Бер кемгә лә сер түгел, әлеге көндә бар тормошобоҙ тиерлек төрлө блогтарҙа, социаль селтәрҙәрҙә сағылыш таба. Бар уйҙарыбыҙ, үҙебеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың көнитмеше... Һәр иртә һайын тиерлек интернет селтәрендәге сәхифәбеҙгә күҙ һалыу ғәҙәтебеҙгә әйләнгән инде. Унда барыһы ла бар: бешергән аҙығың, эш урынында булған сағың, өйҙәге йыһазың, сәйәхәт ҡылған ваҡытың, бәпес көткән, бәпес алып ҡайтҡан мәлең... Бөтә нәмә фотоға төшөрөлә һәм социаль селтәрҙәргә һалына. Күңелебеҙгә урын тапмаһаҡ та, бәхетебеҙгә сыҙамаһаҡ та уй-хистәребеҙҙе социаль селтәрҙәргә теркәй һалабыҙ. Шулай бит? Һанай китһәң—бик күп инде. Әллә кеше фекеренә артыҡ ныҡ бәйләнгәнбеҙ, әллә виртуаль донъя менән ысынбарлыҡты айырмай башлайбыҙ. Бәлки, виртуаль донъяла күңеллерәктер ҙә... Хәйер, тормошон нисек ҡорорға һәр кем үҙе белә. Ә шулай ҙа...
Ҡайһы саҡта виртуаль донъя беҙҙе бөтөнләйе менән ысынбарлыҡтан һурып ала кеүек. Күптәр бит хатта сәй эскәндә лә телефон, йә планшеттан айырыла алмай. Нисек итеп айырылаһың инде, почтаңа, йә сәхифәңә килгән хәбәргә яуап бирергә кәрәк бит! Телефондар, планшеттар, ноутбуктар һәр ваҡыт яңы хәбәр килеүе тураһында сигнал биреп, тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп бөткән инде. Хатта бер ҡыйыҡ аҫтында ултырып та бер-беребеҙ менән социаль селтәрҙәр аша ғына «һөйләшкән» саҡтар була. Тормош иптәшебеҙгә, балаларыбыҙға тейешле иғтибар бүлергә лә онотабыҙ буғай.
Әлбиттә, технологияларҙың үҫеше тормошобоҙҙо күпкә еңеләйтә, күп төрлө мөмкинлектәр аса, алыҫтағы яҡындарыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашырға мөмкинлек бирә. Быны Аллаһтың ниғмәте тип ҡабул итергә була, әммә урынын белеп, сама менән ҡуллана белгәндә генә. Сама тигәнен онотһаҡ, был беҙҙең өсөн яуызлыҡҡа әйләнә, ҡәҙерле ваҡытыбыҙҙы урлай, араларҙы алыҫайта, һалҡынайта. Бәлки, беҙ баш көллө интернетҡа сумып йәшәп өйрәнгәбеҙҙер ҙә, шундай йәшәү рәүеше беҙҙең өсөн ғәҙәти хәлдер. Шулай ҙа ҡайһы саҡта бит яҡыныңдың күңел йылыһы етмәй. Ул тәне менән эргәңдә кеүек тә, әммә йөрәк һаман яҡынлыҡ көҫәй. Сөнки бер-берең менән ысынбарлыҡта аралашыу социаль селтәрҙәрҙә статустарҙы алыштырғанға, унда фотолар һалғанға, ниндәйҙер постарға «лайк»тар ҡуйғанға, йә алғанға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, ҡыҙығыраҡ һәм яҡыныраҡ.
Виртуаль донъялағы, аныҡлабыраҡ әйткәндә социаль селтәрҙәрҙәге һәр бер нәмәгә ышанып, күңелеңә яҡын алып, үҙ-үҙеңде бөтөрөргә, йөрәгеңдә көнсөллөк шыттырырға кәрәкмәй. Ҡайһы саҡта кемдеңдер тормошо һинекенә ҡарағанда ҡыҙығыраҡ, бәхетлерәк булып тойолоуы мөмкин. Әммә шуны оноторға кәрәкмәй: ғәҙәттә, күптәр өсөн социаль селтәрҙәр бары тик үҙ-үҙеңде күрһәтеү, кемгәлер бәхетеңде иҫбат итеү сараһы ғына. Ысынбарлыҡта барыһы ла киреһенсә булыуы мөмкин. Шуға күрә, тормошоңдо матур итеп ҡора белеү, ысынбарлыҡта бәхетле була белеү мөһим. Кешенекенә ҡыҙығып, үҙеңдекенә зарланып ултырырға кәрәкмәй. Үҙ күңелеңә бәхет орлоҡтарын сәсә белмәйһең икән, социаль селтәрҙәрҙә күпме генә бәхетле булыуың тураһында ҡысҡырма, бәхетле була алмаясаҡһың.
