Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Февраль 2018, 13:04

БӘЙӘН ДӘ, ДОКУМЕНТАЛЬ ПОВЕСТЬ ТА ТҮГЕЛ... ӘКИӘТ. Аҙағы

Өшкөрөп төрмә йоҙаҡтарын аса алған тигән һүҙгә лә ышанып булмай. Уның шундай һәләте булһа, енәйәтселәр, Мөжәүир хәҙрәтте үҙенә буйһондороп, келәттәрҙе, магазиндарҙы еңел генә асып, байып йөрөрҙәр ине. Эргәһендәге төрмәселәр уның был һәләтен белмәй ҡалмаҫ ине. Үҙенең тылсым көсө менән судта илленән ашыу шаһитты телһеҙ ҡалдырыуы ла, Йылайыр төрмәһендәге яуыз тәфтишсенең телен көрмәләндереүе лә, ҡатынын рәнйеткән Әсҡәтте гөрһөлдәтеп ергә ауҙарыуы ла, диндән көлгән Бәхтиәрҙе сәхнәлә шәп-шәрә сисендереп йөрөтөүе лә һәм башҡа шуның кеүек туҙға яҙмаған, әммә Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның әҫәрендә тасуирланған ваҡиғалар ҙа ҡабул ителмәй.

Мөжәүир хәҙрәтте үтә күреүсе тип раҫлау ҙа хәҡиҡәткә тап килмәй. Лира Әхмәт-Яҡшыбаева раҫлауынса, хәҙрәт үҙенә килергә юлға сыҡҡан кешеләрҙе әллә нисә саҡырым алыҫлыҡтан уҡ белеп, ҡаршыларға әҙерләнеп торған. Ҡайһы бер юлсыларҙың килә ятҡанда ағас төптәренә йәки бүтән ерҙәргә йәшереп киткән араҡыларын өйҙә торған көйө күргән. Ҡайтыуҙарына шешә эсенә ҡара йылан һалып ҡуйған.
Әммә бындай һәләт тәбиғәт тарафынан әлегә берәүгә лә бирелмәгән, бирелә лә алмай. Халыҡты алдап йөрөгән экстрасенстар ғына ул юғалған әйберҙең ҡайҙа ятҡанын уйлап әйтә алабыҙ тигән булалар. Минең аңлауымса, Мөжәүир хәҙрәт экстрасенс булмаған. Ул ябай башҡорт, дингә, Аллаһҡа ышанған ер кешеһе булған.
Әҫәрҙә хәҙрәт күрәҙәсе итеп тә һүрәтләнә. Ул, башта яҙғаныбыҙса, шахтаның емерелеүен дә, революция булырын да, һуғыш сығырын да, М.С.Горбачевтың власҡа килерен дә, совет власының бөтәсәген дә, Лираның үҙе тураһында китап яҙырын да, үҙенең ҡасан үлерен дә алдан белгән, имеш. Ошоларҙы яҙып, автор хәҙрәтте болгар күрәҙәсеһе Вангаға оҡшатып ҡуйғандай итә. Әммә ундай күрәҙәселекте фән дә, дин дә хупламай. Сөнки ул була торған хәл түгел. Күрәҙәселек ысынбарлыҡ булһын өсөн ваҡиғаларҙың, тормош ағышының алдан эҙмә-эҙлекле теҙелеп тороуы кәрәк. Ә уларҙы теҙеп буламы һуң?! Бер сәғәттән, бер көндән, бер йылдан нимә булырын алдан теүәл итеп әйтеп булмай. Тәбиғәттә лә, йәмғиәт үҫешендә лә осраҡлыҡтар, көтөлмәгән хәлдәр күп.
Автор яҙыуынса, Мөжәүир хәҙрәт ауырыуҙарҙы дауалау менән дә шөгөлләнгән. Мөжәүир хәҙрәт кенә түгел, һәр кеше ниндәйҙер кимәлдә дауалау көсөнә эйә. «Йылы һүҙ—йән аҙығы, дауа» тип бушҡа әйтмәгәндәр бит. Хәҙрәт тирәһендә йөрөгән легендалар халыҡтың уға ышанысын көсәйткән. Шуға ла уға ышанып килгән ауырыуҙарҙың хәле арыуланғандыр. Был, бигерәк тә, төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә, эскелеккә бирелгән кешеләргә ҡағылған. Хөрмәтле, абруйлы кешенең йылы һүҙҙәре, кәңәштәре ауырыуға ыңғай тәьҫир итә—психикаһы таҙарына. Ә психика тән менән идара итә. Шуға етешһеҙлектәрҙән арынған психика ҡайһы бер тән ауырыуҙарын да юҡҡа сығарырға мөмкин.
Ошоларҙан сығып, Мөжәүир хәҙрәттең дауалау көсөнә ышанырға була. Әммә яҙыусы уның был өлкәләге һәләттәрен артыҡ ҡабартып ебәрә. Мәҫәлән, 13 йәшлек һуҡыр ҡыҙҙы «доға уҡып, баш-күҙенә өрөп, ҡулы менән сәстәренән һыйпап, серле хәрәкәттәр яһап» бер нисә минутта күҙле итеүе, дауаланырға килеүселәрҙе юлда уҡ сәләмәтләндереүе, төшкә кереп тә дауалай алыуы ышандырмай.
Бөтә был килтерелгән дәлилдәр Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәренең жанрын билдәләргә ярҙам итә. Ә бит ул уны билдәләй алмай йөҙәй. Тәүҙә уны «бәйән», һуңынан «документаль повесть» тип атай. Быларҙың береһе лә ысынбарлыҡҡа тура килмәй.
Дауамын гәзитебеҙҙең 6-сы һанында уҡығыҙ.