Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Август 2018, 09:11

Ҡарағаслы туғай

Хәйбулла районының иң төпкөлөндә, Ейәнсура һәм Йылайыр менән сиктәш, тәбиғәттең иң гүзәл мөйөшөндәге ҡырлас-ҡырлас тауҙар араһында урынлашҡан минең тыуған ауылым Урыҫбай. Халыҡ телендә үре ыҫпай. Географик хәле буйынса Йылайыр ҡалҡыулығының аралаш урмандар зонаһына ҡарай ул.Урыҫбай—бик боронғо ауыл. Унда йәшәгән башҡорттар үҫәргән ырыуы, шешәйҙәр түбәһе, аҫҡаҡтар араһы тип аталып йөрөтөлә. Ауылдың боронғолоғон иҫбатлау өсөн үҫәргән ырыуының Ер шәжәрәһендә уның телгә алыныуын әйтеү ҙә етә.

Хәйбулла районының иң төпкөлөндә, Ейәнсура һәм Йылайыр менән сиктәш, тәбиғәттең иң гүзәл мөйөшөндәге ҡырлас-ҡырлас тауҙар араһында урынлашҡан минең тыуған ауылым Урыҫбай. Халыҡ телендә үре ыҫпай. Географик хәле буйынса Йылайыр ҡалҡыулығының аралаш урмандар зонаһына ҡарай ул.
Урыҫбай—бик боронғо ауыл. Унда йәшәгән башҡорттар үҫәргән ырыуы, шешәйҙәр түбәһе, аҫҡаҡтар араһы тип аталып йөрөтөлә. Ауылдың боронғолоғон иҫбатлау өсөн үҫәргән ырыуының Ер шәжәрәһендә уның телгә алыныуын әйтеү ҙә етә.
Урыҫбайҙың ер-һыу атамалары ла бик ҡыҙыҡлы. Был ауыл ерҙәрендә борон-борондан аҫаба башҡорттар ғына йәшәһә лә, ҡолаҡҡа ят яңғыраған Узала, Рәнйән, Мазаҡуза, Ботороз, Уағары тигән атамалар осрай. Уларҙы ентекләп тикшерергә кәрәк.
Бөгөн ауылымдың тарихы, ундағы кешеләрҙең тәбиғәткә һәм тәбиғәттең кешеләргә булған күҙгә күренмәгән мөнәсәбәтен сағылдырған хәтирәләремде бәйән итмәксемен. Сөнки хәҙерге көндә ситтә йәшәһәм дә беләм: тыуған ауылым Урыҫбайҙа үткәндәрҙе хәтерләрлек өлкәндәр ҡалманы. Мин инде 90 йәшлек аҡһаҡал. Шуға ла үҙем бала саҡта ололарҙан ишеткән фәһемле лә, ғибрәтле лә хәлдәрҙе кесе быуынға еткереүҙе үҙ бурысым тип иҫәпләйем.
Ауылдың тәбиғәте иҫ киткес йәмле. Урыҫбайҙың тирә-яғында тауҙар. Улар яланғас түгел, унда өйкөм-өйкөм артыштар үҫә, түбә-ҡалҡыулыҡтарҙы ҡарағас, ҡарағай, ҡайын, йүкә урмандары ҡаплаған. үҙәндәрҙә балан ҡыуаҡлыҡтары, туғайҙарҙа, йылға буйҙарында муйылдар, ерек, ҡарама ағастары менән ярышып йыуан-йыуан тирәктәр үҫә.
