! Мең төрлө биҙәкле, һүрәтле, башҡа кәрәк-яраҡтарҙың араһынан иң-иңен һайлап алаһы бар. Барыһы ла ғәзиз балаң өсөн, уҡыһын ғына тиһең!
Шау-гөр килеп сауҙа ҡайнаған баҙарҙан шыплап тулған сумкаларыбыҙҙы һөйрәп, һуңғы “туҡталыш” тик шау көндәлектәр генә һатылған мөйөшкә туҡтайбыҙ. Кемеһенәлер хоккей һүрәтлеһе кәрәк, икенсеһе машиналарға өҫтөнлөк бирә, тик өлкән улым ғына ситтә ҡарап тик тора. Аптырап:
—Һайла, нишләп ҡырын баҫтың?—тием.
—Нимәгә ул миңә көндәлек? Барыбер тикшермәйҙәр уны, тултырып ултырам ыштоли?—тине.
—Аһ, тикшермәйҙәр тип ней, өйгә эште ҡайҙа яҙып алаһың шунан?—тигән аптыраулы ҡарашымды улыма ҡаҙайым.
Моңһоҙ ғына ҡулындағы сумкаһын бәүелткән үҫмер бала :
—Интернеттан яҙалар ул, беседаға,—тине.
Ауыҙ асып, аптырап ҡалдым. Бәхәсләшеү урынһыҙ, мәле лә, урыны ла был түгел. Шулай ҙа һаҡлыҡҡа тип ябай ғына һүрәтһеҙ көндәлекте һатып алып, сумкама тыҡтым.
Ҡағыҙға ҡытлыҡ заманда һүрәтһеҙ генә (әллә икенсел материалдан эшләнгән булдымы икән) көндәлек һатып алабыҙ тип, класташ ҡыҙыҡай менән күрше ауылға йәйәүләп барған саҡтар иҫкә төштө. Класта барыһы ла көндәлек алып өлгөргән, тик минең һәм әхирәтемдең генә парта ситендә көндәлек ятмай. Көндәлек—уҡыусының төп документы тип йыш ҡабатлайҙар ине беҙгә. Документһыҙ булыу ғәрлек булдымы, әллә түбәнселекме: ”Күрше ауылда бар ти”—тип ишеткәс, дәрестән һуң йәйәүләп ҡурҡа-өркә юлға сыҡтыҡ. Кеҫәлә тинлектәр шылтырай, әбейҙәр сыуағы ялтырай...
Ике ауыл араһы өс саҡрым. Ара-тирә силос-сенаж ташыған машиналар ғына үтә. Ҡайҙа инде ул хәҙерге кеүек еңел машиналар! Юлдан төшөп китеп үткәрәбеҙ үҙҙәрен,ҡурҡабыҙ шул. Барып етеп,магазинды эҙләп табып, ҡулыбыҙға һарғылт битле көндәлекте алып, ҡыуанышып ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл буйына һәр битен асып ҡарайбыҙ, йыл да алған ише лә бит инде, шулай ҙа тикшерәбеҙ генә. Көҙгө көн арҡан буйы ғына тип дөрөҫ әйтәлә. Кискә лә ауышты көн. Автобус ҡараңғыла ғына беҙҙең яҡҡа бара. Көтөп торғансы, тип тағы ла йәйәү түпәйләнек. Юҡ-бар хәбәр,ара-тирә йырлап алыу ҙа тамам арытты, саң, етмәһә һыуһатты ла. Артыбыҙҙан шыжлап ГАЗ-53 машинаһы килеп туҡтаны. Ҡурҡыштан бейек шоссе аҫтына һикерҙек. Минең усым ташҡа сыйылды, көндәлектең артҡы бите ҡанлы тапты үҙенә һеңдереп тә алды.
—Ҡыҙҙар! Нишләп ҡасаһығыҙ минән? Ултырығыҙ, мин дә Этҡолға ҡайтам бит һуң.
Этҡол тигән һүҙҙе ишеткәс, бер-беребеҙгә ҡарашып, аптыраныштыҡ әхирәтем менән. Ни булһа ла тип, асыҡ кабинаға менергә итәбеҙ. Аяҡтар буйламай, бәләкәсбеҙ шул. Ағай кеше ҡулын һоноп: "Икмәкте әҙерәк ашағанһығыҙ бииит!"—тип көлдөрә-көлдөрә беҙҙе ултыртышты. Көләс йөҙлө был ағай бар ҡурҡыуҙарыбыҙҙы юйҙы ла ҡуйҙы.
«Мин дә Этҡол кешеһе ул. Әбделғәфәр минең исемем. Әле бына тиҙерәк эште бөтөп, еңгәгеҙ янына осрашыуға барайым тип, ҡабаланып ҡайтып барам»,—тине.
Ҡыҙҙарға ни сәтәкәй күрһәтһәң дә көләләр ти бит ул, беҙ ҙә шырҡ-шырҡ көлөшөп тик барҙыҡ. Байымға нимәгә барыуыбыҙҙы һорауына ла яуап итеп тик көндәлектәребеҙҙе генә болғап күрһәттек.
Өйөбөҙ тапҡырынаса алып килеп төшөрөп, ишеген шарт ябып, саң бураны уйнатып китеп барҙы теге көләс йөҙлө ҡараҡай ғына ағайыбыҙ. Эстән генә шул тиклем рәхмәтле булып ҡалдыҡ беҙ. Тик ҡысҡырып үҙенә әйтергә ҡыйыулығыбыҙ етмәне шул...
Беҙ шулай көндәлек-документлы булып уҡып киттек. Һалҡын көҙ буйтым үҙ хөкөмөн алғанда, әсәйҙәр ауыҙынан теге көләс йөҙлө ҡараҡай ағайҙың
аварияла үлеп ҡалғанын ишеттек. Әхирәтем менән икәү ошо хаҡта әсенеп , йәлләп һөйләшкән булдыҡ. Рәхмәттәр генә әжәлдән ҡотҡармай икән шул...
Көндәлек... Дәфтәрең йә китабың өйҙә онотолоп ҡалһа ла, көндәлек мотлаҡ сумкала булырға тейеш ине элек. Көндәлек артынан тәнәфес араһында ыш-пыш килеп, сәсәп, өйгә йүгереп ҡайтып килеүҙәр ҙә ят булманы. Һәр көн, һәр дәрес алдынан парта ситендә ул ятыр ине, "ике"ле йә"биш"ле алһаң да, йә аңғармаҫтан эш боҙһаң да иң беренсе уҡытыусы көндәлек һорар, ата-әсәйең дәрес әҙерләгәнеңдә килеп, тағы ла шул асыҡ ятҡан көндәлегеңә күҙ һалыр ине. Һәр аҙна һайын уҡытыусы ижыуынан ҡасып,"подпись родителей" графаһына ҡыйыш - мыйыш итеп бар оҫталығыңды һалып ололарса ҡултамға ла ҡуя торғайныҡ үҙебеҙ. Ә хәҙер? Ә хәҙер балалар дәрес әҙерләргә ултыралар, ә ҡулда—телефон. Инша яҙам, ти, ә үҙе интернет буйлап ярашлы текст эҙләй. Әҙер өйгә эштәр йыйылмаһын (ГДЗ) ата-әсәй үҙе үк һатып алып бирә бит хатта! Ыҙаламаһын имеш, юҡ-барға баш ватып. Ата-әсәгә лә балаһының уҡыу торошон тик телефон аша ғына белергә була, рәхим ит дневник.ruға!
Заман башҡа—заң башҡа тиҙәр, тик ултырған ерҙән эш бөтөргән балалар быуыны үҫә түгелме икән? Тора-бара ручка ла тотмаҫ әле балалар, мәктәпкә йөрөү ҙә тарихта ғына ҡалыр. Булмаҫ тимә...
Миңзәлә Сирғәлина