Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Май 2019, 10:27

Ауылда әрәм булалармы?

Йәштәр ауылдан китә, сөнки эш юҡ. Ошо рәүешле фекерҙәргә минең үҙ ҡарашым бар.

Йәштәр ауылдан китә, сөнки эш юҡ. Ошо рәүешле фекерҙәргә минең үҙ ҡарашым бар.
Уҙған йыл булды был осрашыу. Күптәнге танышымды осраттым. Ауыл ерендә ни күрешеү урыны шәмбеләрҙә үтә торған баҙар инде. Күптән осрашмағас, ҡапыл ғына ни һорашырға белмәй албырғап ҡалдым. Һүҙ ялғарға еп осо ла табылды алай ҙа. Ошо йәй танышымдың кесе улы колледж тамамланы. Яңыраҡ үткән вакансиялар йәрминкәһендә тап Вадимдың (малайҙың исеме шулай) һөнәре буйынса район үҙәгендә лә, үҙе йәшәгән ауылда ла вакантлы эш урындары барлығын иҫләп, ҡысҡырып уҡ ебәрҙем, үҙемсә ҡыуандым. Әммә әсәй кешенең һүҙҙәре мине шунда уҡ айнытты:
—Юҡ, нишләп ул ауылда ҡалһын? Шуның өсөн уҡыттыммы мин уны? «Город»ҡа бара, бында әрәм булып йөрөгәнсе...
—Ярай, йәне теләгән—йылан ите ашаған. Эш урыны тапҡас һәйбәт,—тинем дә артабан юлландым.
Был һөйләшеүгә йылдан ашыу ваҡыт үтте, онотолдо ла инде. Тик, яңыраҡ белеүемсә, ошо һөйләшеүҙең артабанғы дауамы былай булып сыҡты.
*Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 20-се һанында уҡығыҙ.
Сәлимә Байгилдина.
Хәйбулла районы.