Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Февраль 2018, 13:08

КИЛЕШӘМ... КИЛЕШМӘЙЕМ...

«БӘЙӘН ДӘ, ДОКУМЕНТАЛЬ ПОВЕСТЬ ТА ТҮГЕЛ... ӘКИӘТ» мәҡәләһен уҡыусыларҙың фекерҙәре.

Рая Әбдрәхим ҡыҙы Үтәшева , Иҫке Сибай ауылы.
Фәрүәз Сәйфуллин Лира Яҡшыбаеваның Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы китабын әкиәт тип атаған. Ҡөрьәндә Fайса пәйғәмбәрҙең һыу өҫтөнән атлап йөрөүе тураһында яҙылған. Ҡөрьән дә әкиәт булып килеп сығамы ни улай булғас?
Минеңсә, был китабын яҙып, Лира бик яҡшы эш башҡарҙы: китап сыҡмаһа, Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы иҫтәлектәр яйлап халыҡ күңеленән юғалыр ине. Ә былай...бына хәҙер Сибай драма театры «Әүлиә» спектаклен сығарҙы. Тамаша халыҡты шаңҡытты, уйландырҙы, илатты. Борон театрҙарҙа муллаларҙы, дин кешеләрен гел мыҫҡыллап күрһәтәләр ине. Был спектакль хәҙрәт олатайҙы ололаны.
ҒFәлимә Әхмәтова, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Сибай ҡалаһы.
Фәрүәз Сәйфуллин: «Лира Яҡшыбаева Мөжәүир хәҙрәтте А.Чумакҡа оҡшатып ҡуя, уныңса, хәҙрәт Мостафа мулла ҡиә-фәтенә лә, аҡ әбей ҡиәфәтенә лә инә ала, әйтерһең, Мәскәй әбей»,— тип яҙа. Лира Яҡшыбаева хәҙрәтте уларға оҡшатып яҙмаған, уның ысындан да шулай көслө әүлиә икәнен иҫбатлап яҙған. Бик дөрөҫ эшләгән, шундай көслө дин эйәһен кеше белергә тейеш. Ә уны сәхнәгә сығарыуҙарын хупламайым. Шундай изге дин әһелен, әүлиәне кемдер эләкләп йөрөһөн әле. Яҙыусы, уҡытыусы, табип, етәкселәр һәм башҡаларҙы сәхнәләштерегә була. Мөжәүир хәҙрәт Аллаһы Тәғәләнең изге кешеһе. Мөжәүир хәҙрәт ямғыр яуҙырған икән, ул быны Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса эшләгән.
Ямғыр яуҙырыуға килгәндә, хәҙрәт ямғыр яуҙырмаған, ә шул кешегә ямғыр яуа тип күрһәтә белгән. Араҡы шешәһенә лә йылан уралып ятмаған, эскесе ирҙең күҙенә шулай итеп күрһәтә алған. Был Аллаһтан бирелгән һәләт, мөғжизә, әкиәт түгел.
Мотал Рәмов, Иҫке Сибай ауылы.
Был яҙмаларҙың авторы үҙем хөрмәт иткән, абруйлы уҡытыусым булған фән эшмәкәре булғас, башта, яҙырғамы-юҡмы, тигән икеләнеүҙәр менән йөрөнөм. Әммә өндәшмәй ҙә ҡала алмайым. Беренсенән, Лира Яҡшыбаеваның китабын документаль нигеҙгә ҡоролған әҙәби әҫәр итеп ҡабул итергә кәрәктер. Әҫәрҙең сюжеты ысынбарлыҡҡа ҡоролһа ла, эстәлеге әҙәби-нәфис стиль менән байытыла, уҡыусыға ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ дәрәжәгә еткерелә. Әммә Мөжәүир хәҙрәттең дауалау йоғонтоһон бөгөн дә инҡар итә алмайым.
Бынан бер нисә йыл элек көтөлмәгән ҡәһәрле сир мине аяҡтан йыҡты. Дүрт ай түшәктә яттым, ике ай тәғәм ризыҡ, тамсы һыу эсермәнеләр. Бер көндө күҙем эленеп ҡалды һәм кемдер мине Манһырға саҡырғандай булды. Уянып, уйланып ята торғас, иҫемә төштө. Һуң унда данлыҡлы дин әҫеле Мөжәүир хәҙрәт ерләнгән дә баһа! Артабан ҡатынымды, туғандарымды йөҙәтеп бөттөм. Бер аҙ хәл кергәс, ҡустым Манһырға алып барырға булды. Хәҙрәттең ҡәберен зыярат ҡылып, мәрхүмдәр рухына аят уҡып сығырға боролғанда алдымда суҡланып ултырған ҡып-ҡыҙыл сейәләрҙе күреп иҫаҡылым китте. Үҙем ни эшләгәнде лә белмәй, әлеге сейәләрҙе услап-услап ауыҙыма ҡабам...Аллаға шөкөр, хәҙрәт ҡәберенән ҡайтып, аҙнаға яҡын ваҡыт үтеүгә таяҡтарымды ташланым. Хәҙер, иншалла, йүгереп йөрөйөм, тәнемдең бар ағзалары ла теүәл.