Кемгәлер шатлыҡтары, йә ҡайғылары тураһында бүлешеү бик кәрәк икән, әйҙә бүлешһен. Әммә бәхетең тураһында ҡысҡырыр алдынан, күҙ тейеү, көнсөллөк тураһында ла оноторға ярамай. Күҙ тейеү бар һәм ул—хәҡиҡәт. Донъя насар уйлы, көнсөл әҙәмдәр менән тулы.
Эйе, социаль селтәрҙәр аша әллә ҡасандан күрешмәгән класташтарыбыҙҙы, курсташтарыбыҙҙы, йә дуҫ-иштәребеҙҙе табабыҙ. Улар менән рәхәтләнеп аралаша алабыҙ. Фотоларыңды күрһәтеп маҡтанып алырға, бәхетле булыуыңды күрһәтергә лә мөмкинселек тыуа. Быныһы яҡшылыр ҙа, бәлки... Әммә ҡайһы саҡта «бәхет»ебеҙ үҙебеҙ уйлап тапҡан иллюзия ғына булып ҡала, әлеге лә баяғы «понт», үҙ-үҙеңде күрһәтеү. Бәхетле булыуыңды башҡаларға күрһәтеү, был турала бар донъяға ҡысҡырыу мотлаҡ түгел дә инде. Ярай, ҡысҡырғыһы килгән кеше—ҡысҡырһын. Бәлки, был да үҙенә күрә күңел талабылыр. Әммә виртуаль донъяға, ундағы иллюзияларға артыҡ бирелеп, ысынбарлыҡтағы ысын бәхет, рухи ҡиммәттәр, күңел йылыһы тураһында онотмаһаҡ ине.
Виртуаль донъяға артыҡ ныҡ бирелеү балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә психикаһына насар йоғонто яһай ҡайһы саҡта. Балаларҙың психикаһы боҙолоуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел инде. Юҡҡа ғынамы ни балалар «үлемем сәбәбен интернаттан эҙләгеҙ» кеүегерәк хаттар ҡалдырып үҙ-үҙенә ҡул һала, йә компьютерҙан айырып маташҡан өсөн ата-әсәһен өҙгөсләп ташларға әҙер...
Тағы килеп, артыҡ ныҡ интернет селтәренә бирелеү рухи деградацияға килтерергә мөмкин. Сөнки әҙәм балаһы фәһемле китаптар уҡыйһы урынға ваҡытын төрлө ҡыҫҡа постар (интернеттағы яҙмалар) уҡыуға бүлә, күләмле китап уҡып ултырыуын күҙ алдына ла килтерә алмай. Нисек кенә булмаһын, интернет тулыһынса китапты алыштыра алмай, танһыҡты ҡандырмай. Интернет селтәренең мәғлүмәти яҡтан булған яҡшы яҡтарын кире ҡағып булмай, әлбиттә. Әммә уларҙы дөрөҫ итеп ҡуллана белеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта файҙалы мәғлүмәт алаһы, ҡыҙыҡлы китап уҡыйһы урынға ваҡытыбыҙҙы яңылыҡтар селтәрендәге кәрәкһеҙ постарҙы уҡыуға бүлеүҙе хуп күрәбеҙ шул. Улар араһында үҙеңә файҙа килтерерҙәйе булһа—бик шәп.
Виртуаль донъяға инеп киткәндә лә әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен, рухи ҡиммәттәрҙе ситкә ҡуйырға ярамай. Әҙәп нормалары сигендә генә ҡала торған, башҡаларҙың ҡолағына инергә тейеш булмаған нәмәләр ҙә була. Мәҫәлән, ир менән ҡатын мөнәсәбәте. Икәү генә белер серҙәр була. Уларҙың донъяһы икеһенә генә ҡағылырға тейеш. Ә инде үҙ-ара енси мөнәсбәттәр тураһында бар интернет селтәренә мәғлүмәт биреү— әҙәпһеҙлектең һуңғы сиге. Хәҙерге ваҡытта кемдер өсөн икәү генә араһында ҡала торған нәмәләрҙе бар донъяға асып һалыу бер ни тормай. Төрлө килделе-киттеле хәбәрҙәргә, кендектән аҫта булған шаяртыуҙарға ҡоролған форумдарҙың, төркөмдәрҙең күкрәп сәскә атыуы рухи кимәлебеҙҙе, әҙәбебеҙҙе күрһәтеп тора ла инде.
Һүҙ аҙағында шуны әйтергә теләр инем: интернет селтәренең бик күп яҡшы яҡтары булыуын инҡар итеп булмай, әлбиттә. Әммә уның бик алама яҡтарын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Саманы онотһаң, дөрөҫ итеп ҡуллана белмәһәң, виртуаль донъяға бөтөнләй аяҡ баҫмауың хәйерлерәк.