2000 йылдарға тиклем был яҡтарҙа йүнле юлдар ҙа булманы. Ауыл Хәйбуллаға ҡараһа ла, Йылайырға яҡыныраҡ урынлашҡан. Район үҙәге Аҡъярҙан 70 саҡрымда ята. Ауылдың тәүҙә урынлашҡан ере «Иҫке йорт» тип аталған, ике тау араһындағы битләүҙә Мазаҡуза йылғаһын һыулап ултырғандар. Ләкин XIX быуат аҙағына ҡарай, йылғаның үренә урыҫтар килеп ултыра, халыҡ әйтмешләй, масалдар. Ауылдарын урыҫтар Старо-Михайловск тип атаһалар ҙа, беҙҙекеләр—Масал ауылы тил йөрөттө. Ауыл халҡы йылға үренә урыҫтар килеп ултырыуына риза булмай, икенсе урынға күсеүҙе хуп күрә.
Яңы урын өсөн ауылдың эргәһендәге, Йылайыр, Узала буйҙарындағы Ҡарағаслы туғай уңайлы тип табыла. Халыҡ ул саҡтарҙа ҡара көҙгә тиклем йәйләүҙәрҙә йәйләгән. Революцияға тиклем Урыҫбайҙа тирә-яҡта дан тотҡан Фәхри бай—Фәхрислам Ҡунысбаев ( Илбаҡов) йәшәгән. Таштан һалынған лавкалары ла булған уның. 1919 йылда «болшауҙар» (халыҡ телендә) ул байҙы һис ғәйепһеҙ, тик башҡорт байы булған өсөн генә урам осонда атып китә, ә байлығын әрәм-шәрәм итеп бөтәләр. Ул саҡтарҙа аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа, атлы казактар ҙа баҫтырышып, урындағы халыҡты аяуһыҙ талап-үлтереп, бер нисә ҡат ауылдан үтә. Fалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр»ендә лә был ваҡиға яҡтыртылып кителә.
Ул замандар үтеп, совет власы нығынғас, ауыл халҡы 1926 йылдың яҙында Иҫке йорттан, тау ҡыҫығынан иркен урынға—Кәмәтау ҡушлауындағы киң туғай Ҡарағаслыға ике рәт булып теҙелеп ултыра. Ауылдың бер яғын—Узала, икенсе яғын Йылайыр-мул йылғаһы ҡамап алған. Ҡар күп булған йылда был туғайға ташҡын тау йылғалары, Йылайыр, Узала һыуҙары сыҡҡылай, ләкин был ғына ауылдаштарҙы өркөтмәй. Йәйгеһен ауыл йәшеллеккә төрөнә. Урамда ҡыйып баҫҡыһыҙ йәшел сиҙәм хасил була. Тик туғайға исем биргән яңғыҙ мөһабәт ҡарағас ҡына урамдың бер осонда, кәртә артында бер үҙе моңайып ултыра.
Беҙҙең ғаилә тәүге йыл Иҫке йорттан яңы урынға күсмәйенсә яңғыҙ тороп ҡала. Шул Иҫке йортта 1927 йылдың 15 июлендә донъяға килгәнмен. Мин 3 айлыҡ сабый саҡта атай ауырып вафат булып ҡала. Беҙҙекеләрҙе (әсәй, ҡартәсәй, 14 йәшлек ағайым) яҡын туғаныбыҙ Урызбаев Рәхмәтулла ағай ҡыш өҫтөнән үҙҙәренә күсереп ала. Икенсе йылына бура алып, ауыл халҡы өмә менән Узала йылғаһы янынан беҙгә өй һалып бирәләр.
Йортобоҙ ауылдың осонда ине. Мин иҫ белгәндә туғайға исем биреүсе ҡарағас беҙҙең картуф баҡсаһының бер ҡырында үҫә ине әле. Ул саҡта бәләкәй булһам да, 1933 йылғы йотто мин яҡшы хәтерләйем. Ҡартәсәйем аслыҡтан үлде. Әсәйем менән ағайым мине ҡул арбаһына ултыртып һөйрәп Һабырға апайымдарға алып барып ҡалдырып, үҙҙәре Баймаҡ яғына китеп, Ярат тигән ауылда тамаҡ хаҡына ялланып эшләп кенә иҫән ҡалды.
Беҙ йот йылынан һуң ауылға ҡайтҡанда ла ҡарағас «иҫән» ине әле. Тик көнбайыш яғынан кеше һыйырлыҡ ҙур тишек барлыҡҡа килгәйне. Ул ҡарағас шундай ҙур олонло, ҡыуышлыҡ өҫтөнә тишектәрҙән яҡтылыҡ төшә, хатта өҫтә ышыҡ урынға ҡарлуғастар балсыҡтан оя эшләп ояланы. Беҙ 10-лаған малай йыйылып шул ҡыуышлыҡҡа инеп һыя инек. Ләкин беҙҙе бында уйнауҙан ауылдың өлкәндәре Мырҙагилде, Дәүләткилде Урзбаев олатайҙар бик ҡаты тыйҙы. «Уйнамағыҙ был тирәлә, зәхмәт ҡағылыр»,—тинеләр. Кешеләр был ҡарағасҡа нисектер шомланып ҡараны.
Мырҙагилде олатай беҙҙе иҫкәртеү өсөн бер хикәйәт тә һөйләгәйне: «Күрмәйһегеҙме ни, был туғайҙа үҫкән берҙән-бер ҡарағас. Ә тирә-яҡ тауҙарҙа улар күп. Хикмәте лә шунда: был ҡарағас—ҡанлы ағас. Бик күп йылдар элек Яутүбә яғынан (Урыҫбайға яҡын ерҙә Йылайырға ҡойған йылға, ошо атамалы ауылдың көнбайышында ҙур ялан да бар) бик ҙур яу ябырыла. 4-5 быуат элек була был хәл. Ҡарағаслы туғайҙағы бәрелештә бик күп кеше ҡырыла. Һуғыш мәлендә ҡулланылған ҡанлы ҡарағас күҫәкте ошо тирәгә ҡаҙап китәләр. Яңғыҙ ҡарағас ана шул күҫәктән хасил булған».
Ысынлап та, мөһабәт ағас ине шул ҡарағас. Мин армиянан ҡайтҡан 1947 йылда ла бар ине әле ул. Тик бик ныҡ имгәнгән, ба-шына йәшен атыу сәбәпле янып, ҡороп ултыра ине инде. Ҡарағасты атҡан йәшенде ил өҫтөнә килгән ауыр бәлә—ҡанлы һуғыш йылдарына тиңләр инем мин. Нисәмә быуаттар буйына үҫеп ултырған ағасҡа кеше башына төшкән ҡайғыларҙың да тәьҫире булғандыр, бәлки.
Тыуған ауылымда йәшәмәһәм дә, унда йыш ҡайтып йөрөнөм. 1954 йылда ҡарағасты йығып, «Дружба» бысҡыһынан үткәреп онтаҡлап бөткәндәр ине. Мин олатайҙарҙан ишеткән хикәйәтте һөйләп, «зәхмәтле урын» тип иҫкәртһәм дә, ауылдаштар әһәмиәт бирмәне. Ошо зәхмәтле урынға өй һала башлағандар ине. Ҡарттар, өлкәндәр юҡ, уларҙың был ҡарағасҡа бәйле тыйыуҙары ла онотолған. Нәҡ шул ҡарағас үҫкән урындан 5-6 метр ғына алыҫлыҡта яңғыҙ ҡатын, уның күршеһенә Аҡъегет ауылынан күсеп сыҡҡан ғаиләләр өй һалып икенсе урамды башлап ултырҙы.
Хәҙер, ул саҡтарҙан һуң байтаҡ йылдар уҙғас, өлкәндәрҙең ошо «зәхмәтле» урынға ҡарата булған тыйыуҙарының хикмәте асыла төштө, минеңсә. Fөмүмән, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ зирәк, аҡыллы булған һәм тәбиғәткә бәйле тыйыуҙарҙы, ырымдарҙы быуындан-быуынға күп әйтеп ҡалдырған. Улар буш урындан килеп сыҡмаған һәм тиккә генә әйтелмәгән. Бала саҡтан ишетеп үҫкән, ҡанға һеңгән шундай тыйыуҙарға тәбиғәтте, кеше һаулығын аяу, миһырбанлылыҡ төшөнсәһе һалынған. «Эскән һыуыңа төкөрмә», «Аҡмай ятҡан һыуҙан һыу эсмә», «Зыяратта үҫкән еләкте ашарға ярамай», «Йәй башында үлән тапама, сәс-кә өҙмә» һ.б.