Мөнирә Fәбделварис ҡыҙы, Мөжәүир хәҙрәттең ейәнсәре, Сибай ҡалаһы.
Беҙ Лира Яҡшыбаеваның ул китабын уҡыманыҡ. Уҡыһаҡ, ҡартатайыбыҙҙың васыятына хыянат иткән һымаҡ булыр ине. Ул, минең турала бер нәмә лә яҙҙырмағыҙ, тип әйтеп китте. Лира китап яҙам тигәс, яҙма, тинек. Беҙҙең әйткәнде һанға һуҡманы. Баҫып сығарҙы. Хәҙер ҡартатай рухы алдында ғәйепле һымаҡбыҙ. Лира Яҡшыбаеваны еңә алманыҡ. Ярай, китаптағыһы—Лираның Мөжәүире булып ҡалһын, беҙҙең—үҙебеҙҙеке, йөрәктәгеһе. Уҡығандар, китап иҫтә ҡалырлыҡ түгел, тиҙәр. Төш тә төш. Төшөмдә шуны күрҙем, былай тип күрҙем...
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында ҡуйылған спектаклде барып ҡараным. Минеңсә, төп герой шәхес булып үҫеп етмәгән. Йүгереп тик йөрөгән аҡ бабай инде. Юҡ, артистарға һүҙем юҡ. Артистар шәп уйнаны. Сценарий дөрөҫ төҙөлмәгән. Йөрәккә үтмәй. Спектаклде ҡараған кешеләр киләләр ҙә: «Һинең ҡартатайыңды ҡараныҡ»,—тиҙәр. Беҙҙең ҡартатай сәхнәлә түгел, беҙҙең йөрәктә, тип яуаплайым уларға. Уны ҡарағанса, ана, «Сәңгелдәк»те ҡараһындар.
Заһита Fәбделварис ҡыҙы Сиражетдинова, Мөжәүир хәҙрәттең ейәнсәре, Манһыр ауылы.
Был эшкә һеҙ, журналистар, бик һуңлап тотонғанһығыҙ. Хәҙер ни ул китап 6-7 тапҡыр ҡабатлап баҫылған. Уны менән донья тулған. Кешеләр уҡый, шуға ышана. Мөжәүир хәҙрәт образын культҡа әйләндереп алғандар. Fәрәпсә белмәгәс, Ҡөрьәнде уҡымайҙар, Лира Яҡшыбаеваның китабын ҡөрьән итеп алғандар.
Ҡартатайым үҙен фотоға төшөрөүҙән, үҙе тураһында яҙыуҙы тыйған. Лира Яҡшыбаеваның китабында баҫылған фото ла йәшерен генә, «урлап» төшөрөлгән фотоларҙың береһе. Хәҙер Мөжәүир ҡартатайымдың фотоһын һатып аҡса эшләүселәр ҙә бар. Китабын, дауалау көсөнә эйә тип, уны ауыртҡан ерҙәренә баҫып ятҡан кешеләр ҙә юҡ түгел. Мөжәүир хәҙрәт образын культ итеп, аҡса эшләү ысулына әйләндерҙеләр. Шул турала әйткәс, Яҡшыбаева, һин үҙең дә минең арҡала байып йәшәп ятаһың, тип әйтергә лә тартынманы. Йәнәһе, мин кешеләрҙең хәйер аҡсаһына байып йәшәп ятам... Зыяратта ни... береһе һала, икенсеһе ала. Уларҙың артынан кем эйәреп йөрөй?
Мине хәҙер унан да бигерәк Манһыр ауылының киләсәге борсой. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Манһырҙан көнө-төнө халыҡ өҙөлмәй. Күләгәгә ҡуям тип машиналарын ҡайҙа теләйҙәр шунда—йылға буйына, әрәмәлеккә, ағас араларына ҡалдырып китәләр. Кеше инмәгән, аяҡ баҫмаған бер тишек юҡ. Элекке еләклек, сейәлектәрҙән бер нәмә лә ҡалманы.
Килеп төшөү менән бәләкәй генә йылғабыҙға төшөп ҡулдарын, биттәрен йыуырға, сайынырға тотоналар, аулаҡҡараҡ барып тәһәрәт алырға, бәҙрәф ҡылырға ла тартынмайҙар. Ә бит беҙ ошо йылғаның һыуын эсәбеҙ! Йәйен ҡоҙоҡтан таҙа һыу алып ҡалыр өсөн иртәнге сәғәт 3-4-тә торорға тура килә. Һуңлаһаң, бысраҡ һыу эсәһең инде.
Бер йәй Өфөнән Салауат исемле ҙур мулла килде. Мөжәүир хәҙрәт хөрмәтенә аҙан ҡысҡырам ти был. Хәҙер машиналар тракторҙан да көслө, машинаһына ултырҙы ла борҡолдап тау башына менеп китте. «Мөжәүир хәҙрәтте хөрмәтләргә килдек, тиһегеҙ, ул бит ошо тауҙарҙы, ошо тәбиғәтте һаҡларға ҡушып китте, ниңә йәйәү генә менеп аҙан ҡысҡырманығыҙ?—тинем.
Элек, совет осоронда, тәбиғәттең ҡырылыуын һарыҡтарҙан күрәләр ине. Хәҙер һарыҡтар юҡ. Кеше үҙе һарыҡтан да тәртипһеҙ.
Читайте нас: