Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Июль 2019, 17:01

Башҡалар фекере мөһимме?

Үҙебеҙ йәшәгән дәүергә байҡау яһаһаҡ, уны кеше алдында үҙ-үҙеңде күрһәтеү, маҡтаныу, кеше фекеренә бәйле булыу заманы, тип атарға булыр ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, быларҙың барыһын да урыҫ телендә ҡулланылған «понт» һүҙе менән берләштереп була, буғай. Саф башҡортса яңғырашлы тәржемәһен таба алманым. Маҡтаныу, маһайыу, шапырыныу... Ҡайһыныһын ғына алһаҡ та бөтә мәғәнәһен үҙ эсенә алмай кеүек. Хәйер, уныһы мөһим дә түгел.

Үҙебеҙ йәшәгән дәүергә байҡау яһаһаҡ, уны кеше алдында үҙ-үҙеңде күрһәтеү, маҡтаныу, кеше фекеренә бәйле булыу заманы, тип атарға булыр ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, быларҙың барыһын да урыҫ телендә ҡулланылған «понт» һүҙе менән берләштереп була, буғай. Саф башҡортса яңғырашлы тәржемәһен таба алманым. Маҡтаныу, маһайыу, шапырыныу... Ҡайһыныһын ғына алһаҡ та бөтә мәғәнәһен үҙ эсенә алмай кеүек. Хәйер, уныһы мөһим дә түгел.
Нисек тә булһа кеше алдында үҙеңде күрһәтеп ҡалырға тырышыу, башҡаларҙың фекеренә бәйле булыу, бар тормошоңдо шул нигеҙҙә ҡороу—ул сир. Унан ҡотолорға кәрәк. Fүмер буйы кеше һүҙенән ҡурҡып, кеше теләгәнсә генә йәшәп булмай бит. Башҡаларға бик оҡшамаһа ла, улар алдында был бик текә күренмәһә лә үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарыңды, үҙ мөмкинселектәреңде беренсе урынға ҡуйырға кәрәк. Кеше бер ҡасан да риза ҡалмаясаҡ ул. Кире яғыңды күрергә телә-гән кеше барыбер әмәлен табасаҡ: яртылаш тулы булған стакандың буш өлөшөн генә күрәсәк, күҙ яуын алырҙай раузаның энәләренә бәйләнәсәк, хатта ап-аҡ ҡағыҙ битендә лә ҡара нөктә табасаҡ.
Кеше һүҙенә бәйле булыу, маһайырға ынтылыу тигәндән, һәр кемебеҙҙең тиерлек тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән социаль селтәрҙәргә генә күҙ һалайыҡ. Бәғзеләрҙең ундағы биттәре меңәрләгән фотоларҙан, унан да күберәк «дуҫтар» иҫәбенән һығылып тора. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, сәхифәләге «дуҫтар»ыңдың күплеге һинең әһәмиәтлелегеңде, «текә»легеңде күрһәтә, күрәһең. Яҡшы танышың булмау ғына түгел, урамда осраҡлы ғына күреш-кәндә лә сәләм дә бирмәй үтеп киткән кешеләрҙең ныҡышып-ныҡышып дуҫтарға өҫтәлеүенә башҡаса аңлатма таба алмайым... Әммә «Бәйләнештә» селтәрендә дуҫтарҙың күплеге бер нисек тә һинең кеше алдындағы абруйыңды күтәрә алмай. Ниндәйҙер абруйға эйә булғың килә икән, уны эштәр аша яуларға кәрәктер, ә көсләшеп «дуҫтар» иҫәбен арттырыу менән түгел. Әлбиттә, икенсе маҡсаттар күҙ уңында тотолғанда—уртаҡ ҡы-ҙыҡһыныуҙар, аныҡ маҡсаттар булғанда «виртуаль донъяла» ла үҙеңә яңы дуҫтар табыу насар түгел.
Шул уҡ социаль селтәрҙәргә һәр бер аҙымыңды күрһәтеп торған кәрәккән дә, кәрәк-мәгән дә фотоларҙы тултырыу ҙа, ниндәйҙер кимәлдә кеше фекеренә бәйле булыуҙан киләлер ул. Ни булһа ла берәйһе күрһен, комментарий яҙһын, нисек шәп йәшәүеңде күреп көнләшһен... Һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән «селфи» тигән нәмә менән дә артыҡ ныҡ «ауырыр»ға кәрәкмәйҙер ул. Юғиһә, бәғзеләр бының менән шул тиклем ныҡ мауыға, хатта мәсеткә барғанда ла шуның менән булалар. Иман йортона үҙ-үҙеңде күрһәтеп фотоға төшөр өсөн йөрөмәйҙәр ул. Мәсеткә фәҡәт ғибәҙәт ҡылыу өсөн баралар.
Ярай, үҙеңә бик ныҡ оҡшай икән, социаль селтәрҙәге битеңде тормошоңдоң һәр көнөн тиерлек күрһәтеп торған фотолар менән тултырҙың, ти. Әммә ныҡышып комментарий талап итеү, компьютерға текәлеп кемдеңдер комментарий яҙғанын көтөп ултырыу, яҙһалар—ҡыуаныу, киреһенсә булһа—көйөнөү, кемдеңдер фекеренә бәйле булыу нормаль күренеш түгел. Теге йәки был урынға барғанда һәр бер аҙымыңды фотоға төшөрөү ҙә... Юғиһә, бәғзеләргә ҡараһаң, улар ҡайҙалыр тап фото төшөр өсөн генә бара кеүек.
Социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырылған статустар, стеналағы яҙмалар тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп үткем килер ине. Әлбиттә, үҙеңдең теге йәки был ҡыҙыҡһыныуҙарыңды, күңел торошоңды сағылдырған яҙмаларҙы үҙ битенә урынлаштырыу һәр кемдең үҙ иркендә. Әммә социаль селтәрҙәге битеңдә «Йә Аллаһ! Атай-әсәйемә, миңә, туғандарыма һаулыҡ, муллыҡ бир», «Раббым, Һинән генә һорайым, гонаһтарымды ярлыҡа» тигәнерәк характерҙағы һүҙҙәр яҙыу бер ҙә килешмәй. Доға—ул Аллаһ менән Уның ҡоло араһында ҡала торған ғибәҙәт. Аллаһ һинең доғаларыңды ишетһен өсөн, ихлас күңелдән Уның үҙенә мөрәжә-ғәт итергә кәрәк. Социаль селтәрҙәр инде—Раббыңа мө-рәжәғәт итеү сараһы түгел. Улай ҡыланыу бер ҙә генә иман күрһәткесе һаналмай.
Виртуаль донъянан ҡарашты алып, реаль тормошҡа күҙ һалһаҡ та кеше фекеренә, кеше һүҙенә бәйле булыу күҙгә ташлана. Кеше ни әйтер, кеше алдында кәм-хур булмайым, тип йәшәй күптәр. Ә башҡалар алдында оят булыр, тип уйламайҙар. Гонаһҡа батыуҙан, кеше алдында гонаһлы бәндә булып күренеүҙән бер ҙә ҡурҡмай-ҙар ҙа, оялмайҙар ҙа.
Әлеге лә баяғы маһайыу билдәһеме, интернетҡа «текә» туй үткәреп, шуның фотоһын һалалар, йәнәһе лә берәүҙән кәм-хур түгелдәр. Туйға тиклем зина ҡылып, йөклө сығыуҙарынан да, байрам үткәреү өсөн кредит алып, рибаға батыуҙан да ҡур-ҡмай бит кеше. Эйе, кафе-ресторандарҙы ҡуртымға алып, тамада саҡырып, бер иш программаға, бер үк күренештәргә ҡоролған туйҙар үткәреү ҙә әлеге ваҡытта модаға инеп китте. Башҡорт халҡы «юрғаныңа ҡарап, аяғыңды һуҙ» тиһә лә, быға иғтибар итеү күптән юҡ инде. Бер көн туй үткәреү өсөн кәрәккәненә лә, кәрәкмәгәненә лә аҡса тығып, исраф ҡылып, тағы ла шул рибаға баталар. Ни булһа ла кешенән кәм-хур булмайым... Кеше туйын хөрт кенә үткәрҙе тип әйтмәһен... Тантананың ялтырауыҡлығына ҡарап, һоҡланһын, йә көнләшһен... Артыҡ ялтырауыҡлы туй ҙа бер көн була ла үтә лә китә. Киләсәгеңде лә уйларға кәрәк бит. Туйың тураһында кемдеңдер ҡыйыш фекер әйтеүенән бер ерең дә төшөп ҡалмай бит. Иң мөһиме—ҡорған ғаиләң ныҡлы булһын. Аҙаҡ күптәр йылдар дауамына һуҙылған кредит түләү-ҙән ялҡып, терһәген тешләрҙәй булып, нимәгә кәрәк булды шул, тип уйлай ҙа, тик һуң инде...
Хәҙерге көндә парта артында ултырған һәр бер балала тиерлек смартфон, планшет бар. Уйлап ҡараһаң, бала өсөн улар-ҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, бары тик зыян ғына. Әммә бала һорай икән—ата-әсә алып бирә. Кәрәк икән, кредит алып, рибаға ла бата. Ул планшет, смартфондарҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Бала бары тик күҙҙәрен боҙа, шундағы теләһә ниндәй уйындарға әүрәп, ваҡытын әрәм-шәрәм итә, дәрестәре тураһында онота...
Кеше ни әйтер, кешенән кәм-хур булмайым, тип кенә үҙ мөмкинселектәребеҙ, үҙ теләк-тәребеҙ тураһында ла онотмаһаҡ ине. Башҡалар фекеренә бәйле булыуҙан, башҡаларға оҡшарға теләүҙән арынырға кәрәк. Булғанына шөкөр итә белеү ҙә мөһим. Мөмкинслегең юҡ икән, ғаиләңдең ауыҙынан өҙөп алып, ниҙәндер үҙеңде мәхрүм итеп иномаркала елдереү бер яҡтан көлкө генә бит. Кеше алдында маһайыу мөһим түгел, теге-был йомошоңдо үтәү өсөн самаңа тап килгән арзаныраҡ машина ла бара бит. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә йөҙ кейем алыштырыу, донъя малы йыйыу, ҡиммәтле машинала елдереү, шаулы, исрафлы туй тантаналары үткәреү—бары тик тышҡы ялтырауыҡ ҡына. Бының менән берәү ҙә бәхетле була алмай. Әгәр ҙә күңел торошоң тыныс һәм бөтөн түгел икән, тышҡы ялтырауыҡтан ни фәтеүә? Шулай түгелме ни? Ә һеҙ ниндәй фекерҙә?
Нәркәс Алсынбаева.
Читайте нас: