Илебеҙҙә әленән-әле яңы проекттар уйлап сығарыла. Уларҙы бо-йомға ашырыу өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленә. Һәр бер проект билдәле бер маҡсаттар менән эшләнһә лә, уларҙың барыһын да файҙалы һәм кәрәкле тип әйтергә буламы икән? Күптән түгел генә «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» программаһын бойомға ашырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде. Был проект сиктәрендә Башҡортостанда йыл һайын 1,5 мең өлкән йәштәге кеше өҫтәмә белем аласаҡ.
«Роструд» мәғлүмәттәре буйынса, быйыл пенсия алды йәшендәге 75 мең самаһы кеше яңы һөнәр үҙләштерәсәк, бының өсөн федераль ҡаҙнанан биш миллиард һум самаһы финанс бүленгән.
Башҡортостан пенсия йәше алдындағы кешеләрҙе ҡабаттан уҡытыу, өҫтәмә белем биреү буйынса Рәсәйҙең алдынғы 12 төбәге иҫәбенә лә ингән.
«Өлкән быуын» төбәк проектына халыҡ нисек ҡарай? Был проектты кәрәкле тип табалармы икән? Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Г.Мырҙағәлина: Пенсия йәшен күтәреү күптәрҙе шаңҡытты, әлбиттә. Бигерәк тә ауыр эштәгеләр, йәки сәләмәтлеге самалы булғандар өсөн был күтәргеһеҙ йөк. Йылын ғына түгел, айын-көнөн һанап көткәндә бындай үҙгәрештәр хөкүмәттән бер «бүләк» булды инде. Ошондай шарттарҙа бөгөн пенсия алды йәшендәгеләргә яңы һөнәр алыу мөмкинлеген биреү, һис шикһеҙ, кәрәк булыр, тип уйлайым. Нисек тә заманға эйәрергә кәрәк бит. Тик ниндәй һөнәрҙәр һәм ниндәй эш тәҡдим ителер? Белем алыу нисек итеп ойошторолор? Тағы ла шул: бүленәсәк ул миллиардтар тәғәйен еренә барып етерме? Иң тәүҙә проблема уйлап табып, аҙаҡ уны геройҙарса еңеп сығыу ғәҙәте бар бит беҙҙә.
А.Асҡарова: Был аҡсаны йәштәрҙе уҡытыуға, йә иһә улар файҙаһына булған проектҡа бүлһәләр күпкә яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк булыр ине. Пенсия алдында торған белгестәр былай ҙа тәжрибәле, ә йәш белгестәрҙе үҫтереү, уларҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыу кәрәк. Киләсәк—улар ҡулында. Ысынын әйткәндә, беҙҙең ил бай, әммә бюджет әллә күпме уйланылмаған һәм кәрәкмәгән проекттарға сарыф ителә. Уларҙы дөрөҫ ҡулланһаҡ, файҙаһы күҙгә күренер ине.
К. Хәйерзаманова: Минең уйымса, пенсия алдында торған кеше берәй эшкә сығып эшләһә эшләр, әммә уҡырға теләмәҫ. Мәҫәлән, мин үҙем улай уҡып йөрөмәҫ инем. Ваҡытында кәрәк белемде алдыҡ, эшләнек, доньяһын да көттөк... Компьютерҙы ла, Аллаға шөкөр, беләбеҙ. Артығын белеүҙең кәрәге лә юҡ. Ул проектҡа аҡса бүленеүен бүленер ул, тик ул йүнәлештә файҙаланылмаҫ. Минең фекерем бына шулай!
Г.Азаматова. Был аҡсаға йәштәрҙе уҡытһалар яҡшыраҡ булыр ине. Ирем ваҡытында юғары белем алды ла, эш тапманы. Аптырағас, түләп ябай эшсе һөнәрен үҙләштерҙе лә себер тарафына сыҡты.
Нәркәс Алсынбаева яҙып алды.