Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Март 2018, 12:28

ҠЫРҠТЫ ҮТЕП ҠЫҘ ЭҘЛӘЙ...

Яңыраҡ бер танышым менән һөйләшеп ултырғанда, һүҙ яңғыҙлыҡ хаҡында ҡуйырып китте. Ул алыҫ ҡына туғанының улы өйләнмәй йөрөүен белдергәс, йәшен, ҡайҙа эшләүен һорашып алып, кейәүгә сыҡмай йөрөгән бер ҡыҙҙы тәҡдим иттем. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдыҡ та, тиҙ генә егеттең әсәһенә шылтыраттыҡ. Йомошобоҙҙо ишеткәс, телефондың теге осондағы ҡатындың иң тәүге һорауы былай булды:—Аһ, ул 30 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡмай нимә ҡарап йөрөй һуң?

Яңыраҡ бер танышым менән һөйләшеп ултырғанда, һүҙ яңғыҙлыҡ хаҡында ҡуйырып китте. Ул алыҫ ҡына туғанының улы өйләнмәй йөрөүен белдергәс, йәшен, ҡайҙа эшләүен һорашып алып, кейәүгә сыҡмай йөрөгән бер ҡыҙҙы тәҡдим иттем. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдыҡ та, тиҙ генә егеттең әсәһенә шылтыраттыҡ. Йомошобоҙҙо ишеткәс, телефондың теге осондағы ҡатындың иң тәүге һорауы былай булды:
—Аһ, ул 30 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡмай нимә ҡарап йөрөй һуң?
Беҙ бер аҙ ҡаушап ҡалдыҡ. Бик ҡыҙыҡ һорау. Ә ниңә ошо йәшкә ҡәҙәр улы кәләш алмай йөрөй һуң улайһа? Әлбиттә, был һорауҙы биреп торманыҡ. Яҙмышты сәбәп иттек. Тик телефондың теге осондағы ҡатындың киләһе һорауы ла ҡыуандырманы:
—Кәүҙәһе нисек? Йыуанмы, ябыҡмы?
—Бәй...Уртаса буйлы, ябыҡ...
Был һөйләшеү миңә оҡшамай башланы, телефон тотоп торған танышыма: «Ҡуй, кәрәкмәй»,—тигәнде ишаралап ҡул һелтәнем. Ысынлап та, әсәйҙәр ошондай мыжыҡ икән, ир еткән улдарының алдына төшөп, уларға үҙаллы булырға, үҙаллы хәл итергә ирек бирмәһә, «мәмәй» егеттәребеҙ бөтөнләй кәләш алмаясаҡ, әсәһенең өгөтө буйынса алһа, был ғаиләлә килен кешегә сабырлыҡ ҡына теләргә ҡала.
Эйе, һүҙемде уратыңҡырап башланым. Тел төбөн аңлағанһығыҙҙыр. Яҙасағым яңғыҙлыҡ хаҡында. Ысынлап та, яңғыҙ ҡыҙҙар, буйҙаҡ егеттәр бик күп. Ниңә шулай һуң? Егеттәребеҙ егетлеген, йәғни ҡыйыулығын, сослоғон, ныҡышмаллығын юғалтып барамы? Бигерәк әпәүләп үҫтерелгәс, үҙаллы тормошҡа әҙер түгелдәрме? Әллә кәләш итеп алырлыҡ йүнле ҡыҙҙы осрата алмайҙармы? Һорауҙар күп. Уға һәр кем үҙенсә яуап ҡайтарырға, сәбәптәрен аңлатырға тырышыр. Бында бәхәстәр тыуыуы ла бик ихтимал.
Таныштарым араһында яңғыҙҙар байтаҡ ҡына булыуын иҫәпкә алып, уларҙың бер нисәүһенә булһа ла иш табыуҙа ярҙам күрһәтеү маҡсатында декрет ялында ултырған мәлдә интернеттағы «Бәйләнеш» селтәрендә (русса әйткәндә «Вконтакте») димсе бите булдырғайным. Хәлдәр көтөлмәгәнерәк булды: яңғыҙ ҡыҙҙар, буйҙаҡ егеттәр бик күп булып сыҡты. Көнөнә әллә күпме хәбәр килә, яуап яҙып өлгөрөп кенә булһасы! Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәрҙе таныштырырға өлгәштем. Араларында никахлашыусылар ҙа булды. Әммә был эште оҙаҡ алып барып булманы. Беренсенән, ваҡыт яғы тар. Икенсенән, бәләкәй бала. Өсөнсөнән, яңғыҙҙарҙың холҡона түҙемлек етмәй башланы. Һуңғыһына, йәғни холоҡҡа бер аҙ туҡталып китмәксемен. Әбйәлил районынан бер егет ялынып-ялынып кәләш таптыра, көн дә смс-хәбәр ебәрә. Мин уға: «Иҫләйем, эҙләйем, тап килерҙәйе булһа хәбәр итермен. Һеҙ күмәк, мин яңғыҙ. Башҡа эшем дә бар, көндәр буйы компьютер алдында ултыра алмайым»,—тип бер ҡат киҫәткәйнем инде. Юҡ, өҙмәй ҙә ҡуймай. Шундай «ныҡыш»тар артҡас, һәр береһенә: «Һеҙгә кәләш (кейәү) тапһам, телефоныма хәлегеҙгә ҡарап 50-150 һум аҡса күсерерһегеҙ»,—тип яҙыуым булды, мине һүгә башланылар. Йәнәһе, мин аферист, ҡомһоҙ, оятһыҙ... Был әр һүҙҙәре егеттәрҙән генә килде, ә ҡыҙҙар әллә талабым менән ризалашты, әллә ҡул һелтәне—өндәшмәне. Шул саҡ замана егеттәренең шул тиклем ваҡсыл икәнен аңланым. Fаилә ҡорғоһо килә, ә 50-100 һум аҡса таба алмай. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...
