Бөтә яңылыҡтар
Фекер
28 Октябрь 2018, 07:15

Гаджет яҡшыраҡмы, әллә өләсәй әкиәтеме?

Студент саҡтарҙа, 90-сы йылдарҙа, Сибай-Өфө поезында йыш йөрөргә тура килде. 12 сәғәт буйына тар ерҙә ултырып барыуы үҙе бер һынау була торғайны. Вагондағы бөтә балалар ҙа шаулай, йүгерә, үҙ-ара аралашалар, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Ата-әсәләре уларға китап уҡый, төрлө ваҡиғаларҙы һөйләй, сөнки әкиәттәр күптән инде һөйләнеп бөткән, балалар үҙҙәре төрлө уйындар уйлап сығара, тиҫтерҙәре менән уйнай. Fөмү-мән, элек балалар урамдан ҡайтып инмәне, йәйгеһен дә, ҡышҡыһын да улар йәнле уйындар уйнаны, бергәләп киноға, һыу инергә йөрөнө.

Хәҙер бөтөнләй икенсе картинаны күрәбеҙ. Берәй тауыш сыҡһа, ата-әсәләр балаларына телефон һәм планшет тоттора һала, һәм бик оҙаҡ ваҡытҡа эргә-тирәлә тынлыҡ урынлаша. Был бик һәйбәт бит! Балалар тауышланмай, әсәләр тыныс.
Ә бик иртә гаджеттар менән мауығыу балалар өсөн зыянлы икәнен ата-әсәләр беләме? Баланың физик һәм психик торошона, телмәр үҫешенә лә кире йоғонтоһо ҙур уларҙың.
Әйҙәгеҙ, баштан башлайыҡ. Яралғының ҡарындағы үҫешенә туҡталайыҡ. Ишетеү аппараты үҫештең 24-се аҙнаһына барлыҡҡа килә, ошоға тиклем яралғы тауышты бөтә кәүҙәһе менән тоя. 6 айҙан ҡарын эсендә ятҡан бала әсәһенең һәм эргә-тирәләгеләрҙең тауыштарын айыра башлай. Шуға ла яңы донъяға тыуған сабый иң башта үҙенә шул тиклем таныш булған әсәһенең, атаһының, өләсәһенең тауыштарына, интонацияһына иғтибар итә.
Үкенескә күрә, замана әсәйҙәре өндәшмәй, улар башкөллө интернет селтәренә сумған. Уларҙың үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәте. Өләсәйҙәр менән дә аралашыу юҡ кимәлендә, сөнки хәҙерге йәш ғаиләләр айырым йәшәүҙе хуп күрә. Кискеһен атай кеше эштән ҡайтып, тамаҡ туйҙыра ла, шулай уҡ виртуаль донъяға инеп китә. Тимәк, бала тыумаҫ элек яҡындары менән аралашыуҙан мәхрүм.
Баланың телмәр үҫеше уның дөйөм үҫешенә бәйле. Яңы тыуған сабыйҙан алып йәш ярымға тиклемге балаларҙы алып ҡарайыҡ. Элегерәк бәпестәр әрһеҙерәк үҫте, тиһәк тә хата булмаҫ. Уларҙы артыҡ ураманылар, бәпләмәнеләр. Бала үҙенән-үҙе иҙәндә шыуышып китеп, оҙаҡламай аяҡ баҫып, эш боҙорға өйрәнер ине. Һәр нәмәне тотоп, тешләп ҡарап, нимәнелер түгеп, ватып донъяны танып белә тор-ғайны. Ҡайҙалыр төкөп, ҡолап илаһа, уны өлкәндәр ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫып, һөйөп, йыуатып алыр ине. Ололар менән булған тығыҙ бәйләнеш баланың телмәрен асыуға булышлыҡ итте.
Хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш...
Мәҡәләнең тулы вариантын «Атайсал» гәзитендә уҡый алаһығыҙ.
Зөлфиә Ҡәйепҡолова,
Сибай ҡалаһы «Аҡһылыу» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.
Читайте нас: