Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Март 2019, 11:42

Бүләк менән бүләк араһында ниндәй айырма?

Рәсәй хеҙмәт министрлығының бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәргә бүләк алыуҙы тыйыуына (әле закон итеп ҡабул ителмәгән) төрлө ҡараштар бар. Кемдәрҙер был хәлде дөрөҫ йүнәлеш итеп, икенселәр юҡ менән булыу, өсөнсөләр хатта кеше хоҡуҡтарын сикләү тигән кеүегерәк тә ҡабул итә. Ошо темаға һөйләшеүҙәр, бәхәстәр, фекер белдереүҙәрҙе интернет селтәрҙәренән дә, өлкә гәзиттәренән дә күҙәтеп барам. Был хаҡта, йәғни беҙ ниндәйҙер кимәлдә уларҙың мөнәсәбәтенә мохтажлыҡ кисергән кешеләрҙең беҙҙән бүләк там итеүе, там итеүе генә түгел, ә шарттарын ҡуйыуы, талап итеүе хаҡында мин бынан бер ете-һигеҙ йыл элек үк мәҡәлә яҙғайным инде. Әле балаларым балалар баҡсаһында, мәктәптә йөрөгәндә, улар менән йыш ҡына дауахана тупһаларын тапарға тура килгәндә, шифаханаларға йүнәлтмәләр кәрәк булғанда, диагнозға ярашлы препараттарҙы ваҡытында алып тороуға мохтажлыҡ кисергәндә... мин дә бүләк бирҙем. Беренсе бүләк баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу өсөн модалы тәҙрә ҡорғандары булды. Баҡса мөдиренең шарты ине был.

Рәсәй хеҙмәт министрлығының бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәргә бүләк алыуҙы тыйыуына (әле закон итеп ҡабул ителмәгән) төрлө ҡараштар бар. Кемдәрҙер был хәлде дөрөҫ йүнәлеш итеп, икенселәр юҡ менән булыу, өсөнсөләр хатта кеше хоҡуҡтарын сикләү тигән кеүегерәк тә ҡабул итә. Ошо темаға һөйләшеүҙәр, бәхәстәр, фекер белдереүҙәрҙе интернет селтәрҙәренән дә, өлкә гәзиттәренән дә күҙәтеп барам. Был хаҡта, йәғни беҙ ниндәйҙер кимәлдә уларҙың мөнәсәбәтенә мохтажлыҡ кисергән кешеләрҙең беҙҙән бүләк там итеүе, там итеүе генә түгел, ә шарттарын ҡуйыуы, талап итеүе хаҡында мин бынан бер ете-һигеҙ йыл элек үк мәҡәлә яҙғайным инде. Әле балаларым балалар баҡсаһында, мәктәптә йөрөгәндә, улар менән йыш ҡына дауахана тупһаларын тапарға тура килгәндә, шифаханаларға йүнәлтмәләр кәрәк булғанда, диагнозға ярашлы препараттарҙы ваҡытында алып тороуға мохтажлыҡ кисергәндә... мин дә бүләк бирҙем. Беренсе бүләк баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу өсөн модалы тәҙрә ҡорғандары булды. Баҡса мөдиренең шарты ине был. Үҙемә ундай ҡорғандар рөхсәт итә алмай инем әле, ҡиммәт инеләр. Балалар баҡсаһы өсөн алдым. Уларҙы тегеп биргән тегенсегә өс ай эш хаҡымды түләп йөрөгәнемде лә яҡшы хәтерләйем. Был юлдың ғәҙел түгеллеген аңлайым, әммә сарам юҡ. Сиратым етә тороп та, эшкә сығырға кәрәк булып та, баламды баҡсаға алыуҙы һаман һуҙалар ине.
Унан бәләкәс ҡыҙым йыш ауырығас, ә участка табибыбыҙҙан тейешле иғтибарҙы ала алмағас, мин баш табипҡа индем. Ул миңә яҡшы педиатрҙы тәҡдим итте һәм «арыу ғына бүләк алып яҡынла, мин кәңәш итте тигән» тип өйрәтеп ебәрҙе. Бәләкәй ҡалала биш педиатр ҙа, шуларҙың икәүһе генә маҡтаулы, шунлыҡтан артыҡ һайлау мөмкинлеге лә юҡ. Ҡайтып «Табипҡа ниндәй бүләк бирергә» тигән һорау ҡуйғайным, ҡайным хәл итте: «Килен, мин дауаланған табипҡа һарыҡ һуя ла алып барам, быға ла шулай итәйек»,—тине. Педиатрға инеп хәлде аңлатып, тәҡдимемде әйттем. Ял көнө табиптың ире ауылға үҙе барып ҡуйҙы һуйҙырып та алып ҡайтты. Шунан ҡыҙымды кәрәк саҡта ҡапыл дауаханаға һала, тотҡарлыҡһыҙ Өфөгә йүнәлтмә менән йөрөү бәхетенә ирештек. Асылда был хеҙмәт уларҙың туранан-тура бурысы ла бит инде, әммә минең ул педиатрға үпкәм булманы. Артабанғы дауаланыу осоронда мин табиптарға ҡаҙын да, ҡаҙыһын да, ҡорот-майын да, семәрле көньяҡ шешәләрен дә аҙ ташыманым. Минең маҡсатым баланы ваҡытында һауыҡтырып алыу ине. Дауахана юлын күп тапағас, был һуҡмаҡтағы ата-әсәләрҙең табиптарға ниндәй генә бүләктәрҙе лә йәлләмәүен күрә лә, ишетә лә инем. Хатта ҡайһы бер табиптарға тупаҫ өндәшмәһен өсөн генә лә күстәнәс индерелде. Уйлап ҡараһаң башҡа һыймай бит! Һиңә эш урыныңда кешегә йылмайып ҡараһын өсөн генә бүләк бирәләр.
Шифаханаларға йүнәлтмәләр алыу бер яҡтан проблема ла кеүек түгел, әммә һинең профилеңдәге шифаханалар бик ҡиммәт һәм унда һайланма кешеләрҙең балалары ғына йөрөй ала. Бында ла ауыл һарыҡтарының баштары китә ине. Диагноз буйынса препараттар бушлай ҙа, улар ваҡытында килмәй, ә һеҙгә ай һайын тейешле доза кәрәк. Бында ла дәүләт дарыуханаһына бүләк аша юл яраһың. Шундай ваҡыттарҙа ҡайҙалыр ялыу яҙғы, өҫтәл һуғып талап итке килә лә, шулай итергә лә була, әммә бизмәнгә үтә лә ҡәҙерле нәмәңде ҡуяһың. Күптәрҙең ҡулын ошо халәт тота ла. Мин дә «баламды һауыҡтырып алһам, был хәлдәрҙе онотасаҡмын» тип тынысландырҙым үҙемде.
Балалар баҡсаһының сығарылышына еткәйнек, ата-әсәләр комитеты баҡсаға—балаҫ, мөдиргә (иҫләмәйем) нәмәлер, ә ике тәрбиәсегә алтын магазинынан сертификат бүләк итергә, ти. Барыбыҙ ҙа йәш ата-әсәләр, ҡулдарыбыҙҙағы никах балдаҡтарыбыҙҙан башҡа алтындарыбыҙ ҙа юҡ әле, аптырашып тауышланып ҡараныҡ та... йыйылып алып бирҙек алтынды тәрбиәселәребеҙгә. Сөнки ҡалала бөтә балалар баҡсаларында ла шундай «тәртип» индерелгән, бөтә тәрбиәселәргә лә шундай бүләктәр яһала икән. Нисек итеп беҙ был йоланы боҙоп торабыҙ инде. Етмәһә мөдир апайҙың «Башҡорт төркөмө булып кәм-һенеп тораһығыҙмы, ана урыҫтар балалары өсөн бер нәмә йәлләмәй» тип сәмләндереүе лә йөҙөбөҙҙө ҡыҙартты. Әйткәндәй, был хәл әле лә үҙгәрмәгән. Йәш әсәйҙәрҙән ишетеүемсә, әле лә баҡсалар, башланғыс кластар сығарылышында ата-әсәләргә «апайҙарға» нимәләр «бүләк итергә» тигән теҙмә бирелә икән. Һәм әле лә «Башҡорт балаларының ата-әсәләре бүләк йәлләй» тигән ғәйепләү йәшәй икән баҡсаларҙа, мәктәптәрҙә.
Бала саҡта, башланғыс кластарҙа әле, өсөнсөләме-дүртенселәме уҡығанда, уҡытыусыбыҙға һигеҙенсе мартҡа бүләк алырға тип магазинға барҙыҡ та, бер ҡап шоколад менән... эске күлдәк алдыҡ. Элек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн семәрле итәкле ебәк эске күлдәктәр була торғайны. Уны апайҙар күлдәк эсенән мотлаҡ кейә ине. Беҙ ҡыҙ балалар был һуш киткес матур кейемгә ҡыҙығып, класс менән ҡыш буйы йыйған аҡсаға шуны алып ҡайттыҡ. Уҡытыусыбыҙ бүләкте асып ҡараны ла, бер аҙ йылмайып торғас, беҙгә шым ултырырға ҡушып кейенеп сығып китте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң төргәк-төргәк кәнфит-печеньелар тотоп килеп инде. Сәй ҡайнатып ҡунаҡ булдыҡ. Ул шунда эскүлдәкте кире магазинға алып барып тапшырыуын әйтеп, аҡсаларыбыҙҙы кире таратып бирҙе. «Уҡытыусыға уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләй белгәнде генә бүләк итергә тейеш. Ата-әсәләр аҡсаһына бүләк алыу килешмәй»,—тип бармаҡ янап аңлатыуы иҫтә ҡалған. Ә ул апай ул саҡта училищенан һуң ғына килгән уҡытыусы булған, күп булһа егерме ике-егерме өс йәшлек, ә нисек итеп уҡытыусы исеменең данын, мәртәбәһен һаҡлай белгән.
«Ни өсөн беҙ бүләк алмаҫҡа тейеш? Беҙ һеҙҙең балаларҙы тәрбиәләйбеҙ, даулайбыҙ, уҡытабыҙ?» тиәр ошо урында күптәр. «Миңә табипҡа йә уҡытыусыға бүләк йәлке түгел» тиәр тағы ла күптәр. Сөнки беҙ хәҙер «рәхмәт»те лә бүләк йөҙөндә генә күреп, ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Бүләкте нимәгәлер мохтаж булғандар яһай. Бүләкте ниндәйҙер мөнәсәбәткә өмөт иткәндәр бирә. Бүләк киләсәк аралашыуҙарға юл булып тора. Әлбиттә! Бүләк алғас һин ниндәй ҡағыҙҙарға ла ҡул ҡуяһың, ниндәй отчетты ла ҡабул итәһең, яҡшы аттестат менән сығараһың, беренсе урынды тапшыраһың, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтәһең.
Бүләк менән бүләк араһында айырма бар, хатта ҙур. Кемгәлер ниндәйҙер бүләк яһағанда һин был бүләкте ниндәй уй менән яһауыңды беләһең. Туғаның йәки яҡының булмаған кешегә яһалған ҡиммәтле бүләк йәки күстәнәстең мотлаҡ мәкерле маҡсаты була. Бындай аҙым яһаған ике яҡ та үҙҙәрен кәмһетә. Кеше булараҡ, шәхес булараҡ намыҫтарын тапайҙар. Бүләк алғаным булмаһа ла (минең хеҙмәтемдә бүләк бирмәйҙәр ул), үҙемдең сараһыҙҙан шулай бүләктәр яһарға мәжбүр булғандарымды хәтерләһәм, оят булып китә. Шунлыҡтан мин хеҙмәт министрлығының был тәҡдимен хуплайым. Был ысул тәртипкә ҡарай атлаған бер аҙым ғына булһа ла яҡшы бит. Быйылғы Яңы йыл алдынан Радий Хәбировтың етәкселәр араһында бүләк бирешеүҙе сикләүен дә ыңғай күренеш итеп баһаланым. «Мәҙәниәтле кеше сәскә менән китап бүләк итә»,—ти бер кино геройы һәм ул дөрөҫ әйтә лә. Тимәк, беҙгә әле был мәҙәниәткә өйрәнергә лә өйрәнергә.
Миләүшә Ҡаһарманова.