Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Август 2018, 08:45

Мажаралы сәфәр

Был хәл үткән быуаттың 80-се йылдарында булды. Беҙ, совет кешеләре, ярыша-ярыша үҫешкән социализм төҙөй инек. Ул осорҙа һайлауҙар ҙур байрам кеүек шаулап-гөрләп үтте. Ауыл кешеләре, хатта, яҡындарын, хөрмәт иткән кешеләрен ҡунаҡҡа ла саҡырғыланы.Fәҙәттә һайлау участкаларын мәктәптәрҙә урынлаштырҙылар. Кешеләр һайлауға матур кейенеп ғаиләләре менән килә торғайны. Бөтә ерҙә музыка яңғырай. Һайлау урындарында аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итәләр, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәренең сығыштары көнө буйына тигәндәй дауам итә. Һәр кем шат.

Был хәл үткән быуаттың 80-се йылдарында булды. Беҙ, совет кешеләре, ярыша-ярыша үҫешкән социализм төҙөй инек. Ул осорҙа һайлауҙар ҙур байрам кеүек шаулап-гөрләп үтте. Ауыл кешеләре, хатта, яҡындарын, хөрмәт иткән кешеләрен ҡунаҡҡа ла саҡырғыланы.
Fәҙәттә һайлау участкаларын мәктәптәрҙә урынлаштырҙылар. Кешеләр һайлауға матур кейенеп ғаиләләре менән килә торғайны. Бөтә ерҙә музыка яңғырай. Һайлау урындарында аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итәләр, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәренең сығыштары көнө буйына тигәндәй дауам итә. Һәр кем шат.
Депутатлыҡҡа завод-фабрикаларҙа, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, ауыл хужалығында эшләгән лайыҡлы кешеләрҙе күрһәттеләр. Хәҙерге кеүек берәү ҙә ҡанығып йөрөмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һайлауҙарға урындарҙағы власть яғынан иғтибар һүлпән булды тип әйтә алмайым. Һайлау участкаларын алдан ентекләп әҙерләп ҡуйырҙар, һәр береһенә райондан берәй вәкил ебәрерҙәр ине. Ул—вәкил— һайлау участкаһы эше өсөн рәйес менән типә-тиң яуап бирҙе.
Март баштары. Ул йылды ҡар Йылайыр районын тотошлай тигәндәй күмеп китте. Аҙыҡ-түлек әҙерләү һәм уның сифаты буйынса баш инспектор вазифаһында эшләп йөрөгән саҡ. Һайлау алдынан, ғәҙәттәгесә, бөтә район активын һайлау учаскаларына бүлеп сыҡтылар. Мине Һабырға тәғәйенләнеләр.
Беҙҙең район республикала иң ҙурҙарының береһе, майҙаны буйынса Белореттан ғына ҡалыша: бер осонан икенсеһенә тиклем 200 километрға етә. Юлдар, һәр ваҡыттағыса, бик яҡшынан булманы. Эш машиналары һаны менән дә маҡтанырлыҡ түгел ине. Шуға күрә, алыҫҡараҡ йыйынһаҡ, берәр көн алдан сығырға тырыша торғайныҡ.
Йылайырҙан Һабырға 40 саҡрым. Былай ҙа бик таҙартылып бармаған юлдан ҡар яуһа бөтөнләй үтеп булмай. Ул йылды Өфөгә барған республика трассаһын Сыуаш Бәрҙәшенә тиклем дә таҙарта алманылар.
Иртәгә—һайлау. Һабырға юл ябыҡ. Хатта район үҙәгенән Һабыр йүнәлешендә 12 саҡрымда ғына ятҡан Анновҡаға ла юл юҡ. Шул сәбәпле «Башҡорт» совхозының «Һабыр» бүлексәһе идарасыһы Күлбаев Ким Әбделхаҡ улы ла Йылайырҙан ҡайта алмай ята. КПСС район комитетында яуаплы эштә эшләгән ҡатыным, юл булмаһа ла өйҙә ятырға ярамай, нисек булһа ла ҡуҙғалырға кәрәк, тип теңкәгә тейә. Минең: «Беҙ Күлбаев менән бындай юлдан Һабырға иртәгә лә барып етә алмаясаҡбыҙ бит»,—тип ҡаршылашыуыма ул: «Етмәһәгеҙ—юлда булырһығыҙ. Партия райкомының ҡарарын үтәмәҫкә хаҡың юҡ»,— тип аҡыл өйрәтә.
