Иң алыҫ райондан булып, тыуған ауылға йылына ике генә ҡайтып әйләнер мөмкинселек табып йәшәгән студент йылдары. Һағынып ҡаршы алған әсәйем, юлға кире йыйына башлаған саҡта нимә генә әҙерләп бирергә белмәй өтәләнә торған ине. Мөмкин булһа ҡайнар йөрәген дә сумкаға һалып ебәрер ине. Ә Өфөгә барып еткәс, әсәй бешереп һалған ауыл күстәнәстәре менән сәй эсеүҙә-ә-әр!
Шундай тәмле, шундай бә-рәкәтле ине улар, дөйөм ятаҡта йәшәгән сәйхур ҡыҙҙарға ла, ауыҙҙары һалыулы әрһеҙ егет-тәргә лә етер ине. Шулай бер ваҡыт сумка төбөнән ҡыштырҙаҡ төргәк килеп сыҡты. Эсен асып ҡараһам, үлән сәйенә оҡшаған, үҙе ҡарараҡ төҫтә. Еҫкәп ҡараным: еләк еҫе лә, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе еҫе лә сыҡҡан һымаҡ. Бал еҫе лә килгәндәй. Артыҡ әһәмиәт бирмәй генә шкаф төбөнәрәк тығып ҡуйҙым: әле ашарға ла, эсергә лә һәр төрлө, һәр ауылдан килгән әсәй күстәнәстәренең мул сағы. Тамаҡ туҡ, күңел көр.
Күпмелер ваҡыттан төпкәрәк этеп ҡуйылған тәмлекәстәргә лә сират етте, улар берәм-берәм өҫтәлгә менеп ҡунаҡлай торҙо, үҙең күреп, тәмләп өлгөрһәң өлгөрөп ҡал, өлгөрмәһәң йылп итеп юҡҡа сыға. Ә теге төргәк һаман ята бирә: беҙҙе үлән менән һыйлайһыңмы ни инде, тип әйтер-ҙәр кеүек, уңайһыҙланам, үҙем-дең дә әллә ни эскем килмәй. Үлән сәйҙәренең шифаһын аңлар саҡтарым етмәгән әле күрәһең.
Шулай бер мәл эсер сәй ҙә бөттө, стипендия алыр ваҡыт етмәгән. Һыуытҡыс һәм шкафтар тыҡырлап торған бер мәлдә бүлмәләш ҡыҙ теге төргәкте һөйрәп сығарҙы: «Ҡыҙҙар! Бында тәмле үлән сәйе бар!» Тиҙ генә сәй ҡайната һалып, бәләкәй сәйнүгебеҙгә теге үләнде бешерә һалдыҡ. Аһ! Бүлмәгә иҫ киткес хуш еҫ таралды... Еләк бешкән ҡырҙар, йүкә сәскә атҡан урмандар, балы ташып торған умарта еҫе. Ә сәйе һуң, сәйе ниндәй тәмле ине! Бер ҙә генә лә арттырмай әйтәм, башҡаса ундай тәмле сәйҙе бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла эскәнем булманы. Йәшел түгел, ә ҡыҙыл ҡара төҫлө булды ул, һөт ҡушып та, һөт ҡушмайса ла эсеп туйғыһыҙ. Тәмле нәмә күп буламы, ике көн тигәндә эсеп бөтөп тә ҡуйҙыҡ. «Әсәйеңә әйтә күр, тағы ла әҙерләп ебәрһен ошо сәйҙе»,—тип ялбарҙы ҡыҙҙар. Йәшлек алабарманлығы менән, ҡайтҡан саҡта ошо турала әйтергә лә, ҡабатлап һорарға ла ваҡыт тапманым, иҫтә саҡта һорай һалырға эргәлә телефон тигән мөғжизә юҡ. Айына бер яҙылған хаттарҙа ла ул турала онотола килеп, ҡыҙ-ҙарыма башҡаса ул сәйҙе эсерергә насип булмайса уҡып бөтөп тә ҡуйҙыҡ.
Донъя көтөп йәшәй башлағас, әсәйемә шул хәлдәрҙе һөйләп, әллә нисә тапҡыр рецебын һораным. Ул миңә әйтә йөрөр ине, минең бер ҡолаҡтан инә барған, икенсеһенән сыға барған инде, шуны матурлап яҙып ҡуйырға, күңел һалып эшләп ҡарарға издиһатымды һалмағанмын. Эх, тиле йәшлек! Әсәй һәр саҡ кәңәштәрен биреп эргәмдә генә йөрөр, кә- рәк саҡта йүге-реп барып һорармын тип уйлағанмын инде.
Ауыҙ һыуым ағып хәҙер әсә-йемдең шул сәйен һағынам. Урыҡ-һурыҡ хәтеремдә ҡалған рецебын, эшләү тәртибен яңыртып, тәмле сәйҙе әҙерләп маташам. Әсәйемдеке кеүек тәмле килеп сыҡмай...
Интернет тигән мөғжизә барлыҡҡа килгәс, эҙләнеп, ул тәмле сәйҙең ферментланған сәй (ферментированный чай) икәнен аңлап ҡалдым. Еләк таҙалаған саҡта, уның күлдәген дә, япрағын да ташламай, йыйып, мәтрүшкәнең, йүкәнең иң йомшаҡ сәскә өлөшөн аҙ ғына ҡушып әүә-ләгәне хәтеремдә. Унан һуты сыҡҡан япраҡтарҙы икмәк бешереп алғандан һуң һүрелгән ме-йескә табаға һалып ултыртыр ине. Бер аҙ йылы мейестә ултырған, инде ҡарағусҡыллана башлаған япраҡтарҙы аҙ ғына бал менән әүәләп кире ултыртыр ине. «Беҙ бала саҡта ошолай итеп сәй яһай ине әсәйем»,—тип хәтирәләргә бирелеп, күңел йылыһын һалып әҙерләй ине ул был бик мәшәҡәтле сәйҙе. Ә беҙ, мул коммунизм осоро балалары, шундай шифалы, тәмле, кәүсәр һыуҙарына ғына тиң эсемлеккә әһәмиәт бирмәгәнбеҙ.
Балаларына яҙып ҡалдырған васыятнамәһендә әсәйем: «Самауырымды бәләкәй ҡыҙыма бирерһегеҙ»,—тип әйткән икән, был изге ниәтемә кинәйәлер... «Өләсәйегеҙҙең сәйе»,—тиеп исем биргән был нәзәкәтле сәйҙе быйыл балаларыма әҙерләп тәмләтергә тигән ҙур теләгем, ниәтем бар, булдыра алырмынмы икән? Хоҙай ярҙамын бирер, моғайын...