Бөтә яңылыҡтар
Фекер
21 Декабрь 2018, 17:54

Бәхет яратыуҙан ярала

«Нимә ул ғаилә бәхете? Бына һеҙ 20 йылға яҡын кейәүҙәһегеҙ, ғаилә бәхетенә ирештегеҙме?»—тигән кеүегерәк һорау бирһәләр юғалып ҡалам. Юҡ, был йәһәттән донъям түңәрәк булмағанға түгел, ғаилә бәхетенең һиҙелмәгәнлеге уйландыра.

«Нимә ул ғаилә бәхете? Бына һеҙ 20 йылға яҡын кейәүҙәһегеҙ, ғаилә бәхетенә ирештегеҙме?»—тигән кеүегерәк һорау бирһәләр юғалып ҡалам. Юҡ, был йәһәттән донъям түңәрәк булмағанға түгел, ғаилә бәхетенең һиҙелмәгәнлеге уйландыра.
Ысынлап та, ғаилә бәхете күҙгә ташланып бармай. Бәғзеләр: «Нисек инде һиҙелмәй, бер-береңә ҡарата тойғолар урғылып тороуҙа, яратыуҙа түгелме ни бәхет?»,—тиеп һорар. Миңә ҡалһа, кешенең бәхете унда сағылмай. Әлбиттә, киноларҙа, китаптарҙа шундай хистәр хуплана, мөхәббәт шаштырып күрһәтелә. Бындай бәхет бер яҡлы ғына була, кеше мөхәббәтте үҙе аша ғына үткәрә, минеңсә. Шуға ла күп осраҡта «һин миңә кәрәкһең», «һинһеҙ миңә ҡыйын», йәки киреһенсә, «арыным һинән», «һин мине йонсотаһың» тигән кеүегерәк һүҙҙәр ишетәбеҙ. Йырҙарҙа ла шундай еңел-елпе хистәр сағыла, күп кенә кинофильмдар сюжеттары ла тик ғишыҡлыҡты ғына күрһәтә. Ысынбарлыҡта бындай мөнәсәбәттәр менән генә ныҡлы ғаилә ҡороп булмай. Бишәр йыл дуҫлашып йөрөп тә, 3 ай ҙа бергә йәшәй алмаған парҙарҙы беләм. Өс көн таныш булып өйләнешеп, ғүмер буйы матур йәшәгәндәр ҙә бар. Мөхәббәт—кәрәк нәмә, әммә донъя көткәндә был ғына аҙ. Быны мин 20 йылға яҡын ир менән йәшәгәс кенә әйтә алам. Гәзитебеҙҙең үткән һанында коллегабыҙ Миләүшә Ҡаһарманова мөхәббәт тураһында «Һөйөү генә аҙ» («Атайсал», №48) мәҡәләһен уҡығас, мин ошондай һығымтаға килдем: ғаилә ҡороу өсөн, әлбиттә, башта ғишыҡлыҡ, бер-береңде яратыу кәрәк. Ә бына донъя көткәндә хистәрҙән, мөхәббәттән өҫтөн нәмәләр барлығын беҙ бит йәшәй-йәшәй төшөнәбеҙ. Һәр кем яратыу, һөйөү, ҡауышыу, юғалтыу, хыянат аша үтмәйенсә тороп был хаҡиҡәтте аңламаясаҡ. Шуға күрә йәштәребеҙгә яратмағыҙ, мөхәббәт юҡ ул, мауығыу ғына тип аңлатыуҙан фәтеүә юҡ, минеңсә. Мөхәббәтте һәр кем үҙ йөрәге аша үткәрергә, хистәрен һынап ҡарарға, ғаилә ҡорорға, шул ғаиләһе бәхете хаҡына түҙеп йәшәргә тейештер. Бына хәҙер мин ауыҙ тултырып әйтә алам: ысын ғаилә—ул романтиканан алыҫ тора, әммә унда уның сатҡыларына урын булырға тейеш тип иҫәпләйем. Fүмер иткәндә бәхетле булам тип үбешеп, яратышып ҡына ултырып булмай. Ысын ғаилә—икенсе яртың хаҡына үҙеңде ниндәйҙер кимәлдә ҡорбан итеү ҙә ул. Берең ҡайҙалыр барыуыңды өнәмәй икән, тыйылырға тура килә. Был—үҙ йәреңә ҡарата ихтирамды аңлата. Һәр нәмәне кәңәшләшеп, бер-береңде тыңлап, уртаҡ фекергә килешеп йәшәү, юҡтан бар булмай. Уның нигеҙендә барыбер ҙә йәшлектәге һөйөү ята. Әммә ул күптән ихтирам һәм иғтибар тигән төшөнсәләр менән алышынған.
Юҡ талаштыра, бар яраштыра, тиҙәр. Бына беҙҙең дә өйләнешкән саҡта бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине. Бар итәйек тип баштан тырыштыҡ, балаларыбыҙ хаҡына күпкә түҙҙек, күпте үткәрҙек. Иреш-талашы ла булды, әммә ҡыйырһытҡаны булманы. Ошо 20 йылға яҡын ғүмер эсендә айырым торғаныбыҙ ҙа юҡ шикелле. Эш буйынса бер-ике көнгә айырылып торһаҡ та, бер туҡтауһыҙ шылтыратыша инек.
Башҡа күп балалы ғаиләләрҙеке кеүек үк, беҙҙең дә көнөбөҙ төрлө мәшәҡәттәр менән үтә: береһен унда алып барырға кәрәк, икенсеһен алып ҡайтырға, ашарға бешерергә, кер йыуырға, мунса яғырға... Ҡайһы ваҡыт, эштән ҡайтҡас, ятып ял итке килә. Саҡ ҡына баш терәлһә: «Әсәй, нишләп ятаһың ул?»—тигән һорау яңғырай. Ҡыҙым килеп һырыла, мәктәп хәлдәрен теҙергә тотона. Өйгә эшен эшләүҙә ярҙам да итергә кәрәк. Ял эләкмәҫен аңлап урыныңдан ҡалҡынаһың һәм йәнә мәшәҡәткә сумаһың. Ҡыҫҡа кистәр шулай үтә. Балалар ятып бөтһә, йәнең теләгән нәмә менән шөғөлләнергә була тип уйлайһың да ул, иртә торғас ни шунда уҡ күҙгә йоҡо эленә. Арыһаң да, йонсоһаң да тағы бер көнөңдөң имен үтеүенә, яныңда ирең, балаларың булыуына, Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр ҡылаһың. Шул саҡ бар арыуың юҡҡа сығып, күңелгә рәхәтлек йүгерә. Fаиләм булғаны, кемгәлер кәрәк булыуым менән бәхетлемен. Емертеп эш эшләтәм тиһәм, улдарым бар, ҡул аҫтына инеп килгән ҡыҙым-наҙым бар. Иртән тороп ашығыр эшем бар, шул эштән йүгереп ҡайтыр өйөм бар. Ошо бәхет үҙе үк мөхәббәттән, яратыуҙан яралған түгелме?