Кеше үҙенең тәбиғәт балаһы икәнен оноторға тейеш түгел. Беҙҙең тыуған еребеҙҙә тупраҡ бик уңдырышлы. Картуф баҡсаһын кәртәләргә тал бағана килтереп ултыртһаң, ул икенсе йылына япраҡ яра башлай. Шулай булғас, яу яланында ҡаҙап ҡалдырылған, әҙәм ҡанына буялған ҡарағас күҫәктән мөһабәт яңғыҙ ҡарағас үҫеп сығыуы ла мөмкин. Ундай ҡарағас янына өй һалыу ҙа дөрөҫ булмаған инде. Урыҫбайҙа булған ҡанлы ваҡиғалар шуны иҫбатламаймы икән? Ҡарағас янына башлап өй һалған яңғыҙ ҡатынды бынан 25-30 йылдар элек төрмәнән ҡасҡан берәҙәктәр үлтереп һыуға ташлай. Хәҙер уның үҙе лә, өйө лә юҡ. Ә уның күршеһенең яҙмышы тағы ла аяныслыраҡ. Бынан 15 йылдар элек был фажиғә Урыҫбайҙы ғына түгел, бөтә районды тетрәтте. Ҡышҡы бер төндә уларҙың өйөнә төрмәнән сыҡҡан бер әҙәм баҫып инә һәм йорт хужаһын да, уның 3 йыл түшәктә ятҡан әбейен дә аҡса таптырып туҡмап, язалап үлтерә. Шулай итеп, тағы «зәхмәтле ҡарағас» янынан ике мәйет оҙатыла.
Ни ғиллә был, осраҡлы тап килеүме әллә тәбиғәттең тағы бер иҫкәртеүеме? «Ололарҙы тыңламаған оролған да бәрелгән» тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр иҫбатлай түгелме ошо ваҡиғалар? Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған был ҡарағасты ауылдың өлкәндәре һымаҡ аяп, ҡурсалап торһаҡ, бындай хәлдәр бәлки булмаҫ та ине. Өйгә урын һайлағанда, ололарҙан ул урын тураһында һорашырға кәрәк. Йәштәргә быларҙы хәтерҙә тотоу фарыз.
Хәҙер элекке мәктәп ихатаһында ике ҡарағас, өс ҡарағай үҫеп ултыра. Уларҙы мәктәп балалары тәрбиәләне. Йәй көндәрендә уҡыусылар ағастарҙың тирә-яғында күҙ ҡамаштырырлыҡ матур сәскәләр үҫтерҙе. Мәктәп ябылһа ла, был ҡарағас һәм ҡарағайҙарҙы тәрбиәләүселәр булыр, тип ышанам. Киләсәктә ошо ағастар ҙа тарихи ҡомартҡыға тиңләшер. Ауыл яңы урынға күскәс, уларҙы Дауыт Соңғоров олатай ултыртҡан, тиҙәр.
Ауыл хәҙер ике урамдан тора. Элек йәшәгән кешеләр өй янына өйәңке, муйыл ултыртһа, йәштәр сирень, балан ҡыуаҡтары ултыртыуҙы хуп күрә. Яҙғыһын ауыл иҫ киткес матур! Йылға буйҙарындағы муйылдар ап-аҡ сәскәгә төрөнә, ә беҙҙә инеш-йылғаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Тәбиғәтте йәндәй күреп яратып, ҡурсалап йәшәйек, яҡташтарым!
Fәлиаслан Иҙелбаев.
Хәйбулла районы
Аҡъяр ауылы.