АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Август 2019, 16:45

БАЛАНАН БАТША ЯҺАНЫҠ...

Пәйғәмбәребеҙ: “Ахырзаман алдында ҡатын-ҡыҙ үҙ хужаһын тыуҙырыр”,—тигән. Шулай уҡ халыҡ араһында: “Ахырзаман етһә, ата-әсә балаһына ҡол булыр”,—тигән хәбәр ҙә йөрөй. Ысынлап та, ҡиәмәт ғәләмәттәрен күрә башланыҡмы?

Беҙ бала саҡта өйөбөҙҙән ҡунаҡ өҙөлмәне. Ул заманда ҡар ҙа иртә ята ине. Октябрь-ноябрь тирәләрендә һуғым һуялар ҙа яҙ сыҡҡансы әйҙә саҡырышалар. Хәҙер ҡары ла Яңы йыл байрамы еткәнен көтөп кенә яуа, һуғым да һуң һуйыла йә бөтөнләй булмай, ҡунаҡ булып, өй беренсә йөрөүселәр ҙә һирәгәйҙе... Юҡ, һүҙем һуғым ашы тураһында түгел, ә мәжлес һәм уның ҡунаҡтары хаҡында...
Ата-әсәйем ҡунаҡ саҡырһа алдан уҡ беҙҙе, балаларҙы, тыйып ҡуя ине: ҡунаҡ йыйылған түр яҡҡа үтмәҫкә, сыҡмаҫҡа, йөрөмәҫкә. Тыңлай инек. Әммә бәләкәстәр ҡыҙыҡһыныусан бит инде. Бүлмә стенаһындағы бер ек аша алмашлап-алмашлап ҡунаҡтарҙы күҙәтеп ала инек. Шул саҡ мәжлес барған ер бер мөғжизә утрауылай тойола торғайны.
Ашарға һораһаҡ, алғы өйҙә айырым һыйланылар. Ололар табыны янына бөтөнләй яҡынламаныҡ. Ә ата-әсәйебеҙ башҡаларға ҡунаҡҡа барһа, өйҙә ҡалабыҙ. Күршеләр менән бер йортҡа ашҡа барһалар, уларҙың балалары беҙгә инә. Өлкәндәр ҡайтҡансы шаярып, йәшенмәк йә башҡаһын уйнайбыҙ, бәләкәсерәктәр йоҡлап та китә ине.
Ә хәҙерге замана балалары нисек? Һәр ҡунаҡҡа эйәреп йөрөй, өлкәндәргә тип кенә иҫәпләнгән урынды баҫып алып тигәндәй түрҙән урын биләй. Үҙ ата-әсәһе тыймаған баланы тыйып та булмай. Ололар ултырған диван буйлап йә ул яҡҡа, йә был яҡҡа йүгерешәләр. 4-5 йәшлектәренә бәләкәй тип ҡарарға була әле, әммә табын артында 14-15, хатта 17 йәшлектәр ҙә осрап ҡуя. Буй еткән балалар бит өйҙә яңғыҙ ҙа ҡала ала, ниңә уны эйәртеп алып йөрөргә һуң? Аңлашылмай.
Пәйғәмбәребеҙ: “Ахырзаман алдында ҡатын-ҡыҙ үҙ хужаһын тыуҙырыр”,—тигән. Шулай уҡ халыҡ араһында: “Ахырзаман етһә, ата-әсә балаһына ҡол булыр”,—тигән хәбәр ҙә йөрөй. Ысынлап та, ҡиәмәт ғәләмәттәрен күрә башланыҡмы? Балалар алдына түшәлеп ятырға ла әҙер түгелме хәҙерге ата-әсәләр? Нимә кәрәк алып бирәләр, табалар, ул мыжымаһын, иламаһын өсөн бар шарттар тыуҙыралар.
Был йәһәттән психолог Ғәлиә Салихованың фекере шундай: “Элек-электән ғаиләлә ата-әсәй абруйы көслө булған, табынға ултырғанда ла атай беренсе булып икмәккә үрелгән, шунан һуң ғына балалар аҙыҡҡа тотонған, әсәйҙең күҙ ҡарашынан нимә ярай-ярамай икәнлеген белеп торғандар. Хәҙерге ваҡытта күп кенә ғаиләләрҙә бала культын күҙәтергә була. Иң тәмле ризыҡ, иң ҙур киҫәк балаға, иң түрҙәге урын да—уныҡы! Баланың теләгәне закон рәүешендә ҡабул ителеп, шунда уҡ үтәлергә йүнәлтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был үҙ осрағында баланың эгоист, әҙергә-бәҙер генә йәшәргә яратыусы, инфантиль кеше булып үҫеп етеүенә булышлыҡ итә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт: “Ата-әсәнең балаһына ҡалдырған иң ҙур мираҫы—күркәм тәрбиә”,—тигән. Тәрбиәне баланың рухи һәм әхлаҡи яҡтарын үҫтермәйсә, уның каприздарын үтәүгә генә ҡайтарып ҡалдырыу—ҙур хаталарҙың береһе!”
Психологтың фекере менән тулыһынса килешергә мөмкиндер, тибеҙ. Ә һеҙ ниндәй уй-ҡарашта?
Түбәндә Фирүзә Абдуллинаның шиғырынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ:
...Ҡунаҡ килһә, бала түрҙә,
Иң тәмлеһе—балаға,
Тәртип тә юҡ, әҙәп тә юҡ,
Хөрмәт тә юҡ олоға.
Батша яһаныҡ баланы,
Башыбыҙға ултырттыҡ,
Хеҙмәтсе хәлендә ҡалдыҡ,
Үҙебеҙҙе оноттоҡ.
Атай-әсәй хәҙер—спонсор.
Ни кәрәк—таптыралар.
Ата-әсәләр бурысын
Аҡсала атҡаралар.
Ҡартлыҡ килгәс, ярай ҙа һуң
Ҡәҙер-хөрмәт күрһәләр,
Балалар, түргә ултыртып,
Йүгереп йөрөһәләр…
Читайте нас: