Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Август 2019, 16:57

Ҡомалаҡ әпәкәйе

Сынаяҡ тотоп әсетке бүлешер мәл түгел хәҙер. Үҙ ауылыңдағы магазинда әсетке юҡта, күрше ауылға йә ҡалаға сығып алһаҡ алабыҙ, ә ут күршегә йомош һорап инеүҙе ғәрлек һанайбыҙ. Бала саҡта ойтмос йә баяғыса әсетке һорап инеүҙәр, өҙөлөп киткән саҡта шәкәр-тоҙ бүлешеп тороуҙар ҙа булды. Әллә шуғамылыр татыу булды күрше-тирә...

Ҡомалаҡ әпәкәйе
— Мә, сынаяҡ өҫтө ал да Әсмә инәңә инеп әсетке генә алып сыҡ әле. Түлке оҙон тәбәрәккә төшөп сәйләп ултырма инде,—өләсәйҙең үтенесен тыңлап сынаяҡ өҫтөн эләктереп йылдам ғына күрше инәйгә йүгерәм. Артымса өләсәйҙең: “Әллә ништәп уңмай ултырасы һыуы ҡалҡып, әллә һыуыҡ һуҡты инде?"--тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды. Беләм—икмәк ҡалҡмаған.
Сынаяҡ тотҡаһын бармаҡҡа элеп, саҡ ишек асып инеүгә Әсмә инәм ни йомош менән килеүемде аңлап та ала. Ауыр кәүҙәһен туйтанлатып, тышҡы баҙының баҫҡысын шығырлата баҫып төшөп китте әсетке көршәге артынан. Шулай, күрше-тирә бер-береһенә яңы ғына ҡайнаған ҡомалаҡ әсеткеһе барлығын телефондары булмаһа ла яйын табып әйтеп бөтә. Бер мәл береһе бүлешһә, икенсе юлы икенсеһе ҡайнатып тарата. Һыуытҡыс һәр өйҙә лә юҡ, ә тәрән һалҡын баҙ өй беренсә. Балсыҡтан эшләнгән оҙон муйынлы көршәк ҡалаҡлап ҡына тотонған әсеткене иң ҡәҙерле итеп һаҡлай. Муйынына уралған аҡ сепрәк тә үҙенсә тын алдырып таштырмай тоталыр инде. Әсмә инәйем бисмиллаһын уҡып, бызмырлап торған әсеткенең еҫен аңҡытып, болғап тороп ипләп кенә сынаяғыма һалып бирә. Әскелтем-сөскөлтөм ҡомалаҡ еҫтәре өй эсен ала...
—Ҡуйып тор ҙа сынаяғыңды анауында , әйҙә миңә иптәшкә сәй эс, ҡыҙым,--тип инәйем өҫтәлгә әйҙүкләй башланы,—бер үҙемә күңелһеҙ ине былай ҙа, алай ҙа индең әле әсетке һылтауынан.
Сынаяҡ тотторғанда өләсәйҙең “тиҙ йөрө” тигән һүҙҙәрен иҫләп, тиҙерәк ҡайтыу яғына аҙымлап шылған булам, үҙемдең тәм-том тулы өҫтәлдә ике күҙем.
—Аһ-аһ, ризыҡтан оло булып ней! Артыңды терәп бер сынаяҡ сәй һемергәнсе ни була?! Йылдай оҙон көн, әсетке ни "һә" тигәнсе ҡалҡытыр икмәген өләсәңдең. Ошо Зөбәйлә булһа өтәләнмәҫ йөрөмәҫ!--Әсмә инәм тәгәрәп йөрөп тиерлек өҫтәл тирәләй сынаяҡ теҙә лә башланы. Ҡуш беләҙек таҡҡан итләс йыуан беләге әйтерһең дә сәй яһап, тәм-том бешерер өсөн генә яралған, шул тиклем матур һәр ҡыланышы, ә икмәге ашап туйғыһыҙ. Әсетке һалынған сынаяғым өҫтөнә ваҡ күбектәр сығып “бызт-бызт шартлағанын күҙ ҡырыйы менән ҡарай-ҡарай, тәмлекәстәрен ҡапҡылай-ҡапҡылай сәй шөрпөлдәтәм. Күҙ ҡарашым өй эсен дә буйлай: ыҡсым ғына бер бүлмәле аҡлы өй, нур-ҡот уйнай һәр ерҙә. Стеналағы радио шыбырлап ҡына үҙенең эшләп тороуын белгертеп ниҙер һөйләй, әллә русса, әллә башҡортса--самауыр шыжлауынан уҙып ишетеп булмай. Түбәгә саҡлы өйөлгән мендәр ҡаралтылар ап-аҡ селтәр менән көпләп ҡуйылған. Тимер тышлы семәрле һандыҡ, боронғо тимер карауат--барыһы ла ниндәйҙер сер һаҡлағандай тын ҡалған... Бер мәл килеп ошо күренеште иҫкә алырмын тигәндәй, үҙ алдыма мәңгегә хәтергә һалам...
Шулай һәр күрше инәйгә, аша йәшәгән күршеләргә әсеткегә йөрөлә ине. Үҙебеҙ ҡайнатһаҡ, инәйҙәр беҙгә килә ине яңы әсетке артынан. Өләсәйем ҡаҙан тултырып ҡомалаҡ ҡайнатһа, ярты ауылды алғандыр әле ҡомалаҡ еҫе. Күрше - тирә менән бүлешер булғас, оло табаҡ тултырып он иләп, әсетке бешереп ҡуя торғайны. Оло иләкте тотоп торорға мин йөрөйөм. Өләсәй ҡаҙандан һоҫоп ҡомалаҡ һыуы алғансы башымды иләккә тигеҙә яҙып, ҡомалаҡ еҫен еҫкәйем. Әсе генә, үҙенсәлекле генә еҫ...
--Болға, болға тигеҙ итеп! Оно бешеп ҡалһын, сайпылтып ҡуйма аяғыңа!—ағас ҡалаҡ менән тигеҙ итеп болғаша ла башланым бер мәл боламыҡты.
— Өләсәй, нишләп он ҡыҙарҙы ла ҡуйҙы ул?
— Һуң ҡомалаҡ һалдыҡ бит, шуға шулайта ул.
— Ҡомалаҡтың кинйәһен бешерҙем, ҡыҙым, алла бирһә быйыл да күп итеп йыйып киптерербеҙ. Муйыл күренгеләй бит, ҡомалаҡ та булыр иншәллаһ!
— Ҡомалаҡтың кинйәһе лә була мы ни?--аптыраулы ҡарап ҡуйҙым өләсәмә.
— Ииий, була шул! Тоҡтоң төбөн ҡаҡтым тийеүем дә.
— Әәә, аҙағын тиһәң дә була инде. Кинйә тигәс...
— Аҙағын тип әйтеү ярамай, балам, ҡайһы тоҡта аҙаҡҡы ризығың икәнен кем белһен?! Белмәүең лутсылыр ул,--өләсәм уфтана биреп табаҡ тулы бешкән ҡомалаҡты һике аҫтына ябып ултыртты...
…Өләсәйле, ҡомалаҡлы иркә бала саҡ... Күпте белге, күпте ишетке килеп тә һәр саҡ өләсәйем янында уралдым. Бер асылып китһә, көлә-көлә һөйләр ине ҡыҙыҡтарҙы. Ғибрәттәрен дә ауыҙ асып тыңлай инем. Ҡомалаҡҡа ла бергә бара инек. Мәтем буйына барып ҡомалаҡ һыпырып ҡайтҡан саҡтар кисә генә кеүек. Йыл да уңа ине ҡомалаҡ тиһәм дә, бер йылды яҡшылап үҫмәне. Ҡоймабар яланы яғынаса барып эҙләп ҡайттыҡ. Һабағын булһа ла йыяйыҡ тип йыйындыҡ. Тик сәскәһеҙ һабаҡтың әллә ни көсө булманы—икмәкте яй ҡалҡытты. Келәт башындағы электән ҡалған ҡомалаҡтарҙы йыйып, күп итеп ҡайнатып "сухой " әсетке ыуҙы өләсәм. Тағы шул мин ҡыҫтырылып йөрөнөм янында. Ҡәҙимге шыйыҡ әсеткегә ондо күберәк һалып ҡул менән ыуып "сухой " яһай ине. Тигеҙ итеп таҡтаға йәйеп болғай-болғай киптереүҙән ғибәрәт бар сере. Ҡоро ҡоро инде, шыйыҡ "баш" ҡа етмәй, оҙаҡ ҡалҡа, йә бысый итә икмәкте. Оҙағыраҡ ултырһа, артап ярғыланып та ҡуя. Бер шулай урам буйлатып сиғандар кейем һатҡанда, әсетке лә һатып йөрөгәндәр. Ҡыҙыҡ күреп әсәй алып ҡалған. Тәүҙә аптыраны өләсәй был ҡоро ыуаҡ әсеткегә, еҫкәп тә ҡараны. Ышаныр-ышанмаҫ икмәк баҫты шулай ҙа. Тәме сөсө икмәк һымаҡ ине, ҡалҡып ҡабарып беште. Ҡомалаҡтан эшләнгән "сухой " әсеткеегә аралаштырып ҡулландыҡ. Тик өләсәй “пакмая” исемле был әсетке исемен һис хәтерндә тота алманы, һәр саҡ: "Анау маһмайҙы һалып баҫҡайным",--тиеберәк һөйләр ине. Аңлаған аңланы, аңламағаны ихлас көлдө...
Анһатҡа һалыштыҡ хәҙер: һәр хужабикә икмәкте магазин әсеткеһенә баҫа хәҙер.. Әллә йыбаныу, ялҡаулыҡ? Ҡомалағы ла һирәк кенә күренә шул. Әле һырғаларын һалбыратып һарғая башлағандар.
Һаулыҡ өсөн һәләк файҙалы ул ҡомалаҡ сүпрәһе. Ҡышын тәнгә сығып ыҙалатҡан һыҙлауыҡҡа шифа ҡомалаҡ сүпрәһе. Бер аҙ шәкәр һалып, иртәле- кисле берәр балғалаҡ ҡына эсергә кәрәк. Ҡомалаҡ әсеткеһендә бешкән икмәкте йылы көйө йомарлаһаң да ҡамыр кеүек тумалап булмай. Әскелтем тәмле өләсәй бешергән икмәк тәме тел осонда...
Сынаяҡ тотоп әсетке бүлешер мәл түгел хәҙер. Үҙ ауылыңдағы магазинда әсетке юҡта, күрше ауылға йә ҡалаға сығып алһаҡ алабыҙ, ә ут күршегә йомош һорап инеүҙе ғәрлек һанайбыҙ. Бала саҡта ойтмос йә баяғыса әсетке һорап инеүҙәр, өҙөлөп киткән саҡта шәкәр-тоҙ бүлешеп тороуҙар ҙа булды. Әллә шуғамылыр татыу булды күрше-тирә. Бер береһенең хәлен көн дә тиерлек белешеп торҙо. Инәй, апай, өләсәй тип йомош һорарға өйрәнде балалар, һаулашырға, хушлашырға белде...
Сулпы суғы кеүек ҡомалаҡ сәскәләре...Эре лә түгел, үтә ваҡ тип иҫәпләп тә булмай... Бала саҡ икмәген иҫләтер өсөн генә бешеп килә кеүек улар ҙа... Йыбанма—йый!
Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.