Ҡатыным хаҡлы ине. «Нимә эшләргә?»—тип бер ни тиклем уйланып ултырғандан һуң юлға әҙерләнә башланыҡ. Икебеҙгә лә саңғы, юлға аҙыҡ алдыҡ һәм көндөҙгө икелә минең эш «УАЗ»-ына ултырып юлға сыҡтыҡ. Ҙур ҡыйынлыҡтар менән район үҙәгенән бер саҡрым самаһы ғына юл үтә алдыҡ. Артабан машинаны ҡалдырырға тура килде: тәбиғәт ҡарҙы мул итеп, телеграф сымдарына тейгеҙгәнсе өйгән булып сыҡты. Юлды саңғыларҙа дауам иттек.
Аҙашмаҫ өсөн телеграф бағаналары буйлап барабыҙ. Арыһаҡ ҡарҙан саҡ сығып торған шул бағаналарҙың башына ултырып ял итәбеҙ. Анновкаға киске биштәр тирәһендә килеп еттек. Ауылға инеп тормай тура Васильевкаға киттек. Унда тиклем һигеҙ саҡрым самаһы. Бара биргәс, кеше эҙенә тап булдыҡ. Ул бульдозер менән юл таҙартҡанда барлыҡҡа килгән көрттөң ҡырлас һырты буйлап атлаған. Эҙҙәр ҡар аҫтынан саҡ ҡына күренеп ята. Васильевкаға етәрәк эҙ бөтөнләй юғалды. Шикләнеп яҡын тирәне ҡараштыра башланыҡ. Ҡараңғы төшөп бара. Шул ваҡыт яҡында ғы-на бер кешене тоҫмалланыҡ: толопҡа төрөнгән дә соҡорға төшөп ултырған. Ул—илле йәштәр тирәһендәге ир, Һабыр ауылылында йәшәгән тимерсе Ҡоҙашев (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемен иҫләмәйем) булып сыҡты. Баҡтиһәң, ул район дауаханаһынан ҡайтып бара икән. Анновкала уға толоп биреп ебәргәндәр, төндә юлға сыҡмаҫҡа өгөтләгәндәр, ләкин ул тыңламаған, Васильевкаға етеп йоҡлармын тип юлға сыҡҡан. Хәлдән тайырмын тип уйламағандыр инде. Ауылға өс километр самаһы ҡалған ине әле.
Өсәүләп ултырып ҡапҡылап алдыҡ та Ҡоҙашевҡа, килеп алырбыҙ тип, Васильевкаға киттек. Ауылға инеп килгәндә Һабыр яғынан төшөп килгән трактор фараларын күреп ҡалдыҡ. Мин Ким Әбделхаҡ улының саңғыларын алдым да кире Ҡоҙашев артынан, ә Ким Әбделхаҡ улы таныштарына сәй тураһында һөйләшергә һәм тракторҙы ҡаршы алырға китте.
Трактор Йылайырға юлланған икән. Ул совхоздың баш бухгалтерының ҡыҙын сессияға алып китеп бара. Ә баш зоотехник Мостафин Биктимер тыуған ауылы Ҡашҡарға ялға ҡайтып бара. Һабырҙан юлға иртә менән сыҡҡандар, Васильевкаға киске етеләргә генә килеп еттеләр. Тракторҙың яғыулығы бөткән ине.
Ашап алып, яғыулыҡ ҡойғанса тағы ике сәғәт ваҡыт үтте. Мин үҙемдең ҡайҙа икәнемде белдереү өсөн территориаль һайлау участ-каһына шылтыраттым. Телефонды район башҡарма комитеты рәйесе Күсәрбаев Зиннур Янбай улы алды. Ул минән мөмкинлек тыуған һайын шылтыратып тороуымды үтенде.
Ошо уҡ Васильевкала укытыусыларына эш хаҡы алып ҡайтып барған Һабыр мәктәбе директоры ла инде нисәнсе көн ҡайта алмай ултыра булып сыҡты. Ул хәҙер мәрхүм инде. Мин уның исем-шәрифен иҫләйем, ләкин атамайым, сөнки һуңыраҡ уның арҡаһында беҙ күңелһеҙ бер ваҡиғаға тарыныҡ.
Киске туғыҙҙар тирәһендә Һабыр яғына юлға сығырға хәл иттек. Тракторҙың баҫҡыстарына һәм аҫмаларына таҡталар бәйләнек. Унда мәктәп директоры менән тимерсе Ҡоҙашевты ултырттыҡ. Ҡалған биш кеше кабинаға тығылдыҡ. Тағы ҡар яуа башланы. Васильевканан нефть үт-кәргесенә тиклемге километр ярым араны ике сәғәттә саҡ йырып үттек. Һәр 50-100 метр һайын батҡан тракторҙы көрәргә кәрәк ине. Беҙ был эште күберәк өсәүләп—мин, Ким Әбделхәй улы һәм Биктимер—башҡарҙыҡ.
