Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Май 2019, 11:00

«ПЛАНШЕТ МИНЕҢ БАЛА САҒЫМДЫ УРЛАНЫ...»

Компьютер, ноутбук, смартфон, айфон кеүек нәмәләр киң таралған заманда йәшәйбеҙ. Күптәребеҙ интернетһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай кеүек. Сөнки хәҙер, ысынбарлыҡтан тыш, виртуаль донъяла ла тормош “ҡайнай”. Ғөмүмән, гаджеттар—тормошобоҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Улар, өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың да тормошона үтеп инеп, тәрән тамыр йәйгән. Хәҙер инде хатта теле лә асылып өлгөрмәгән бала планшет аша “Ютуб”ты табып, мультик ҡарай белә. Бәләкәй генә сабыйҙың шулай яңы “һөнәр” үҙләштереүенә ихлас шатлана өлкәндәр: “Бынау замана балаһы ҡалай күп белә...” Йәнәһе... Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә, бәлки, артыҡ шатланыу урынһыҙҙыр? Миҙалдың ике яҡлы булыуы бөтәбеҙгә лә билдәле. Дарыу урынын белеп ҡулланһаң ғына файҙалы икәнен дә беләбеҙ. Һәр нәмәлә сама, алтын уртаҡлыҡ кәрәклеге лә бер кемгә лә сер түгел...

Компьютер, ноутбук, смартфон, айфон кеүек нәмәләр киң таралған заманда йәшәйбеҙ. Күптәребеҙ интернетһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай кеүек. Сөнки хәҙер, ысынбарлыҡтан тыш, виртуаль донъяла ла тормош “ҡайнай”. Ғөмүмән, гаджеттар—тормошобоҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Улар, өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың да тормошона үтеп инеп, тәрән тамыр йәйгән. Хәҙер инде хатта теле лә асылып өлгөрмәгән бала планшет аша “Ютуб”ты табып, мультик ҡарай белә. Бәләкәй генә сабыйҙың шулай яңы “һөнәр” үҙләштереүенә ихлас шатлана өлкәндәр: “Бынау замана балаһы ҡалай күп белә...” Йәнәһе... Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә, бәлки, артыҡ шатланыу урынһыҙҙыр? Миҙалдың ике яҡлы булыуы бөтәбеҙгә лә билдәле. Дарыу урынын белеп ҡулланһаң ғына файҙалы икәнен дә беләбеҙ. Һәр нәмәлә сама, алтын уртаҡлыҡ кәрәклеге лә бер кемгә лә сер түгел...
Миңә ҡалһа, компьютер, планшеттар баланы тәбиғи мөхиттән айыра, уларҙың бала сағын урлай, иң бәхетле саҡтың бәхетле минуттарынан мәхрүм итә. Заман башҡа—заң башҡа, тиһәк тә, бала һәр заманда ла бала булып ҡала. Ул үҫергә тейеш.
Бәлки, телефон, компьютерҙарҙы үҙләштергән баланың алдында үҫеш өсөн яңы мөмкинселектәр асылалыр ҙа. Әммә был—уларҙы дөрөҫ итеп ҡуллана белгән осраҡта ғына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта киреһенсә килеп сыға шул.
Яңы ғына тәпәй баҫҡан сабыйҙан алып мәктәптә уҡыған балаға тиклем планшет, йә телефонға текәлеп мәғәнәһеҙ мультфильм ҡарай, йәки ҡан-ҡойош, һуғыш хөкөм һөргән уйындар уйнай. Әлеге заманда таралған йәнһүрәттәрҙе генә алып ҡарайыҡ. Уларҙың күбеһе балаға бер ниндәй ҙә тәрбиә бирмәй, киреһенсә, аламалыҡҡа өйрәтә генә кеүек. Мәҫәлән, хәҙерге “Маша и Медведь” әкиәтендә Маша өлкәндәргә ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәтә, үҙе теләгән нәмәгә ирешеү өсөн, еңмешләнә, бар нәмәне емерә. Уны бының өсөн берәү ҙә шелтәләмәй, язаға тарттырмай. Тағы ла эттәр ғаиләһе тураһында “Барбоскины” тигән йәнһүрәт бар. Тәү ҡарамаҡҡа бер ниндәй ҙә зыянһыҙ әкиәт кеүек. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, унда атай-әсәй балаларын тәрбиәләүҙә бөтөнләй ҡатнашмай тиерлек. Улар унда-бында ғына килеп сыға. Үҙ-үҙҙәренә тапшырып ҡуйылған балалар үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Нимә теләйҙәр, шуны эшләйҙәр. Дәрес әҙерләмәйҙәр, һәр ваҡыт бер-береһенә ҡаршы ниндәйҙер “этлек” ҡылалар. Аҙаҡта алдашыуҙар, эш боҙоуҙар тағы язаһыҙ ҡала, дөрөҫлөк еңеп сыға алмай, һәр нәмә мутлыҡ, хәйләкәрлек, ялған аша өлгәшелә. Ата-әсәләр онотҡанда бер килеп сыҡҡан хәлдә лә балалар бер-береһен уҙҙырып алдашырға, ошаҡлашырға тотона.
Сусҡалар ғаиләһенең тормошон яҡтыртҡан “Свинка Пеппа” тигән йәнһүрәт тә бар бит әле. Уны ла тәрбиәүи тип әйтеп булмай. Унда сусҡалар ғаиләһе менән, күбеһенсә: “Мин батҡаҡты яратам. Бысраҡ күләүектә ҡалай рәхәт,”—тигәнерәк һүҙҙәр менән бысраҡ күләүектә, йә ҡойола мәз киләләр. Өҫтәре бысранғанға ҡыуанышып бер булалар. Сусҡаның фитраһы шулай булыуы аңлашыла—улар бысраҡҡа буялып йәм таба. Тик балаларҙы шундай һәпрәлеккә өйрәтеү нимәгә һуң?
Уйындарға килгәндә, улар менән мауыҡҡан бала төрлө программаларҙы үҙләштерә, тип әйтергә булыр ине, бәлки. Әммә баланың компьютерҙы асып, уйындар өсөн төрлө программалар “скачать” итә белеүе уның компьютер генийы булып китеүен аңлатмай. Ғәҙәттә улар шул уйындарынан ары китмәй.
Йорт эштәрен, дәрестәрен онотоп, баш көйөләй уйынға бирелеп ултырыуҙы яҡшы нәмә тип атап булмайҙыр. Көнө-төнө компьютерға текәлеп уйындар уйнап ултырыу, күбеһенсә, зыян ғына шул. Сөнки онлайн-уйындар ҙа, йәнһүрәттәр ҙә бәйлелеккә килтерә. Юғиһә, кес кенә бала планшетын таптырып яр һалып иламаҫ ине, уҡыусы бала, мәктәптән ҡайтыу менән, сисенер-сисенмәҫтән компьютер янына ашыҡмаҫ ине. Төрлө ҡан ҡойош, атышҡа ҡоролған уйындар баланың психикаһына ыңғай йоғонто яһай тип әйтеп булмай. Күҙҙәр, умыртҡа һөйәгенә булған зыян тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Миңә ҡалһа, йәнһүрәттәргә, онлайн-уйындарға, ғөмүмән, виртуаль донъя-ға артыҡ ныҡ бирелеү фекерләү ҡеүәһен аҫҡата, ысынбарлыҡтан айыра. Хәҙер бит балалар бер-береһе менән рәхәтләнеп уйнамай, аралашмай. Уйындары ла, уйҙары ла, аралашыуҙары ла селтәр менән уралған “ҡумтасыҡ” эсендә. Хатта бит уҡыусы балаларға өйгә эш эшләү, инша-фәлән яҙыу, төрлө һорау-йомаҡтарға яуап табыу өсөн баш ватып артыҡ уйланырға ла кәрәкмәй. Гугл, йә Яндекс барыһын да әйтеп бирә. Ниңә баш ҡатырырға? Анһатҡа һалышып өйрәнгәнбеҙ шул...
Бер яҡтан, тиҙ генә мәғлүмәтле булыу, үҙеңә кәрәкле нәмәне табыу—яҡшы. Бындай мөмкинселекте белеп файҙалана белгәндә, әлбиттә. Әммә эҙләнеү, мейеңде йоҡоһонан уятып, эшләргә мәжбүр итеү ҙә булырға тейеш бит. Донъя бит әҙергә-бәҙер генә ҡоролмаған.
Иң үкенесе—телефон, компьютерҙар балаларҙың бала сағын урлай. Хәҙер балалар рәхәтләнеп уйнау, саф һауала йөрөү урынына телефонға йәки компьютерға текәлеп ултырыуҙы хуп күрә. Беҙҙең быуынды өйгә ҡайтарып алып булмаһа, хәҙерге быуынды ҡыуып та сығарып булмай. Бала бит хәрәкәтләнергә, саф һауала булырға тейеш. Үкенескә күрә, хәҙер балалар майҙансығы, күбеһенсә, етемһерәп буш тора. Рәхәтләнеп тау шыуыуҙар ҙа юғала бара.
Баланың телефон һәм компьютерҙарға ниндәй кимәлдә бәйле булыуы ата-әсәләргә бәйләнгән. Улар үҙҙәре виртуаль донъяға баш-көйөләй сумған икән, балаға “ярамай” тип тыҡыуҙан файҙа юҡ...
Миңлегөл Илһамова.