Балаларым менән Сибай ҡалаһының Никах йорто аша уҙып барабыҙ. Балалар, был йорт ҡаршыһындағы әсә кеше һәм уның балаларына ҡуйылған һәйкәлде күреп:
—Әсәй, ә уларҙың атайҙары ҡайҙа?—тип һорап ҡуйҙы.
—Ә һеҙ үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ?—тип һорауға һорау бирәм, үҙем ҡапылда яуап таба алмайынса.
—Вахтала!—тип яуаплай ҡыҙым, оҙаҡ та уйлап тормайынса.
Ҡыҙымдың яуабы көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Бөгөн бихисап балалар өсөн аталарының ҡырҙа эшләүе, өйгә һирәк ҡайтыуы—тәбиғи күренеш. Минең балаларҙа, нишләп атай гел яныбыҙҙа түгел, тигән һорау тыумай, сөнки улар был күренеште шулай тейеш тип ҡабул итә. Әлбиттә, һәр бала һымаҡ, минекеләр ҙә аталарын һағынып көтөп ала. Сөнки атай өйҙә саҡ—иң күңелле саҡ. Аталары балаларҙы уйын майҙансыҡтарына, аквапарк һәм башҡа ерҙәргә алып йөрөй, һораған уйынсыҡтарын, теләгән тәм-томдарын алып бирә. Үҙенең өйҙә һирәк булғанлығын, балаларға бүленмәй ҡалған иғтибарын ул шулайтып булһа ла ҡапларға тырыша...
Башҡорт ир-егеттәренең, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпләп Себер тарафтарына юлланыуының сәбәбе эш юҡлыҡта, йә булмаһа эш хаҡының донъя көтөү өсөн етмәүендә икәне һәр кемгә асыҡ, билдәле. Яңы донъя көтә башлаған йәштәргә өйө лә, машинаһы ла кәрәк, унан һуң балаларҙы уҡытыу ҙа еңел эш түгел. Балаларын юғары уҡыу йортона индерәм, туй үткәрәм, балаларға ярҙам итәм, тип пенсия йәшенә етеп тә Себер юлын тапаусылар әҙ түгел. Ҡайһы бер ирҙәрҙең эшләмәүе, эскегә һалышыуы, йә иһә бөтөнләй ире булмауы ҡатын-ҡыҙҙарҙың да Себергә юлланыуына сәбәп булып тора. Яңы ғына уҡыуҙы тамамлап, әле донъя ҡороп өлгөрмәгән йәштәр ҙә әҙерәк бол туплап алыу ниәте менән Себергә ағыла.
Халҡыбыҙҙың күпләп ҡырға юлланыуына ике төрлө ҡараш йәшәп килә. Беренселәр, быны халҡыбыҙҙың кәмеүе, ауылдарҙың бөтөүе, күп ғаиләләрҙең тарҡалыуы менән бәйләп, себерҙе фажиғә тип күрһәтә. Күптәрҙең ауыҙынан, «һуғыш заманымы ни, ирҙәр китеп бөттө, ҡатын-ҡыҙ менән бала-сағалар тороп ҡалды», «әүәле Себергә һөргөнгә ебәргәндәр, хәҙер ҙә Себер башҡорт ир-егеттәрен һурып ала» кеүегерәк һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Икенселәр, ирмен тигән, ғаиләһен тейешенсә тәьмин итеп, аяғында ныҡлы баҫып торорға теләүсе бөтмөр, тырыш ир-уҙамандар бара Себергә, тигән фекерҙә. Бында таҡыр кеҫәле бахыр ир булып йөрөгәнсе, тыуған еренән айырылып булһа ла, ғаиләһенең именлеген ҡайғырта. Тағы ла шуныһы бар: Себер—ҡырыҫ яҡ, ул булдыҡһыҙҙарҙы, ялҡауҙарҙы, көн үтһен, аҡса түләнһен, тип йөрөүселәрҙе үҙ итмәй. Бары тырыштар, әрһеҙҙәр, үҙ маҡсатына ирешергә яратыусылар был ҡырыҫ яҡ менән дуҫлаша. Ә дуҫлаштыңмы, ул һине тиҙ генә ебәрмәйәсәк әле...
Мин дә икенселәр фекере менән килешәм. Тормош иптәшемдең, балаларымдың аталарының Себерҙә эшләүендә фажиғә күрмәйем. Ул бит беҙҙең өсөн эшләй, беҙҙе ҡайғырта. Вахта ысулы менән эшләп йөрөп, ижад итеүсе шағир Хисмәт Юлдашевтың оптимистик рухлы шиғырҙары, Себер тарафтарында эшләүселәр тураһында уй-фекерҙәре был йәһәттән минең ҡарашыма ауаздаш. «Кем һуң ул вахтовик? Ул бер ай—ҡол, бер ай—ҡош. Һүҙҙең дөрөҫөн әйтеп һөйләргә кәрәк: был егеттәр ярамһаҡланыуҙы, алдаҡты, депутаттарҙы һәм бер ниндәй власты өнәмәгән кешеләр. Вахтовиктарҙы бөткән эскеселәр, тип яҙалар, был ялған. Улар ныҡ таҙа кешеләр». Шуға ла мәҡәләмде уның шиғыр юлдары менән тамамлағым килә: