Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Октябрь 2018, 08:12

Беҙ кем? Хәйерсеме, әллә...

Хәйерселеккә ҡаршы көрәш көнө бар икән да баһа. Ул 17 октябрь көнө билдәләнә. Был хаҡта белгәс көлөп ҡуйҙым. Хәйерселек илдең бер осонан икенсе осона йәйелгән бит, ҡасан ғына уны юҡ итеп бөтөрбөҙ икән.Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 15меңдән әҙ килем алыусылар ярлы тип иҫәпләнә. Тимәк, беҙҙең күптәребеҙ ярлы, байғош. Ә шулай ҙа бирешмәйбеҙ, эйеме? Айына 10-11 мең алабыҙ ҙа, шуға ҡәнәғәт булып йәшәй бирәбеҙ. Ә нишләйһең, башҡа сара юҡ.

Хәйерселеккә ҡаршы көрәш көнө бар икән да баһа. Ул 17 октябрь көнө билдәләнә. Был хаҡта белгәс көлөп ҡуйҙым. Хәйерселек илдең бер осонан икенсе осона йәйелгән бит, ҡасан ғына уны юҡ итеп бөтөрбөҙ икән.
Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 15меңдән әҙ килем алыусылар ярлы тип иҫәпләнә. Тимәк, беҙҙең күптәребеҙ ярлы, байғош. Ә шулай ҙа бирешмәйбеҙ, эйеме? Айына 10-11 мең алабыҙ ҙа, шуға ҡәнәғәт булып йәшәй бирәбеҙ. Ә нишләйһең, башҡа сара юҡ.
Әйҙәгеҙ, ҡалала йәшәүсе кеҫәһенә ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ. Икмәк—23-24, һөттөң ярты литры 23 һум. Был көндәлек кәрәк ризыҡтар. Сәй янына печенье алһаҡ, иң арзаны—50 һум. Ә инде үҙең берәй тәмлекәс бешерәм тиһәң, башҡаһын алыр кә-рәк: маргарин, йомортҡа, шәкәр, он, көнбағыш майы... Уларға уртаса хаҡ алайыҡ әле. Мәҫәлән, маргарин—20, 10 дана йомортҡа—42, 1 кг шәкәр—41, 2 кг он—72, шыйыҡ майҙың иң арзаны—48 һум (0,9 л). Көн һайын икмәк, һөт, берәй тәмлекәс алған хәлдә, көнөнә 150-200 һум тирәһе сарыф итәбеҙ. Тимәк, айына 4500-6000 тирәһе. Ә уның менән генә тамаҡ туймай. Балаң йә банан, йә алма, йә эремсек һорай. Банандың 1 килограмы 49 һум, алманыҡы—уртаса 88, ә ауыл эремсегенең 1 килограмы 100 һум. Банан бер ғаиләгә 1-2 көнгә етә. Артыҡ һаҡлап та булмай шул, ҡарая башлай. Алма, бананды айына 3-шәр килонан алған хәлдә, бананға—147, алмаға 264 һум китә. Эремсекте 2 килограмм алдыҡ ти, бына һиңә 200 һум. Әммә бының менән генә лә тамаҡты алдап булмай. Итһеҙ йәшәп буламы һуң? Һыйыр итенең килограмы 300-350 һум. Уны ике бешереп ашаныҡ ти. 1 килограмм үткәрелгән ит 350 һум. Уны әҙләп, самалап бүлгәндә 3 бешереүгә еткереп маташабыҙ. Һыйыр ите, үткәрелгән ит ала алмай китһәк, магазиндан тауыҡ ите алған булабыҙ. Уны 200 һум тирәһенә алабыҙ ти (ите лә, һурпаһы ла тәмле булған ауыл тауыҡтарын күҙ уңында тотмайбыҙ, улар күпкә ҡыйбат). Был тауыҡты айына өс тапҡыр алһаҡ, бына һиңә 600 һум (уртаса). Итһеҙ бер ни ашамаған ир-егеттәребеҙҙе туйҙырыу өсөн ҡайһы саҡ балыҡ, йә тауыҡтың түш итен генә алырға тура килә. Иң арзан иҫәпләнгән минтай балығының 800 грамы 142 һум, тауыҡ түшкәләренең 1 килограмы 259 һумды тәшкил итә. Айына берҙе булһа ла алып ашайбыҙ бит инде. Хәҙер ярмаларҙы һанап ҡарайыҡ әле. Дөгөнөң 800 грамы—29, ҡара бойҙайҙыҡы уртаса 40 һум. Балаға бутҡалар алабыҙ. Геркулестың 400 грамы—10, манныйҙың 800 грамы 20 һум тирәһе. Унан тыш, борсаҡ, макарон, тоҙ, әсетке һәм башҡаһы кәрәк. Ҡапыл ғына ҡунаҡ килеп төшһә, йүгереп сығып колбаса, тиҙ генә салат эшләүгә ҡыяр, помидорын да алаһың. Шулай итеп, ашауға эш хаҡыбыҙ етмәй ҙә ҡала түгелме?! Ә бит ашап ҡына йәшәп булмай. Ут, газ һәм башҡаһына түләр кәрәк. Квартплата тигәндәре өс бүлмәле фатирға 6-6,5 мең, бер бүлмәлегә 3 мең һум тирәһе. Пенсионерҙар зар-интизар килә. «Пенсия бәләкәй, квартплатанан үтмәй»,—тип. Ә бит йәштәргә лә анһат түгел. Күбеһе шул ут-газына түләүҙән тыш, ипотека түләй. Балаларын кейендерә. Белем биреү учреждениелары ла ата-әсәләрҙе «һауып» ҡына тора. Туҡланыуға кәрәк, йә башҡаһына. Балалар баҡсаһына йөрөгән балаға краска-пластилинын да алып ебәрергә тейешһең, барып ремонт эшләшергә, ваҡытың юҡ икән ремонтҡа түләргә бурыслыһың. Унан тыш ай һайын балалар баҡсаһына аҡса сығараһың. Балаң ҡараулы булһын тиһәң, түләйһең инде. Башҡа әмәл юҡ. Унда айына 2 мең тирәһе китә. Ә инде ауырып китһә, бөттө баш! Дарыуҙарҙың ҡиммәтлелеге! Иҫең китмәле! Нишләйһең, балаң һаулығы һәм ғүмере өсөн тамуҡҡа ла инергә әҙерһең бит. Мәктәпкә йөрөгән ҡыҙ-малайҙарға тағы ла аҡса күберәк китә. Китабына тиклем һатып алалар. Үәт, замана! Балаларҙы кейендереүгә лә аҡса күп китә. Улар бит тиҙ үҫә, размерҙары алмашынып ҡына тора. Үҙеңә кейем алмаһаң-алмайһың, ә уларҙы кәм-хур итеү юҡ! Кейендерәбеҙ. Түңәрәктәргә, өҫтәлмә дәрестәргә йөрөтә башлаһаң инде, күңелеңде киң тот!
Ауылда йәшәгән ата-әсәйеңә лә ҡайтып йөрөргә кәрәк, туғандарың менән ҡатышмаһаң булмай, өйҙә генә моңайып, дүрт мөйөшкә текләп көн итмәйһең. Улай-былай йөрөү өсөн кредитҡа булһа ла машина алаһың. Ә бензин?! Әйтәһе лә түгел: көндән-көн арта. Ә ирҙәр машинаһын ярата! Һылап-һыйпап янынан китмәйҙәр, йә майын алмаштыралар, йә тағы нәмәлер кәрәк булып китә. Үҙе руль артында йөрөмәгән ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй генә сыҙай. Сөнки шунда ултырып йөрөй бит. Әсәһенә ҡайтып, бер аҙ ярҙам итеп килгеһе килә, йә әхирәтенең тыуған көнөнә барып, ҡотларға теләй. Онотмағыҙ: буш ҡул менән барып булмай. Күстәнәсен дә, бүләген дә алырға кәрәк.
Бына шулайыраҡ көн итә ҡалала йәшәүсе ғаиләләр (ауылдағыларға анһат тимәйбеҙ. Унда бесән-утынын да, емен дә һатып алырға кәрәк). Береһенең эш хаҡын ашауға тығалар, икенсеһенекен ипотека-кредит түләүгә. Осон-осҡа ялғап йәшәгән мәлдә, рухи үҫеш хаҡында уйланамы икән кеше? Концерт-спектаклдәргә йөрөү, матбуғат баҫмаларын алдырыу һәр саҡ артҡы планға күсә. Шулай ҙа бирешмәй халыҡ. Кемдер ит ашағанда, кәбеҫтә ашап булһа ла көн итәләр. Шуға ла бөтә ерҙә лә уртаса килем яҡшы итеп күрһәтелә. Йәғни, бөтәбеҙ ҙә, уртаса алғанда, голубцы ашайбыҙ. Дөрөҫ! Хәйерселек юҡ беҙҙә, юҡ! Тимәк, 17 октябрҙе билдәләп тә тормайбыҙ.
Резеда Усманова.