Кәләш алырға теләүсе егеттәр араһында әрпештәр бик күп ине. Әлбиттә, мин уларҙы барып күрмәнем, әммә «Бәйләнештә» селтәренә ҡуйған фотоларынан самаларға була ине. Сәстәре тырпайып, майланып бөткән, салбарҙары торбаны хәтерләтә. Ҡайһы берәүҙәренең ҡулында шешә, тәмәке. Исмаһам, шул фотоға төшкәндә үҙеңдең өҫ-башыңды ҡарарға була бит. Димсе нисек шул фотолағы егетте ниндәйҙер ҡыҙға тәҡдим итергә тейеш?! Ундай егетте күреү менән улар: «Юҡ, кәрәкмәй»,—ти.
Fаилә ҡорорға теләгән ҡыҙҙарҙың береһе Баймаҡ районынан бер егет менән осрашып ҡараны. Аҙаҡ был һылыу миңә яҙа: «Барҙым, осраштым И. менән. Һуҡмыш килгән. Ярай, бәлки ҡыйыулыҡ өсөн бер аҙ «төшөргәндер» тип, иғтибар итмәҫкә тырыштым. Шунан тегене һынау өсөн: «Тышта һалҡын, әйҙә, берәй кафеға инәйек»,—тинем. Ризалашты. Тимәк, аҡсаһы бар. Салат, бәлеш, компот алған булды. Ҡапма-ҡаршы ултырып, ашай башлағайныҡ, минең тиҙерәк уның янынан ҡасыу теләге уянды. Сөнки мин уның тырнаҡтарына иғтибар иттем. Улар еткән, аҫты бып-бысраҡ. Аппетит юғалды, һөйләшкем дә килмәне. Бер танышым күреп ҡалмаһа ярай ине тип тағы 10 минут түҙеп ултырҙым да, сәбәп табып һыпырттым. Башҡа телефонына яуап бирмәнем».
Был осраҡта нимә әйтергә? Бәлки, кемдер ҡыҙҙы әрләр, һайлансыҡһың, ирҙе үҙең яһап алаһың ул тип әйтергә ашығыр. Әммә 30-ға етеп барған егеттең әле һаман ҡулын йыуып, тырнағын таҙалап йөрөрлөк тә рәте юҡ икән, нимәгә өмөт итергә һуң? Ҡыҙҙы яулай белеү ҙә һөнәр икәнен онотмаһындар ине.
Йәнә бер танышым юғары белемле, Сибайҙа эшләп йөрөүсе 30 йәшлек ҡыҙ ине. Исемен Розалия тип алайыҡ. Ул әллә ни ҙур талап та ҡуйманы. «Һөнәрле, эшләп йөрөгән, ҡалала йәшәрҙәй егет менән танышыр инем. Эскелек менән мауыҡмаһын»,—тине. Сығышы менән Хәйбулла районынан булған, Өфөлә эшләүсе бер егет уға тап килгән һымаҡ ине. Таныштырҙым. 2-3 ай тирәһе интернетта яҙыштылар. Бер мәл баш ҡаланан районына ялға ҡайтыусы егет Сибайға һуғылып был ҡыҙҙы күреп китмәк булған. Был хаҡта, әлбиттә, аҙаҡ белдем. Розалия миңә былай тип яҙҙы: «Һеҙ әйткән егет менән осрашып ҡараным. Оҡшатманым. Айрат (исемен үҙгәртеп алам) Өфөнән ул көндө кискә генә такси менән килеп етте. Ниңә осрашырға теләгәс, барыһын да алдан уйлап, иртәрәк килмәгәндер—быныһын аңламайым. «Ҡунырға таныштар юҡ, һиндә ҡалырға буламы»,—тип таксила килгән сағында хәбәр итте. Мин аптырауға ҡалдым. Үҙ фатирым юҡ бит. Бер бүлмәле фатирҙы ике ҡыҙ ҡуртымға алғанбыҙ. Тәүҙә уның был һүҙҙәрен оҡшатманым, осрашмайым тип әйтергә уйланым да, йәшем үтеп бара, һаман ваҡ-төйәккә бәйләнеп ултырмайым әле тип ризалаштым. Эш хаҡым бәләкәй, уның яртыһы ошо фатирға түләүгә китә. Барлы-юҡлы аҡсама аҙыҡ-түлек алдым, аш һалдым, пицца бешерҙем. Йәнәһе, арып, асығып алыҫ юлдан килә. Килде был.
Дауамын гәзитебеҙҙең 11-се һанында уҡығыҙ.
Нурия Илешева.
Читайте нас: