Авторҙың Мөжәүир хәҙрәт тәбиғәт менән идара итә алған тип раҫлауы ла ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Уның, мәҫәлән, ямғыр яуҙыра, туҡтата алыуы, Мерәҫ ауылы муллаһы юлына бүреләр сығарып, йәшен йәшнәтеүе, Fәйзулланың алдына киң йылға пәйҙә булдырыуы һәм башҡа шуның кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштәре ышандырмай. Ундай хәлдәр тик әкиәттәрҙә генә була. Әгәр ҙә Мөжәүир хәҙрәт ямғыр яуҙыра алһа, ул йәшәгән осорҙа был яҡтарҙа ҡоролоҡ булмаҫ, ер-һыу кипмәҫ, баҡсалар, үҫемлектәр шиңмәҫ ине. 1965-1969 йылдарҙа Баймаҡта райком партияһының беренсе секретары булып эшләгән Мәҡсүтов Вилким Сабир улына: «Быйыл, 1965 йыл, ҡоролоҡ була. Әҙер тороғоҙ. Иген үҫмәҫ, исмаһам, малды ҡышлатырлыҡ бесән әҙерләргә тырышығыҙ»,—тип әйтмәҫ ине (399 б.). Мөжәүир хәҙрәттең ямғыр яуҙырыу һәләтен партия, хөкүмәт иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, ауыл хужалығын үҫтереү өсөн файҙаланыр ине.