Нефтепроводҡа еткәс, Ким Әбделхәй улы, улар яйлап ҡайта торһон, ә беҙ, һайлауға өлгөрөр өсөн, саңғыға баҫайыҡ, тигән тәҡдим индерҙе. Нефть трассаһы буйлап саңғыла төшөү юлды ярайһы ғына ҡыҫҡартһа ла мин ошондай көндө юлдаштарымды юлда ташлап китеүгә ҡырҡа ҡаршы булдым. Алла һаҡлаһын, бер-бер хәл булһа, улар өсөн яуап тоторға тура киләсәк бит.
Юлды элеккесә дауам иттек. Иртәнге алтыларға бөткән Шәмсетдин ауылына килеп еттек. Һабырға алыҫ ҡалманы. Ошонда беҙ Ким Әбделхаҡ улы менән саңғы кейҙек тә трактор менән юлдаштарыбыҙҙы ҡалдырып йәйәү юлға сыҡтыҡ. Һайлау участкаһына иртәнге етегә килеп индек. Бер сәғәттән трактор ҙа килеп етте.
Килеп еткәс тә район һайлау комиссияһына шылтыратып Һабырҙа икәнемде белдерҙем. Зиннур Янбай улы юл булмау сәбәпле ситтән һайлаусыларҙың булмаясағын, ауылдағылар һайлап бөтһә, бюллетендәр менән Йылайырға яҡтыраҡта юлға сығыу өсөн участканы иртәрәк ябыу мөмкинлеге барлығын аңлатты. Ашҡаҙар менән Ҡаҙырша ауылдары төшкә ҡәҙәр үк һайлап бөттө. Бюллетендәрҙе аттарҙа үлдем-талдым менән көндөҙгө икегә үк алып килеп еткерҙеләр.
Һабырҙа бөтә ауырыуҙарҙы йөрөп сыҡтыҡ. Ике кеше—мәктәп директоры һәм уның менән бергә эсеп йөрөгән кеше—һайлауға килмәй ҙә ҡуя. Һайлау участкаһы рәйесе менән тағы бер ағзаны өйҙәренә ебәрҙек. Директор бирләнде лә китте. Һайлау участкаһына килеп ирешә башланы, шунан йоҙроҡ төйөп миңә ташланды. Үсе ҡанмағас район башҡарма комитеты рәйесенә шылтыратты. Ул һөйләшеү менән дә ҡәнәғәтләнмәй почтаға китте һәм Өфөгә шылтырата башланы. Был осраҡта билдәле инде: Өфөнән Йылайырға ла шылтыратҡандар.
Нисек кенә булһа ла, беҙгә һайлауҙы ябырға рөхсәт бирҙеләр. Киске 6-ла мин һайлау участкаһы рәйесе менән, бюллетендәрҙе тейәп, кире Йылайыр йүнәлешендә юлға сыҡтым. Ә бит теге ғауға булмаһа өстәрҙә үк ҡуҙғалырға мөмкинлек бар ине.
Юлға өр-яңы Т-4 тракторы биргәйнеләр. Уның менән дә әллә ни ыратып булманы: трактор Шәмсетдин тауына менә алманы. Ҡар туҡтарға уйламай ҙа. Беҙ тағы саңғыға баҫтыҡ. Шул арала ҡараңғы ла төштө. Бер биҙрә солярка алған инек. Факел тоҡандырып алдыҡ. Мин бер ҡулға факел, икенсеһенә таяҡ тотоп алдан, бюллетендәрен арҡаһына аҫып, икенсе ҡулына соляркалы биҙрә тотҡан рәйес минең арттан бара. Васильевкаға килеп еткәс Йылайырға шылтыраттыҡ һәм ҡаҙанлыҡҡа инеп яғыулыҡ, сепрәк алғас, ары атланыҡ. Сепрәктәрҙе яғып бөттөк. Тәүҙә бейәләйҙәргә, шунан ҡулъяулыҡтарға сират етте. Атларлыҡ та хәл ҡалмай бара ине. Йылайырға еткән ерҙә беҙҙе райисполком рәйесе үҙе ҡаршы алды. Был ваҡытта иртәнге алты тулған ине инде. Fәҙәттә бик күп һөйләшеп бармаған Зиннур Янбай улы башын сайҡап торҙо-торҙо ла, молодцы, молодцы, тип ҡулдарҙы ныҡ итеп ҡыҫты.
Батыр Әхмәтғәлиев