Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Май 2019, 10:25

Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ матур булырға тейеш?

Һеңле тейеш кешем менән интернет аша йыш бәй-ләнешкә инәм, хәл белешеп, яңылыҡтар бүлешеп һәм төрлө фотолар менән алмашып торабыҙ. Йәғни, «аралашып» йәшәйбеҙ инде. Тормошҡа иртә сыҡҡас, балалары ла иртә үҫеп бөттө һәм шул ҡатын 42 йәшендә ике ейәнгә өләсәй булды ла. «Йәш өләсәй» тип әйтер инем, уға был һүҙ тура килмәй, «йәш әбей» тиеү (әбейҙәр үпкәләп ҡуймаһын) дөрөҫөрәк булыр. Хатта әбейҙәр ҙә үҙ стилендә үтә лә ҡупшы, ҡараулы була ала. Ә бына урта йәштәрҙәге ҡайһы бер ҡатындарҙы ниндәй зат тип атау ҙа урынһыҙ һымаҡ.

Беренсенән, туғаным йәмһеҙ булып һимергән. Юҡ, ауырымай, ашауҙы самалай алмауы арҡаһында ғына йәйелгән ул. Икенсенән, сәсен ҡып-ҡыҫҡа итеп ҡырҡтыра ла ҡуя. Уға барыбер, елкәһенә, күҙенә төшөп тормаһа булды. Өсөнсөнән, өҫтөндә һәр ваҡыт алама халат йәки үзбәк баҙарынан алынған футболка-бриджи. Ул костюмдың йоҡо кейеме икәнендә эше юҡ, йыуан балтырҙарын, эсен бүҫелдереп кейеп тик йөрөй. Дүртенсенән... бишенсенән... ҡыҫҡаһы, ул үҙенең ҡатын-ҡыҙ икәнлеген онотҡан. Ул көҙгөгә ҡарамай ҙа. Ул бит-ҡул йыуыу һәм мунса төшөүҙән башҡа матурланыу ысулдарын онотҡан. Ул осһоҙ шәкәр йәки дөгө ҡайҙа һатылғанын белә, әммә бит кремы ҡайҙа барлығын белмәй. Интернеттан үҙенә һис кәрәге булмаған кешеләрҙең ғәйбәтен көндәр буйына уҡып ултыра ала, ә берәй ҡатын-ҡыҙ сайтына юлыға алмай. Ул сумка-сумка итеп аҙыҡ-түлек ала ла, шуларҙы кәштәләренә теҙеп һала. Алғандарының әле ике ай элек булғандары ла асылмағанында эше юҡ, иттәре туңдырғыс тулып, ярмалары шкаф тулып ятырға тейеш. Ә кейемгә аҡса йәлләй! Байрамға кейә торған бер күлдәге бар ине, уныһы ла хәҙер һыймай, шуға алмашҡа күлдәк һайлап икәү-ара ирешеп бөттөк. Кейемде тик ташламалы хаҡҡа ғына эҙләй. Нимәлер аңлатыу һәм өйрәтеү урынһыҙ (сөнки кеше бындайҙы үҙ башында етлектереп кенә аңлай ала, күрәһең). Эшкә кейгәндәре лә иң осһоҙло һәм сифатһыҙ әйберҙәр. Ә бит ул аҡсаһыҙ әҙәм түгел. Һөнәре бар, ире лә, улы ла аҡса килтереп тора. Аҡсалары ниндәйҙер «ҡара көндәрҙе» көтөп ҡайҙалыр йәшеренеп ята. Аҡ көндәренең иң ҙур ләззәте ашау-эсеүгә генә ҡайтып ҡала булып сыға. Аңлатырға теләһәң уның яуабы бер: «Миңә нимәгә ул? Мин бит инде өләсәй! Миңә бара»...
Ни өсөн ҡатын кеше матур булырға, матурланырға һәм матурлыҡҡа ынтылырға тейеш? Тейеш!
Әлиә Исмәғилева яҙған был мәҡәләнең тулы вариантын «Атайсал» гәзитенең 20-се һанында уҡығыҙ.